Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Другие методич. материалы / КӨҘ - ХЕҘМӘТ ҺӘМ БАЙЛЫҠ МИҘГЕЛЕ

КӨҘ - ХЕҘМӘТ ҺӘМ БАЙЛЫҠ МИҘГЕЛЕ

  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:



БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАЛАҠАТАЙ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

ҠАРЛЫХАН АУЫЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ












Тема:

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

(З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғырын өйрәнеү)


Урыҫ мәктәбенең 8 класында туған тел һәм әҙәбиәт дәресе











Төҙөнө: I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхийәнова Нуриза Нуретдин ҡыҙы







2012 йыл

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА С.КАРЛЫХАНОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БЕЛОКАТАЙСКИЙ РАЙОН













Тема:

ОСЕНЬ –

ПОРА БЛАГОДАТНАЯ


(Изучение стихотворения З.Биишевой “Осенний дождь”)


Урок родного (башкирского) языка и литературы

в 8 классе русскоязычной школы







Составила: учитель башкирского языка и литературы Махиянова Нуриза Нуретдиновна,

учитель I категории






2012 год

Тема: Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле (З.Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғырын өйрәнеү).



Маҡсат: 1) Зәйнәб Биишеваның тормош юлы менән таныштырыу, шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү;

2) уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ фекерҙәрен әйтә белергә өйрәтеү, уҡыусыларҙың тасуири уҡыу, үҙ аллы эшләү һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү.
Шиғыр
ҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, телен өйрәнеү;

3) туған телгә, Тыуған еребеҙ Башҡортостанға, уның тәбиғәтенә, хеҙмәтсән халҡына һөйөү, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Биографиялы плакат, З.Биишеваның портреты, компьютер, мультимедиа проекторы, экран, З.Биишева ижадына арналған презентация.


Дәреслек: Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011 – 288 бит, 31-се бит.



Дәрес барышы:


  1. Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ! Башҡорт теле дәресен башлайыҡ.

Дежур менән һөйләшеү.

Дәрестә ыңғай психологик комфорт тыуҙырыу.

- Бер-беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, яҡшы теләктәр теләйек.

-Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

II.Ситуация тыуҙырыу. Маҡсат ҡуйыу.

Экранға шиғырҙан өҙөк сыға.

Әле ҡойоп ямғыр яуа,

Әле hалҡын ҡар төшә.

Өҙөлмәҫкә теләп, япраҡ

Елдәр менән тартыша.

Ринат Шакир.

  • Ниндәй йыл миҙгеле хаҡында был шиғыр? (Көҙ)

- Эйе, беҙ бөгөн көҙ тураһында һөйләшеү алып барасаҡбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Көҙгө ямғыр” шиғыры менән танышасаҡбыҙ.

Уҡыусылар число hәм дәрес темаhын дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар.

     III. Яңы материал менән таныштырыу.

а) Тормош юлын иҫкә төшөрөү, яңы мәғлүмәт биреү.

- Кем ул Зәйнәб Биишева? Алдағы кластарҙа ниндәй әҫәрҙәре менән танышҡайныҡ? (“Йәшәү - хеҙмәт” шиғыры, “Дуҫ булайыҡ” повесынан өҙөк, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте).

Тыуған республикабыҙҙың, Рәсәйҙең төрлө тарафтарында йәшәгән күп һанлы уҡыусыларының күңелендә мәңгегә урын алған Зәйнәб Биишева - башҡорт әҙәбиәтенең һәм йәмғиәтебеҙҙең оло шәхестәренең береһе. Туған телебеҙҙең матурлығын, бай, гүзәл Башҡортостан тәбиғәтенең бар йәмен, халҡыбыҙҙың баҫалҡы һәм сәмле матурлығын бөтә донъяға бүләк итте ул. Зәйнәб Биишева ул ысын-ысындан халыҡ һөйөүен яулаған ҡәләм оҫтаһы, халыҡ яҙыусыһы.

Презентация слайдтары аша тормош юлына, ижадына бәйле мәғлүмәттәр биреү (слайдтарҙы күрһәтеү), биографияһы, ижады тураһындағы баҫма плакаттағы материал менән таныштырыу.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. 1911 йылда атаһы үлеп китә. Зәйнәбтең бала сағы Исем ауылында үтә, шунда асылған мәктәпкә уҡырға төшә. Ләкин тормош ауырлығы арҡаһында дүртенсе класты тик 1924 йылда ғына тамамлай. Зәйнәб Биишеваны шул уҡ йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһенең Ташлы ауылына әҙерлек курстарына уҡырға ебәрәләр, шунан Ырымбурға Башҡорт педагогия техникумына күсерәләр. Ул техникумды уңышлы тамамлап сыға.

Зәйнәб Биишева 1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.

Ул дөйөм уҡыу индереү, колхоз төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

1934-1938 йылдарҙа Мәсетле һәм Салауат район газеталарында эшләй.

1938-1941 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетында эшләй.

1942 йылда «Партизан малай» исемле тәүге китабы баҫыла.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәббәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

Иң билдәле ижад емеше булған «Яҡтыға» трилогияһына өс романы ингән: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары.

З.Биишева — тәржемәсе лә. Ул А.Гайдарҙың “Тимур һәм уның командаһы”, Н.Гоголдең ”Тарас Бульба” һ.б әҫәрҙәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән.

Яҙыусы 1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат булған.

З.Биишеваның Тыуған ил алдындағы оло хеҙмәте юғары баһалана: уға 1960 йылда «Почет Билдәһе» ордены, 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияһы, шул уҡ 1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы, 1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены, 1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.

З.Биишева исемендәге Күгәрсен районының әҙәби премияһы 1998 йылда булдырылған һәм әҙибәнең исемен мәңгеләштереү эшенә тос өлөш индергән өсөн бирелә. Әлеге көндә лауреат исемен 30-лап кеше йөрөтә: улар араһында Башҡортостандың беренсе президенты М.Рәхимов, халыҡ шағирҙары А.Филиппов, Р.Бикбаев, билдәле яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар.

«Башҡортостан» киностудияһы 2008 йылда яҙыусы тураһында 1992 һәм 2008 йылдарҙа документаль фильмдар төшөрә. Башҡортостан «Китап» нәшриәте, Өфөлә бер урам, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Мораҡ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе З.Биишева исемен йөрөтә.

Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында яҙыусының йорт-музейы эшләй. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты янындағы аллеяла З.Биишеваға бюст ҡуйылған.

   б) Һүҙлек эше. Һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлатыу.

тынғы бирмәй – тыныслыҡ бирмәү, борсолдороу, тынысһыҙландырыу

мая - берәй нәмәнең башланғыс нигеҙе

һыҡтаныу – әсенеп, әрнеп илау, һыҡтау; плакать

екһенеү – нимәнәндер ялҡыу, биҙеү.

әр бер һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу, һөйләмдәр төҙөтөү.)

- Шиғырҙың исеменә иғтибар итегеҙ. Нисек уйлайһығыҙ: һүҙ нимә тураһында барасаҡ? (Ямғыр, көҙ тураһында). Нимә ул ямғыр?

(Бер уҡыусыға ямғыр төшөнсәһе тураһында мәғлүмәт алып килергә ҡушылған була, ул башҡа уҡыусыларҙы таныштыра).

- Ямғырболоттарҙан һыу тамсылары рәүешендә яуа торған яуым-төшөм. Һыу тамсылары 0,5 — 6-7 мм була. Ямғыр ҡатлы-ҡатлы болоттарҙа һыуытылған һыу тамсылары һәм боҙ кристалдары ҡушылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килә. Ҡушылған тамсылар ауырая һәм ергә ямғыр булып яуа.

Вағыраҡ тамсылы ямғырҙы быҫҡаҡ ямғыр (моросящий дождь) тип йөрөтәләр. Көсөргәнешлелеге буйынса ямғыр ваҡ ямғыр, ҡойма ямғыр (ливень) тип атала.

Ләйсән ямғырыяҙ көнө беренсе яуған ямғыр. Ҡояшлы ямғырҙан һуң йәйғор сыға. Ямғыр оҙаҡ яумай торһа, ҡоролоҡ башлана.

Ҡайһы бер халыҡтарҙа һәм башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы бар.

- Әйҙәгеҙ, бергәләп ямғыр һүҙенә сифаттар табайыҡ әле.

- Быҫҡаҡлап яуған ямғыр, көҙгө ямғыр, эре ямғыр, ваҡ ямғыр, ҡойма ямғыр, ҡарлы ямғыр, өҙлөкһөҙ яуған ямғыр, ләйсән ямғыр...

- Афарин. Бик матур һүҙбәйләнештәр төҙөп әйттегеҙ. Дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ.


в ) Уҡытыусының тасуири уҡыуы.

Уҡыусылар, мин хәҙер һеҙгә шиғырҙы уҡыйым. Был шиғырында З.Биишева ни өсөн ямғыр тураһында “изге тамсыларың ... икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә”, - тигән? (Был һүҙҙәр таҡтаға яҙып ҡуйылған.) Бөгөн бергәләп ошо һорауға яуап эҙләрбеҙ.



КӨҘГӨ ЯМҒЫР

Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ,

Тәҙрәмдә бейей тамсылар.

Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй,

Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.


Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән?

Һөйөнсө! тиме икән. Көҙ етте!

Һыҡтанма ла, екһенмә лә, тиме,

  • Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!


Килер йылдың йәшел болондарын,

Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин.

Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә

Серле мая һалып ҡуям мин...


Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм,

Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә.

Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,

Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.

- Шиғыр нимә тураһында?

г) Балаларҙың уҡыуы.

- Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы.

- Шиғырҙы 3-4 уҡыусы ҡысҡырып уҡый.

д) Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү.
- Дәреслектең 31-се битендәге 1-се һорауын эстән уҡығыҙ.

Шиғырҙа көҙ ниндәй төҫтәр менән һүрәтләнә? Үҙегеҙҙе рәссам итеп хис итегеҙ. Был шиғырға ҡарата һүрәт төшөргәндә ниндәй төҫтәрҙе ҡулланасаҡһығыҙ?

- Һорғолт болоттар, еүешләнгән өй баштары, тәҙрәләргә бәреп яуған ямғыр тамсылары, һары һәм көрәнһыу төҫкә ингән урман, ҡараһыуға әйләнгән ер, буръяҡланған күләүектәр, буш ҡалған ялан-ҡырҙар...

- Һеҙгә көҙҙөң ямғырлы көндәре оҡшаймы? Улар һеҙҙә ниндәй тойғолар уята?

- Ҡайһы саҡта күңелһеҙ, урамға сығыр әмәл юҡ, аяҡ аҫтындағы бысраҡ ялҡыта...

- Рәхмәт. Әйҙәгеҙ, хәҙер шиғырҙың йөкмәткеһенә иғтибар итәйек. Шиғырҙы мәғәнәүи өлөштәргә бүләйек.

- Шиғырҙың беренсе строфаһын уҡыйыҡ әле. (Шиғыр строфалары слайдтарҙа сыға бара.)

Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ,

Тәҙрәмдә бейей тамсылар.

Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй,

Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.

Был юлдар һеҙҙең күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уятты? Ямғыр ниндәй?

- Һалҡын, күңелһеҙ, ялҡытҡыс, шыбырлап бер өҙлөкһөҙ яуа, тәҙрәгә һуғылып яуа, йәнгә тынғы бирмәй.

- Эйе, көҙгө көндәр гелән ҡояшлы, йылы ғына тормай шул, ямғыры ла йыш яуғылай. Шулай ҙа был ямғыр бөтөнләй үк күңелде төшөрмәй, сөнки уның тамсылары “арыу белмәй бейей”, тынғыһыҙ.

- Был бүлекте нисек атарһығыҙ? (һәр әйтелгән яуап таҡтала яҙыла бара, араһынан уңышлылары һайлап алына.)

- Ямғыр тамсылары бейей.

- Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән?

Һөйөнсө! тиме икән. Көҙ етте!

Һыҡтанма ла, екһенмә лә, тиме,

Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!

- Был юлдарҙан беҙгә нимә аңлашыла?

- Көҙҙөң килеүен хәбәр итә, һөйөнсөләй, шатлана.

-Ямғыр ерҙе үҙ итеп, теләп килгән.

Бүлеккә исем бирегеҙ.

- Ергә алтын көҙ килә.

- Өсөнсө дүрт юллығына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек.

- Килер йылдың йәшел болондарын,

Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин.

Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә

Серле мая һалып ҡуям мин... – ти ул.

Ямғырҙың маҡсаты нимәлә?

- Алдағы йылдың уңышын ҡайғырта, шуға ла ерҙе шифалы дым менән туйындырыу өсөн килгән.

- Тормош дауам итеүен, ерҙең, кешеләрҙең киләсәген уйлай.

- Тәбиғәтте мәңге йәшел булһын тип тырыша.

-“Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә серле мая һалып” тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

- Тәбиғәттең киләсәге тураһында уйлай, алдағы йыл уңышына башланғыс һала.

Бүлеккә исем бирәбеҙ.

- Ямғыр тәбиғәткә йәшәү алып килә.

- Аҙаҡҡы строфаны уҡып күрһәтегеҙ әле.

Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм,

Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә.

Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,

Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.

- Бының менән З.Биишева нимә әйтергә уйлаған? (Уҡыусылар яуап бирәләр.)

- Дәрес башында беҙ башҡорттарҙа ямғыр саҡырыу йолаһы бар, тигәйнек. Уны халыҡ йыл ҡоро килгәндә ҡулланған. Мәҫәлән, “Ямғыр бутҡаһы” тигән йола байрамы ваҡытында ямғырҙы саҡырғандар.

Ямғыр яумаһа, ошо һамаҡты әйткәндәр (Слайдтарҙы ҡарайбыҙ.)


Ямғыр яу, яу, яу.

Беҙ булайыҡ һау, һау, һау.

Яу килмәһен иң элек,

Илдә булһын именлек.

Ерҙә еңһен – изгелек,

Сәнселһен бар яуызлыҡ.

Бир шуларға ауыҙлыҡ.


Быныһы ла ҡоролоҡ ваҡытында әйтелгән:

Ямғыр яу, яу, яу,
Майлы бутҡа бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ бирермен,
Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,
Майлы бутҡа ҡаҙанда!


-З.Биишеваның шиғырындағы матур, тос һүҙҙәр ошо йола теләктәрен хәтерләтә.

- Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,

Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә, - тигәнде нисек аңлайһығыҙ?

- Көҙгө ямғыр һалҡын, күңелһеҙ картиналар килтерһә лә, ул уңыш, тереклек, байлыҡ нигеҙе, игенсе өсөн мул уңыш нигеҙе.

Һуңғы строфаға исем бирегеҙ.

- Ямғыр - муллыҡ, тереклек нигеҙе.

- Ямғыр шиғырҙа символик образ, ул тере йән, кеше кеүек телгә килә, беҙгә шағирәнең теләктәрен, йөрәк һүҙен еткерә. Шиғырҙа ямғыр - тәбиғәттең, тыуған ерҙең шифалы ҡото булып һынлана. Ямғырға туйынған еребеҙ беҙҙе ашлы итә, кейендерә, үҙенә hыйындыра.

- Автор шиғырҙа ниндәй тасуирлау саралары ҡулланған?   (Эпитет, метафора, сағыштырыуҙар, йәнләндереү кеүек троптарҙы таптырыу).

Эпитеттар – алтын баҫыуҙар, серле мая, изге тамсылар.

Метафора – ағастарҙың өмөт бөрөһө, ямғыр “икмәк булып аңҡыр”.

Йәнләндереүҙәр – бейей тамсылар, ямғыр һөйләшә.

- Тамырҙаш һүҙҙәр, ҡабатлауҙар, өндәш һүҙҙәр бармы? (Ҡабатлауҙар – яу, ямғырым, яу ҙа яу; бейей; яуа ямғыр; ҡоям мин... ҡуям мин, өндәш һүҙҙәр – ямғырым, көҙгө ямғыр).

Фразеологик берәмектәр осраймы? ( Бер өҙлөкһөҙ, йәнгә тынғы бирмәй).

е) Тасуири уҡыу өҫтөндә эш.

Таҡтаға логик баҫым, пауза ҡуйылған бер куплет шиғыр яҙыла.

Шулай тиһең,/ көҙгө ямғыр,/ беләм,//

Яу,/ ямғырым, /яу ҙа яу әйҙә.//

Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,/

Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.//

Уҡыусылар сылбыр буйлап тасуири уҡый.

- Афарин!
- Авторҙы көҙгө ямғыр шатландырамы? Был шиғырҙың ҡайһы юлдарында асыҡ сағыла?

- З.Биишева был шиғыры менән нимә әйтергә теләй?
- “
Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,

Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.”

Уның был һүҙҙәре һеҙгә оҡшаймы? Оҡшаһа, ни өсөн?

- Шиғыр йөкмәткеһенә тап килгән ниндәй мәҡәлдәр, һынамыштарҙы беләһегеҙ?

1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.

 Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр.

Игенсе ямғыр теләй, юлсы аяҙ теләй.

Ямғыр булһа, йәнең тыныс.

IV. Дәрескә рефлексив анализ. Логик фекерләүҙе үҫтереү һәм йомғаҡлау.

  • Дәрестә кем тураһында һүҙ барҙы?
    - Ул
    ҡайҙа, ҡасан тыуған?
    - Ниндәй китаптары бар?
    - Ниндәй ма
    ҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған?

  • З.Биишеваның ниндәй шиғыры менән таныштыҡ?

  • Көҙгө ямғыр”шиғыры.

  • Шиғырҙың темаһы тураһында нимә әйтерһегеҙ? Идеяһы ниндәй? (Темаһы: тәбиғәт. Идеяһы: көҙгө ямғыр һалҡын, күңелһеҙ картиналар килтерһә лә, ул уңыш, тереклек, байлыҡ нигеҙе.)


Синквейн төҙөү:

  1. Теманы асыусы исем: ямғыр.

  2. Предметты баһалаусы ике сифат: өҙлөкһөҙ, көҙгө.

  3. Темаға ҡағылышлы өс ҡылым: яуа, бейей, һала.

  4. Теманы асыусы фраза: Икмәк булып аңҡыр.

  5. Һығымта яһаусы исем: тереклек (тормош).

Дәфтәргә һығымтаны, синквейнды яҙыу.

  • Уҡыусылар, З.Биишева шиғырҙарына байтаҡ ҡына йырҙар ҙа ижад ителгән. “Йырлайым мин”, “Миләш” һәм башҡалар. “Миләш” шиғырына билдәле башҡорт композиторы Нур Дауытов көй яҙған. Башҡорт халыҡ йырсыһы Резеда Әминева башҡарыуында йырҙы тыңлайыҡ. (Йыр тыңлатыла.)

    V.Өй эше. “Көҙгө ямғыр ” шиғырын ятлап килергә.

     VI. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

  • Дәрестәге эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Билдәләр ҡуйыу.

  • Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!


ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ:

  1. Саимә Ғиззәтуллина. Бөйөк Зәйнәб Биишева/Йәшлек” газетаһы, 7 февраль 2008 йыл/

  2. Л.Ситдиҡова. Бөйөк әҙибә хаҡында иҫтәлектәр китабы сыҡты/Йәшлек” газетаһы. 19 ғинуар 2008 йыл/

  3. Р. Мөхәмәтйәнова. Исемкәйе – халыҡ телендә/Йәшлек” газетаһы. 29 ғинуар 2008 йыл/

  4. Илшат Ҡансурин. Оло әҙибәгә арнала. /Йәшлек” газетаһы, 29 март 2008 йыл/

  5. Суфиян Поварисов. Башҡорттоң баллы һүҙе (З.Биишева  әҫәрҙәрендә тел байлығы)/ “Ағиҙел” журналы, 2012 йыл, №1, 141-146-сы биттәр/

  6. Г.Исхакова. Һоҡланғыс образлы әҙибә/“Йәйғор” Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты гәзите. 24 март 2011 йыл, №2 (16)/

  7. Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2011 – 288 бит, 31-се бит.

  8. Зәйнәб Биишева. Жизнь и творчество. Фотоальбом (на башкирском и русском языках). Уфа: Китап, 2009. - 256 с.

  9. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда/Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге, тел һәм әҙәбиәт институты. - .: Рус.яз., 1993.








Автор
Дата добавления 11.11.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров14
Номер материала ДБ-342373
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх