Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Инша "Региондың эшҡыуарлыҡ тарихы"

Инша "Региондың эшҡыуарлыҡ тарихы"


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



Республика-ара иншалар конкурсы



«Республикама дан йырлайым!»













Региондың эшҡыуарлыҡ тарихы













Башҡарыусы: Ҡыямова Лийә Наил ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 11-се б класы уҡыусыһы

Тикшересе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәтшина Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы.














2015 йыл

Башҡортостан! Һинең икһеҙ-сикһеҙ яландарың ғына ла, көмөштәй таҙа һыулы йылға-күлдәрең генә лә, йәнлеккә, емеш-еләккә бай ҡуйы урмандарың ғына ла, алтынға ла, көмөш, йәшмә, гәлсәргә лә тулы тауҙарың ғына ла мәҙхиә йырларлыҡ күренеш. Тик был йыр ошо ерҙәрҙә быуаттар буйына ерегеп йәшәгән халҡың, уларҙың тормошо, көнкүреше, кәсептәре тураһында яҙылмаһа тулы булмаҫ ине.

Бик борондан башҡорт халҡы һинең төбәкте үҙ иткән. Таулы, урманлы райондарыңда һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, шөғөлө үҫешкән булған. Кәрәге сыҡҡас тоҙ сығарыу, тимер, баҡыр, башҡа металдарҙы эшкәртеү алға киткән. Ҡорал, йорт йыһаздары етештерелгән. Тигеҙлек ерҙәрҙә йәшәгән халыҡ игенселекте алға ебәреү, йылҡысылыҡ файҙалы икәнде аңлаған. Таҙа һыулы йылға-күлдәреңдә балыҡ тотҡан. Үҙенән артҡанын ҡарыуан-ҡарыуан итеп сит яҡтарға илтеп һатҡан, алыш-биреш алып барған.

Социализм төҙөү осоронда бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡ икенсе төр формаларға кергән, халыҡты ҙур ойошмаларға йәлеп итеп эшләтеү яҡшыраҡ тип иҫәпләгән. Был осорҙо мин әлегә тиргәп тә, бөтөрөп тә ташламайым, һәр нимәнең яҡшы һәм насар яҡтары була. Тик был осорҙа беҙ аңлаған эшҡыуарлыҡ күренеше туҡтап ҡалған.

Һәм хәҙер инде… Тарих куласаһы кире ҡайта! Тоҙ Иләүҙәр Соль Илецк булып китһә лә, социализм осоронда коллективлашыу-колхозлашыу кеүек дау үтһә лә, Ҡарыуанһарайҙар ситтә ҡалһа ла һин элеккесә бай, төрлө сәнәғәт ойошмаларын үҫтерерлек регион булып ҡалаһың. Бының өсөн бөтә мөмкинселектәр дә бар. Урманлы таулы көньяҡ ерҙәреңдә, тиңе булмаған тәбиғәтле ерҙәрҙә йәшәгән кешеләрең экотуризм, агротуризм кеүек юҫыҡта эшләй башланылар. Әлегә был йүнәлештә эшең туплана ғына әле. Донъя кимәлендә билдәле булған ҡурсаулыҡтарыбыҙҙы, шарлауыҡтарыбыҙҙы, данлыҡлы мәмерйәләребеҙҙе, уникаль үҫемлек һәм хайуандар донъябыҙҙы киң аудиторияға күрһәтергә мөмкинселегебеҙ юҡ. Был кимәлгә ярашлы сервис, инфроструктура булдыра алмайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә йәмле Ағиҙел буйҙарына барып ял итеүгә ҡарағанда Египет, Төркиә һәм башҡа экзотик илдәрҙе һайлайбыҙ.

Шул илдәрҙә йөрөгәндә күргәнем бар: төрлө ҡабырсаҡ, таштарҙан да сувенирҙар эшләп һатып ғаиләләренә аҡса табырлыҡ кәсеп ойошторған кешеләр бар. Ә беҙҙең Башҡортостанда ниндәй генә аҫыл таштар, төҫлө металдар юҡ! Билдәле, бындай ваҡ кәсепселек заманса йыһазландырылған заводтар менән тиңләшә алмаясаҡ, шулай ҙа таҙа конкуренция ойоштороу насар булмаҫ ине (башҡорт теле дәрестәрендә генә ишетеп белгән беләҙек, йөҙөк, һырға кеүек һүҙҙәр беҙ-ҡыҙҙарҙың көндә ҡуллана торған лексиконына керһә насар тип әйтмәҫ инек).

Шуныһы ҡыуаныслы, үҙгәртеп ҡороу заманында үҙ көндәрен үҙҙәре күреүгә ҡалдырылған колхоздар терелә, улар урынына акционерҙар йәмғиәттәре, фермер хужалыҡтары аяҡҡа баҫа. Ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ элек булмаған кимәлдә үҫеш ала. Йәшелсә-емеш етештереүселәр күбәйгәне һиҙелә.

Бына үҙебеҙҙең ҡаланы ғына алайыҡ. Ниндәй төр эшҡыуарҙар ғына юҡ: берәүҙәрҙең әҙер тауарҙы килтереп һатырлыҡ магазиндары бар (хатта магазиндар селтәре ойоштороп ебәреүселәр ҙә күп), икенселәр икмәк бешерә, хатта берәүҙәр шарҙарҙан ҡоштар, сәскәләр, йәнлектәр эшләп хаталар, бер йүнселдәр ашхана, ресторандар асып халыҡты туйындыра, бер төр кешеләр машинаңды ремонтлап, хатта йыуып та бирә, берәүҙәр фатирҙарға ремонт эшләй, бар теләгеңде үтәй, ҡайһы берәүҙәр элеккесә сәғәт ремонтлай, сәк-сәк бешерә, кейем тегә. Һәр кем тормошта үҙенең «ниша»һын табырға тырыша.

Бына үҙемдең ата-әсәйемде генә алайым. Улар минең ғорурлығым. Мәктәптә лә, иптәштәре араһында ла улар тураһында һүҙ сыҡһа кешеләрҙең миңә саҡ ҡына көнләшкәндәрен һиҙәм. Уларҙың кәсебенән мин оялмайым. Улар-паромсылар. Башҡортостан менән Удмуртия араһын яҡынайтыусылар. Меңәрләгән кешегә ярҙам ҡулы һуҙыусылар. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем Кама йылғаһында эшләүселәр. Бирьяҡтан аръяҡҡа сығырға теҙелешеп килгән машиналарға ярҙам итеүселәр. Улар был эштә бик күп йылдар эшләй инде. Тупланған, татыу коллективтары, терәк булырлыҡ ярҙамсылары бар.

Классташтарымдың ата-әсәләре лә шундай йүнселдәр: Юлияның атаһы кирбес эшләй, Даринаның әсәһе кейем һата, Аринаның әсәһе фатир табырға ярҙамлаша, Сильвия һәм Алинаның әсәләре ашнаҡсылар, Радмиланың атаһы нефтсе, Карина менән Регинаның ата-әсәһе шәхси эшҡыуарҙар.

Минең уйымса күбебеҙҙең ата-әсәләребеҙ үҙҙәренең эштәрен беҙгә ҡалдырырға уйлай. Юҡҡа ғына социаль-гуманитар профилле класта уҡымайбыҙ. Тарихтың үҫешен күҙаллау, йәмғиәтте өйрәнеү фәнен, экономика һәм хоҡуҡты өйрәнеү беҙҙең “атыбыҙ”. Бөгөндән арабыҙҙа үҙҙәренә бәләкәй кәсеп табып ҡулаҡса эшләүсе Диана, Сабина, Юлия, Дарина, Карина,тағы бер Каринаны иҫкә алмай китә алмайым. Тарихтың киләсәге беҙҙең ҡулда! Айыҡ аҡыл, ҡайнар теләк менән яҡындарыбыҙға, ғаиләбеҙгә, тимәк, Тыуған илгә терәк булырбыҙ тип уйлайым. Беҙҙең өлгө алырлыҡ кешеләребеҙ, үрнәгебеҙ бар. Уларата-әсәләр! Беҙҙең Республика, тоташы менән Рәсәй яңы эшҡыуарлыҡ кимәленә сыға. Заман талабына ярашлы «Яҡшыраҡ һәм тиҙерәк» девизы аҫтында эшләргә тейешле быуын старт һыҙығына баҫа! Яңы быуын Исмәғил Тасимовтар, Батыршалар, Бәндәбикәләр тарихҡа кирегә ҡайта!


Автор
Дата добавления 03.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров216
Номер материала ДВ-119408
Получить свидетельство о публикации


Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх