Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / "Ҡыш дауам итә" темаһына дәрес, 8 класс

"Ҡыш дауам итә" темаһына дәрес, 8 класс



Осталось всего 2 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


Хөрмәтле коллегалар!

Һеҙгә тәҡдим ителгән «Ҡыш дауам итә» темаһына (8 класс, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе синыфтар өсөн) дәрес конспекты махсус (коррекцион) белем биреү учреждениеларының VII төрөндә уҡыусыларға тәғәйенләнгән. VII төр махсус (коррекцион) мәктәптәрҙә уҡыуҙа төрлө кимәлдәге ауырлыҡтар тойған, психик үҫешендә тотҡарлыҡтары (ЗПР) булған балалар белем ала. Уҡытыу-тәрбиә эшенең төп маҡсаты ундай балаларҙы тормошҡа әҙерләргә, психик һәм физик үҫешендәге проблемаларҙы төҙәтергә, коррекцияға йүнәлтелгән. Шуға ла дәрестә төрлө кимәлдәге коррекцион күнегеүҙәр алына һәм улар иғтибарҙы үҫтереүгә, хәтерҙе нығытыуға, телмәрҙе байытыуға булышлыҡ итә.
Дөйөм алғанда, ошо конпектта махсус (коррекцион) мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен үткәреү үҙенсәлектәрен күрһәтелгән.


«Башҡорт теле» предметы буйынса дәрес конспекты


Класс: 8 (VII төр-вид).

Тема: Ҡыш дауам итә.

Маҡсат: башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

Бурыстар:

  1. Коррекцион: ҡыш миҙгеле буйынса башҡортса һөйләшеү, хәтерҙе нығытыу, фекерләүҙе үҫтереү.

  2. Белем биреүсе: яңы һүҙҙәрҙе, лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, Яңы йыл байрамының тарихы менән таныштырыу.

  3. Тәрбиәүи: үҙаллылыҡ тәрбиәләү, ҡыш миҙгеленең матурлығын күрә белергә, һоҡланырға өйрәтеү.

Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.

Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу алымдары.

Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.

Предмет буйынса һөҙөмтәләр: ҡыш тураһында яңы һүҙҙәр, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, ҡабатлау, башҡортса текстар төҙөргә һәм тасуири уҡырға өйрәнеү.

Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.

Шәхси һөҙөмтәләр: ҡыш миҙгеленең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.

Предмет - ара бәйләнеш: әҙәбиәт, мәҙәниәт, һынлы сәнғәт.

Принциптар: коррекцион, теория һәм практика берлеге, эҙмә-эҙлеклелек.

Яңы термин-төшөнсәләр: ябалаҡлап ҡар яуа, буранлы һауа, ҡышын, ҡышҡы, Яңы йыл байрамы, ҡотлау, бүләк.

Ҡулланылған сығанаҡтар:

-төп: дәреслек «Башҡорт теле», 8 класс. Авторҙары: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Өфө, «Китап» - 2008.

-өҫтәлмә: презентация.

Йыһазландырыу: компьютер, скайп, төп дәреслек.


Дәрестең киңәйтелгән план-конспекты

  1. Психологик инеш. Психологик кәйеф шарттары булдырыу.

  • Һаумыһығыҙ! Бөгөнгө дәресте башлар алдынан, мин һеҙгә һүрәттәр ҡарарға тәҡдим итер инем (слайд 1).


http://islam.ru/sites/default/files/img/veroeshenie/2011/12/zima_0.jpg



http://friendshousemoscow.org/wp-content/uploads/Russian_Winter_Nikifor_Krylov.jpg



http://www.sunhome.ru/UsersGallery/wallpapers/19/zima_novii_god_kartinki.jpg


  • Был һүрәттәрҙә ниндәй миҙгел күрһәтелгән? Ниндәй кәйеф тыуҙыра улар һеҙҙә? Ҡыш һеҙгә оҡшаймы?


2. Дәрестең темаһын асыҡлау. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.

-Ошо һүрәттәрҙе ҡарғандан һуң, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икәнлеген асыҡлағыҙ. Дәрестең темаһы ниндәй?


3.Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү.

-Эйе, беҙ бөгөн ҡыш тураһында һөйләшербеҙ, яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ, ҡыштың матурлығын күрергә өйрәнербеҙ.

Ҡыш тураһында бик күп шиғырҙар бар, мин һеҙгә Ғ.Туҡайҙың шиғырын уҡырға тәҡдим итер инем.


4.Фонетик-артикуляцион күнегеү (слайд 2):

Аҡ ҡар баҫҡан яланды,
Ҡураларҙы, соланды.
Ябалаҡлап ҡар яуа,
Бөгөн буранлы һауа.
Ғ.Туҡай.

  • Ошо шиғырға әле ҡараған һүрәттәрҙең ҡайһы тура килә? Ни өсөн 1-се һүрәт тип уйлайһығыҙ?

  • Шиғыр бер нисә тапҡыр төрлө алымдар менән уҡыла, һүҙлек эше үткәрелә.


5.Теманы үҙләштереү буйынса эштәр ойоштороу.

- Бөгөн беҙ дәрестә ошондай һүҙҙәрҙе йыш ҡулланырбыҙ. Әйҙәгеҙ, яңы һүҙҙәр менән танышып үтәйек, ҡабатлайыҡ, дөрөҫ әйтергә өйрәнәйек (слайд 3).

Һүҙлек эше:

ҡыш – зима
ҡышын – зимой
ҡышҡы - зимний
аҡ – белый
ҡар – снег
боҙ - лед
Яңы йыл – Новый год
Ҡыш бабай – Дед Мороз
Ҡарһылыу – Снегурочка


-Ә хәҙер «Кемдең хәтере шәп?» уйынын үткәрәйек (слайд 4). Мин һеҙгә ошо һүҙҙәрҙең бер нисәүһен генә күрһәтәм, ә һеҙгә төшөп ҡалған, юғалғандарын әйтергә кәрәк буласаҡ. (Уйын үткәрелә, һығымта эшләнә.)


Әйҙәгеҙ, ҡышҡы урманға «сәйәхәт» ҡылып алайыҡ. Һүрәт ҡарау (слайд 5).

http://www.bankoboev.ru/images/MzcwNjY2/Bankoboev.Ru_zima_v_derevne.jpg


  • Был һүрәт һеҙгә оҡшаймы? Ниндәй кәйеф тыуҙыра? Ни өсөн?

  • Был һүрәтте тасуирлау өсөн бер нисә һүҙбәйләнеш тәҡдим ителгән, тик уларҙың араһында артыҡ, кәрәкмәгәндәре лә бар. Шуға ла, әйҙәгеҙ, «Артыҡ һүҙҙе тап» тигән уйын уйнап алайыҡ!


«Артыҡ һүҙҙе тап» уйыны.

Шарты: һүрәт буйынса тап килмәгән һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү.

Ҡыш етте, аҡ ҡар, ҡышҡы урман, ҡояшлы көн, һалҡын ел, һыуыҡ көн, ҡар яуа, саф һауа, буран уйнай.

- һығымта эшләнә, тап килгән һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөү кеүек эштәр үткәрелә.


6. Практик эштәр башҡарыу.

- Ә хәҙер дәреслек буйынса күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

180-се күнегеү (90-сы бит). Бында нимә эшләргә әйтелә? Нөктәләр урынына тейешле ай исемдәрен ҡуйып яҙырға кәрәк.

-1-се миҫалды бергәләп эшләү, аңлатыу:

1.Тышта февраль уйнап йөрөй,

Сана шыуыр буранда.

-2-4-се миҫалдарҙы уҙ аллы башҡарыу;

-күнегеүҙе тикшереү (слайд 6):

2.Июль ҡояшта ҡыҙына,

Һыу инергә ярата.

3.Сентябрь дуҫ сумка тотоп

Мәктәпкә китте.

4.Октябрь оҙатып ҡала

Ситкә киткән ҡоштарҙы.

- Һәр ай исемен нисек, ниндәй терәк-һүҙҙәр буйынса билдәләнегеҙ? Ауыр булдымы?

-Һығымта эшләү: һәр миҫалда ай исемдәрен билдәләгәндә уларҙың үҙенсәлеген күрһәткән терәк-һүҙҙәргә иғтибар итергә кәрәк.


7.Телмәр үҫтереү өсөн күнегеү.

-Дәреслектән (91-се бит) Яңы йыл байрамы тураһында текст буйынса эш ойоштороу (слайд 7):

- һүҙлек эше үткәреү;

- текст уҡыр алдынан проблемалы һорау ҡуйыу: һеҙҙең өсөн Яңы йыл ниндәй байрам?

- тексты «сылбырлы» уҡыу;

- һорауҙарға яуап биреү;

-Яңы йыл байрамы тураһында әңгәмә ҡороу, ҡотлау яҙыу (слайд 8).


8.Рефлексия.

Һөйләмдәрҙе дауам итеп, үҙегеҙҙең эшмәкәрлеккә анализ бирегеҙ (слайд 9):

-Бөгөн дәрестә минең кәйефем (күтәренке/моңһоу, бойоҡ) булды. Миңә уҡыу материалы (ауыр/еңел) бирелде. Дәрес миңә (оҡшаны/оҡшаманы).



9. Дәресте йомғаҡлау. Уҡыусыларҙы баһалау. Өйгә эш буйынса инструктаж үткәреү. Дөйөм һығымта эшләү.



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 01.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров73
Номер материала ДВ-403107
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх