Инфоурок / Другое / Конспекты / Исследовательская работа " Тубыҡтан тыуған Тупай батыр"

Исследовательская работа " Тубыҡтан тыуған Тупай батыр"

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов

hello_html_7c4e1000.gifhello_html_m3579a230.gifhello_html_7b122b40.gifhello_html_3f6ee5b2.gifhello_html_7964b099.gifБашҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Учалы районының мәғариф бүлеге

Муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы Ә.Ғ. Хөснөтдинов

исемендәге Учалы ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе









Эҙләнеү эшенең темаһы:

Тубыҡтан тыуған Тупай батыр ” әкиәте



Башҡарҙы:

Учалы ауылы дөйөм урта елем биреү мәктәбенең

Аҡтамыр” фольклор түңәрәге уҡыусылары.

Етәксеһе: башҡорт теле әҙәбиәт уҡытыусыһы

Нотфуллина Рәзидә Вәзир ҡыҙы





Учалы 2016

Йөкмәткеһе



1.Инеш 2-5

2. Төп өлөш 6-8

Әкиәттең йөкмәткеһе

3.Йомғаҡлау 9

4. Ҡулланылған әҙәбиәт 10

5. Ҡушымта ( презентация теркәлә) 11-18























Инеш

«Фольклор» - халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға , телдән- телгә тапшырылып килгән ауыҙ- тел ижады. Ауыҙ – тел ижады әҫәрҙәре һүҙ ярҙамында телдән ижад ителә һәм һөйләү юлы менән телдән – телгә күсеп йәшәй. Башҡорт халҡының ауыҡ- тел ижады бик бай. Унда һеҙгә бәләкәйҙән таныш булған әкиәттәрҙән йомаҡтарҙан тыш бик күп эпостар, легендалар, риүәйәттәр, бәйеттәр, йырҙар,таҡмаҡтар, көләмәстәр , мәҡәлдәр һәм әйтемдәр бар. Былары ауыҙ – тел ижадының жанрҙары тип атала.

Әкиәт һөйләшеү- бала саҡ уйындарының мауыҡтырғыс һәм ҡабатланмаҫ мәлдәре. Бала әкиәт геройҙары менән бергә йәшәй , үҙен борсоған һорауҙарға әкиәт ярҙамында яуап таба. Әкиәттәр балаға тормошта йәшәү дөрөҫлөгөн аңларға,үҙенең һәм кешеләрҙең ҡыланыштарына баһа бирергә өйрәтә. Башҡорт халыҡ әкиәттәре аша яуызлыҡты еңергә, яҡшылыҡ эшләргә өйрәнергә, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреше менән танышырға була. Борон әкиәтте « ҡараһүҙ» тип йөрөткәндәр, сөнки әкиәтте ҡараңғы төшкәс, шәмгә ут алғас ҡына һөйләгәндәр.









Тикшеренеү эшебеҙҙең актуаллеге

Беҙ халыҡ ижады өлгөләрен өйрәнергә һәм киләсәк быуындарға һаҡлап алып ҡалырға тейешбеҙ. Учалы районы Байрамғол ауылында 1890-2004 йылдарҙа йәшәгән йәшәгән Шарапова Ғилминиса Әхмәт ҡыҙынан яҙып алынған әкиәтте өйрәнеү, сәхнәләштереү .





Эҙләнеү эшенең маҡсаты

  • Учалы районында йәшәгән , халҡыбыҙҙың ауыҙ – тел ижады өлгөләрен яттан белгән оло быуын кешеләренән яҙып алып алып ҡалыу

  • Халҡыбыҙҙың фольклор жанрҙарын өйрәнеү.

  • Иптәштәремдә, башҡорт халҡының ауыҙ- тел ижадын йыйыуға, өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

  • Уҡыусының шәхси танып белеү һәләтен, эҙләнеү, тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү












Эҙләнеү предметы

Халыҡ ижады өлгөләрен оло быуын кешеләренән яҙып алыу.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн темаға ҡағылышлы фәнни эҙләнеү- тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, ауыҙ-тел ижадын төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар, Ғилминиса Әхмәт ҡыҙынан яҙып алынған әкиәт, йомаҡтар файҙаланылды.

Ғилминиса Әхмәт ҡыҙы 1890йылда Учалы районы Көсөк ауылында икенсе бала булып тыуған. Атаһы Әхмәт менән әсәһе Бәҙернисафа ғәрәп телендә уҡый , яҙа белгән кешеләр булған. 1903йылда 13 йәшендә атаһы уны Белорет районы Мәхмүт ауылына 3-сө ҡатынлыҡҡа кейәүгә биргән. Ике оло ҡатын уны бик ҡыйырһыта, өс йылдан һуң айырылып ҡайтып китә. Икенсе тапҡыр 1925 йылда Йәндек ауылына Шарапов Әһләйгә сыҡҡан , 4 балаһы булған . Ул башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын яттан белгән , заманына күрә бик уҡымышлы абруйлы ағинәй булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы унан яҙып алған өлгөләр әҙ һаҡланған. Ҡульяҙма китабы эҙһеҙ юғалған.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

Йыйылған материалдар артабан ауыл тарихын өйрәнеүҙә, шәжәрә төҙөүҙә, беҙҙең түңәрәк эшенең һөҙөмтәләрен туплаусы папкаларҙы байытыуҙа, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан тора.







Төп өлөш

Тубыҡтан тыуған Тупай батыр.

Борон –борон заманда йәшәгән ти, әбей менән бабай. Улар бик оҙаҡ бергә йәшәһәләр ҙә, байып та китә алмағандар, балалары ла булмаған икән. Берҙән –бер көндө балыҡ тоторға мурҙа үреп ултырғанда бабай бик арып киткән дә әбейенә былай тигән:

Эй әбей, улым булмағас бик ҡыйын. Әгәр ҙә балабыҙ булһа , беҙгә яҡшы ярҙамсы булыр ине. Көн һайын да минең менән һунарға , балыҡҡа йөрөр ине. Арыған аяҡ- ҡулдарым ял итер ине.Бабай талған тубыҡтарын, билен ҡулдары менән һыйпарға ғына тотонған икән , бер тауыш ишетеп ҡалған:

Атай, ҡайҙа үҙем ярҙам итәйем, мурҙаны үреп бөтөргәс балыҡҡа бергәләп барырбыҙ. Әллә ҡолағыма ишетеләме тип торғанда, туп итеп һикереп бер ҡара малай килеп сыҡҡан ти.

Һин кем? Ҡайҙан килеп сыҡтың?-тип һораған бабай.

Был мин мин –һинең улың.Һин тубыҡтарыңды һыйпағанда тыуҙым мин. Ә исемем – тубыҡтан тыуған Тупай батыр.

- Әбей, йәһәт бул, кил эргәмә, улыбыҙ тыуҙы бит ,-тип саҡырған бабай әбейен.

Ҡуй әле ,юҡты һөйләмә , ҡартайғас ниндәй бала тыуһын инде. Ҡайҙа, күрһәт.

Алланың рәхмәт яуғыры, ысынлап та беҙҙең баламы? Исеме кем?

Тубыҡтан тыуған Тупай батыр.

Эй Тупай улым, һиңә ашатырға аҙығым да , эсерергә сәйем дә юҡ бит әле.

Атай, әсәй ҡайғырмағыҙ ! Хәҙер бөтәһе лә булыр,- тигән дә, муйынына йыланын урап Тупай батыр сығып йүгергән ти. Эй йүгергән , эй йүгергән ти был итек буйы ер үткәс, урман эсендә туҡтаған. Урман бик ҡуйы һәм ҡараңғы булған. Һәрмәнеп йөрөй торғас , мөрйәһенән ҡылдай ғына төтөн сығып торған бер өйҙө күреп ишеген тартып ҡараһа, ишек асылып киткән ти. Өйҙә ҡамыш сәсле, йондоҙ күҙле әбей һағыҙ сәйнәп, йөн тетеп ултыра икән.

Һаумы әбей , хәлдәр нисек ?- тип сәләм биргән малай. Мин тубыҡтан тыуған Тупай батыр булам, ата-әсәйемә аҙыҡ эҙләп китеп барам, бәлки ярҙам итерһең әбекәй, ә?

Белмәйем шул улым. Доньяла минән дә аҡыллы кеше юҡ, шуға миңә йәшәүе бик күңелһеҙ, мин белгәнде бер кем дә белмәй, һинең кеүек күп егеттәрҙе утҡа ташлап яндырҙым мин. Мин һиңә йомаҡ ҡоям , яуабын тапһаң ярҙам итермен , тапмаһаң һине утҡа ташлармын , килештекме?

Ярай килештек,- тигән тубыҡтан тыуған Тупай батыр.

Ҡамыш сәсле әбей ауыҙын ҙур асып иһенәп алған да , шундай йомаҡ ҡойған ти:

Ер йөҙөндә ете «бар», ете «юҡ»нимә була?

Егет йәһәт кенә йыланы менән кәңәшләшеп алған да, былай тип яуап биргән :

Күккә менер сылбыр юҡ, күктән төшөр баҫҡыс юҡ, йомортҡаның йөйө юҡ, ҡоштоң һөтө юҡ, аттың мөгөҙө юҡ , һыйырҙың ялы юҡ, таштың һыуы юҡ.

Нисә быуат йәшәп бындай аҡыллы егетте күргәнем юҡ ине әле. Һинең кеүек батыр ҙа , аҡыллы ла егеткә үҙемдең алтын сәсле , йондоҙ күҙле ҡыҙымды ҡыҙымды кәләш итеп бирәм. Һеҙгә бүләк итеп тылсымлы һоҫҡомдо, бер ус һарыҡ йөнөн бирәм. Өйөңә ҡайтып һоҫҡолағы күмерҙе мейскә һалһаң, үҙегеҙ теләгән аш бешеп торор, бер ус йөндө теткеләп торһағыҙ , кейемле булырһығыҙ, - тип әйткән ти әбей.

Шунан ул ҡыҙы менән кейәүен ҡапҡанан сығып оҙатып ебәргән ти. Ә был ваҡытта инде Тупай батырҙың ата-әсәһе аслыҡтан , улын юғалтыу ҡайғыһынан бөлөп, хата күҙҙәре бетләп киткән ти. Улдары матур кәләш эйәртеп ҡайтып төшкәс , әбей менән бабай бик ҡыуанғандар. Килендәре йәһәт кенә тылсымлы һоҫҡоһо менән ашарға әлә нисә төрлө аҙыҡ әҙерләгәнсе , Тупай батыр йөндө теткеләп ата -әсәһен матур итеп кейендереп ебәргән ти. Шул арала күрше тирәһе йәштәрҙе ҡотларға килгән . Уларҙың бөтәһен ҙур һике өҫтөнә табын ҡороп һыйлап ҡайтарғандар . Ҡунаҡ ҡырҡ көн , ҡырҡ төн барған ти.

Тупай батырҙың алтын сәсле , йондоҙ күҙле сибәр кәләше ,тылсымлы һоҫҡоһо , кейендерә торған бер ус һарыҡ йөнө тураһында Ҡаф тауы артында кеше талап йәшәп ятҡан өс башлы йыланға барып ишетелгән . Был йылан көндәрҙән бер көндө алтын сәсле йондоҙ күҙле кәләште урлап ҡасҡан. Тупай батыр бер ултырып илаған да, үҙенең йыланын муйынына урап, Ҡаф тауҙарын эҙләп сығып киткән ти. Ләкин был турала инде әкиәттең икенсе өлөшөндә һөйләрмен. Кем тыңланы маладис, ә кем тыңламаны , ана сығып бер сүмес һыу эс.
























Йомғаҡлау

Шулай итеп башҡорт халҡы үҙенең ауыҙ – тел ижадын телдән – телгә, быуындан – быуынға һөйләп беҙҙең көндәргә тиклем һәм киләсәк быуындарға ла һаҡлап алып ҡала алған. Ошо төрлө жанрҙарға бай булған халыҡ ижадын һаҡлау , өйрәнеү , киләсәк быуындарға еткереү беҙҙең бурысыбыҙға әйләнергә тейеш.

Рәзидә Вәзир ҡыҙы етәкселеге менән был тикшеренеү эшен быйыл ғына башланыҡ. Йәйге каникулдарҙа, киләһе уҡыу йылында тағы ла тулыландырырбыҙ, түңәрәк эшен дауам итербеҙ, тип уйлайбыҙ.

Халыҡ араһынан фольклор үрнәктәре йыйғанда, һөйләгән кешенең биграфияһын , теге йәки был әйберҙе ҡайҙан ишеткәнен дә яҙып алырға кәрәк. Сөнки үрҙәге тикшеренеү эшенән беҙ халҡыбыҙҙың тормош – көнкүреше, ҡатын - ҡыҙҙарҙың бәхетһеҙ яҙмышын да күрә алдыҡ. Ә әкиәт үҙе -баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡы тип иҫәпләйем.





















Ҡулланылған әҙәбиәт



1.Башҡорт халыҡ ижады . Әкиәттәр. 1-се китап Өфө, 1976.

2. Башҡорт халыҡ ижады . Әкиәттәр. 4-се китап Өфө, 1981.

3.Балалар фольклоры: Мөғжизәле , әкиәтле бала саҡ-уйындарҙа һәм уйҙарҙа ҡаласаҡ.-Өфө:” Китап” нәшриәте,1996.

4.1994йылда Шарапова Ғилминиса Әхмәт ҡыҙынан Нотфуллина Рәзидә Вәзир ҡыҙы яҙып алған “ Тубыҡтан тыуған Тупай батыр” әкиәте































Ҡушымта

20160109_192648-1-1.jpg





1947 йыл

20160109_193126-1.jpg

1956 йыл



20160109_192854-1.jpg

2004 йыл

20160109_193028.jpg20160109_193005-1.jpg





2002йыл20160109_193107-1.jpg

1893-1992 йй. Ҡәтифә әзәй

20160109_193045-1.jpg





















Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 29 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-366449
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>