Для всех учителей из 37 347 образовательных учреждений по всей стране

Скидка до 75% на все 778 курсов

Выбрать курс
Получите деньги за публикацию своих
разработок в библиотеке «Инфоурок»
Добавить авторскую разработку
и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок Другое Научные работыИсследовательская работа по творчеству Гарипова

Исследовательская работа по творчеству Гарипова

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы

Салауат районы мәғариф бүлеге

Малаяҙ башҡорт гимназияһы


hello_html_998ecb2.jpg



Рәми мәктәбе


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми-тикшеренеү эше




«Яҙҙы:

9-сы класс уҡытыусыһы

Казыханова Эмилия


Ғилми етәксе:

Ҡазыханова Индира Риф ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Инеш өлөш

Ғилми тикшеренеү эшем Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған “Башҡортостандың халыҡ шағиры” Рәми Ғариповтың башҡорт әҙәбиәтендә оло маһирлығын өйрәнеүгә бағышланым, һәм эшемде “Рәми мәктәбе” тип атаным. Рәми Ғариповтың ижады йөкмәткеһе яғынан бик бай. Тормоштағы көнүҙәк прблемаларҙы ғына сағылдырып ҡалмай, ә унда киләсәк быуынға ораны яңғырай, минеңсә. Рәми донъяһы- ул үҙе бер оло дәүләт, яҡты, изге, үҙенә тартып тороусы, саф бер дәүләт.Уның ошо илендә изгелек һәм тоғролоҡ, хаҡлыҡ һәм иманлыҡ, мөхәббәт һәм һәләт, юғары һүҙ һәм иҫ киткес аҡыл тантана итә.Был илдең ҡапҡаларын барыһы ла асып инә ала.Унда һәр кем үҙенә йылылыҡ, яҡтылыҡ, йыуаныс таба.Мин дә таптым. Илеңдең шәхестәре, яҡташтарың тураһында ҡыҙыҡһынаһың икән, һинең киләсәгең өмөтлө, ырыҫлы. Сөнки һин эҙләнәһең, үҙеңә яңы асыштар яһайһың.Шағирҙың уй- ҡараштары менән яҡындан танышаһың.



Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижады әҙәбиәтебеҙ тарихында ҙур урын биләй. Уның үткер публицистик рухлы шиғриәте, илебеҙҙең, халҡыбыҙ тормошоноң, күнел донъяһының аҫыл хазинаһы.

Теманың актуаллеге: Бөгөнгө көндә Рәмиҙең ижады, көндәлектәре актуаль булыуын иҫбатлау. Шағирҙың ижады бөгөнгө көндә лә актуаль булып ҡала, сөнки уның ижады һәр ваҡыт кешелектең тормошонда, әҙәбиәттә борсоған һорауҙарға яуап бирә. Шул темаларҙың береһе булып тел, ил, халыҡ темалары тора.

Эштең маҡсаты: Рәми Ғариповтың көндәлектәре аша уның тормош юлы, йәшәү маҡсаттары,рәүеше менән яҡындан танышыу.Шағирҙың ижадында ниндәй темалар нығыраҡ урын алыуын асыҡлау..

Эштең өйрәнелеү кимәле: Рәми Ғарипов ижады буйынса яҙылған монографик яҙмалар, мәҡәләләр өйрәнелде. Тик үкенескә ҡаршы, тап ошо тема өҫтөндә эшләнгән эштәр юҡ кимәлдә.

Эштең практик ҡиммәте. Рәми Ғариповтың ижадын өйрәнеүгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә сәғәттәр бүленгән. Ошо эш уның тормош һәм ижад юлын өйрәнгәндә, уның шәхесе тураһында, уҡыусыларға тулыраҡ мәғлүмәт биреү өсөн өҫтәлмә материал булып хеҙмәт итә ала.



Тикшереү обьекты: Рауил Бикбаевтың “Рәми” китабы тора. Ошо китапты өйрәнеп, Рәми иленә үтеп инеү, күҙ һалыу.

Тикшереү предметы: Китаптың йөкмәткеһен өйрәнеп күңелемдә “Рәми мәктәбен” асыу, тормошта асылын күреү, яңылыҡ асыу.

Эштең актуаллеге:Рәми көндәлектәренең киләсәк быуын өсөн фәһемле булыуы. Халыҡ шағиры менән ғорурлығыбыҙ сикһеҙ булыуын күҙ уңында тотоп, шағирҙың көндәлектәрен башҡалар ҙа өйрәнһен, уның ижадынан рухи аҙыҡ алһын тигән уй менән өйрәнелде.

Эшемдең маҡсаты: Яҡташымдың ижады менән яҡындан танышыу, уның бөйөклөгөн иҫбат итеү.

Эштең бурыстары:

1.Рәми ижадының бөгөнгө көндә лә актуаль булыуын иҫбатлау.

2.Рәмигә генә характерлы һыҙаттарҙы асыу.

3.Рәминең тормошонда, уның шәхес булып формалашыуында ғаиләһенең, дуҫтарының йоғонтоһо.

4.Минең тормошомда нимә ул “Рәми мәктәбе?”.


Эшем инеш, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.


Эштең йөкмәткеһе:

I. 1. Инеш өлөш.

Рәми Ғариповтың әҙәби донъяһына үтеп инеү.

Шағирҙарҙы ситтән килтермәйҙәр, -

Моңо менән тулышып халҡының.

Ер ҡуйынынан сыҡҡан шишмә кеүек.

Ил күңеленән сыға талпынып.

Р.Бикбаев.

Халҡын, илен, ерен бейеклектәргә күтәргән шағир Рәми Ғарипов исеменә лә бөйөклөк төшөнсәһен ҡушып һөйләргә мөмкин. Башҡорт халҡы, Башҡортостан, Рәми... Был исемдәр һәр ваҡыт йәнәшә тора.Бөйөк халҡы уны шәхес кимәленә күтәрһә, шағир үҙ халҡының рухын, донъяһын, фекер байлығын, тәрән аҡылын халыҡтарға еткерҙе, уның мәртәбәһен арттырҙы.

Шағирҙың әҙәби донъяһы бай ҙа, серле лә, фәһемле лә. Уның төрлө темаларҙа ижад итеүе лә күпте һөйләй. Кешелеклелек, кешенең көсөнә, аҡылына табыныу, телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, ышаныс, изгелек-былар яҡташыбыҙ ижадының төп пафосы. Шағирҙың ниндәй генә шиғырын алма, уларҙың һәр береһе кешене яҡтылыҡҡа, изгелеккә, матурлыҡҡа әйҙәй. Уның әҙәбиәте күптәрҙә рух, матурлыҡ, әхлаҡ тәрбиәләне һәм тәрбиәләйәсәк. Уның шиғриәте бигерәк тә беҙгә, йәш быуынға, кәрәктер тип уйлайым. Уларҙа бар донъя яҡтылығы, донъя ауырлығы, туған тел ҡәҙере, туған ҡәҙере, ил ҡәҙере, әсә бәхете, сабый күҙ йәше, йәшәү ҡәҙере һәм йөрәк уты.

Бөйөк шәхес яҡты донъяны ташлап киткәс, ер шарыбыҙ, тулы донъябыҙ бушап ҡалды, яҡты күгебеҙ ҡараңғыланды, күңелебеҙҙең рухи йондоҙо һүнде. Тик йөрәк кенә ошо бөйөк кешенең юҡлығына һаман да ышанмай. Уның көндәлектәрен ҡабаттан уҡып сығып тәрән уйҙарға баттым. Рауил Бикбайҙың “Рәми” тип исемләнгән роман- ктиабын ҡулыма алғас, шағирҙың үҙен яҡындан күргән һымаҡ булдым, һәм үҙ тойғоларымды яҙмай булдыра алманым..

I. 2. Рәми Ғариповтың тормошонда “Көндәлек” яҙмалары ниндәй урын алып торған?


Рәми Ғарипов көндәлегендә тормошта булған ысынбарлыҡты кәүҙәләндерә.Уҡығанда, йотлоғоп уҡыйһың. Һәр аҙымын, һәр көнөн уның менән йәшәгән төҫлө тояһың. Башҡорт прозаһының үҫеше һәр ваҡытта башҡорт әҙәбиәтселәренең күҙ уңында булды. Бөгөнгө көндә компьютер технологияһы алға киткән ваҡытта, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артҡы планда ҡала килә. Тарихи мәғлүмәттәр, ысынбарлыҡ, документаль әҫәрҙәр архивтарҙан алып уҡырға ғына ҡала. Беҙҙең бәхетебеҙгә күрә, профессорҙар, ғалимдар күренекле шәхестәр, әҙиптәр тураһында китаптар, прозалар, монографиялар сығара. Фәнни яҡтан тикшерә.

Рәми ижадын Ҡунафин, Иҙелбаев, З. Шариповалар өйрәнгән. Һуңғы йылдарҙа З.Бураҡаева, Р. Бикбаев Рәми Ғариповтың ижадын, тормошон өйрәнеп кенә ҡалманылар, ә “Рәми” исемле китап- роман баҫтырып сығарҙылар. Рауил Бикбайҙың китабы”Шағир тураһында китап”тип әйтер инем.Башҡорт әҙәбиәтендә ысынбарлыҡты сағылдырған көндәлектәр иҫәбендә.

2. Рәми Ғарипов өсөн көндәлек- һыҙма- яҙмалар, булған хәл ваҡиғаларҙы теркәп барыу ғына түгел, ә үҙ тормошоноң романын яҙыу..

Рәми көндәлектәре- донъя әҙәбиәте кимәлендәге уникаль күренеш. Ул әҙәби һәм тарихи мираҫ ҡына түгел, башҡорт йәштәре өсөн бик фәһемле, бик кәрәкле әсбап, сөнки 14 йәшлек үҫмерҙең яҙмалары- бөйөк маҡсатты алдан уҡ билдәләй белгән шәхестең уйланыуҙары, эҙләнеүҙәре.

Тимәк, ошо йәштән үк оло маҡсаттар билдәләгәндә һәм үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә ҙур үрҙәр яуларға булалыр.

14 йәшенән алып ғүмеренең ахырынаса йыйылған алтынға бәрәбәр фекерҙәре, ғәлсәрҙәй саф кисерештәре,ынйылай матур хыялдары тупланған.

II.Төп өлөш.

Юл башында ғаиләһе, ата-әсәһенең бөйөклөгө

Ирмен тигән ир егеттең йөрәгендә әйәрле- йүгәнле ат ятыр”

1.1943йылдың 23 февралендә Сталинград янындағы һуғыштарҙа Ғарипов Йәғәфәр Мөхәмәтрәхим улы һәләк булды тигән ҡара ҡағыҙ йөрәктәрҙә уйылған яра һаман да үҙәктәрҙе өҙә тип яҙа Рәми. Йәғәфәр менән Гөлмәрйәм өйләнешкәс ауылда ни бары бер йыл йәшәп ҡалалар. Тыуған ерҙә беренсе бала Рәмил донъяға килә. Йәғәфәр ауыл советы рәйесе лә, колхоз етәксеһе лә булып эшләй. Идараның саптар айғырында ураҡсылар, комбайнсылар, тракторсылар, сәсеүселәр янында булырға өлгөрә. Һөрөлмәгән, сабылмаған ер ҡалмаған. Колхоз Өфөнән бынамын тигән машина һатып ала. Фин һуғышы башланғас, Йәғәфәр китергә уйлай, тик ебәрмәйҙәр.

1939-1941 йылдарҙа Салауат районының ОСОАВМАХИМ рәйесе була.

Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына китеп вафат була, ҡара ҡағыҙы килә. (“Яндырылмаған хаттар”).Хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа ҡайтып төшөр әле тигән өмөттәр уларҙы йәшәтә. Өмәт ҡуҙҙары һаман да көйрәй. Йәғәфәрҙең һуғышта яҙған хаттарын Гөлмәрйәм ай яҡтыһында ла, усаҡ янынында ла ҡат- ҡат уҡый. Балаларына күрһәтмәйенсә күҙ йәштәрен түгә. Ауылдың киләсәге атайҙары һуғышта үлеп ҡалған малайҙарҙа икәнен яҡшы аңлай Рәми. Ауылдың алдынғы ҡарашлы ир- егеттәренән булған, етәксе эштәрҙә эшләгән , китаптар уҡырға яратҡан Йәғәфәрҙең ир- егеттәргә хас сифаттарын Рәми үҙ итә. (3-6-сы бит)

Ни өсөн һуң ул ауылда ҡалмай?

Рәмилдең киләсәккә маҡсаттары:

Әммә уның уй- ниәттәре алыҫҡа төбәлгән. Ҡайҙа? Әсәһе өсөн, ауылы өсөн, барлыҡ ил өсөн кәрәкле кеше булып үҫкеһе килә.

-Белемгә ынтылыу, яңы китаптарға һыуһау, әҙәбиәткә һөйөү, мөхәббәт..

-Үҙенең шиғырҙар яҙыуы, тиҙ генә шиғырҙарын ҡуйын дәфтәренә яҙып ҡуйыу..

-Белемгә артылыу юлында бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә,ғүмерҙең бер генә көнөн дә илке- һалҡы үткәрмәҫкә.

-Шағир булыу, шиғырҙарының баҫылғанын күреү- был хыялдарын шағир күңел төбөндә йәшереберәк һаҡлай.(5-се6-сы,7се бит).

2. Әсә бөйөклөгө

Һалдат ҡатыны Гөлмәрйәм утыҙ йәше тулыр- тулмаҫ дүрт бала менән тол ҡала.

Гөлмәрйәм Ғарпованың уңғанлығына Арҡауылда ғына түгел, барлыҡ тирә- яҡта һоҡланмаған кеше юҡ. Һуғыш ваҡытында уны “Салауат районының комбайны” тип ололап йөрөттәләр.1942 йылғы ураҡ ваҡытында ул бер үҙе 18 гектар ерҙең игенен йыйып алды.

Ураҡсы Гөлмәрйәм райондағы ҡатындарҙан тәүге булып хөкүмәт наградаһы менән бүләкләнә. Рәми иң беренсе ҡабат әсәнең иң яҡын кеше икәнен Өфөгә китеп барғанда тойҙом тип яҙа. Әгәр ҙә әсәйемде рәнйеткәнмен икән , уның мине ризалауын теләнем ти. Бигерәк тә инәһенең яулыҡ осона күҙҙәрен һөртөп, ҡулын болғап ҡалыуы йөрәкте тетрәндерҙе.. Рәмигә ошо ваҡыт бик ауыр булған, әммә ләкин уҡырға теләге көслө булғанға күрә, ошо ауырлыҡтарҙы еңә алған. Бындай аҙымды тик көслө рухлы кеше генә эшләй ала тип уйлайым.(7-се бит)

Оло юлға сыҡҡанда күҙ йәшен һөртөп әсәһе- һөйөклө инәйе ҡул болғап ҡалыуын бер ваҡытта ла иҫенән сығармай. Әсәһенең сабыр, аҡыллы булыуы уға ҡатмарлы тормош юлдарында көс, ҡеүәт биргән, тормошта әсәһенең фатихы, изге теләктәре күп тапҡырҙар һаҡлап алып ҡалған, минеңсә. Сөнки күңелендә ошо түҙемлелекте, матурлыҡты туплап үҫкәнгәлерме ауырлыҡтар алдында ул баҙып ҡалмай. Рәми Ғарипов кешенең тормош тамырҙары сабай саҡтарҙан, әсәнең яҡты, күҙ ҡарашы төбәлгән сәңгелдәктән, тәү ҡат тәпәй баҫҡан ваҡыттарҙан башланғанын бер ваҡытта ла иҫенән сығармағандыр, минеңсә.


Миндә фекер тыуа. Ошондай ғаиләлә үҫкән бала нисек тырыш булмаһын?

3. Рәми мәктәбе.Ауыл тормошо..

Атаһы һуғышта үлгәндә Рәмилгә 11, ҡустылары Рауил 7-лә, Урал 3-тә, Һеңлеһе әле саҡ сәңгелдәктән төшкән. Рауил менән Рәмил мәктәпкә бергә йөрөйҙәр, бер бүлмәлә һабаҡ алалар. Йорт тирәһендәге эштәрҙе Рәмил эшләй, әсәһе әйткәнде лә көтөп тормай, үҙенән бәләкәйҙәрҙе өйрәтә, тәрбиәләй.

Ғаиләләге баш бала Рәмилгә ауырлыҡтарҙың да иң ҙуры төшә. Һуғыш ваҡытында, һуғыштан һуң ул һарыҡтар, һыйырҙар, аттар көтә. Ололар менән бергә бесән саба, урып-йыйыу эштәрендә тир түгә, урман йыға, ярһыу Йүрүҙән буйлап һал ағыҙа. Тай өйрәтә. Иптәше Әлтәф менән үгеҙҙәрҙе, башмаҡтарҙы егергә өйрәтә башлайҙар.

Ҡулы йорт һәм колхоз эштәренән, көрәк- һәнәктәрҙән бушаған арала Рәмил китапҡа тотона, ваҡытын бушҡа үткәрмәй. Атаһынан ҡалған китаптарҙы ул ҡат- ҡат уҡып сыға. Өйҙә оҙаҡ шәм яндырып ултырып булмағанға күрә, колхоз идараһында ҡуна йөрөй. Уға ҡарауылсы Ғиззиямал апай төндәр буйына әллә ни тиклем әкиәттәр, бәйеттәр һөйләй. Шуныһы ҡыҙыҡ.. Идараның баҙында иҫке ҡағыҙҙар күп һаҡланған булып сыға. Шуларҙың яҙылмай ҡалған биттәренән Рәмил ҡустыһы Рауил менән дәфтәр, блокнот тегеп алалар.

Рауил хәтерләй: “Ағайҙың ауылда ҡушаматы Ҡырмыҫҡа ине” ти.

Белемгә сарсаған егет каникул ваҡыттарында Дыуан- Мәсетле ауылындағы Хөсәйен бабайҙарына бара.(атаһының яҡын ғына ағаһы).Уҡытыусы бабайының йорто- үҙе мөғжизә. Ҙур ҡыҙыл тышлы китап бик ауыр була. Рәмил аптырап:”Бабай, был нисә килограмм?”-тип һорай. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хөсәйен Фәтҡуллин:”Һигеҙҙән ашыу”,- тип, һаҡалын һыйпап ҡуя. Был ауыр том Сталиндың 60 йәшенә арнап сығарылған булған. Ошо китапты Рәми 4 көн ҡарай. Бабаһынан бик күп китаптар алып ҡайта, араларында Дауыт Юлтый. Афзал Таһировтың латин хәреф менән баҫылған романдары була.(5-6 –сы бит)

Уҡырға маҡсат ҡуйылған, уны алып ташлай аламмы?Бер әйттем- бөттө. Ҡуйған уйҙан кире ҡайтыу юҡ!. Маҡсатынан тайпылып, ярты юлда туҡтап ҡала торғандарҙан түгел. Уйы -Өфөгә юлланыу…Ни өсөн?.

Әсәһенең ныҡлы терәге икәнен, уны ҡыуандырып йәшәйсәген аңлауы миндә ғорурлыҡ тойғоһо уятмай ҡалманы. Сөнки үҫмер бала шуны аңлай: борон- борондан шулай килгән, ололарҙың өмөт- ышанысы, терәк- таянысы булып йәштәр үҫкән. Атайҙары һуғышта ятып ҡалған ошо малайҙарҙа етемләнеп ҡалған ауылдың киләсәге икәнен аңлай, шағир. Әммә уҡырға теләге шул тиклем көслө булыуы беҙгә, йәштәргә, үрнәк булырға тейеш тип уйлайым. Тағы ла Өфөгә китер алдынан нисек иптәштәре,тыуған ауылы, тәбиғәте менән хушлашыуы күңелемде тетрәтте.

.Атай урынына ҡалып, 4 баланы аяҡҡа баҫтырыусы.

.Рәмиҙең тәүге шиғыры яҙылыуға шаһит булған кеше

.Әсәйем шиғырҙар ярата ине, Туҡайҙың”Ҡара таҡта алдында”, “Аҡбай” шиғырҙарын миңә ятлатырға тырыша ине

.Инәйем минең яҡын бер апай кешегә оҡшай ине. Беҙҙең менән уйнай, көлә, Рауилды, Уралды уҡырға өйрәтте.(“Киләсәккә юл ярам”, “Арғымаҡ”, 2005)(173-179-сы бит)

. Әсә хаҡында яҙыу тамырҙарыңды барлау- рухи булмышыңды раҫлау ул.

.Әсә образы хәл иткес көс була.Әсә йөрәге. Һинән дә матур йөрәк бармы икән. Әсә!. Кем һуң минең турала һинең кеүек ҡайғыртһын?Ярай әле. Әсәй, мине тыуҙырғанһың. Ярай әле мин бармын!.22 йәшендә генә булһа ла шағир әсәһе тураһында шундай изге һүҙҙәр таба ала. Шағир изге кешеһенә таяна, әсәһенең кисерештәрен күҙ алдына килтерә. Һәм уйланыуҙарын шиғыр юлдарына күсерә. Әсәйем ҡулдары(1953-54йылдарҙа яҙыла) шулай тыуа.(180-181-се бит)


Ни тиклем ихтыяр көсө ныҡ булған Рәмиҙең. Мине хайран итә. Тағы ла шуға иғтибар иттем. Әсәһе өсөн дә, ауылы өсөн дә, барлыҡ ил өсөн дә кәрәкле кеше булып үҫкеһе килә. Белемгә ынтылыу, яңынан- яңы китаптарға һыуһау тынғы бирмәй буласаҡ шағирға. Күңеленә килгән шиғыр юлдарын тиҙ генә ҡуйын дәфтәренә яҙып та ҡуя. Шулай итеп үҫмерҙең талаптары ҡәтғи: белемгә ынтылырға. Артҡа сигенмәҫкә, ғүмерҙең бер генә көнөн дә илке- һалҡы үткәрмәҫкә!

1946 йыл. 5 апрель Көндәлек яҙмалары. 14 йәш- уны 14 көн тип иҫәпләйем тип яҙып ҡуя буласаҡ халыҡ шағиры. Миңә исем ҡуштылар: “Мин- Комсомолец!” ошо исемгә лайыҡ булыу Рәмилдә яуаплылыҡ тойғоһо уятала инде..

Юлға сыҡҡанда тоҡсай төбөндә ятҡан көндәлек дәфтәре һәм шиғырҙары- оло тормош юлына сыҡҡанда иң ҙур байлығым ине тип яҙыуы миндә ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Бөгөнгө көндә беҙ ошондай әйберҙе байлыҡҡа һанай алыр инекме? Бөгөнгө көндә беҙҙең тормош маҡсатыбыҙ ниндәй?

Шулай уҡ “Көндәлек яҙмаларының” тәүге битенән үк шағирҙың күңел кисерештәре, тормош хәлдәре, тәбиғәт күренештәрен тасуирлауы бик йәнле бәйән ителә. Хатта ҡайһы бер урындарҙа тотош картина күҙ алдына килә. Мәҫәлән:8-се, 10-сы биттәрҙә).

Мин тағы ла шуға иғтибар иттем:. Ошо хис- тойғоларҙы, кисерештәрҙе, тормош тураһындағы уйланыуҙарҙы 14 йәшлек малай яҙғанмы? Булмаҫ… Рәмиҙең телмәре нисек бай, фекер йөрөтөүе ололарса, һәр нәмәгә күп тәжрибәле кеше һымаҡ ҡарай, ололарса фекер йөрөтә.Ошо һүҙҙәремде тағы ла Рәми менән бергә интернатта тәрбиәләнгән Сафуан Фәхретдинов та дәлилләй: Балалыҡ уйындарында Рәмиҙең ҡатнашҡанын һис тә күрмәнем, ти ул.

4. Рәмиҙең сынығыу, һөнәр һайлау мәктәбе.

Рәми буласаҡ профессия тураһында хыяллана.

Осоусы хаҡындағы хыялдар, врач һөнәре лә ҡыҙыҡһындыра. (96-97-се биттәр) Минән яҙыусы сығасаҡмы, юҡмы? Мин кешеләрҙең рух инженеры була аламмы?

Аттестат алған көндө Ағиҙелдең бейек ярында баҫып торғанда ла Рәмиҙең күҙ алдына ҡапыл тыуған яҡтары килеп баҫа. Арҡауылын, Йүрүҙәнен, Ҡаратауын күргеһе килә, шатлығын әсәһе, туғандары менән тиҙерәк уртаҡлашҡыһы килә. Бында Рәмиҙең тәбиғәт балаһы булыуын күрәм.

Шундай һорау борсой: Аҡланыммы яҡташтарым ышанысын? Салауаттың аманатын, атаһының васыятын, әсәһенең өмөтөн, яҡташтарының ышанысын нисек аҡларға? Ошо ваҡыт атаһының тауышы васыят һымаҡ ишетелеп киткәндәй булды.(96-97-се бит) Күпме һыуҙар аҡҡан… Рәмигә 22 йәш. Ата- әсәһен ихтирам иткән, ололарҙы оло иткән, кеселәрҙе кесе иткән кеше генә шундай тойғолар кисерә алалыр.




III.Тикшереүемдең һөҙөмтәһе. Йомғаҡлау.

1.Алдыма ҡуйған бурысты үтәнем, тип уйлайым. Шағирҙың көндәлектәре бай йөкмәткеле, фәһемле булыуына тағы ла бер тапҡыр инандым. Уның көндәлектәре беҙгә, йәштәргә, оран-саҡырыу булып яңғырай. Рәмиҙең мәктәбе беҙҙе яҡтылыҡҡа, изгелеккә әйҙәй. Уның әҙәбиәте күптәрҙә рух, матурлыҡ, әхлаҡ төшөнсәләрен тәрбиәләне. Шағирҙың көндәлектәре бигерәк тә беҙгә, йәш быуынға, мөһимдер тип уйлайым. Уның әсәһенең, атаһының образдары, шағирҙың уларға ҡарата ҡарашы ҙур тормошҡа аяҡ баҫасаҡ йәш быуынды, киләсәктә ғүмер юлыбыҙҙа изгелеккә, мәрхәмәтлеккә саҡырыусы яҡты маяҡ булып торасаҡ, уның өгөт-нәсихәттәре, изге фатихалары ғүмер буйы ҡолаҡтарҙа сыңлаясаҡ, ә күңелдәребеҙҙә сәскән изгелек орлоҡтары шытып сығасаҡ, минеңсә.

Ирмен тигән ир-егеттең йөрәгендә эйәрле, йүгәнле ат ятыр тигән Р.Назаров. Мин Рәми Ғариповты ла шундай итеп күрәм: ул ғүмер буйы ярһыу ат һымаҡ алға сапҡан. Ауырлыҡтар килһә түҙгән, шатлыҡтарҙы уртаҡлаша белгән. Ялҡынлы һүҙҙәр, киләсәккә ышаныс , рухи көс, минеңсә, Рәми Ғариповта ғына .. ”Үҙемә әйткән һүҙ” исемле шиғырҙағы ошо юлдар миңә илһам бирә, ауыр минуттарҙа юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә.

Эйелеп бөгөлөп барма һәр тарафҡа,

Бөгөлә икән талдар бөгөлһөн;

Елберҙәмә һәр уҙғынсы елгә,

Елберләмә, усаҡ түгелһең.



Ҡулланылған әҙәбиәт: 1.

2. ”Йәшлек” гәзиттәренән мәғлүмәттәр

3.Рауил Бикбаев”Рәми”.

4. ”Йүрүҙән” гәзиттәре

5. Әҙәбиәт-хрестоматия 11 синыф өсөн.



Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс профессиональной переподготовки
Библиотекарь
Курс повышения квалификации
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе»
Курс профессиональной переподготовки «Маркетинг: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Экономика и право: налоги и налогообложение»
Курс повышения квалификации «Правовое регулирование рекламной и PR-деятельности»
Курс повышения квалификации «Разработка бизнес-плана и анализ инвестиционных проектов»
Курс профессиональной переподготовки «Управление ресурсами информационных технологий»
Курс профессиональной переподготовки «Разработка эффективной стратегии развития современного ВУЗа»
Курс профессиональной переподготовки «Техническая диагностика и контроль технического состояния автотранспортных средств»
Курс профессиональной переподготовки «Гражданско-правовые дисциплины: Теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Стандартизация и метрология»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.