Инфоурок Начальные классы ПрезентацииИсследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему "Моя родословная" на башкирском языке

Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему "Моя родословная" на башкирском языке

Скачать материал

Выберите документ из архива для просмотра:

Выбранный для просмотра документ Исслед работаМоя родословная.docx

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

“Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

муниципаль район Йылайыр  районы

 

Эҙләнеү-тикшеренеү эше:

“Минең шәжәрәм”

 

               

 

 

Башҡарҙы:

Йылайыр районы,Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

3-сө класс  уҡыусыһы Аҡҡужин Айтуған Азамат улы

  Етәксеһе:

Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар

уҡытыусыһы Аҡҡужина Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы

    Боронғоларҙың һәр береһе үҙенең ете быуынын яҡшы белгән. Берәүҙәр ата-бабаларының исемдәрен хәтерендә генә йөрөткән.Икенселәр ырыу ағасын -шәжәрәһеняҙа барған.    

Ете быуынды белеү ҙур әһәмиәткә эйә,сөнки тамырын тойған ағас ҡына  ышаныслы үҫә,нығый.Тамырһыҙ ағас ҡорой.Шуның кеүек нәҫелеңде,ырыуыңды белмәһәң милләт юғала.

     Шулай итеп,башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм һаҡлау йолаһы йәшәгән.

     Мин дә ата-бабаларымдың кем,ниндәй кеше булыуҙарын ,уларҙың исемдәрен,кәсептәрен,тарихын белергә теләп ошо тикшеренеү эшемде  башланым.

1.Тикшеренеү эшемдең актуаллеге.

Хәҙерге ваҡытта үҙ тамырын белергә  теләүселәр күбәйгәндән күбәйә бара,ләкин шәжәрәләрҙе күбеһенсә һаҡламау  эҙләнеүселәр өсөн  ауырлыҡ тыуҙыра.

   Шәжәрә- ғәрәпсә ырыу ағасы тигәнде аңлата.Ул  тарихты өйрәнеүгә ярҙам итә. Шәжәрәһен белмәгән кеше-хәтерһеҙ кеше тигән һүҙ.

2.Тикшеренеү эшемдең маҡсаты:

-Шәжәрә тураһында мәҡәләләр уҡыу

-Туғандарымды белеү,таныу

-Ырыуыбыҙ ағасын төҙөү

-Иптәштәремдә шәжәрәне белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу

3. Тикшеренеү сығанағы:

Темаға ярашлы әҙәбиәт, өлкән инәйҙәр,олатайҙар менән һөйләшеү,аралашыу

 

4. Тикшеренеүҙең практик әһәмиәте.

Тикшеренеү эшем менән ғаиләм,ҡартатайым,ҡәртәсәйем,туғандарым тураһында күп яңылыҡтар белеү.Был эшем мәктәп музейында,класс тормошонда файҙаланыла ала һәм ғаиләбеҙ тарихын тулыландырасаҡ.

5.Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө- инеш, төп өлөш,йомғаҡлау,ҡулланылған сығанаҡтар исемлегенән тора.

Ырыу ағасым һин,эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә!(Ҡ.Аралбай)

 

  

Мин-Айтуған,апайҙарым-

Фаягөл һәм Айгизә,

Йәлил булыр ағайым,

Бәләкәй һеңлем Мәликә

Азаматтың балалары-

Ҡартатайым Сабирйәндең

Нәҫеленең дауамы.

Ҡартатайҙың атаһы-

Ғәйнулла атлы булған,

Улы булған Сәхәүитдин

Атаһы-Хисамитдин

 Иҫәнгилденең атаһы

Булған Аҡҡужа батыр

Ҡартатайым хөрмәтенә

Таралған Аҡҡужиндар

Беҙ барыбыҙ бер заттан

Ҡыпсаҡтар ырыуынан.

Ырыуыбыҙ-Ҡыпсаҡ

Ағасыбыҙ-ҡарама

Ҡошобоҙ-бөркөт

Тамғабыҙ-ҡусҡар.

Минең ғаиләм

Атайым Азамат Сабирйәнулы 1964 йылдың

17 июлендә ҙур ғаиләлә 10-сы бала булып донъяға килгән.Ул мәктәптә яҡшы уҡыған.Күп йылдар инде шофер булып эшләй.Әлеге ваҡытта мәктәп автобусын йөрөтә. Минең атайым бик аҡыллы,эшсән.

    Әсәйем Алһыу  Ишкилде ҡыҙы.Ул 1974 йылдың 24 октябрендәтыуған,һатыусы һөнәрен һайлаған. Хәҙер өйҙә  өс  айлыҡ ҡына Мәликә һеңлемде ҡарай.Әсәйем  һөйкөмлө,беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай.

     Ҙур апайым ФаягөлӨфөлә уҡый.Ул башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡ.Айгизәапайым Мәскәү дәүләт урман университетында белем ала.Йәлилағайым  Баймаҡ ауыл хужалығы колледжында уҡый.

    Бына шулай беҙҙең ғаилә ҙур ҙа,татыу ҙа,бер-беребеҙҙе һағынып көтөп алабыҙ.

 

Минең ҡартатайым.

ҠартатайымАҡҡужин Сабирйән Ғәйнулла улы  1913 йылда Йомағужа ауылында тыуған. Ул  бәләкәй генә саҡта етем ҡала.,олатаһы алып тәрбиәләй.Тракторсылар курсын тамалағас ауылға иң беренсе булып трактор алып ҡайта. Һуңынан тракторсылар бригадиры булыпэшләй.1942 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына.Ул Украинала фронтында,күп кенә ҡалаларҙы азат  итеүҙә ҡатнаша.

1946 йылда   бер аяҡһыҙ ауылға әйләнеп ҡайта.Колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. 60  йәшендә  һуғыш яраларынан ғүмере өҙөлә.Уның күп кенә миҙалдары һаҡлана.

Минең ҡәртәсәйем

ҠәртәсәйемАҡҡужина Фатима Сәләх ҡыҙы.Ул 1916 йылда Үрге Ғәле ауылында тыуа.1928 йылда Йомағужа  менән Спутник ауылы араһындағы бер яланға күсеп  иң беренсе өй һалып сығалар.Бер йыл йәшәгәс был урынға Ҡайраҡлы һәм Аҡсура ауылдарынан кешеләр күсеп сыға башлай һәм  ауыл барлыҡҡа килә. Ауылға беренсе булып күсеп сыҡҡан Сәләх Мортаев исеменә Сәләх тип исем бирәләр.

1936 йылда ҡартатайым менән ғаилә ҡоралар. Уларҙың ун балалары  була.1967 йылда ҡәртәсәйемә Герой-әсә исеме бирелә.

Ҡәртәсәйем 93 йәшендә  вафат булып ҡала.

          .

    

           Әлеге ваҡытта ҡәртәсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәғиҙә инәйем бар.Уға   95 йәш.Ул кесе ҡыҙында Өфөлә йәшәй.

    Хәҙерге ваҡытта ҡартатайым менән ҡәртәсәйемдең 43 ейән—ейәнсәре, 56 бүләсәре,6 тыуасары бар.

Ҡартатайым менән ҡәртәсәйем ауылыбыҙҙың иң ихтирамлы ғаиләләренең береһе була.Ауылыбыҙға  нур сәсеп,балҡып тороусы мәсет кә  лә минең ҡәртәсәйемдең исемен биргәндәр. Ул  “Фатима” исемен йөрөтә. Мин улар менән ғорурланам

 

 

 

 

 

 

  Йомағужа ауылында Аҡҡужиндар нәҫеле артҡандан-арта бара,ишәйә,йәшәй.Тимәк, минең  тамырым ҡоромай!

Ә тамырҙарыңды белеү кешегә ерҙең хужаһы булып йәшәүгә көс бирә.

Ырыу ағасы быуындан- быуынға күсеп барһын,тулыланһын.Киләсәктәбеҙҙең өсөн дә ғорурланырлыҡ булһын.

Мин ошо тикшеренеү эше  менән күп  яңылыҡтар белдем.Минең ата-бабаларымдың эш һөйөүсән,ихтирамлы кешеләр булыуына ышандым.Мин улар менән ғорурланам.Ырыу ағасы төҙөргә өйрәндем.

Шулай ҙа әле миңә күп нәмәләр тураһында белергә,эҙләнергә кәрәклеген аңланым.Тикшеренеү эшен киләсәктә лә дауам итермен.

 

 

 

 

 

 

 Ҡулланылған әҙәбиәт

1.И.Д.Бураҡаев,М.С,Бураҡаева,М.Б.Юлмөхәмәтова.Тормош һабаҡтары.Өфө, «Китап»2000.

2.“Аҡбуҙат”журналдары

3.Интернет мәғлүмәттәре

4.Йомағужа урта мәктәбендәге музей материалдары

5. Атайым,инәй-олатайҙарым иҫтәлектәре,ғаилә фотоальбомы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему "Моя родословная" на башкирском языке"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инструктор по гимнастике

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Выбранный для просмотра документ Презентация.pptx

Скачать материал "Исследовательская работа с презентацией ученика 3 класса на тему "Моя родословная" на башкирском языке"

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Описание презентации по отдельным слайдам:

  • Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
3-сө класс  уҡыусыһы 
Аҡҡужи...

    1 слайд

    Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
    3-сө класс уҡыусыһы
    Аҡҡужин Айтуған Азамат улы



  • Эҙләнеү-тикшеренеү эше:
    “Минең шәжәрәм”


Етәксеһе: 
Йомағужа...

    2 слайд

    Эҙләнеү-тикшеренеү эше:

    “Минең шәжәрәм”


    Етәксеһе:
    Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Аҡҡужина Фәриғә Ғәтиәт ҡыҙы


  • Тикшеренеү эшемдең актуаллеге   Хәҙерге ваҡытта үҙ тамырын белергә  теләүселә...

    3 слайд

    Тикшеренеү эшемдең актуаллеге
    Хәҙерге ваҡытта үҙ тамырын белергә теләүселәр күбәйгәндән-күбәйә бара, ләкин шәжәрәләрҙе күбеһенсә һаҡламау эҙләнеүселәр өсөн ауырлыҡ тыуҙыра.
    Шәжәрә - ғәрәпсә “ырыу ағасы” тигәнде аңлата.Ул тарихты өйрәнеүгә ярҙам итә. Шәжәрәһен белмәгән кеше-хәтерһеҙ кеше тигән һүҙ.

  • Тикшеренеү эшемдең маҡсаты:
Шәжәрә тураһында мәҡәләләр уҡыу
Туғандарымды бе...

    4 слайд


    Тикшеренеү эшемдең маҡсаты:


    Шәжәрә тураһында мәҡәләләр уҡыу
    Туғандарымды белеү,таныу
    Ырыуыбыҙ ағасын төҙөү
    Иптәштәремдә шәжәрәне белеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу

  • Ырыу ағасым һин,эй шәжәрәм!
Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
Күкте терәп ерҙә һин...

    5 слайд



    Ырыу ағасым һин,эй шәжәрәм!
    Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.
    Күкте терәп ерҙә һин торғанда
    Йәшәргә лә әле йәшәргә!
    Ҡ.Аралбай

  • !(Ҡ.Аралбай)

    6 слайд

    !(Ҡ.Аралбай)

  • Ырыуыбыҙ-Ҡыпсаҡ
Ағасыбыҙ-ҡарама
Ҡошобоҙ-бөркөт
Тамғабыҙ-ҡусҡар.

    7 слайд

    Ырыуыбыҙ-Ҡыпсаҡ
    Ағасыбыҙ-ҡарама
    Ҡошобоҙ-бөркөт
    Тамғабыҙ-ҡусҡар.

  • Минең   татыу    ғаиләм

    8 слайд

    Минең татыу ғаиләм

  • 9 слайд

  • Минең ҡартатайым-Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

    10 слайд

    Минең ҡартатайым-
    Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

  •   Ҡартатайымдың миҙалдары

    11 слайд

    Ҡартатайымдың миҙалдары

  • Минең ҡәртәсәйем

    12 слайд

    Минең ҡәртәсәйем

  •  Ҡәртәсәйем -  Герой-әсә

    13 слайд

    Ҡәртәсәйем - Герой-әсә

  •    Ҡәртәсәйем миҙалдары

    14 слайд

    Ҡәртәсәйем миҙалдары

  • Миҙалдар бик күп икән!

    15 слайд

    Миҙалдар бик күп икән!

  • Ҡәртәсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәғиҙә инәйемә
 95 йәш

    16 слайд

    Ҡәртәсәйемдең бер туған һеңлеһе Сәғиҙә инәйемә
    95 йәш

  • “Фатима” исемендәге мәсет

    17 слайд

    “Фатима” исемендәге мәсет

  • 18 слайд

  • 19 слайд

  • Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

    20 слайд

    Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 882 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 13.10.2015 2505
    • ZIP 14.8 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аккужина Фарига Гатиятовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аккужина Фарига Гатиятовна
    Аккужина Фарига Гатиятовна
    • На сайте: 10 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3386
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

HR-менеджер

Специалист по управлению персоналом (HR- менеджер)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Подготовка детей к школьному обучению в условиях вариативного дошкольного образования и реализации ФГОС НОО

Учитель по подготовке к школе (педагог)

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 306 человек из 59 регионов
  • Этот курс уже прошли 611 человек

Курс повышения квалификации

Особенности преподавания литературного чтения в условиях реализации ФГОС НОО

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 48 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 197 человек

Курс повышения квалификации

Программа работы с неуспевающими и слабоуспевающими учащимися старшего дошкольного и младшего школьного возраста

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 131 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 259 человек

Мини-курс

Техническое обслуживание и диагностика сельскохозяйственной техники

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы профессиональной деятельности эксперта в области индивидуального консультирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Физическая культура и спорт: методика, педагогика, технологи

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 20 человек из 13 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек