Инфоурок Другое Другие методич. материалыИсследовательская работа на тему "Шишмәләр"

Исследовательская работа на тему "Шишмәләр"

Скачать материал

 

 

 

 

Борай районы урта  дөйөм белем биреү МБУ                                                                       “Борай 1-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе”

 

 

 

 

 

 

 

 

“ Ауылым шишмәләре”

эҙләнеү эше

 

 

 

 

 

 

Эште башҡарҙы: 6 а класс уҡыусыһы

 Хәсәнова З.

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 Фазулова Г.Ә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Борай-2015

 

 

 

Эҙләнеү эштең маҡсаты: Ауылыбыҙҙағы һәм тирә-яҡ ауылдарҙағы шишмәләр тураһында мәғлүмәт туплау.

Эҙләнеү эштең бурыстары:

      шишмәләр тураһында мәғлүмәт туплау;

      райондағы шишмәләрҙе барлау, уларҙың әһәмиәтенә төшөнөү;

      булдырылған мәғлүмәт менән эш итә белеү (эҙләнеү эштәре алып барыу, мәғлүмәт туплау, уларҙы бер ҡалыпка һалыу);

Эҙләнеү эшенең объекты: Борай районы шишмәләре.

Эшсәнлекте тормошҡа ашырыу формалары:

- һораштырыуҙар үткәреү, экскурсияләргә барыу, өлкән быуын вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреү, фотоматериалдар әҙерләү.

Көтөлгән һөҙөмтә:

      шишмәләрҙең әһәмиәтен аңлау, уларҙы торғоҙоу эшенә өлкәндәрҙе этәреү, уларға һаҡсыл ҡараш булдырыу

      шишмәләргә бәйле милли гөрөф – ғәҙәттәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныу уятыу;

      коммуникатив белемдәр булдырыу, мәғлүмәттәр менән эшләй белеү, эш аралығын һәм ваҡытты ойоштора белеү, үҙ мөмкинлектәреңде бәйәләй белеү.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йөкмәткеһе

 

I.       Инеү өлөшө                                                                               1 бит

II.      Шишмәләрҙең әһәмиәте                                                         1 бит

III.     Тарихтан                                                                                    2-3 бит

IV.    Шишмәгә бәйле йолалар                                                        4-7 бит

V.      Экологик проблемалар                                                           8-11 бит

VI.     Ауылым шишмәләре                                                              12-16 бит

VII.   Тикшереү һөҙөмтәләре                                                            17 бит

VIII.  Йомғаҡлау.                                                                                18 бит

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Һеҙгә яҙмыш шишмәләтә биргән

Оло мөхәббәтен Алланың.

 

Ер йөҙөндә мәңгелек ҡиммәттәр бар. Шундай ҡиммәттәрҙең береһе, һисшикһеҙ, шишмәләребеҙҙер. Кеше ғүмер буйы уларҙың сихри көсөнә табынған, уларҙан көс алған. Һыу – музыка бит ул. Ниндәй генә тауыштарҙы йәшереп һаҡламай һыу үҙендә.  Көмөш сулпылар сылтырауы ла,  еҙ ҡыңғырау сыңы ла бар ул тауыштар араһында. Урманда, баҫыуҙарҙа, яландарҙа йөрөп һыуһағас, сылтырап аҡҡан шишмә буйынса килеп сыҡһаң, һыуҙың таҙалығын  ҡарап, уның ерҙән бәреп сығыуын күреп, һүҙһеҙ ҡалып тораһың. Ә уның һыуын татып ҡарағас, ниндәй һалҡын, ниндәй тәмле икәнен тояһың.  Ауылда тыуып үҫеп ситтә йәшәгән кеше һәр ваҡыт тыуған ерен иҫкә төшөрә. Ҡуш услап тәмле һыуын эскән, бала саҡтан уҡ күңеленә моңло йыры менән кереп урынлашҡан таныш шишмәһен күз алдына килтерә. Уны тыуған еренә селтерәп аҡҡан шул шишмәләр тарта.

 

Шишмәләрҙең әһәмиәте

 

        Шишмәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. Халыҡ шишмәләрҙе бик ҙурлай. Был тиккә генә түгел. Беҙ көн һайын сәй ҡайната, аш бешерә, йыуына һәм ҡойона торған ошо ғәп-ғәҙи һыуҙың иҫкиткес ғәжәйеп яҡтары, тылсымлы сифаттары бар. Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын булған дәрәжәлә оҙон ғүмерле ул һыу! Беҙ иртән тороп битте йыуа йәки анһат ҡына эсеп ебәрә торған ошо төҫһөҙ һыйыҡсала 60тан артыҡ химик элемент бар тиҙәр. Һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Кеше ашамайса аҙналар буйы тора ала. Әммә һыуһыҙ бер нисә көнгә лә түҙә алмай. Әгәр кеше тәнендәге һыуҙың  ундан бер өлөшө генә кимеһә лә, уның хәле насарлана, тиҙәр ғалимдар. Бына бит һыуҙа ниндәй тылсымлы көс бар. Шишмәләргә кешеләр боронғо замандарҙан уҡ табынып йәшәгәндәр.Шишмә һыуҙарын эсеп дауаланғандар. Шишмәләр янында кешеләр сафланып, таҙарып киткәндәй була. Һыуҙағы мөғжизә бер нимә менән дә сағыштырыла алмай. Күҙ тигән һәм ауырған кешеләрҙе таң һыуы алып ҡойондора торған ғәҙәт тә һыуҙың илаһи көсө тураһында һөйләй.

 

Тарихтан

            Һыу тураһында мәғлүмәт элек-электән бар. Кеше заты яралғансы ер шарында шишмәләр күптән ергә үҙ юлдарын ярған.

Бына Ҡөрьән тәфсиренең  37-се Саффат  сүрәһендә ошолай тип әйтелгән:

       40. Ихластан иманлы булған кешеләр язаланмаҫ. (41) Улар өсөн мәғлүм йәннәт ниғмәттәре әҙерләнгән. (42) (Йәннәт әһелдәре) төрлө ләззәтле еләк-емеш ашап, нәфселәрен теләгәнсә ҡәнәғәтләндерерлек дәрәжәлә мәртәбәлә (хөрмәттә) булырҙар. (43) Ниғмәт тулы йәннәттәрҙәге (44) ҡапма-ҡаршы урынлаштырылған ҡултыҡсалы урындыҡтарға ултырып торғанда, (45) уларҙың һәр береһенә туҫтаҡтарға (ҡасаларға) һалынған саф шишмә һыуы өләшеп йөрөрҙәр. (46) Ап-аҡ, үтә күренмәле, бәллүр кеүек саф эсемлектәрҙе татығандар сикһеҙ ләззәт алыр. (47) Уны эскәндәрҙең башы ла ауыртмаҫ, улар иҫермәҫтәр ҙә. (48) Уларҙың янында оялсан ҡарашлы, ҙур күҙле ҡатындар булыр. (49) Уларҙың йөҙө Ҡояш нурына күрһәтмәйенсә һаҡланған (тәүә ҡошоноң) йомортҡаһы кеүек ап-аҡ төҫтә булыр.


                 Нисәмә йылдар, ниндәй йылдар – быуаттар, элек ижад ителгән “Урал-батыр” эпосында ла шишмә телгә алына, уның мөғжизәле тәъҫире тураһында яҙыла:


Үлем тигән яуыз ул,

Күҙгә һис тә күренмәй,

Килгәне һис тә беленмәй

Йәшәй торған януар ул.

Уға тик бер сара бар:

Дейеү батша ерендә

Әйтәләр, бер шишмә бар ти.

һыу эсһә кеше,

Һис тә үлмәй йәшәй, ти,

Үлемгә бирешмәй, ти.



           Ата-бабаларымды, тамырымды юллағанда мин ошондай ваҡиғаға тап булдым. Минең олатайым Әбделвәли 1700 йылдарҙа йәшәгән. Ул бик ғәҙел кеше булған, атаһының аманатын онотмай, яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан.

Олатайым ауылды  уаба  сирҙәренән һаҡлар өсөн  доғаларын ҡысҡырып уҡып йөрөгән сағында, ниндәйҙер һыуға тап булған. Уны тәмләп ҡараһа - бигерәк тә тәмле һыу икән. Шунан ул , ауыл  халҡын йыйып, ошо шишмәне таҙарттырған, күпер һалып, уның юлын астыртҡан, буралатҡан.  Шунан башлап,  ошо көндәрғә тиклем, тирә-яҡ кешеләре  шишмәгә юлын өҙмәй, һыуҙың  шифаһын тоя.  Изгелек ит тә, һыуға һал – халыҡ белер, тип ҡабатларға яратҡан ул. Ысынлап та,үҙе үлгәндән һуң  да  ауылда уның тураһында гел яҡшы һүҙҙәр генә йөрөгән. Уның исеме лә мәңгеләштерелгән - ауылдан алыҫ түгел Хәҙрәт Шишмәһе бар. Уға бағышланған шиғри юлдар ҙа бар:                                          


Әбделвәли хәзрәт Таҙлар ауылында

Таяҡ төрткән- шишмә урғылған,

Йөрәк өсөн, тигән, ошбу кизләү,

Дауа алайыҡ,  тигән һыуынан.

Әгәр юғалтһағыҙ балағыҙҙы,

Ирегеҙҙе, тағын кемдәрҙе,

Улар булып йәшәй Изге шишмә,

Тибә бында улар йөрәге.

Вәли хәҙрәт тағы таяҡ төрткән,

Булһын, тигән, күҙгә дауаға,

Юғалтһағыҙ ғәзиз күҙкәйҙәрҙе

Дауа булыр шишмә яраға.

Беҙҙең халыҡ шишмәләрҙән тыуған,

Тарихыбыҙ шунан башлана.

Аллаһ тағы шишмә бүләк итә,

Бары һеҙгә. Түгел башҡаға!

Аллаһ тағы шишмә бүләк итә,

Изгелекте күктән көтәйек.

Шишмә кеүек мәңге туҡтамайса

Тыуған ергә хеҙмәт итәйек.

 

 


Шишмәләргә бәйле йолалар


         Башҡорт халҡы әлмисаҡтан алып ер-һыуын һаҡлап йәшәгән. Тәбиғи көстәрҙең һәр ҡайһыһының Тәңреһе, йәғни Аллаһы булғанына ышанған, уларҙы һаҡһыҙ рәнйетеп ҡуйыуҙан ҡурҡҡан. Тәңреләргә бағышлап ҡорбан салғандар, уларҙан ризалыҡ алырға тырышҡандар, сөнки башҡорттарҙың йәшәйеше тулыһынса тиерлек шул изге көстәрҙең уларға ҡарата булған миһырбанлығына бәйле булған. Күк тәңреһе, Һыу тәңреһе, Урман тәңреһе, Ай, Ҡояш тәңреләре... Уларға бағышлап төрлө йолалар үткәргәндәр.



Шишмә – изге урын. Улар тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Уның һыуын эсеп сафланғандар, дауаланғандар. Ғашиҡтар ҙа шишмә янында осрашып, үҙ тормошон башлаған.

Йәш килендәрҙе элек-электән «һыу юлы башларға» шунда алып килгәндәр. Йәш киленгә һыу юлы күрһәтеү –  халыҡтың бик боронғонан килгән йолаларынан береһе. Килен башҡа ауылдан төшһә лә, үз ауылынан булһа ла, беренсе мәртәбә һыуға үҙе генә бармай.

Һыу юлы күрһәтеү

         Килен булып төшкән көндө туй мәжлесенә ҡәҙәр, йә булмаһа икенсе көндө ҡыҙ көйәнтә-силәк менән һыу алып ҡайтырға тейеш. Килен башҡа ауылдан төшһә лә, үз ауылынан булһа ла, беренсе тапҡыр һыуға үҙен генә ебәрмәгәндәр. Йола буйынса уны, ҡыҙ еңгәһе йәки күрше ҡыҙҙары, йәки кейәүҙең һеңлеһе оҙата бара. Шишмәне һәм һыу юлын күрһәтеүселәргә биреү өсөн, йәш килен бүләкте алдан уҡ әҙерләп ҡуя. Һыу юлын күрһәтеүселәр килен бүләген – сиккән яулыҡты, таҫтамал, алъяпҡысты бик теләп алалар. Улар, һыу алып ҡайтҡанда, йәш киленде һынайҙар. Һыу силәктән түгелмәйсә ҡайтырға тейеш. Һыу түгелмәһә - килен сабыр холоҡло, түҙемле булыр; түгелһә, сайкалһа - бер аҙ ҡыҙыу холоҡлораҡ булған, тип юрайҙар. Йәш килен алып ҡайтҡан һыуҙы “шәрбәт” тип туй өҫтәленә лә ҡуялар.

        “Һыу ниндәй саф, яңы өйләнешеүселәр тормошо шул һыу кеүек матур, оҙон ғүмерле булһын”, тигән теләктәр теләп эсәләр ҡунаҡтар йәш килен алып ҡайтҡан һыуҙы.  Аҡ алъяпҡыс таҡҡан килен көйәнтәгә силәктәр аҫып, йәш кейәү менән парлап баралар. Уларҙы туйҙа ҡатнашыусылар йырҙар менән оҙата баралар.

Йәш киленгә һыу юлын

Күрһәтеү изге бурыс,

  Туры, дөрөҫ юлдан ғына,

 Килен, йөрөргә тырыш.

   hәр көн һайын таң яҡтыһы

Һирпеп битеңде үбәр,

Һин бараһы һыу юлына

     Зөhрә йондоҙ нур һибәр.

Ай биҙәкле силәктәрең

Таң һыуында йөҙһөндәр,

Һандуғастар, һайрай-һайрай,

“Уңған килен!”- тиһендәр.

Мөлдөрәмә тулы булһа

Һәр ваҡытта силәгең,

Ҙур бәхеткә ирешерһең,

Ҡабул булыр теләгең.

         Килен шишмә һыуын силәктәренә тултырып алғандан һуң, шишмәгә көмөш (аҡ төҫтәге) аҡса ташлай. Һыуҙы өйгә алып ҡайтып еткергәс, һыуҙы беренсе булып кейәүҙең ата-әсәләре татып ҡарай, унан кейәү үҙе hәм ҡалған ҡунаҡтар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа һыуҙы һатырға ла була. Һыу эскән кеше йәштәргә үҙенең теләктәрен теләй. Шул уҡ ваҡытта туй мәжлесенә, килен төшөрөүгә бағышланған йола-йырҙары ла башҡарыла.

Аттарыбыҙ, аттарыбыҙ,

Ҡанатлы сактарыбыҙ,

Беҙҙең дә бер булыр икән

Киленле сактарыбыҙ.

Китмәҫкә килерең булһын,

Йөҙөң гел көләс булһын,

Табыныңда hәр ваҡытта

Бал да май, күмәс булһын.

Әй, ай батһын, ай батһын,

Ҡыҙарып таңдар атһын,

Тулған айҙай киленде

Туғандары яратһын.

 

         Килен төшөүгә бәйләнешле әлеге йола, әлбиттә, йәштәрзең никахтарын нығытыу, киләсәк тормоштарын бәхетле итеү, туй көнөн онотолмаҫлыҡ итеү өсөн үткәрелә.

 

Таң һыуы менән ҡойондороу йолаһы

 

Таң һыуы менән ҡойондороу йолаһы төрлө урындарҙа төрлөсә. Ләкин бөтә ерҙә лә ул ҡояш сыҡҡансы алына. Кәрәкле доғаларҙы уҡығас, шунда уҡ йәки бер-ике төн ҡундырғас, ауырыуҙы шул һыу менән ҡойондоралар. Ауырыу ошо ғәмәлдән һуң, һис шикһеҙ, сихәт ала.

 

Шишмә таҙартыу йолаһы


Элек халыҡ һыуҙың ҡәҙерен белеп кенә тотонған. Дин дә шулай өйрәткән. Һәр эштә исрафилыҡ хәрәм булған кеүек, артыҡ һыу тотоноу ҙа — хәрәм. Һыу ҡулланғанда өләсәйем ифрат һаҡ була торғайны. Уның менән урманға барһаң, йәш сағында үҙе йөрөгән урындарҙан үткәреп, ер-һыу күрһәтеп алып ҡайта торғайны. Һәр тауҙың, ҡая-таштың, шишмә-йылғаның исемен белде, уның тарихын һөйләр, ә инде шишмә күрһә, уны буйынан-буйына йөрөп, таҙартып сығыр ине.

— Шишмә күрһәң, туҡтамайса үтеп китмә, — ти торғайны өләсәй. — Эргә-тирәһен таҙартырға кәрәкмәйме, таш-фәлән, ботаҡ төшөп, юлы быуылып, аға алмай ятмаймы — ҡара, таҙартып ал. Шунан һыуынан ауыҙ ит, битеңде өс тапҡыр һыпырып ал: йәнеңә лә, тәнеңә лә сихәт табырһың. Шунан шишмәгә рәхмәт әйт, ҡыуанып ҡалһын.

Ябай ғына ауыл әбейенең һүҙҙәрендә күпме фәһем, тыуған төйәгенә ихтирам, һаҡсыл ҡараш булған. Үҙе белгәнде балаларына ла, ейән-ейәнсәрҙәренә лә еткерә белгән бит. Тыҡып та, әрләп тә түгел, ә үҙенсә, ипләп кенә — “миңә ҡарап өйрән һәм шулай эшлә” тигән кеүек.

Шишмәләрҙең йәне бар, ти өләсәйем. Был ысынлап та шулайҙыр. Ләмгә, таш-сыбыҡҡа быуылып ятҡан шишмәләрҙе күргәнегеҙ бар. Күпме аһ-зар, һыҙланыу-ауыртыныу тойола уларҙа!  Инде рәхәтләнеп ағып китеренә өмөтөн өҙөп, күңеле болоҡһоған шишмәнең тауыш-тыны ла сыҡмай хатта. Ундайҙарҙың эргәһенән һис тә туҡтамайса үтеп булмай. Шишмәне сүп-сарҙан таҙартып, юлын асаһың да, эшең бөткәс, ситкәрәк китеп, ағым тауышына ҡолаҡ һалаһың. Бына бит, таҙарынып, көс йыйып алған шишмә, ниһайәт, сылтырап китә. Тауышы һуң, тауышы... Унда шатлыҡ-ҡыуаныс та, рәхмәт тә, көс-ғәйрәт тә, өмөт тә бар ... Юлдарығыҙҙа осраған шишмә-йылғасыҡтарға иғтибарлы булһағыҙ ине.

 

 


Экологик проблемалар

          Тәбиғәт иҫ китмәле гармонияға ҡоролған. Уның бер сылбыры боҙолһа йәки юҡҡа сыҡһа, афәт көт. Ағастарҙың кәмеүе арҡаһында һыу әйләнешенең боҙолоуы, ямғырҙарҙың кәмеүе бар. Парға әйләнер һыу булмағас, ямғыр болото ҡайҙан барлыҡҡа килһен? Урман — ел-дауылдарҙан ҡалҡан да. Һуңғы йылдарҙа күк күкрәп, инде ямғыр яуыр, тип көтһәк, болоттар әллә ҡайҙа оса ла китә, сөнки, урман һирәгәйгәс, беҙҙең яҡтарға дала елдәре үтеп инә.

Бушҡа әрәм-шәрәм итеү ҙә һыуҙың кәмеүенә килтерә. Элек халыҡ уны ҡәҙерен белеп кенә тотонған. Дин дә шулай өйрәтә. Һәр эштә исрафилыҡ хәрәм булған кеүек, артыҡ һыу тотоноу ҙа — хәрәм.

         Үткән йылды Башҡортостандың 10 шишмәһен төҙөкләндереү хисабынан 1 млн һум аҡса бүленгән ине. Был  сара «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғи ресурстар менән  рациональ идара итеү» программаһы сиктәрендә үткәрелде. Беренсе сиратта эсәр һыуға мохтажлыҡ  кисергән ауылдар был программаға индерелде.  Улар рәтенә Борай районының Яңы Йәлдәк ауылының “Борхан ” шишмәһе лә бар.

Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау, уға һаҡсыл ҡарашта булыу хаҡында күп һѳйләйбеҙ.  2013 йылды ошо юҫыҡта тѳрлѳ саралар, акциялар ҙа уҙғарылды. Ошо йылды Башҡортостанда «Тере тәбиғәттең күп яҡлылығы—планетаның ҡиммәтле бүләге» девизы аҫтында «Ҡотҡарырға һәм һаҡларға» халыҡ-ара экологик акцияһы үтә. Сараның маҡсаты—халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Сибай территориаль комитеты «Урал аръяғы» мәрхәмәтлек фонды ярҙамы менән «Башҡортостандың Урал аръяғы шишмәләрен таҙартыу һәм тѳҙѳкләндереү» акцияһын уҙғара.

Кеше тәүлегенә 2,5-3 литрҙан да аҙ булмаған күләмдә һыу тотона. Донъяның эсәр һыу запасы бик ҙур — 35 миллион кубокилометр, кешелек донъяһы уның бер проценттан аҙырағын ғына ҡуллана. Ләкин шул уҡ ваҡытта Ер шарының күп төбәктәрендә, нигеҙҙә халыҡ тығыҙ йәшәгән урындарҙа, уға ныҡ ҡытлыҡ кисерәләр, байтаҡ дәүләттәрҙә күптән инде һыуҙы нормалап биреүгә күстеләр.
           Булған һыуҙың сифатын яҡшыртыу ҙа ҡатмарлана барған проблемаға әйләнде. Башҡортостанда йыуынты һыуы таҙартып түгелергә тейешле 204 предприятиеһының 17-һе генә был эшен нормаға еткереп үтәй, ә 41 предприятиеның һыуы бөтөнләй таҙартылмай йылғаға ағыҙыла. Республикабыҙҙың һыу ятҡылыҡтарына йыл һайын  373 миллион кубометр йыуынты һыу түгелә һәм шуның 4 проценты ғына кәрәгенсә таҙартыла. Беҙҙәге 14 район үҙәгенең һәм ҡасабаһының канализация һәм таҙартыу ҡоролмалары бөтөнләй юҡ.
XX быуатта планетаның халҡы — дүрт, ә һыу ҡулланыу алты тапҡырға артты. Ғалимдар яҙыуынса, эсәр һыу етешмәү киләсәктә күпселек илдәрҙең иҡтисадын тотҡарлаусы һәм халыҡ-ара хәлде көсөргәнешле итеүсе төп факторға әйләнәсәк.

             Элегерәк япондарҙан көлә инек: улар эсә торған һыуҙы ла кибеттән барып һатып ала икән! Хәҙер үҙебеҙ ҙә шулай. Хәҙер һауытҡа ҡойоп һыу һатыусы фирмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Ундай төрлө-төрлө маркалар япондарҙың төшөнә лә инмәйҙер. Тик барыбер һатып алғанда күңелде шик тырнай: әллә ысынлап та республиканың икенсе яҡ мөйөшөндәге экологик таҙа сығанаҡтан алып киләләр, әллә яҡындағы йортта крандан ғына ағыҙып алалар...
               Һыу сифаты проблемаһын хәл итеү ил һәм республикабыҙ хөкүмәттәренең даими иғтибар үҙәгендә тора, һәм улар был тәңгәлдә бик мөһим ҡарарҙар ҙа ҡабул итә. Мәҫәлән, һуңғы бер йылда ғына ла “Башҡортостан Республикаһының эсәр һәм минераль һыуы” тигән Президент программаһы донъя күрҙе, республиканың Экологтар союзы “Таҙа һыу” тигән ассоциация ойошторҙо, Өфөлә “Башҡортостан Республикаһында һыу бүлеү һәм һыу ресурстарын һаҡлау” тигән фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды һ.б.  Һыуҙың күләмен һәм сифатын күҙәтеүсе ойошмалар ҙа байтаҡ: Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһы, Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Росприроднадзор”, “Роспотребнадзор”, Гигиена һәм эпидемиология үҙәге, Кама бассейны һыу идаралығының Башҡортостан буйынса һыу ресурстары бүлеге һ.б.
                Хәҙер япондарҙан көлмәйбеҙ. Һыу сифаты яҡшырасаҡ тип вәғәҙәләгән Хөкүмәт программалары күбәйгән һайын магазинға барып һыу фильтрҙарын да күберәк алып ҡалырға ашығабыҙ. Бигерәк тә яҙ яҡынлаша башлаһа. Йәшәүҙән туйманыҡ бит әле.

          Башҡортостанда эсә торған һыу запасы күп. Шул сәбәпле, әле хәҙергә һыу ҡытлығы көтөлмәй.  Ләкин башҡа илдәрҙәге кеүек һыуға ҡытлыҡ кисереү кеүек хәлдәр  беҙҙе лә сағайтырға, тәбиғәттең был ҡәҙерле бүләгенә иғтибарлы булырға кәрәклеген иҫкәртергә тейеш.

         Һүҙ ҙә юҡ, шишмәләрҙең зауыҡ менән төҙөкләндерелгәндәре бар. Был эште ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ә бит булғанына әһәмиәт бирмәүселәр, хатта юл буйында ҡуйылған ял итеү өсөн яһалған махсус урындарҙы яндырып китеүселәр ҙә осрай. Быныһы инде — вәхшилек, тәрбиәһеҙлек.

     

 


        Бөгөн күпселек шишмәләр иғтибарһыҙ ҡалған. Беседкалар, ихаталар тирә-яғы сүп-сар, төрлө шешә, ҡағыҙ киҫәктәре менән тулы. Тәбиғәт ҡосағында хозурланып ял иткән өсөн рәхмәт билдәһе ошомо икән? Шишмә бит – йәшәү сығанағы. Ысынлап та, беҙ эсер һыуһыҙ бер көн йәшәй алмайбыҙ.

            Быларҙа барыһы ла ал да гөл икән, шишмәләрҙе ҡәҙерләп кенә тоталар икән тип уйлай күрмәгеҙ. Беҙҙә лә ташландыҡ, бер кемгә кәрәкмәгән шишмәләр күп. Ташландыҡ шишмәләр күңелде рәнйетә. Улар беҙгә рәнйеп яталар. Тәбиғәт беҙҙе ашата, эсерә, ял иттерә. Беҙ ҙә уға рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Үзебеҙҙең яратыуыбыҙ, һаҡлауыбыҙ, яҡлауыбыҙ менән. Урмандары шаулап, болондары, ҡырҙары хуш еҫ аңҡытып, шишмәләре сылтырап аҡҡан ерҙә йәшәүе ниндәй ҙур бәхет, ниндәй ҙур шатлыҡ бит ул!

           Ләкин шишмәләр ҡорой. Ни сәбәпле ҡорой? Шишмә сыға торған урман йәки ағаслыҡ киҫелеп бөтә лә шишмә тирәһе, кейемен һалдырып алған кеше шикелле, яланғасланып ҡала. Был урынды йәнлектәр таптай, ул сүпләнә, бысрана. Шунан һуң шишмәнең ҡоромай хәле ҡалмай. Шишмә артынан уның һыуы менән туҡлана торған инеш тә кибә. Ул арала, дым булмағас, шишмә һәм инеш буйында үҫкән ҡыуаҡтар, үләндәр, болондар ҙа ҡорой. Был тирәгә ҡош-ҡорт та оя яһамай. Шулай итеп элек ҡоштар һайрап торған ғәжәйеп матур бер тәбиғәт мөйөшө тиҙ арала йәнһеҙ, күңелһеҙ, ташландыҡ бер соҡор – саҡырға әүерелә. Бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин бит.

Ауылымдың шишмәләре

       Һәр шишмәнең үҙ тарихы, үҙ ағымы, үҙ юлы бар. Улар  йә тау араһынан, йә тау итәгенән бәреп сыҡҡандар, йә донъяға ҡурҡып ҡына моронон төрткәндәр. Береһе шаулап аға, тауышы әллә ҡайҙарға ишетелә, икенсеһенең сылтырауы янына килгәс кенә ишетелә. Улар әкрен генә үҙенә юл ала. Өсөнсөләре, ер ҡуйынынан ҡайнап, урғылып сыға. Ер ҡуйынынан көмөш балдаҡтар сығарып урғылыусы шишмәләр кемгә генә ҡәҙерле түгел икән!

       Һәр ауылдың үз шишмәһе бар. Кешеләр шишмәләргә матур-матур исемдәр биргән... “Тыуған яҡ шишмәһе, магнит кеүек, алыҫтарҙан үҙенә тарта”, - тип яҙа Ҡасыйм Тәхау.  Һәр кем  үҙе  йәшәгән  урындың  тарихы менән ҡыҙыҡһыналыр. Береһенән- береһе серле, ҡыҙыҡлы исемдәр ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң, кемдәр ҡушҡан уларҙы?

         Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, мин дә үзебеҙҙең шишмәләрҙе барларга һәм уларҙы өйрәнергә булдым. Иң  беренсе эш итеп мин ауылыбыҙҙың өлкән йәштәге аҡсаҡалдарынан шишмәләрҙең ҡайҙарҙа урынлашҡанлығын, исемдәренең килеп сығыштарын һораштым. Хәмәҙиева Нәжибә – 92-се йәшкә сыҡҡан сал сәсле, нурлы, мөләйем йөҙлө әбей , өләсәйемдең апайы. Ул  Таҙҙарҙың үткәне тураһында күпте белә, йәғни, ул “аяҡлы” тарих. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, ул етеҙ, хәрәкәтсән. Йәй көнө кесе улы бесәнгә китһә, өйҙә ултырып сыҙамай, артынан сабынлыҡҡа йәйәү барып етә. Сәй ҡайнатып ҡына иркәләнеп ултыра торған өләсәй түгел ул! Мин өләсәйемдең оҙон ғүмерле булыуын теләйем, ауырымаһын, тормошҡа шатланып йәшәһен дә йәшәһен. Беҙ уға һәр ваҡыт һәр нәмә өсөн «Рәхмәт» тип әйтәбеҙ.

  Бына ул миңә нимәләр һөйләне:

        Шишмәләр...  Улар бөтөн тирә - яҡта ла, бөтөн төбәктә дә моңло – йырлы, урман буйҙарында ла, турғайҙар моңона күмелгән.. Был яҡтан тәбиғәт Таҙлар ауылын да ким-хур итмәгән.

       Шишмә һыуҙары менән беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙ ауырыу кешеләрҙе дауалағандар, дарыу урынына ҡулланғандар. Улар кистәрен шишмә буйына йыйналғандар, йырҙар йырлағандар, уйындар уйнағандар, уйын-көлкө һөйләшеп ултырғандар. Шишмә уларҙың иң яратҡан ерҙәре булған. Былар тураһында миңә әбейем менән бабам һөйләй. Шуға ла шишмә һыуы беҙҙең өйҙә иң ҡәҙерле һый булып һанала. Балалары, ейәндәре ҡайтһа ла, ҡунаҡ-маҙар килһә лә: ”Беҙҙең Хәҙрәт шишмәһе һыуын ауыҙ итеп ҡарағыз әле, бик тәмле ул!”-тип, ысын күңелдән ғорурланып, ҡунаҡты ҡыҫтай.

– Был шишмәгә элек ярты ауыл халҡы йөрөй ине, – тип һөйләй өләсәйем. – Һыуы ла шәп аҡты. Эргәләге йылғаға һыу ҙа ошо йылғанан килә, шуға ул ныҡ һалҡын.

Шишмәгә барыу өсөн баҫма, баҫҡыс яһағандар. Шишмә һыуы улаҡтан аға, ә улаҡтар элек ағас ҡайырыһынан яһалған булған, туҙған һайын уны алыштырып торғандар. Шишмә изге урын, шуға күрә кеше уны матурлай, биҙәй, таҙартып тора.

 

 

Хәҙрәт  шишмәһе Киҙгән  йылғаһы янында – ауылдан сыҡҡас, һул яҡ ҡырыйҙа урынлашҡан. Йәйҙәрен ҡуйы ҡамыштарға,аллы-гөллө сәсәктәргә күмелеп ултыра. Көтөү көткәндә, еләк йыйғанда һыуһауыңды баҫыр өсөн ошо шишмә янына киләһең, устарыңа алып, йотлоға-йотлоға тәмле һыуын эсәһең. Рәхәт булып китә. Ә инде ерҙән бәреп сығыуын күреп, һыуының сафлығына иҫтәрең китеп һүҙһеҙ ҡалып тораһың.

  Тирә-яғы йәшел сиҙәмлеккә күмелгән Әптерәй шишмәһен дә ярата инем мин. Уның һыуы шул ҡәҙәр һалҡын, таҙа, хатта зәңгәрләнеп, ҡояш нурҙарында ялтырап тора ине. Тау урманынан ағып төшөүсе был шишмәнең тарихы күп йылдарға барып тоташа. Шәрәфи бай  тегермәндәренең береһендә эшләгән Әбдерәфиҡ Ғәниев шишмәне ҡарап торған, мул, тәмле һыулы шишмәгә юл асҡан. Әптерәй бабай күптән вафат булһа ла, уның да изгелеге онотолмаған, шишмә исемендә мәңгеләштерелгән. Тик һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ әйтеме. Ер ҡуйынынан көмөш балдаҡтар сығарып сылтырап аҡҡан шишмәләр кемгә генә ҡәҙерле түгел икән? Беҙҙең бала саҡ та, гүйә, шунан башлана ине бит.

           Янауыл йылғаһы янындағы шишмәгә лә йөрөй инек. Унын янында бик күңелле итеп ял итә инек, төрлө уйындар уйнай инек- бала сағым шунда үтте минең. Бик күңелле саҡтар…

          Әүлиә, Бикәй шишмәһе – Баҡалы ауылында.

Әүлиә шишмәһенә бәйле легенда ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Элек заманда, ҡышҡы урманда аҙашып, тау  башынан алыҫ түгел, бер шәкерт тунған. Ул яңы ғына мәҙрәсәне тамамлап, ҡышҡы һалҡын көндө, тау аша өйөнә, Ҡарыш ауылына, юл тота. Күрәһең, ул юлды юғалтҡан, хәлһеҙләнгән, ял итергә ултырған һәм ... мәңгелеккә күҙен йомған. Шул урында уны ерләгәндәр һәм ҡәберенә таш ҡуйғандар. Ә йәйен ул таш аҫтынан кинәт шишмә бәреп сыҡҡан. Шул ваҡыттан был тауҙы ауыл кешеләре Әүлиә тауы тип атайҙар.

Икенсе мәғлүмәттәр буйынса, ул шәкерт түгел, ә тирә-яҡҡа билдәле әүлиә булған. Ә ысынында ул нисек булған, моғайын беҙ бер ҡасан да белмәбеҙ. Был легенданы аҡсаҡалдар – ауылдаштар һүҙенән ауылдың китапханасыһы Тәғзимә Закирова яҙып алған.  Шишмә һыуы иң эҫе көнөндә лә һалҡын, йомшаҡ, тәмле. Ауыҙ итһәң – көсөң арта, битеңде йыуһаң – таҙара, ағара. Баҡалы ауылында ата-бабалар шишмә һыуы менән ауырған урындарын ыуғандар, самауырҙа шишмә һыуынан сәй ҡайнатҡандар.

Әүлиә тауы аҫтында урынлашҡан Бикәй шишмәһе лә бар. Шишмә үҙ янына бар кешене лә килтермәй икән. Шишмәнең тирә-яғы бик матур, ләкин ул урынлашҡан тынлыҡҡа бер генә тар һуҡмаҡ алып бара, күптәр шишмәнең дауалы һыуын ауыҙ итеп ҡараһы килә, ә инде насар күңелле, ҡара эсле кешеләр уға юлды таба алмай.

             Ҡара Тәкә шишмәһе – Ҡарағыш ауылында. Был шишмәнән һыу алһаң – тин аҡса бәрергә кәрәк, юғиһә шишмә эйәһе кешенең янын ала, тигән һүҙ йөрөй халыҡ араһында.

            Үҙбәк шишмәһе - Туҡай ауылында. Был ауыл урман эсендә ултыра. Уның тирә-яғы ҡайын, уҫаҡ, йүкә, ҡарағай ағастары үҫкән өс тау урап алған. Тауҙар буйында –йылға, шишмәләр. Шул шишмәләрҙең береһе хәҙер Әдиә шишмәһе тип йөрөтөлә. Ул Шыршылыҡ тауы аҫтынан ағып сыға. Ул шул тиклем матур, көйлө, дәртле булған. Шуғалыр ҙа ауылға лесничий итеп ебәрелгән Мухачев тигән кеше уға ғашиҡ булған. Ул шишмәгә бура күтәргән, тирә-яғын таҙартҡан. Ауыл халҡының был эсәр һыуына әйләнгән. Туҡайлылар шишмәгә Мухачев шишмәһе тип исем ҡушҡандар. Йылдар үткән. Лесничий ҡартайған, һәм ул Әдиә исемле ҡулында ут уйнатҡан ҡатынға шишмәһен тапшырған. Әдиә лә шишмәне ҡоротмаған. Ире һуғышҡа  киткәс, дүрт бала менән ҡалған ҡатын был шишмәгә ниндәй серҙәрен ҡайғы-борсоуҙарын һөйләмәгән дә күпме күҙ йәштәрен ошо шишмәгә тамыҙмаған… Йылдар үткән, шишмә ҡатындың кинйә улы Үҙбәккә ҡалған. Бөгөнгө көндә лә был шишмә ҡаралған, таҙартылған. Исемен үҙгәртмәһәләр ҙә, хәҙер был шишмәне Үҙбәктең кесе улы Ғалиулла шефлыҡ итә. Бына шулай, һәр нимәнең тарихы булған кеүек, шишмәләр ҙә тарихҡа бай.

 

Бына тағы ниндәй шишмәләр бар беҙҙең районда:

Арыҫлан, Шишмә Ҡаш , Һалҡын шишмәләр – Ҡаразирек ауылында

Әптерәй, Хәҙрәт, Янауыл йылғаһы янында шишмәләр – Таҙҙар ауылында.

Хәҙрәт шишмәһе – Ҡайынлыҡ ауылында.

Кизләү шишмәһе – Мулла ауылында

Вахит, Түбән ос  шишмәләр – Әжәк ауылында

Әрхәм , Сәләй шишмәләре – Шабай  ауылында

Раян  шишмәһе – Ҡуҙбай ауылында

Сүлзи  шишмәһе – Туғай ауылында

Мәккә, Борхан шишмәләре– Йәлдәк ауылында

Тоҙло шишмә – Бустанай ауылында

Сәй һыуы  шишмәһе – Киҙгән ауылында

Күгәрсен шишмәһе – Дауыт  ауылында

Йомшаҡ һыулы шишмә – Шишмә Борай  ауылында

Борай ауылында Һалҡын шишмә, Мәктәп арты шишмәһе һәм бер нисә ваҡ шишмәләр бар. Уларҙың бөтәһенең дә исеме юҡ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Тикшереүҙең һөҙөмтәләре:

 Безҙең өйрәнеүҙәрҙән, тикшеренеүҙәрҙән күренгәнсә, ерлегебеҙҙәге шишмәләрҙең санитар торошо бик үк насар түгеллеге асыҡланды, ләкин күпселек шишмәләр файҙаланылмай һәм уларға беҙҙең ярҙам кәрәк.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Йомғаҡлау. Ауылыбыҙҙа шишмәләр йыры тынмаһын!

Йәшел япраҡтар шаулап, болондар, сиҙәмлектәр хуш еҫ бөркөп, шишмәләр сылтырап аҡҡан йәмле урында йәшәү ниндәй ҙур бәхет, ниндәй шатлыҡ! Шуның өҫтөнә, сәләмәтлеккә лә ниндәй файҙалы. Шишмә һәм ҡоҙоҡтар тирәһен һәр ваҡыт таҙартып, тәртипкә китереп торайыҡ! Еләк – емеш ағастары, ҡыуаҡ, сәсәктәр ултыртайыҡ! Тыуып үҫкән еребеҙҙең тәбиғәтен тағы ла байытайыҡ, тағы ла матурлайыҡ.Тыуған тәбиғәтебеҙҙе, шишмәләребеҙҙе һаҡлау - барыбыҙҙың да изге бурысы. Шишмәләр юғалмаһын, күмелмәһендәр! Шишмәләрҙе һаҡлап, яңыларҙы тапһаҡ, ауылдарыбыҙ ҙа йәшәрер, матурланыр, тәбиғәтте, шишмәләребезҙе һаҡлауҙа үҙебеҙҙән ҙур өлөш кертә алабыҙ. Ҡарҙар эреп, йәмле май урталарында тәбиғәт ҡосағына экскурсияларға сыҡҡан ваҡытта шишмәләрҙе таҙартыу, тирә-яғын тәртипкә килтереү буйынса эште дауам итәрбеҙ. Киләсәктә  беҙ шишмәләребеҙҙе  ҡарап, таҙартып торорға һүҙ бирәбеҙ. Ауылыбыҙҙа шишмәләр йыры тынмаһын! Һәр ҙур йылға кескәй генә шишмәләрҙән башлана. Шуны онотмайыҡ! Тыуған яҡтың йырсы шишмәләре бер туҡтауһыҙ сылтырап аҡһындар!

Тирә-яҡ мөхитебеҙ имен булыр, шишмәләр ҡоромаҫ, илебеҙ һәр саҡ гөл-баҡса булыр, тип ышанғы килә.

Минең әле ҡулымдан да, көсөмдән дә килмәй шул. Шулай ҙа, барлыҡ дуҫтарымды, атай-әсәйҙәрҙә ошо изге эшкә – Хоҙай биргән байлыҡты һаҡлау эшенә саҡырғым килә. Шишмәләрҙе таҙартып, тәртипкә килтереп торайыҡ. Унда еләк-емеш ағастары, аллы-гөллө сәсәктәр ултыртып, тыуған яҡтың тәбиғәтен тағы ла матурлайыҡ, байытайыҡ.

 

 

 

 

 

 

Матурлыкты күрһен  күңел күҙе


Һалҡын шишмә әллә ҡайҙа түгел,

Һалҡын шишмә – беҙҙең Борайҙа.

Матурлыҡты күрһен күңел күҙе,

Йәндәр һуҡырайған былай ҙа.

Яҙын, йәйен, көҙөн, ҡыштарын да

Ул үҙенә тарта күптәрҙе.

Ҡайһы берәү рәхмәт урынына

Ташлап китә нигә сүптәрҙе?

Кемдер бында көсөн түккән икән

Тиккә түгел, яҡташ, уйлан һин

Ял итергә килеү ғәйеп түгел

Әдәмсәрәк зинһар ҡыйлан һин!

 

Һалҡын шишмә –Борай визиткаһы

Һаҡла, яҡла, белсе ҡәҙерен.

Тәбиғәт ул һине дауалаусы,

Ҡалдырмасы уның хәтерен.

Ҡарағайҙар менән ҡайын үҫә

Нисәмә йыл шишмә буйында.

Ана быуа, йәйҙә һыу инәләр,

Ҡыҙыналар алтын ҡомонда.

Күңел күзҙәреңде асып ҡара,

Был гүзәллек һинең ҡырыңда

Һоҡланырлыҡ тере мөйөш барҙа

Нимә ҡалған беҙгә Ҡырымда.

Нимә ҡалған беҙгә Ҡырымда?!


 

Рәзиф Зөбәйеров

Борай районы, Әжәк ауылы28.11 2013

Васбикарамов Айраттың картинаһы

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа на тему "Шишмәләр""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Бренд-менеджер

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 303 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 30.09.2015 2498
    • DOCX 2.5 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фазулова Гульнара Альзамовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фазулова Гульнара Альзамовна
    Фазулова Гульнара Альзамовна
    • На сайте: 8 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 11748
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Мини-курс

Основы игровой деятельности дошкольников: роль игр в развитии детей

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Психология аддикции: понимание и распознование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 19 регионов

Мини-курс

Классики русской педагогической мысли

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе