Инфоурок Другое Другие методич. материалыИсследовательская работа "Башҡорт йыры,башҡорт бейеүе алып килә халҡым тарихын"

Исследовательская работа "Башҡорт йыры,башҡорт бейеүе алып килә халҡым тарихын"

Скачать материал

 

Башҡортостан Республикаһы

Мәғариф министрлығы

Яңауыл  ҡалаһы лицейы  МБДББУ

            

 

 

       

Эҙләнеү эшенең темаһы:

Башҡорт йыры, башҡорт бейеүе

Алып килә халҡым хәтерен

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                                    Башҡарҙы: Яңауыл ҡалаһы лицейының

 5-се класс  уҡыусыһы

                                                                                               Балағутдинова Альмира

                                                                                                                                 

Етәксеһе: башҡорт теле һәм  

                                                       әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                                            Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы                                                

                                            

 

 

 

 

 

 

                                             Яңауыл- 2015

 

 

 

 

 

Йөкмәткеһе

1.Инеш                                                                                                                    3                                                                                               

2.Төп өлөш                                                                                                             4-6

Башҡорт халыҡ бейеүҙәре

3.Йомғаҡлау                                                                                                          6- 7                                                                                                           

4.Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге                                                                   8                                                                                                        

5.Ҡушымта                                                                                                                 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

    

        

 

                                     Инеш

        Башҡорт халҡында бейеү сәнғәттең  иң популяр төрҙәренән һанала. Унда башҡорттарҙың тормошо,көнкүреше,ышаныуҙары сағылыш тапҡан.[4,3]

      Бала муйынын тота башлағас та таҡмаҡлап усҡа ултыртып һикертеүҙән башланған бейеү хәрәкәттәре уның бөтөн ғүмере буйы оҙата килгән. Тәүтормош замандарында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр әлеге быуынға тиклем килеп еткәндәр. Был замандарҙа халыҡ үҙенең ижтимағи көнкүрешен, хеҙмәтен, төрлө ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын бейеүгә һалған. Һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү, ҡул эштәре, мал һәм ҡош, күбәләк хәрәкәттәре, атта йөрөү, уҡ атыу, һыу тулҡынланыуы, ағас япраҡтары һелкенеүе хәрәкәттәрен сағылдырыу – былар бөтәһе лә борон-борондан күсә килгән бейеүҙәр. [5]

       Эҙләнеү эшебеҙҙең актуаллеге. Кеше донъя нисек кенә булһа ла  йыр-бейеүһеҙ йәшәй алмай. Йыр, бейеү кешене йәшәртә,дәртләндерә, илһамланып йәшәргә ҡанат ҡуя.

      Эҙләнеү эшебеҙҙең гипотезаһы  Ҡатмарлы  нанотехнологиялар йәки инновацион технологиялар  заманы булһынмы , бейеү  үҙенең урынын һаман да юғалтмай. Бейеүҙәр тарихи йәки көнкүреш ваҡиғаларға бәйле,шуның өсөн дә тәрбиәүи яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә.

Эҙләнеү эшебеҙҙең объекты булып башҡорт халыҡ бейеүҙәре тора.

     Эҙләнеү предметы: бейеүҙәргә ҡағылышлы әҙәбиәт,интернет мәғлүмәттәре

Эшебеҙгә ошондай маҡсаттар ҡуйҙыҡ.

ü Башҡорт халыҡ бейеүҙәренә ҡағылышлы әҙәбиәт менән танышыу.

ü Башҡорт халыҡ бейеүҙәренең  килеп сығышын асыҡлау.

ü Бейеүҙәрҙең баһалап бөткөһөҙ  тәрбиә сараһы икәнлеген дәлилләү.

Эш барышында түбәндәге эҙләнеү-тикшеренеү алымдарын ҡулландыҡ:

  1) башҡорт халыҡ бейеүҙәренә  байҡау яһау;

  2)бейеү таҡмаҡтарының  ҡулланышын тикшереү;

  3) ололар һәм уҡыусылар араһында анкета үткәреү.

    Эҙләнеү –тикшеренеү эшенең планы

Ҡатнашыусылар: 20 уҡыусы – 11-12 йәш;

                                 10 оло кеше-   50-65 йәш

Эҙләнеү эшенең базаһы: Яһауыл ҡалаһы лицейы

Эҙләнеү эшенең башланған ваҡыты:  1 сентябрь 2014 йыл

Тамамланыу ваҡыты:  30 ноябрь 2014 йыл

Практик әһәмиәте.Был эҙләнеү эшен башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, кисәләрҙә ҡулланырға була.

 

 

 

 

 

Башҡорт халыҡ бейеүҙәре

         Халыҡ бейеүҙәре – башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. Тәүтормош заманында барлыҡҡа килгән бейеүҙәр ижтимағи көнкүрештең һәм хеҙмәттең, төрлө ғөрөф-ғәҙәт, йола һәм дин  күнекмәләренең үҙенсәлектәрен сағылдырған. Иң боронғо бейеүҙәрҙең рәтенә һунар һәм тәбиғәтте үҙләштереү кәсебенә, мал һәм ҡош культына бәйле бейеүҙәрҙе индерергә мөмкин.[5]     

      Башҡорт  халыҡ бейеүҙәре ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, һуҡма музыка ҡоралдарына ҡушылып  таҡмаҡ әйтеп, таҡтала, яҫы ташта, тимер батмустарҙа башҡарылған. Күкрәктәге һәм ҡулдағы көмөш тәңкәләр, сәстәге сулпылар сыңлауы өҫтәмә музыкаль эффект биргән. 19 быуат аҙағы – 20 быуат башында Башҡортостанда гармун, бигерәк тә тальян, скрипка, мандолина киң тарала.

      Башҡорт  халыҡ бейеүҙәренең күбеһе сюжетлы йәки легендалы. Улар йөкмәткеһе яғынан да, формаһы менән дә күп төрлө. Яугирлыҡты,батырлыҡты, сослоҡто сағылдырған егеттәр бейеүе лә; нәфислекте ,уңғанлыҡты,эшсәнлекте һынландырған ҡыҙҙар бейеүе лә; шаянлыҡты, мутлыҡты күрһәткән күмәк бейеүҙәр ҙә бар.Яңғыҙ бейеүҙәр, күмәк бейеүҙәр, ишле бейеүҙәр,таҡмаҡлы бейеүҙәр, ҡара-ҡаршы бейеүҙәр, уйынлы бейеүҙәр,түңәрәк эсендә бейеүҙәр һаҡланған.[1,59]

        Башҡорт бейеүҙәре араһында туйға арналған бейеүҙәр күп һаҡланған. Һамаҡлап бер-береңә ҡаршы әйтешеп бейеүҙәрҙән "Тирәккәйем", "Кәкүк", күмәкләшеп таҡмаҡлап бейеүҙәрҙән "Наза", "Бүҙәнә", "Сыңрау торна" йәки яугирҙарҙың батырлығын һынландырған "Байыҡ", "Перовский", "Циолковский" бейеүҙәре, таҡмаҡлы уйындарҙан "Түңәрәк", "Үткес", "Кем етеҙ?" һәм башҡа бейеүҙәр бөгөнгө көнгә тиклем  килеп еткән.      

     Ирҙәр бейеүе һунар хәрәкәттәренә нигеҙләнгән: атта йөрөү, уҡ атыу, табыш аңдыу, һунар йәнлектәренең һәм һунар ҡоштарының хәрәкәтенә оҡшаған ҡыланыш. Был бейеүҙәр һунарсы, яугир, маһир һыбайлы, ҡаһарман егет образын кәүҙәләндергән. Ҡатын-ҡыҙҙар бейеүе хәрәкәттәре төрлө хеҙмәт процесстарына – йөн тетеү, иләү, май яҙыу, сигеү, бешеренеүгә бәйле. Ҡыҙ-ҡырҡын бейеүҙәре күбәләк, ҡоштар осошон, ағас япраҡтары тирбәлеүен сағылдырған хәрәкәттәр – бармаҡ шартлатыу, яурын һелкетеү, ҡулдарҙы ян-яҡҡа сайҡалдырыу, ғөмүмән, «сутылдатып» хәрәкәт итеү менән билдәләнә. [5]

     Ҡоштар менән бәйле бейеүҙәр ҙә бик ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән,“Кәкүк”, “Ҡара тауыҡ”, “Аҡҡош”, “Ҡор уйыны”  бейеүҙәре.

        Башҡорт бейеүҙәрен киң тамашасы алдына беренсе тапҡыр Вәли Мортазин-Иманский театр труппаһының фольклор программаһында күрһәтә. 1938 йылда балетмейстер Фәйзи Ғәскәров башланғысы менән Башҡорт дәүләт бейеү ансамбленә нигеҙ һалына.[5]

      Розалия Солтангәрәева “Танцевальный фольклор башкир” китабында  бейеүҙәрҙе биш ҙур төркөмгә бүлгән:

1) йола бейеүҙәре (яңғыҙ);

2) йола бейеүҙәре (күмәк);

3) әйтемләп бейеүҙәр;

4) уйынлы бейеүҙәр (күмәк);

5) уйынлы бейеүҙәр (яңғыҙ). [5]

Бейеүҙәребеҙ әленән-әле тулылынып тора,онотолғандары ла күптер.Башҡорт көнкүреше тураһындағы яҙмаларҙа “Бүҙәнә”, “Кәкүк” тигән бейеүҙәр телгә алына, әммә сәхнәбеҙҙә был бейеүҙәр күренмәй. Күп кенә бейеүҙәр үҙенең боронғо йөкмәткеһенән  үҙгәртелгән.Мәҫәлән, халҡыбыҙҙың аҡылын, зирәклеген, алдан күреүсәнлеген, кешелекле булыуын сағылдырған  “Байыҡ” бейеүе яңғыҙ бейеүгә әйләнгән.[1,59] Бына бер нисә йыл республикабыҙҙа шаулап-гөрләп “Байыҡ” бейеүҙәр конкурсы уҙа.Ул яңынан-яңы оҫта бейеүселәрҙе аса.       

       “Байыҡ” бейеүе. Башҡорттарҙың 1812-1814 йылдарҙағы француздар  яуында еңеп ҡайтҡас Байыҡ сәсән йыр сығара,ә оҫталар уларҙы данлап бейеү һала.Был бейеүҙе урта йәштәрҙәге ир кеше башҡара. Егеттәр менән яуҙа йөрөмәгән ул, йәше үткән.Бейегән сағында үҙенең хәрәкәттәре менән йәш егеттәрҙе хәтерләтә.

     “Ете ҡыҙ”  бейеүе. Егет береһенән береһе һылыу булған 7 ҡыҙҙы ярата. Ҡайтҡас кемегеҙ мине ҡаршы сығып ала, шуға өйләнәсәкмен ти ҙә ҡалым эшләргә сығып китә.Ләкин был ҡыҙҙарҙы һыу инергә барғанда бай егеттәре күрә һәм арттарынан   эйәрә, ә ҡыҙҙар күлдән сыҡмайынса, шунда батып үләләр  тигән легенда йәшәй. Ете ҡыҙҙың да хәрәкәттәре бер иш кенә.Баҫалҡылыҡ,иплелек.шул уҡ ваҡытта үҙ матурлыҡтарын белеү , ғорурланыу һиҙелә уларҙың хәрәкәттәрендә..

    “Ҡара юрға”  бейеүе.  Был  бейеү-батыр егет менән ҡыҙҙы ҡауыштырған атҡа дан йырлау. Бай егете ярлы  егеттең Ҡара юрғаһын урлай ҙа бик һылыу ҡыҙға бүләк итә.Ә Ҡара юрға ҡыҙҙы ярлы егеткә алып ҡайта. Был бейеүҙе егет менән ҡыҙ башҡара.

   “Наза”бейеүе. Был күмәк бейеү. Икешәрләп тотоношоп, теҙелешеп бер-бер артлы баҫалар. Уртала берәү ҡала. Уға төрттөрөп таҡмаҡ әйтелә,шунан:

Наза,Наза,

Наза матур ҡыҙ бала.

Наза кеүек балаларға

Уҡый торған замана,- тип ҡушымтаны әйткән сағында ,йәштәр торған урындарында ипле генә тыпырҙап ҡул сәпәкәйләйҙәр,үҙҙәре ҡушымтаға ҡушылалар,ә урталағы кеше үҙенә иш һайлап ала. Бейеү шулай дауам итә. [1,64]

      Бына шулай итеп халҡыбыҙ  сәнғәттә  тел менән генә түгел,ә хәрәкәттәр менән дә тойғоларын : шатлығын да, ҡайғыһын да әйтеп бирергә ынтылған.[1,62]

    Кеше бейергә төшкән саҡта дәртләндереп,күңеле күтәреп ебәреү өсөн халҡыбыҙ таҡмаҡ та  әйткән.Бейей белмәгәндәрҙе хуплап та ебәргәндәр.

Мәҫәлән,

Бейе,бейе,бейе әле,

Бейегәнең юҡ әле.

Бейегәнең булмаһа ла

Оҫта бейейһең әле.

Бейеү таҡмаҡтары, ғәҙәттә,бейеүсенең үҙенә генә төбәп әйтелә .[1,54]

 

 

Йомғаҡлау

 

     Бейеү – ул мөғжизә, сихри донъя! Бейеүсе кеше сәнғәткә үлеп ғашиҡ булған шәхес булырға, халҡының йыр-моңон, тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәтен, телен, мәҙәниәтен ихтирам итергә, нәфис әҙәбиәтте, спортты яратырға, тәрбиәле, күҙәтеүсән булырға тейеш. “Башҡорт бейеүе – ул фольклор менән бәйле, фольклорҙы аңларға, тоя белергә кәрәк. Сөнки фольклор халыҡ тормошо тураһында һөйләй, тип иҫәпләй Башҡортостандың халыҡ , РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина . “Байыҡ” бейеүҙәр конкурсы күпме яңы бейеүселәрҙе асты һәм асыуын дауам итә. Был колнкурста республикабыҙҙан тыш бик күп башҡа төбәктәрҙән бейеүселәр ҡатнаша.Шулай булғас,бейеү сәнғәте әле үҙенең актуаллеген юғалтмай, халыҡты рухи байлығы менән туйындыра бара.

      Кескәй саҡтан уҡ бейергә яраттым, шуға ла Яңауыл ҡалаһы сәнғәт мәктәбендә бейеү класында уҡыйым. Тиҫтерҙәрем менән беҙ Ижау, Сочи,Зеленодольск  ҡалаларында сығыш яһаныҡ һәм призлы урындар алып ҡайттыҡ. Бейеүгә бәйле таҡмаҡтар ҙа йыйҙыҡ. Оло кешеләрҙең таҡмаҡтарҙы күп белеүе аптыратты,ә уҡыусылар,ҡыҙғанысҡа ҡаршы,бер генә лә таҡмаҡ әйтә алманы. Был , моғайын, хәҙер уҡыусыларҙың интернет  менән ҡыҙыҡһыныуынандыр,  тип уйлайбыҙ. (Таҡмаҡтарҙы ҡушымтала ҡарарға була). Республикабыҙҙағы сәнғәт төрөнә ҡараған һәйкәлдәргә лә күҙәтеү яһаныҡ. Яңауыл ҡалаһында - Гармунға, Баймаҡ районында –ҡурайға һәйкәл бар.Әлегә башҡорт бейеүенә һәйкәл юҡ. Киләсәктә ошондай матур сәнғәт төрө - бейеүгә лә һәйкәл асылыр әле тигән өмөттәбеҙ.

    Класташтарымдың,ололарҙың  бейеү,таҡмаҡтар,йырҙар тураһында нимәләр беләләр икәнлеген белгебеҙ  килде һәм анкета үткәрҙек  һәм ошондай һорауҙар бирҙек.

Анкетала  20   уҡыусы, 10 оло кеше  ҡатнашты.

Һорау

Һөҙөмтә

Уҡыусылар

Ололар

1

Һеҙ бейеү таҡмаҡтары беләһегеҙме?

Белмәйем-20 уҡыусы -0%

Беләм-

10 кеше- 100%

2

Ниндәй башҡорт халыҡ бейеүҙәрен беләһегеҙ?

 

Беләм-16 уҡыусы -80%

Беләм-

10 кеше -100%

3

Бейеүҙәр тураһында легендалар беләһегеҙме?

Беләм-10  уҡыусы-50%

Беләм-

10 кеше – 100%

 

 

Был эҙләнеү эшемде киләсәктә лә дауам итәсәкмен .

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С.,Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары): 7- се синыф өсөн дәреслек.- Өфө:  Китап,2007.- 53-65- се б.

2.Живые родники (история, литература и культура Башкортостана).-Уфа:Китап, 2009, с.104-106

3.Культура Башкортостана:учебно-справочное пособие для учащихся.Уфа,ГУП “Уфимский полиграфкомбинат”,2002,с.12-13

4.Нагаева Л.И. Башкирская народная хореография - Уфа: Башкирское издательство”Китап”, 1995, с. 5-24

5.Интернет мәғлүмәттәре

http://kulturarb.ru/ba/

http://www.ye02.ru/

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                Ҡушымта

Бейеү таҡмаҡтары

Аяғыңдағы итегең

Американский икән,

Һикереп төшөп бейеүҙәрең

Әтәстәрский икән.

 

Бейе,бейе бейеүсе ,

Иҙән буйлап йөрөүсе.

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,

Бейеүсе шәп-беренсе.

 

Бейер ул,бейер ул,

Бейер өсөн килгән ул.

Дуҫтарының күҫелдәрен

Асыр өсөн килгән ул.

 

Бейеүсенең итәгенә

 Алма һүрәте төшкән.

Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ

Яңы бейергә төшкән.

 

 

Бейе , бейе Хәйбулла

Бейегән кеше бай була.

Бейегән кеше бай булһа ла,

Кеҫә яғы һай була.

 

 

Баҫ,ҡыҙым Әпипә,

Һин баҫмаһаң, мин баҫам.

Һинең баҫҡан урыныңа

Үҙем килтереп баҫам.

 

 

Баҫ әле,Өммөгөлсөм,

Иҙәндәре  бөгөлһөн .
Баҫа белмәй баҫыусының

Үҙәктәре өҙөлһөн.

 

 

Әйҙә баҫайыҡ әле,

Бергә баҫайыҡ әле.

Уйнайыҡ та,көләйек тә,

Күңел асайыҡ әле.

 

Һоп –һа,һарымай,

Беҙҙекеләр арымай.

Беҙҙекеләр арыр ине

Ашағаны һары май.

 

 

Анкета һөҙөмтәләре

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Исследовательская работа "Башҡорт йыры,башҡорт бейеүе алып килә халҡым тарихын""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Психолог в социальной сфере

Получите профессию

Няня

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Исследовательская работа о башкирских танцах.Работа на башкирском языке .У башкир танец является одним из наиболее популярных видов искусства. В нем нашли отражение особенности быта, тесно связанного с хозяйственной жизнью, древними верованиями..В прошлом танцы выполняли определенные функции на различных обрядах, праздниках, охотничьих, военных и иных ритуалах. Как известно, эпические произведения, сказки пелись, разыгрывались в драматических пантомимах, плясках. Талантливые исполнители сохраняют традиционную динамику движений, особую пантомимическую выразительность, яркую изобразительность танца. Военным и охотничьим танцам молодежь обучали старшие во время исполнения эпических, мифологических произведений. В охотничье-военных танцах исполнитель выразительными танцевальными движениями показывал мастерское владение древним оружием башкирского воина: луком со стрелами, мечом и саблей. 

 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 641 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.01.2015 1706
    • DOCX 109.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фаршатова Альфия Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фаршатова Альфия Анваровна
    Фаршатова Альфия Анваровна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 28860
    • Всего материалов: 17

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Экскурсовод

Экскурсовод (гид)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Основы профессиональной деятельности эксперта в области индивидуального консультирования

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стимулирование интереса к обучению у детей дошкольного возраста

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 11 человек

Мини-курс

Методики воспитания и развитие в СПО

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 12 человек