Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Исследовательская работа по творчеству М.Карима
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Исследовательская работа по творчеству М.Карима

библиотека
материалов

Муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Абҙаҡ урта мәктәбе














Мирасова Йондоҙ 10 –сы класс


Мостай Кәрим ижадында һуғыш темаһы


//эҙләнеү эше//
















Ғилми етәксе:


Ситдикова Р.Р.

« __ »__________2014й.



Учалы - 2014


Йөкмәткеһе:


Инеш 3-сө бит.


Беренсе бүлек

Мостай Кәрим поэзияһында героика һәм патриотизм. 6-сы бит.


Икенсе бүлек

Мостай Кәрим прозаһында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ. 9-сы бит.


Өсөнсө бүлек

Мостай Кәрим драматургияһында үлемһеҙлек. 12-се бит.


Һығымта 14-се бит.


Ҡулланылған әҙәбиәт 15-се бит.




























Инеш.


2р халы7 16ене8 726ерле ул-7ы66ары мен2н данлы 32м б0й0к. Баш7орт хал7ыны8 бе6г2 билд2ле ме8 йылдан ашыу шанлы тарихына к16 3ал4анда ла, к1пме ут-3ыу6ар киск2н с2мле битт2рен, йорт-ер62рен 3а7лап 7ан 7ой4ан, дан ал4ан азаматтарын, ил, халы7тар ара3ында оло исем-ат 7а6ан4ан ул 32м 7ы66арын к1рерг2 м0мкин.

Х26ерге баш7орт 262би2тене8 ишле 4аил23енд2 шундай я6мышлы 6ур талант7а эй2 бул4ан 72л2м о9таларыны8 и8 ата7лы3ы Баш7ортостанды8 халы7 ша4иры Мостай К2рим тип 3ис икел2нм2й 2йтерг2 м0мкин. Ул 262би2тебе66е8 данын б0т2 Союз, хатта донъя к1л2мен2 алып сы7ты, халы7 к18еле к1гене8, поэзиябы66ы8 я7ты йондо6о булып бал7ыны.

Б0й0к Ватан 3у4ышы йылдан йыл алы9лаш3а ла, уны8 ша8дауы кешел2р к18елен2 тын4ы бирм2й. Ул йылдар6ы8 ауырлы4ын 16 и8енд2 таты4ан 3у4ыш ветерандары, тыл хе6м2тс2нд2ре к1рг2н-кисерг2нд2рен б0г0н д2 к18елен2н сы4армай.

Баш7орт я6ыусылары Б0й0к Ватан 3у4ышыны8 т21ге к0нд2рен2н алып у7 илебе66е8 азатлы4ы 0с0н к0р2шк2 к1т2релде. №14ышты8 башынан алып а6а4ынаса М.К2рим фронт яландарында батыр6арса 3у4ыша 32м 42ж2йеп актив ижад эше мен2н й2ш2й. Я6ыусы заманды 32м замандаштарыны8 рухи донъя3ын ни д2р2ж2л2 я7тырта алды, 262би2те бе6г2 нинд2й я8ылы7тар алып килде, 7а6аныштары 6урмы, бе662 нинд2й хис-той4олар уята алды, ысынбарлы7ты к1р32те1г2 ирештеме - ошондай һәм башҡа бихисап һорауҙар тыуа. Ошо һорауҙарға яуап табырға тырышыу, шул йәһәттән үҙ фекеремде лә әйтеү, һорауҙарҙың актуаллеген билдәләү - минең эҙләнеү эшемдең төп маҡсаты. Эшемдең актуаллеге шунда, яраланып, һуғыш юлын үткән яугир яҙыусының ижадын өйрәнеп, илһөйәрлек, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте - йыйылған һәм күҙәтеү үткәрелгән материалдар артабан дәрестәрҙә ҡулланыла ала.

Ҡуйылған һорауҙарға яуап эҙләгәндә мин республика баҫмаларынан “Ағиҙел”,”Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарына, Р.Байымовтың, Ғ.Хөсәйеновтың айырым хеҙмәттәренә таяндым.

Структураһы - эшем инештән, бүлектәрҙән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.


Мостай Кәрим-шәхес. Мостай Кәрим-шағир. Мостай Кәрим-публицист. Мостай Кәрим-драматург… Ошо тәртиптә уның һуғыш осорона арналған ижадын байҡап сығыу, геройҙарының рухи донъяһын асып һалыу, патриотик рух тойғоһо уятыу-“Мостай Кәрим ижадында һуғыш темаһы” исемле эҙләнеү эшемдең шулай уҡ маҡсаты булып һанала.





5.











Беренсе бүлек



Мостай Кәрим поэзияһында героика һәм патриотизм



























Әле генә институт тамамлап, иркенләп ең һыҙғанып хеҙмәт, ижад ҡосағына керергә торған шағир М.Кәрим ил уҙамандары менән бергә дошман яуын ҡайтарыр өсөн иңенә шинель һалырға, ҡулына мылтыҡ алырға мәжбүр булды.

Шағирҙың дошманға булған үсе уның “Үс алынһын” тигән шиғырында күренде.

Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” шиғыры шағирҙың ил алдындағы поэтик анты булып яңғыраны.

Һуғыштың тәүге йылында М.Кәримгә ҡулына ҡәләм алырға форсат бик теймәй.Мәшәҡәтле яу осороноң ығы-зығыһы, ҡыҫҡа сроклы хәрби курстарҙа уҡыу, алһыҙ-ялһыҙ һуғыш белеменә өйрәнеүҙәр менән ғүмер үтеп тора.Уҡып йөрөгәндә һәм фронтта һөжүм араларында яҙғылаштырған шиғырҙар тора-бара бер блокнот булып китә, ләкин ҡаты һуғыштарҙың береһендә ул блокнот юғалып, бар шиғырҙар юҡҡа сыға.Шуға күрә лә М.Кәримдең һуғыштың тәүге йылдарында тыуып, хәтерендә ҡалған шиғырҙары ике-өс бөртөк кенә.

1942 йылда госпиталдә яҙылған “Минең атым” шиғыры ваҡытлыса яуҙа ҡатнаша алмаған шағир – һуғышсының психологик характеристикаһы булып ҡабул ителә. Яу барғанда ауырып ятыу еңел түгел, тиҙерәк дошмандытар-мар итергә кәрәк. Халыҡ поэзияһы традицияларына тоғролоҡ һаҡлап, шағир был шиғырында үҙенең атын төштә күреү эпизодын индерә. Аҡбуҙ ат өсөнсө ай инде яландарҙа егетһеҙ, яңғыҙ тилмерә, уның тиҙерәк дуҫы өсөн үс алғыһы килә.

1943 йылдың көҙөндә, Днепр йылғаһы буйында бик ҡаты һуғыштар барғанда, фронтовиктар башҡорт халҡының башҡорт һалдаттарына яҙған хатын алалар. Оҙаҡламай, М.Кәрим фронтташтары исеменән “Башҡорт халҡына яуап хат”ын яҙа.Был шиғри сәләм хаты фашизмдың илебеҙгә килтергән ҡазаһы өсөн, етем ҡалған балаларҙың күҙ йәше өсөн, һәләк булған батырҙарҙың ҡаны өсөн үс һәм нәфрәт менән тулы йөрәктән сыҡҡан ант булып яңғырай.

М.Кәрим һуғыш темаһына яҙған “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырында яңы һуғыш уты тоҡандырырға самалағандарға сикһеҙ нәфрәт белдерә.

М.Кәрим 1942 йылдың көҙөндә “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Стационар госпиталдә “Үлмәҫбай”ҙың икенсе өлөшө, “Декабрь йыры” ижад ителә.

Был ике поэма бер-береһенә оҡшаш һымаҡ:шул уҡ фронт тормошо, үҙәктә бер герой-һалдат һәм уның үҙе хаҡында үҙе һөйләгәне.

Ләкин был ике поэма характер тыуҙырыу, ысынбарлыҡты поэтиклаштырыу яғынан икеһе ике төрлө. “Декабрь йыры” поэмаһында романтик план өҫтөнлөк алһа, “Үлмәҫьай” поэмаһында иһә конкрет батырлыҡты һүрәтләүҙә реалистик йүнәлеш төп урын биләй.

Был поэмаларында әкиәт алымдарына, ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға мөрәжәғәт итеүҙең бер сәбәбе барҙыр тип уйлайым: был һуғышта оло Ватанды яҡлау ғына түгел, һәр халыҡтың үҙен, тарихын, рухын, бар

булмышын һаҡлап ҡалыу.


7.

Автор милли тойғоноң, милли аңдың нескә ҡылдарына ҡағылып, уҡыусыла ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһон уятырға тырыша.

Патриотик тойғо автор геройҙарында героика менән үрелеп бара. Улар бер нисә тапҡыр немецтар менән күҙмә-күҙ осрашһа ла ҡурҡып ҡалмайҙар, еңеү өсөн бар көстәрен, оҫталыҡтарын, ышаныстарын һалалар.

Һуңғы йылдарҙа ижад иткән “Ҡара һыуҙар” поэмаһында М.Кәрим һуғыштың трагико-драматик моменттарына, ҡара яҡтарына нығыраҡ ҡағыла, уның ҡырыҫ реаллеген, аяуһыҙ һәм аяныс яҡтарын яҡтырта.

Был поэманы уҡығандан һуң күңел тетрәнеп китә. Аяуһыҙ яу мәлендә дошман алдында теҙ сүгеп, ер ҡорто урынына иҙелеп үлгән ҡурҡаҡ йәндең бахыр яҙмышы һәм уны яу ҡырында батырҙарса һуғышып хәбәрһеҙ юғалған һөйгән йәрем тип йөрәк төбөндә күпме ҡәҙерле хистәр, ғазап ҡатыш өмөттәр һаҡлап килгән сабыр һәм ғорур тол ҡатын сыҙамлығы хаҡындағы фажиғәле хикәйәт ул. Һалдат-ветеран исеменән һөйләтелгән фронт эпизоды фажиғәле ситуациялары менән әҫәргә драматик төҫ биреп, хәл-ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.

М.Кәрим үрҙә һаналған һәм башҡа поэтик әҫәрҙәре ярҙамында һуғыш дөрөҫлөгөн асып һалған, яугирҙың батырлығын һәм патриотик рухын беҙгә түкмәй-сәсмәй еткерә алған.






















8.













Икенсе бүлек



Мостай Кәрим прозаһында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ


























Проза – М.Кәрим ижадының икенсе ҙур тармағы. Прозаға ул балалар әҙәбиәте аша бала саҡ темаһы менән килде.

Миҫал өсөн “Малайҙар”хикәйәһен алайыҡ. Был бик ҡыҫҡа ғына, сюжеты яғынан ябай ғына бер хикәйә. Автор үҙенең иҫтәлектәренең береһен хикәйәгә әйләндергән. Ошо ҡыҫға ғына хикәйәне уҡығандан һуң күп балаларҙа, бигерәк тә малайҙарҙа батырлыҡ хисе, патриотик рух, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер тороу теләге уянғандыр.

1951 йылда республикабыҙҙың “Пионер” журналында М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы донъя күрә. Ҡәҙимге ауыл тормошо, кескәй балалар донъяһы һүрәтләнә. Осоро – Бөйөк Ватан һуғышы йылдары. Бәләкәй Йәмилдең атаһы фронтта. Ул – ете йәшлек малай. Әсәһе менән генә йәшәй. Күрше ауылда өләсәһе бар. Һуғыш шарттарында тормоштары еңелдән түгел.

Бына бер саҡ әсәһе атаһының яҙыуы буйынса ҡайҙалыр алыҫҡа барып, Оксана исемле дүрт йәшлек бер ҡыҙҙы алып ҡайта. Оксана Йәмилдең бер туғанылай яҡын кешеһенә әйләнә. Оло һуғыш еңеү менән бөтә. Йәмилдең атаһы ҡайта. Оҙаҡламай Оксананың атаһы ҡыҙын табып, Украинаға алып китә.

Һуғыш йылдарының иҫ киткес ауырлыҡтарын, мохтажлыҡтарын түгел, йәшәүҙе йәмләй торған һәйбәт кешеләр тураһында һөйләүҙе автор тәүге урынға ҡуя. Һуғыш ни тиклем аяуһыҙ булһа ла, изгелек һәм гармония, кешелек тураһындағы хыял кешеләрҙең әхлаҡи йәшәйешенең тәүге нигеҙе булып ҡалыуын иҫбат итергә тырыша.

Был повесында автор балалар образы, уларҙың хыялдары, уйҙары аша Тыуған илгә һөйөү, тыныс, бәхетле тормош өсөн көрәш, батырлыҡ тойғоларын тәрбиәләй.

Етмешенсе йылдарҙа М.Кәрим “Оҙон оҙаҡ бала саҡ” повесын яҙа. Китапта яҡты иҫтәлектәр, тетрәткес хәтирәләр, хатта үлем-фажиғәләр күп. Уның ҡанлы, үлемесле һуғыш яланы тамашаһы менән башланып китеүе лә осраҡлы түгелдер тип уйлайым. Яу яланында ауыр яралы һалдат ята. Хәле үтә мөшкөл. Иҫе лә йә бар, йә юҡ.

Был һалдат – авторҙың үҙе. Һушын юйып, күпмелер ятҡас, тағы аңына килә. Ята торғас ул һулыш алған һайын күкрәгенең һул яғынан ҡан ҡатыш тын сыҡҡанын һиҙә.Ул бер ниндәй һыҙлау тоймай, ғазапланмай ҙа.Ирекһеҙҙән яра алған моменттары күҙ алдынан үтә.

Авторҙың был повесы изгелек, кешелеклелек, намыҫ, выждан, әҙәп кеүек төшөнсәләрҙе тәрбиәләүсе әҫәр, тип иҫәпләйем мин. Ошо бөйөк төшөнсәләр генә батырлыҡҡа һәм ысын дөрөҫлөккә юл асалыр, кешене лә ысын кеше итәлер.

М.Кәримдең беҙ өйрәнәсәк “Ярлыҡау” повесы Бөйөк Еңеүҙең ҡырҡ йыллығы тулыу айҙарына тамамланған әҫәр. Һуғыш, әммә ҡанлы яуҙың үҙе хаҡында түгел.

Ғөмүмән, М.Кәрим – именлек, тыныс ғүмер йырсыһы. Ул Бөйөк Ватан һуғышында башынан аҙағынаса ҡатнашһа ла, яу тураһында сағыштырмаса аҙ яҙған. “Ярлыҡау” повесында һуғыш фажиғәһенең бер яғы ғына асыла.

10.

Әммә ул үҙе төрлө уйҙарға һала, күңелде тетрәндерә. Тәү ҡарамаҡта повесть алынған ваҡиғаһы, сюжеты менән ябай, ыҡсым ғына әҫәр. Фронт һыҙығына яҡын ерҙә ярты тәүлек эсендә барған хәл-ваҡиға. Сюжеты- йәштәрҙең ҡыҫҡа, ҡайнар мөхәббәте һәм фажиғәле үлеме. Бында һуғыш дәһшәттәре юҡ, әммә һәр һөйләменән һуғыш һауаһы һәм касафаты бөркөлөп тора. Әлбиттә, хәрби темаға арналған әҫәрҙең мөһимлеге, яу ҡаһарманлығы, ҡан-үлемдәре күплеге-аҙлығы менән түгел, бәлки һуғышҡа туранан-тура мөнәсәбәтле мәсьәләләрҙең нисек ҡуйылышы һәм нисек хәл ителеше менән билдәләнәлер, минеңсә.

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ М.Кәрим прозаһында иң тәүҙә уның “Малайҙар” хикәйәһендә асыҡ сағыла. Анастас менән Младен исемле малайҙарҙың батырлығын күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.

Артабан был тойғоно автор “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында реаль ваҡиғалар аша сағылдыра.

Оҙон оҙаҡ бала саҡ” повесында иһә автор үҙенең иҫтәлектәренә таянып, һалдат батырлыҡтарын тетрәтеп, йөрәге аша үткәреп һүрәтләй.

Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ темаһы “Ярлыҡау” повесында сержант Зухтың мөхәббәте аша һәм лейтенант Йәнтимер Байназаров батырлыҡтары ярҙамында сағыла.
























11.













Өсөнсө бүлек


Мостай Кәрим драматургияһында үлемһеҙлек



























М.Кәрим драматургияһы – үҙе бер драматик тамашалы сәнғәт иле.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, яу йылдарында драма әҫәре яҙырға форсат теймәй Шулай ҙа, фронтта ҡаты яраланып, тыуған яғына ҡайтҡас та пьеса яҙырға ултыра.1947 йылда “Туй дауам итә” тигән өс шаршаулы драмаһын яҙып бөтә.

Туй дауам итә” Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған, яу йылдарында совет кешеләренең айырыуса сағыу сағылған иң яҡшы яҡтарын – тыуған илгә һөйөүҙе, дошманға нәфрәтте, батырлыҡты, үлемһеҙлекте, тоғролоҡто, берҙәмлекте, фиҙәҡәрлекте – һалдат һәм офицер образдары аша конкрет кәүҙәләндереүгә нигеҙләнгән әҫәр.

Ике йәш кешенең – Заһир менән Гөлшаттың шат туйҙарын тасуирлауҙан башланған был пьесала, Бөйөк Ватан һуғышы сығып, туйҙың өҙөлөп ҡалыуы, уларҙың яу юлдарын үтеүе һәм фашизмды еңгәс, туйҙың дауам итеүе рәүешендәге сюжет һыҙығы барлыҡҡа килә.

Яңы йәмғиәттең еңелмәҫлеге, совет кешеләренең оптимизмы, йәшлек дәрте, яуҙағы ҡаһарманлығы һәм киләсәккә яҡты өмөттәре пьесаны героик-романтик рух менән һуғара.

Бөйөк Ватан һуғышына арналған башҡа драмалар менән сағыштырғанда “Туй дауам итә” драмаһында яу ҡырыҫлығы, ҡан-йәш, үлемгә ҡарағанда героик рух, яҡты буяуҙар, романтик күтәренкелек өҫтөнлөк итә. Ямалетдин менән Горячев кеүек яугирҙар фронт шарттарында күңелдәрҙе күтәрерлек, һағыштарҙы баҫырлыҡ, ҡайғыларҙы онотоп торорлоҡ йор һүҙҙәр, юмор сатҡылары таба беләләр.Пьеса оптимистик рухта, еңеү, туй, йәшәү шатлығы менән тамамлана.

Айгөл иле” драмаһында ваҡиғалар 1955-1956 йылдарҙа бара. Әҫәрҙә уй-тойғолар – шатлыҡ һәм ҡайғылар, өмөт һәм өмөтһөҙлөктәр, осрашыу ҡыуаныстары, кешеләр тормошоноң һынылышлы яҡтары бар.

Прологта уҡ пьесаның ниндәй хәл-ваҡиғаларға ҡоролғанлығы аңлашыла тиерлек. Етеп килгән Айгөл үҙ-үҙен, мөхәббәтен, юғалған әсәһен эҙләй. Атаһы фронтта үлеп, әсәһе лә һуғышҡа китеп ғәйеп булғас, сабый сағынан уҡ Йәғәфәр бабаһы ҡулында тәрбиәләнгән. Илен, туғандарын алмаштырған Зөлхәбирәне бер кем дә ғәфү итә алмай. Тик уның менән улай ҡыланырға мөмкинме һуң? Ул бит һөйөклө ҡыҙын, илен, туғандарын үҙ теләге менән ташлап китмәгән. Уны һуғыш шундай аҙым яһарға мәжбүр иткән. Ул-трагик фигура.Хәбәрһеҙ юғалған ирен эҙләп фронтҡа китеп, үҙе лә ғәйеп була: дошман ҡулына эләгә, аҙаҡ яҙмышын итальян Пиноккио менән бәйләй. Һуғыш сыҡмаһа, бәлки бындай хәлдәр ҙә булмаҫ ине. Барыһы ла шул һуғыш арҡаһында ғына сыға.

Айгөл иле ул – символик мәғәнәгә эйә киң донъя, рухи матурлыҡ, гүзәллек иле. Бында дуҫлыҡ, мөхәббәт, тыуған илгә һөйөү, бәхеткә ынтылыу бөтмәҫ-төкәнмәҫ көскә эйә.



13.

Һығымта


Шағирлыҡ һәм яугирлыҡ. Донъяға бары ижад итеү маҡсаты менән тыуған шағирҙарҙың иңенә үлемесле ваҡиғалар, тарихта әлегә быға тиклем тиңдәше булмаған һуғыш һалған ауыр яугирлек бурысы… Башҡорт шиғриәте был алыштарҙа һәр саҡ алғы сафта булды, ҡыйыу булды, бер генә һүҙе менән дә Тыуған ил алдындағы антына хыянат итмәне. Иң мөһиме – ошо ҡайғылы йылдарҙа шиғриәттең, ғөмүмән, әҙәбиәттең теле үткерләнде.

Әҙәбиәтебеҙҙә халҡыбыҙҙы, бөтә кешелек донъяһын немец фашистары ҡоллоғонан ҡотҡарып ҡалыу темаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу-ҡатнашмауға ҡарамаҫтан, һәр кемдең изге бурысы һәм мөһим проблема булып ҡаласаҡ. Яу батырлыҡтарын үткән, тәндәре пуля, тимер ярсыҡтары менән телгеләнгән, әммә рухтары менән көслө ҡаһармандар быуынын йәшерәк һәм киләсәк быуындар алмаштырыр. Әммә был проблемаға халҡы, тарих алдында намыҫы булған берәүҙең дә ҡарашы, мөнәсәбәте үҙгәрмәйәсәк.

Һуғыш йылдарының үҙе һәм үҙ быуыны өсөн оло һынау, патриотизм һәм гражданин рухын тәрбиәләүҙә дәһшәтле мәктәп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, М.Кәрим үҙенең әҫәрҙәре аша һүрәтләне. Был эшемдә ошо һыҙаттарҙы табырға, уларҙы сағылдырырға тырыштым һәм маҡсатыма ирештем, тип уйлайым. Сөнки был эшемде яҙған ваҡытта уның геройҙарын үҙемдең янымда кеүек тойҙом, улар менән бергә яндым, бергә көрәштем.






















14.

Ҡулланылған әҙәбиәт


  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 5-се т.:Башҡорт совет әҙәбиәте (1956-1965). (томдың редколлегияһы: Р.Бикбаев, С.Сафуанов, Ғ.Рамазанов.) Яуаплы редакторы:Р.Бикбаев.- Өфө ; Китап, 1993.-600 бит.

  2. Ғ.Хөсәйенов. М.Кәрим: Шәхес. Шағир. Прозаик.-Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте, 1994.-416 бит.

  3. М.Ғәнуллин. Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар.//Башҡортостан уҡытыусыһы. 2000.-№ 5.- 29-32-се б.б.

  4. М.Ғәнуллин. Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар.//Башҡортостан уҡытыусыһы. 2000.-№ 6.- 31-34-се б.б.

  5. М.Кәрим. Ғүмер миҙгелдәре. (Әҫәрҙән өҙөктәр). // Ағиҙел. – 1999.-№ 2. – 5-22-се б.б.

  6. М.Кәрим. Йөрәктәрҙә беҙҙең- яу ялҡыны, йөрәктәрҙә – ижад ялҡыны. // Ағиҙел. – 2000. - № 5. – 5-6-сы б.б.

  7. М.Кәрим. Европа-Азия. Шиғырҙар. – Өфө : Башҡортостан китап издательствоһы, 1954. – 56 бит.

  8. М.Кәрим. Әҫәрҙәр дүрт томда. 1-се том. Шиғырҙар, поэмалар.-Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. – 400 бит.

  9. М.Кәрим. Һайланма әҫәрҙәр. Ике томда. 2-се т.-Өфө : Башҡортостан китап нәшриәте.

10. М.Кәрим. Ғүмер миҙгелдәре. – Өфө : Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1992. – 256 бит.




















15.


Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 26.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров224
Номер материала ДВ-380614
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх