Инфоурок Всеобщая история СтатьиИсследовательская работа "Моя семья в Великой Отечественной войне - Юлгильдины"

Исследовательская работа "Моя семья в Великой Отечественной войне - Юлгильдины"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы

муниципаль мәғариф бюджет учрежденияһы

 “Юлдыбай   урта дөйөм биреү мәктәбе” филиалы

 “Ҡашҡар төп дөйөм белем биреү биреү мәктәбе ’’

 

 

 

 

 

 

 

«Бөйөк Ватан һуғышында минең ғаиләм» район конкурсына

 

“БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ЮЛГИЛДИНДАР”  

темаһына эҙләнеү эше

                                                                                 

 

 

Башҡарҙы : Юлгилдина Н.У., 

8 класс уҡыусыһы

Етәксеһе : Алғошаев  Р.С.,

тарих  уҡытыусыһы

 

 

2018

Дүрт йылға һуҙылған Бөйөк Ватан  Һуғышы1945 йылдың 9майында фашистар Германияһын еңеү менән тамамланды.

Эйе, 1945 йылдың Еңеү яҙы йылдан-йыл алыҫая ,ҡәһәрле һуғыш яралары уңая бара кеүек .Әммә ул утлы йылдарҙа,бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып барған ҡанлы яу шаһиттары ла,  “Бөтәһелә Еңеү өсөн !”, тип ут йотоп , күтәрелмәҫлек ауырлыҡтарҙы күтәргән тыл хеҙмәтсәндәре лә халыҡ хәтеренән мәңге юйыласаҡ түгел.

Бөйөк Еңеү бер яҡтан, оло шатлыҡтар тыуҙырһа, тыныс ирекле тормош шарттарына күсеүҙе аңлатһа, икенсе яҡтан, шул миллионлаған  ҡорбандар,халыҡ хужалығының  емрелгән-ҡыйралған булыуы оло ҡайғылар, алда торор ауырлыҡтар тураһында һөйләй. Емрелгән ҡалаларҙы төҙөкләндереү, яндырылған ауылдарҙы тергеҙеү, халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу шарттарында һуғыштан һуңғы йылдар шаҡтай ауырға тура килә, әммә еңеүсе халыҡ, яу утынан иҫән сығып,йорт –ерҙәренә ҡайтҡан яугирҙар,тыныс тормошҡа ҡыуанып танһыҡланғ.ан эшкә ең һыҙғанып тотона .

Бөйөк Ватан һуғышына еңеүҙең 73 йыллығы алдынан беҙ олатайҙарымдың яҙмышына ,фронттағы алыштарҙа нисек ҡатнашыуҙарына  асыҡлыҡ индерергә  булдыҡ .Ошо маҡсатта   өлкәндәрҙән ,Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының туғандары Хәмдиә һәм Нәғимә инәй Юлгилдиналарҙан белешә башланыҡ .

Хәмдиә инәй Юлгилдинаның һөйләүҙәре буйынса ,1941 йылда Исҡужа ауылы Ташлы тау менән Йылайыр йылғаһының уртаһында урынлашҡан бәләкәй генә ауыл була.   Был ауылда эшкә уңған,эшсән кешеләр йәшәгән ,улар иген сәскәндәр, йылғаларҙа тирмә  төҙөгәндәр.Ауылдаштар алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып,киләсәккә ышаныс менән йәшәгәндәр .

1941йылда,яландарҙа эш ҡайнағанда ,”Һуғыш башланған “ тигән хәбәр алалар.Барлыҡ ауылдың  ир-егеттәре йыйын үткәреп ,фекер алышалар.

Һуғыш башланған! тигән хәбәр Юлгильдиндарҙың ғаилһен дә урап үтмәй .Был яңылыҡты Ғөлбәғиҙә һәм Әфләтүн  Юлгилдиндар ҙа ауыр кисерә ,сөнки уларҙың ғаиләһендә үҫеп еткән баллар бар ине.

Хәмдиә инәй үҙе лә тыл ветераны .Шул ваҡытта нисек йәшәгәндәрен ,нимә менән шөғөлләнгәндәрен ул һөйләне:”1941 йылдың июнендә беҙ ҡырҙа яланда эштә инек.Һуғыш тураһында хәбәр алғас та ауылға ҡайттыҡ .Барлыҡ ир-егеттәр ,аттар фронтҡа киттеләр .Бөтә эш тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡалды.Беҙ,10-12 йәшлек үҫмерҙәр ,урманда ағас әҙерләнек ,ауылға алып ҡайттыҡ ,ҡул бысҡыһы менән ағас бысып ,ярып  ,фронтҡа хәрби техникаға яғыулыҡҡа ебәрә инек .

Әфләтүн менән Ғөлбәғиҙәнең ғаиләһендә (минең ҡарт ҡартатайым менән карт ҡартәсәйем) 7 бала ине 5 улы (Ирғәле,Әхмаҙей,Маһәҙей,Әхмәҙулла һәм Ҡотдос)һәм 2 ҡыҙ (Хәкимә менән Кәримә)

 Әхмәҙей ғаиләлә икенсе бала .Ул 1922йылда Исҡужа ауылында донъяға килә.

Бәләкәй сағынан уҡ тыныс холоҡло ,әҙәпле малай була . Башланғыс белемде тыуған ауылында ала ,артабан Матрай районы Юлдыбай ауылында етенсе синыфты тамамлай .Был мәктәп колхоз урамындағы тимер ҡыйыҡлы йортта урынлашҡан була.” Беҙ,Исҡужа малайҙары ,яҙлы-көҙлө йәйәү йөрөп уҡыныҡ ,ҡыш айҙарында ғына интернатҡа ята торғайныҡ”,­- тип хатерләй торғайны Хәмзә олатай Юлгильдин .Ул  ваҡытта районда Һабырҙа ғына мәктәп була һәм үҫмергә унда уҡырға тура килә.

Урта белемгә эйә булғас ,Әхмәҙей икенсе бригадала бригадир ,хисапсы булып эшләй башлай .Тыуған илебеҙгә фашистик Германия һөжүм иткәс бөтә халыҡтың яҙмышы һәм киләсәкка ҡорған уй-ниәттәре юҡҡа сыға,селпәрәмә килә.Һуғыш ,ил һәм халыҡтар алдына бөтөнләй башҡа бурыс ҡуя :яуыз дошманды еңеп сығыу .Үҙе кеүек мыйыҡһыҙ егеттәр менән бергә Әхмәҙей ҙә 1941 йылдың көҙөндә иңенә хәрби шинель һала .22ноябрҙә ул беренсе хатын яҙа.Унда ул ҡыҙыл армиясыларҙың Әлкәнән Куйбышевҡа килеүҙәрен хәбәр итә.Ошо көндән алып 1942  йылдың 28 сентябрендә яҙған хатында ул түбәндәгеләрҙе хәбәр итә :

“Һаумы атай !Һиңә фронттан ҡайнар ҡыҙыл армиясы сәләмен ебәрәм.Әхмәҙуллаға ла сәләм тапшыр .Шулай уҡ Кәримә һәм Хәкимә һеңлеләремә сәләмемде күндерәм .Әбделхалик ,Маннаф ,Фазылйән ағайҙарҙың  ғаиләләренә лә күп сәләм...

Беҙ бында килеп бик яҡшы урынлаштыҡ .Бөтә шарттар ҙа бар. Көн һайын мунса яғалар,өҫ-башты алмаштырып торабыҙ .Барыбыҙҙың да яңы  хәрби кейем ,яҡшы ашаталар.Уҡыу ҙа яҡшы ғына бара .

Мин Ирғәле һәм Сәғит ҡустыларҙан ике хат алғайным .Улар фронтҡа китеп барышлай яҙғандар .Ә һеҙҙән бер тапҡыр ҙа  хат алғаным юҡ .Әхмәҙей был хатты үҙе сержант булып уҡып йөрөгәндә Ҡарлуға ҡалаһынан ебәргән .

1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың 8 февраленә тиклем ул Ҡарлуғала була,12февралдә яҙған хатында ул Ҡарлуғанан килеүҙәре , февралдә  тәғәйен урынға барып етеүҙәрен ,ә 11февралдә уны пулемет ротаһына командир итеп билдәләүҙәре тураһында яҙа.Адресында яҙып ебәргән :”1531П/р.135. Юлгильдин Әхмәҙей Әфләтүн улына.”

 1943 йылдың 16 июлендә ағаһы Ирғәлегә яҙған хатында тубәндәгеләрҙе яҙа:

“Һаумы ҡәҙерле ағайым !”

Минән,ҡайнар фронт коммунистары сәләмен һәм тормошоңда именлек теләген ҡабул итеп ал . Үҙемдең һәм  иптәштәремдең иҫән-һау булыуҙарыбыҙҙы хәбәр итәм .Элекке урында торабыҙ әле .Бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ .Хатты йышыраҡ яҙығыҙ .Тыуғандарҙан килгән хаттарға нисек ҡыуанғанды ,улар аша һеҙҙең тормошоғоҙҙо,хәлегеҙҙе белеүебеҙҙе  үҙегеҙ  беләһегеҙ  бит .Башҡа яҙыр һүҙем юҡ.Һеҙгә иң изге теләктәремде юллайым Бөтә туғандарға ауылдаштарға ла сәләм.Сәләм менән Әхмәҙей ағайығыҙ.”

Хаттан күренеүсә ,Әхмәҙей коммунистар партияһы сафына ҡабул ителгән булған.

1943 йылдың 11 авгусында ул ҡустыһы Әхмәҙуллаға хат яҙа һәм уға ҡушып 2-се пулемет ротаһының 1-взодында үҙе төҙөгән отчет ҡағыҙын да ебәрә.

1943 йылдың 12 авгусында яҙылған хатында көслө һуғыш тураһында хәбәр итә. Сомолеттарҙың осоуын бал ҡорттарының күсе менән тиңләй .Бомбалар геүләүен ,снарядтар шартлауын күк күкрәүе менән сағыштыра.

“Беҙҙең истребителдар тиҫтәләгән немец самолетын юҡ итте,- тип яҙа ул –Бомбордировшиктар немец һәм уларҙың танкалары урынлашҡан ерҙәргә һөжөм яһанылар .Шулай итеп ,тиҫтәләгән ауыл азат ителде.Беҙҙең йәйләүлеләр алға бара,дошман сигенә .

Сәлә`м менән ағайығыҙ Әхмәҙей.

1943 йылдың  20 сентябрендә ул яңынан хат яҙа.Хатында яраланыуын һәм   госпиталдә ятыуы тураһында яҙа.Хатының аҙағында барыһына ла сәләмәтлек ,бәхет теләй .Был Әхмәҙейең һуңғы хаты була.

Мәһәҙей Әфләтун улы Юлгилдин ,Әфләтундың өсөнсө улы.Ул 1924 йылда донъяға килә .Бала сағынан ул бик шаян һәм асыҡ  малай  буып үҫә,эш һөйәр  була .Әхмәҙейҙе фронтҡа алғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс Мәһәҙей ҙә фронтҡа алына .

Ғаилә архивында Маһәҙейҙең бер генә хаты һаҡланған   .Ул 1943 йылдың 4 ғинуарында яҙылған. Хатында ул бөтә яҡын туғандарына күп сәләмдәр ебәрә һәм үҙенең Борселонда сержанттар мәктәбен тамамлауын хәбәр итә.Әхмәҙейҙә ағаһының ҡайҙа хеҙмәт итеуе менән дә ҡыҙыҡһына ул.

Уның хат- хәбәре башҡа һаҡланмаған.Бары тик архив сығанаҡтарынан ғына беҙ уның 1944 йылдың  4 майында Турде округының Комогинети ауылынан төнъяҡ-көнсығышҡараҡ 567-се ҡалҡыулыҡта һәләк булыуын ғына беләбеҙ.

Юлгилдиндарҙың дүртенсе улы Әхмәҙулла  1927 йылда донъяға килә.Уның йәше тулғас 1943 йылдың октябрендә фронтҡа алына  .Һәм Магнитагорск ҡалаһына ФЗО-ға ебәрелә.Улар унда  һуғыштан боҙолоп килгән танкаларҙы ремонтлайҙар.Әхмәҙулла ФЗО-ла 7 йыл  буйы эшләй һәм 1950 йылда хәбәрһеҙ юғала . Әхмәҙулланың ике хаты һаҡланған . Хаттарында ул нисек итеп ҡоралдар етештереүе тураһында яҙа . Тормош шарттары насар булыуы арҡаһында уның  сәләмәтлеге ҡаҡшай .

Лейтенант Әхмәҙей, сержант Мәһәҙей һәм хеҙмәт вәкиле Әхмәҙулланың фронттан яҙған өс мөйөш хаттары беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булғандыр...

1983 йылға тиклем яугирҙарҙың әсәһе Ғөлбәғиҙә ағас һандығында күҙ ҡараһындай куреп ,ҡәҙерләп һаҡлаған .Шуның менән бергә ул балаларының иҫән һау булыуына һәм ҡасан да бер ҡайтып инерҙәренә өмөтөн юғалтмай.Ай-һай ауыр булғандыр уға көтөүҙәре!

Артабан әлеге хаттарҙы апалы-һеңлеле Хәкимә һәм Кәримә һаҡлауы асыҡланды. Ағайҙарының иҫтәлеген егерме йылдан ашыу ҡәҙерләп тотҡандар улар.

Фронттан килгән хаттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтыҡ баҡтиһәң,хаттарҙа фронтовиктарҙың үҙҙәре тураһында һөйләүсе бик ҡыҙыҡлы материалдар һаҡланған икән.Уларҙың ҡайһылары махсус биттәргә,төрлө ҡағыҙ киҫәктәренә ябай ҡәләм ,ҡара менән урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яҙылған.Был ҡиммәтле документтарға тулҡынланып ,һаҡлыҡ менән генә ҡағылдыҡ. Беҙгә билдәһеҙ булған күпме сер һаҡлана уларҙа !?Фронтовик ҡулдары менән яҙылған хаттар уларҙың үҙҙәре ,яҡташтары тураһында бик күп йылы хәтирәләр һаҡлай.Хаттарҙы уҡып сыҡҡас беҙ яугирҙарҙың үҙҙәрен күҙалдағандай булдыҡ,уларға ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе.

Күпме генә көтмәһен, әсәһе балаларын көтөп ала алмай .Өс улы ла ҡайтмай уның .Улдарының төҫө итеп һаҡлай әсә уларҙың хаттарын .

Ғөлбәғиҙәнең ире Әфләтүн ҡарт һуғышҡа бармай ҡала , сөнки ул Беренсе Бөтә Донъя һуғышында ҡатнашып, ҙур яра алып ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас ,Әфләтүндең аяғындағы ҙур яраһы боҙола  һәм госпиталгә  ята. .Госпиталдә ятҡан сағында уның аяғын киҫеп алалар һәм аяҡ урынына ағастан  “ағас аяҡ” ҡуйып ҡайтаралар .Ғәрип булғаны өсөн уны һуғышҡа алмайҙар , ул ауылда үҙҙәренең өй артында урынлашҡан бәләкәй генә өйҙә туғын бөгә .

 Мине олатайһыҙ, башҡа балаларзың да шул бәхетен тартып алыусы ул,һуғыш. Шуға күрә алмайым мин һуғышты ! Әллә күпме ваҡыт айырып торһа ла , һаманда ҡара  күләгә һымаҡ арттан эйәрә. Шулай  дүрт бер туған төрлө ваҡытта һуғышҡа китә . Уларҙың берәуенә генә  тыуған  яғына әйләнеп ҡайтырға насип була ,ә ҡалғандарының исемдәре тик “Хәтер китабында” ғына һаҡлана .Юлгилдиндарҙың Һуғыштан тере ҡайтҡан бер бөртөк улдары Ирғәле .

 

Ул 1909 йылдың 14 февралендә Исҡужа ауылында донъяға килә . Ирғәле ауыр һуғыш юлдарын яраланып ҡайта һәм Ейәнсура районы һылыуы Ғәзизә Рәхмәтулла  ҡыҙын кәләшлеккә ала . Ғәзизә менән Ирғәле туғыҙ бала тәрбиәләп  үҫтерә . Өләсәйем тыл ветераны. Ул һуғыш ваҡытында баҫыуҙарҙа трактор менән ер һөргән .

Фронтта ,алыҫ тылда,тиҙерәк һуғыштың тамамланыуын түҙемһеҙлек менән  көтөп, “Еңеү өсөн “ ,”Ватан өсөн” кеүек лозунгылар  менән ат өҫтөндә ҡылыс күтәреп ,немец танкыларына ҡаршы сапҡан,ҡот осҡос ғәрәсәтте еңеп сыҡҡан батырҙарыбыҙға дан йырлай-йырлай ,өҫтәренә снаряд-пулялар  яуып тороуына риза булып ,бөтә ауырлыҡтарға түҙеп,үҙ күңелдәрен  үҙҙәре йыуатып эшләнеләр һәм йәшәйҙәр. Ә бит   әле генә һуғыш тамамланыу менән дә етеш тормош күрмәй улар ,әммә күңелдәре тыныслыҡ тапты ,шуныһы ҡиммәтле.

Ана шул ауыр замандарҙа өҫтәре кейемгә,тамаҡтары ашҡа туймаған  осорҙарҙа бергә берга кисергән тыл хеҙмәтсәндәре-өләсәй-инәйҙәр ,күбеһе был яҡты донъяла юҡ та  инде .Ҡартатайым бынан 30 йыл элек гүр эйәһе булһа ,картәсәем 2009 йылдың август айында беҙҙе ташлап ҡартатайым янына китеп барҙы .

Шул ауыр замандарҙа аслы-туҡлы лы эшләп сыныҡҡан ,олоғайған көндәрендә балаларының һәм хөкүмәтебеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп,мул тормошта йәшәп ятыусы тыл батырҙарына,туғандарыбыҙға шатлыҡ-ҡыуаныстар теләр инем. Барыбыҙға ла Еңеү байрамын имен-һау ҡаршыларға яҙһын. Байрамдар килеп торһон ,тормошобоҙ имен-аман торһон , ә олатайҙарым күргән  ауыр заман тарих биттәрендә генә тороп ҡалһын.

 

 

 

Ҡулланма материалдар:

1.     Ғаилә архивынан алынды.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа "Моя семья в Великой Отечественной войне - Юлгильдины""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Интернет-маркетолог

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 865 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Презентация по истории России "Русские художники 19 века. В.А. Тропинин" (9 класс)
  • Учебник: «История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.
  • Тема: Культурное пространство империи в первой половине XIX в.: художественная культура народов России
  • 05.04.2018
  • 1021
  • 8
«История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.
Презентация по истории России "Русские художники 19 века. О.А. Кипренский" (9 класс)
  • Учебник: «История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.
  • Тема: Культурное пространство империи во второй половине XIX в.: художественная культура народов России
  • 05.04.2018
  • 936
  • 4
«История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.
Презентация по истории России "Русские художники 19 века. К.П. Брюллов" (9 класс)
  • Учебник: «История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.
  • Тема: Культурное пространство империи в первой половине XIX в.: художественная культура народов России
  • 05.04.2018
  • 886
  • 1
«История России (в 2 частях)», Арсентьев Н.М., Данилов А.А., Левандовский А.А. и др./ Под ред. Торкунова А.В.

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.04.2018 482
    • DOCX 611.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Алгушаев Рафик Самигуллович. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Алгушаев Рафик Самигуллович
    Алгушаев Рафик Самигуллович
    • На сайте: 6 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3448
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по истории в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 39 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 111 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к проведению ВПР в рамках мониторинга качества образования обучающихся по учебному предмету "История" в условиях реализации ФГОС ООО

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 86 человек из 40 регионов
  • Этот курс уже прошли 540 человек

Курс повышения квалификации

Федеральный государственный образовательный стандарт ООО и СОО по истории: требования к современному уроку

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 153 человека из 52 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 278 человек

Мини-курс

Общественные движения и организации

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Карьера и развитие в современном мире

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Инновационные технологии в краеведческой и географической работе со школьниками: применение туристических приемов для эффективного обучения

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе