Тыуған телгә юл
Һәр кешенең беренсе көндән үк туплай башлаган хазинаһы - туган тел. Һәр милләт кешеһе өсөн иң матур, иң кәҙерле тел - үзенең туған теле.
Минең туған телем - башҡорт теле. Мин тыуғас, әсәйемдең наҙлы итеп "балам" тигән һүҙе лә, тәү башлап әйткән "әсәй" һүҙе лә туған телемдә булған. Миңә туған телемдә генә һөйләшергә еңел, сөнки бәләкәйҙән туғандарым менән туған телемдә һөйләшәм, аралашам. Хәҙер, ҙур үсеп еткәс тә, мин башҡорт эстрадаһы артистары йырҙарын рәхәтләнеп тыңлайым. Башҡорт халкының бөйөк шәхестәре, ҡыҙыҡлы театр дөньяһы, сәнғәте тураһында күберәк белергә тырышам. Мәктәп тормошондагы туған телемә кағылышлы сараларҙы яратам. Класыбыҙҙа башҡорт балалары булып та башҡортса рәхәтләнеп һөйләшә белмәүселәр ҙә бар. Минең өсөн туған телеңде белмәү - бик ҡыҙғаныс күренеш. Бының сәбәбе - ғаиләлә үҙ телеңдә һөйләшеүгә иғтибар булмау, тип уйлайым. Был яҡтан мин үҙемде бик бәхетле кеше тип хис итәм, сөнки барлык туғандарым менән туған телемдә һөйләшә алам. Һәм бының өсөн атай-әсәйемә, рәхмәтлемен.
Яҡташ шағир Госман Сәдәнең "Әсә менән сабый” шиғырында шундай юлдар бар:
Күҙ алдымдан китмәй Әсә һыны.
Күкрәгендә-сабый,нарасый.
Сабыйының тәүге ауаҙҙары-
"Ән-нә!” һүҙе ерҙә яҙ яһай.
Бөйөк рус педагогы Константин Дмитриевич Ушинский: “Тәрбиә, әгәр ул көсһөҙ булырға теләмәһә, халыҡсан булырға тейеш” – тигән. Киләсәк быуынды тәрбиәләрлек беҙҙә бай халыҡ ижады һәм әҙәбиәт бар. Туған тел хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт итергә кәрәк тип уйлайым. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. Телдең халыҡ тарихы, уның мәҙәниәте, рухы һәм донъға ҡарашы, телдең халыҡты халыҡ итеүҙә,кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа, уның белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, Х.Ғиләжев, Р.Бикбаев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр. Туған телде һәйбәтерәк беләйем,уның серенә төшөнәйем тиһәң, hис шикһез, иң беренсе матур әҙәбиәтте белеү мөһим.Сөнки телебеҙҙең хазинаһы нәҡ ана шунда тупланған. Р.Ғарипов әсә теленең ҡәҙерен белеүҙе, матур әҙәбиәттә хәбәрҙәр булыуҙы, телебезҙең байлығын һаклауҙы hәр кайһыбызҙың изге вазифаһы тип һанаған.
“Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып”- ти Рәми Ғарипов .
Күренекле академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновтың ошондай мәртәбәле һүҙҙәре бар: «Туған тел – халҡыбыҙҙың беҙгә аманат иткән теләге». Әҙиптең был һүҙҙәре беҙҙең быуынға оло яуаплылыҡ өҫтәй. Туған телде белеү, ҡәҙерле аманатты һаҡлау – һәр кемдең мөҡәддәс бурысы.
Билгеле булыуынса, беҙҙең башҡорт телебеҙ - ЮНЕСКО тарафынан “Юғалыу ҡурҡынысы” булған тел тип һаналған телдәрҙең береһе. Милләтебезҙең югалмауы, телебеҙҙең үҫеүе беҙҙең ҡулда. Башҡорт телендә аралашабыҙ икән, тимәк, башҡорт милләте яшәй, үҫә.
Телде һаҡлау йәһәтенән 2016 йылдың 22 мартында раҫланған ҡарар менән Башҡортостанда 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип билдәләнелә башланы.
Ә хәҙергә беҙҙең илдә, үкенескә күрә, балаларҙың туған телендә белем алыуы ниндәйҙер законға түгел, тик ата-әсәләрҙең мөнәсәбәтенә бәйле. Әгәр балаларын матди яҡтан ғына бай булып йәшәһен тип маҡсат ҡуялар икән – уларҙы туған телендә уҡытыу мөһим тип һанамайҙар; сөнки күп итеп аҡса эшләү өсөн ниндәй телдә һөйләшһәң дә барыбер. Ә кемдәр балаларының ижад кешеһе булыуын, кеше булараҡ үҫеүен, был тормошта үҙ урынын табыуын маҡсат итеп ҡуя, ундай ата-әсә өсөн туған теле – белем һәм тәрбиә биреү ҡоралы, улар уны күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләй, һаҡлай һәм һаҡлаясаҡ.
Матур башҡорт телен онотмайыҡ, үҙ телебеҙҙә һөйләшәйек. Туған тел донъяла иң ҡиммәтле хазина , шуға уны өйрәнәйек һәм һаҡлайыҡ.
Аҡһаҡалдар аҡылындай хаҡлыҡ теле,
Сабыйҙарҙың сафлығындай намыҫ телем,
Атам теле, әсәм теле, сәсән теле-
Уралымдай йәшә мәңге, башҡорт теле!
(К.Аралбай)
Үҙемдең эссемде Рәми Ғарипов шиғыры менән тамамлайһым килә.
Эй, таш булма, таш булма
Аң ғына бул телеңә.
Аң булмайса, тун булһаң.
Бер имгәк һин иленә.