Инфоурок Классному руководителю КонспектыИзгелек сәсеп ҡуйғайным…

Изгелек сәсеп ҡуйғайным…

Скачать материал

                                Изгелек сәсеп ҡуйғайным…

Йәмле йәйҙең август таңында бөтә тирә-яҡҡа ауаз һалып,Баймаҡ районының Байыш ауылында Васил менән Зөбәйҙәнең бишенсе балаһы булып,бөҙрәкәй сәсле,зәңгәр күҙле ҡыҙ бала донъяға килгән.

Данлыҡлы Йылайыр совхозының диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуында арыш урып йөрөгән атай кеше ҡайтыуға өләсәһенең күлдәк итәгенә биләп һалынған ҡыҙыҡай мыш-мыш йоҡлай,ә баланан саҡ ҡотолған әсәй кеше  эргәһендә кендек әбейе мәж килә,ҡәйнә кеше, итәктәрен ҡыҫтырып,итек ҡунысы менән самауыр борҡота.

Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс,балаға исем ататыу өсөн күрше Манһыр ауылынан Мөжәүир хәҙрәт саҡырылды.Гөлйемеш инәй менән түр башына ултырып,доға ҡылғас,Мөжәүир хәҙрәт:

-Ҡыҙым,бәпескә ниндәй исем бирергә  уйланығыҙ?-тип һораны.

-Зилә итәйек микән тип уйлағайныҡ,олатай,үҙемдең исемгә лә яҡыныраҡ булыр,-тип яуапланы йәш ҡатын.

-Әйҙә балаға Миңзәлә тигән исем атайыҡ ,ҡыҙым.Исем лә-гә бөтһә,изгелек килтермәҫ.Балаҡайҙың уң яҡ күҙендә ҡыҙыл миңе лә бар икән,миң тип өҫтәгәс,бөтөр ,иншалла.Һин,ҡыҙым,үҙең дә исемеңде хәләлеңдән дә ,башҡа кешеләрҙән дә  Зөбәйлә тип әйттермә,һинең исемең бит Зөбәйҙә.Ә балаҡайың бик өлөшлө булып тыуған, был балаңдан бик күп изгелек күрерһең,иншалла.Бик телсәр ,ғүмер буйы кеше араһында ,бик ярҙамсыл булыр…

Мөжәүир олатайҙың мине өлөшлө бала булыр тип юрауы юш килдеме,юҡмы,әйтә алмайым.Әммә ,ысынлап та, яҙмышым мине ғүмер буйы умарта кеүек гөжләп торған мәктәп менән бәйләне,балалар менән аралашыу,уларҙың нур сәсеп торған көләс йөҙҙәре менән көн дә осрашыу бәхетен бүләк итте.

Мөжәүир олатай миңә ете  хәрефтән торған исем бүләк иткән,тыуған көнөм  17 август көнөнә тура килә. Мине мосолмандың  яратҡан 7 һаны ғүмер буйы оҙата килә. Тыуған яғым Баймаҡ районына  килен булып төшкән Дәүләкәндән юлға сыҡһаң,  ете район аша үтергә кәрәк:Әлшәй,Стәрлетамаҡ,Салауат,Мәләүез,Күгәрсен,Ейәнсура,Йылайыр.

Ете-ғәжәйеп хикмәтле һандарҙың береһе.Ул-боронғо замандарҙа иң күп тигәнде аңлатҡан.Хатта боронғо башҡорт әкиәттәрендә бик алыҫ ерҙе һүрәтләргә теләһәләр,ете диңгеҙ артында тип әйткәндәр.Ете һаны-яҡты һан.Әҙәмде донъяла шул етелек уратып алған кеүек:өҫтә-7 ҡат күк,аҫта-7 ҡат ер.Күктә-7 йондоҙ,ерҙә-7 мәғдән.Аҙнаның 7 көнө,йәйғорҙың 7 төҫө,моңдоң 7 өнө,7 ырыу,ә ҡурайҙың 7 тажы бар.

 Эш тәжрибәмдә мин  7 таяуға  таянам:

1.Туған телемде яратыу

2.Тоғролоҡ

3.Тырышлыҡ

4.Тәбиғилек

5.Талапсанлыҡ

6.Тәжрибәгә таяныу

7.Таң ҡалдырыу

1.Туған телемә һөйөү миңә әсәйемдең сәңгелдәк йыры,халҡымдың рухи мираҫы аша күскән.Уҡыусыларым да туған телдәрен яратһын өсөн мин дәрес менән генә сикләнергә тейеш түгелмен.Шуға күрә уҡыусыларҙы үҙ миҫалымда тәрбиәләргә тырышам. Ейән-ейәнсәрҙәрем дә туған телдә аралаша,шиғырҙар һөйләй,йырҙар йырлай белһен.Бер ваҡытта ла башҡорт булыуҙарынан оялмаһындар,ғорур башҡорт булып ҡалһындар.

2.Мин бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәрен яраттым.Тәүге уҡытыусым Тәнзилә Хаммат ҡыҙы,башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Зәйнулла ҡыҙы үткәргән дәрестәр мине ҡыҙыҡһындырҙы,уҡытыусы эшенә һөйөү уятты.33 йыл инде мин эшемә тоғромон.

3.Тик тырышлыҡ ярҙамында үҙ алдыңа ҡуйған маҡсаттарға ирешергә мөмкин.Был фекерҙе мин бер туҡтауһыҙ ҡабатлар инем,сөнки маҡсат ҡуйып йәшәү донъяға ҡыҙыҡһыныу уята.

4.Яһалма ҡыланып,балаларҙың ышанысын яулау мөмкин түгел.Улар хаҡ менән ялғанды, ысын йөҙөң менән яһалмалылыҡты хәҙер тойоп ала.Шуға  күрә тәбиғилек- минең иң ҙур байлығым.

5.Талапсанлыҡ һәр уҡытыусыға хас сифаттыр ул. Сөнки балаларға белем биреү процесында был сифатыңды юғалтһаң, уларҙың предметҡа ҡарашы ла үҙгәреп китеүе мөмкин.Бала бәләкәйерәк сағында талапсанлыҡты дөрөҫ аңламай ,ләкин  йылдар үткәс, тормош тәжрибәһе артҡас,уның баһаһы бермә-бер үҙгәрәсәк.

6.Тормош юлын үткәндә һәр кеше үҙ эҙен ҡалдыра. Кемдеңдер эҙҙәре беленер-беленмәҫ, кемдәрҙер бураҙналай тәрән эҙҙәр һала.Тик ысын шәхестәрҙең бураҙналай эҙҙәренә баҫып, уларҙың бай тәжрибәһенә таянып,файҙалы итеп үткәрергә тырышам мин һәр дәресемде.

7.Тормош алға бара.Хәҙер инде беҙ компьютер заманында йәшәйбеҙ. Уҡыусыларҙың хөрмәтен яуларға тырышһаң, улар менән бер рәттән атлау кәрәк.”Мин белмәйем”тип ҡул ҡаушырып ултырыр ваҡыт түгел, балаларҙы аптыратып, “контактта” һ.б. төркөмдәрҙә ултырырға ла мөмкинселек табырға кәрәк, уларҙы таң ҡалдырып, аптыратып,заман менән бергә атларға.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы

Дәүләкән районы муниципаль районының мәғариф бүлеге

Ҡоръятмаҫ урта дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

 

 

 

 

 

                  Изгелек сәсеп ҡуйғайным…

                                (эссе)

 

 

 

                                                 Башҡарыусыһы :

                                                                      башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                                      Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Изгелек сәсеп ҡуйғайным…"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Заведующий отделом архива

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Йәмле йәйҙең август таңында бөтә тирә-яҡҡа ауаз һалып,Баймаҡ районының Байыш ауылында Васил менән Зөбәйҙәнең бишенсе балаһы булып,бөҙрәкәй сәсле,зәңгәр күҙле ҡыҙ бала донъяға килгән.

Данлыҡлы Йылайыр совхозының диңгеҙ кеүек йәйрәп ятҡан баҫыуында арыш урып йөрөгән атай кеше ҡайтыуға өләсәһенең күлдәк итәгенә биләп һалынған ҡыҙыҡай мыш-мыш йоҡлай,ә баланан саҡ ҡотолған әсәй кешеэргәһендә кендек әбейе мәж килә,ҡәйнә кеше, итәктәрен ҡыҫтырып,итек ҡунысы менән самауыр борҡота.

Бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс,балаға исем ататыу өсөн күрше Манһыр ауылынан Мөжәүир хәҙрәт саҡырылды.Гөлйемеш инәй менән түр башына ултырып,доға ҡылғас,Мөжәүир хәҙрәт:

-Ҡыҙым,бәпескә ниндәй исем бирергә уйланығыҙ?-тип һораны.

-Зилә итәйек микән тип уйлағайныҡ,олатай,үҙемдең исемгә лә яҡыныраҡ

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 719 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.04.2015 854
    • DOCX 35.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Халилова Минзаля Василовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Халилова Минзаля Василовна
    Халилова Минзаля Василовна
    • На сайте: 9 лет
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 6727
    • Всего материалов: 4

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Профилактика компьютерной зависимости и безопасность в сети Интернет среди детей и подростков

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 144 человека

Курс повышения квалификации

Организация профориентационной работы в школе

36/72/108 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 218 человек из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 551 человек

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 171 человек

Мини-курс

Основы финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии и инструменты для эффективного привлечения и удержания клиентов

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Современные вызовы педагогической профессии: развитие профессионализма педагогов в контексте улучшения качества образования

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 14 человек