Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Рабочие программыКалендарно-тематическое планирование (4 класс)

Календарно-тематическое планирование (4 класс)

Скачать материал
библиотека
материалов

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3- 4-се кластары өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш программаһы 102 сәғәткә бүленгән: туған әҙәбиәткә - 2 сәғ., туған (башҡорт) теленә - 1 сәғ. (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 4 сәғәт ҡарала: башҡорт теле – 2 сәғ., әҙәбиәт – 2 сәғ.

Төҙөүсеһе: Шәрипова Айгөл Миңлевәсил ҡыҙы

Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2016.

Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2016.

Программа кимәле : базис

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2016.

Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2016.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған рус мәктәптәренең 1 - 4 -се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә программа нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ.Нафиҡова.- Өфө: Китап, 2014.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Балаҡатай районы Урғалы ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1897 бойороғо менән 17.12.2010 йыл раҫланған төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ. (редакция 23.07.2013).п.5 ст. 14 һәм п. 7 ст.32

3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1, 2018 йыл.)

Рус телендә белем алған башҡорт милләтенән булған башланғыс класс уҡыусыларын үҙ туған теленә өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай:

  • уҡыусыларҙа башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ыңғай ҡараш, хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләү; уның кешеләр менән аралашыу сараһы, йәшә-йештә яңы аң-белем алыу сығанағы; кешелек донъяһында ҡабул ителгән әхлаҡи-әҙәп һәм этик нормаларҙы үҙләштереүгә ярҙам итеүсе ҡиммәтле ҡомартҡы икәнлеген балаларға төшөндөрөү;

  • аралашыу шарттарына һәм маҡсатына ярашлы телмәр ағышынан башҡорт телндә әйтелгәнде аңлы рәүештә ҡабул итергә, тейешле тел сараларын ҡулланып, яуап ҡайтарырға, фекер йөрөтөргә өйрәтеү;

  • тәү башлап башҡорт теленең һүҙ байлығы, фонетикаһы, грамматика тураһындағы белемдәрҙе аңлатыу һәм үҙләштереү;

  • башҡорт телендә уҡыу, һөйләү, тыңлау, яҙыу уҡыу эшмәкәрлектәрен практик рәүештә үтәй белергә өйрәтеү;

  • диалогта ҡатнашып, үҙ фекереңде әйтергә, ябай ғына монолог ҡороп һөйләргә, кескәй генә күләмле текстарҙы һүрәтләү, хикәйәләү һәм фекерләү формаһында төҙөп яҙырға өйрәтеү;

  • көндәлек тормошта һәм аң-белем алыу процесында башҡорт телен үҙ-ара аралашыу ҡоралы булараҡ үҙләштереү; яҙма һәм һөйләү телмәре аша аралашырға әҙер булыу һәләтен формалаштырыу һәм үҫтереү.

Был маҡсаттар башҡорт теленә өйрәтеү барышында уҡыу эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен дә практик яҡтан тормошҡа ашырыуға бәйле булып, иң беренсе сиратта коммуникатив принципҡа таяныуҙы күҙаллай. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү һәм тел ғилемен үҙләштереү бер юҫыҡта үҙ-ара бәйләнеп, үрелеп, бер-береһен тулыландырып алып барыла.

Тел өйрәтеүҙең практик йүнәлештәре булып башланғыс класс уҡыусыларында коммуникатив (арала белеү), тел нормаларын ябай ғына кимәлдә үҙләштереү (тел нормалары һәм лингвистик белемдәр), тел аша мәҙәниле булыу (тарихты, мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, әхлаҡи нормаларҙы, йәшәү үҙенсәлектәрен) компетенцияларын формалаштырыу тора.

Коммуникатив компетенция булып башланғыс класс уҡыусыларының программа кимәлендә башҡорт телндә һөйләшә, аралаша белеүе, телмәр компетенцияһы – уҡыусының башҡорт теле системаһын ябай ғына кимәлдә практик яҡтан үҙләштереүе, лингвистик компетенция тел ғилеме тураһындағы фәнни белемдәргә эйә булыуы, мәҙәни компетенция булып тел аша башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеүе тора.

Рус телендә уҡытыу ойошторолған уҡыу ойошмаларында 1-4-се класс уҡыусыларын бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә торған уҡыу эшмәкәрлеге төрҙәре (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) аша программа материалдарын үҙләштерергә һәм башҡортса аралашырға өйрәтеүҙе күҙаллай. Шул уҡ ваҡытта телгә өйрәтеү баланың лингвистик компетенцияға эйә булып, тел сараларын ҡулланыуҙа отҡорлоҡ, зирәклек күрһәтә белеү һәләтен тәрбиәләүҙә лә үҙ урынын алырға тейеш.

Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү фарыз:

  • балаларға башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды телмәр ағышынан айыра белергә, мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү (слушание);

  • өндәрҙе ишетә һәм айыра, үҙ-ара ололар менән аралашҡанда уларҙы дөрөҫ әйтеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса тулы һөйләмдәр менән эҙмә-эҙлекле һөйләй белергә өйрәтеү (говорение);

  • башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға һәм аңлап уҡырға өйрәтеү;

  • башҡорт теле системаһына (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) ҡағылышлы ябай ғына төшөнсәләрҙең айышына төшөндөрөү;

  • уҡыу эшмәкәрлегенең төп өлөштәрен – уҡыу мәсьәләһен ҡуйып, уны сисеү эшен планлаштыра, ул эште башҡарыуҙы ойоштора һәм үтәй, аҙаҡ – үҙ эшен баһалай белеү һәләтен формалаштырыу;

  • телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк уятыу, тел аша халыҡтың үткәне, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтенә өйрәтеү принциптары

  • Тел ғилеменең һәр өлкәһенә ҡағылған төшөнсәләрҙе (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) фәнни нигеҙҙәге асыыштарға таянып өйрәтеү һәм улар аша баланың фекерләү ҡеүәһен, аң-белем даирәһен үҫтереү.

  • Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы рус теленә таянып, ике телдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын сағыштырып уҡытыу.

  • Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу баланың туған телендә үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу сараһы итеп күҙаллана. Шуға ла төрлө мөнәсәбәт юҫығында үҙ-ара аңлы рәүештә һөйләшеү, аңлашыу, килешеү осраҡтарын тыуҙырып уҡытыу мотлаҡ һанала.

  • Балала аң-белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыу эшмәкәрлеге барышында үҙаллылыҡ, алдан план ҡороп эш итергә, башҡарған эшен баһаларға, алған белемен ғәмәли яҡтан көндәлек йәшәйештә ҡуллана белерге күнектереү.

Башҡорт ( туған) теле курсының төҙөлөшө

Башланғыс кластарҙа рус теле менән бер рәттән башҡорт теленә өйрәтеү уҡыусыларға лингвистик белем биреүҙең беренсе баҫҡысы булып тора.

Программала текст өҫтөндәге эшкә айырыуса урын бүленә. Текста һөйләмдәрҙең бер-береһе менән бәйле килеүе, текстың төҙөлөү үҙенсәлектәре, уның төрҙәре тураһындағы төшөнсәләрҙе уҡыусылар аңында формалаштырыу, уға бәйле практик күнекмәләрҙе үтәй белеүҙәренә ирештереү маҡсаты ҡуйыла.

Аралашыу маҡсатына, шарттарына һәм үҙенсәлектәренә ҡарап, тел сараларын ҡуллана белергә өйрәтеү өсөнбашҡорт теле стилистикаһының төрлөлөгө тураһында мәғлүмәттәр бирелә. Уҡыусыларға һөйләү телмәренә ингән хикәйәләү, әңгәмәләшеү, бәхәсләшеү, һүрәтләү менән таныштырыу ҡарала. Рәсми стилдә белдереү, саҡырыу ҡағыҙы, яҙыу (записка) кеүек төрҙәр өйрәтелә һәм яҙыла.

Башҡорт телен өйрәнгәндә һүҙлекте үҙләштереү иң мөһим урынды ала. Башланғыс класс уҡыусыларының башҡорт теленән һүҙ байлығы 3000 тирәһе һүҙҙе тәшкил итә. Шуның эсенән 600 һүҙ беренсе класта әүҙем үҙләштерелә, 700 һүҙ – икенсе класта, 800 һүҙ - өсөнсө класта, 850 һүҙ – дүртенсе класта өйрәнелә. Үҙ теләге буйынса уҡытыусы һәр класта 50-70 һүҙ өйрәтеүҙе планлаштыра ала.

Башланғыс класс уҡыусыларыһүҙҙең фонетик һәм морфологик составы, төп һүҙ төркөмдәре, уларҙың грамматик категориялары, һөйләмдәге синтаксик роле тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныша.

Программала грамматик һәм орфографик материалдар концентризм принцибы буйынса бирелә, йәғни бер үк тема кластан класҡа ҡабатланып, тәрәнәйтеп, киңәйтелеп өйрәнелә.

Уҡыусыларҙы һәр бер уҡыу эшмәкәрлеге нигеҙендә башҡорт теленә комплекслы өйрәтеү башҡорт һәм рус яҙыусылары, шағирҙары әҫәрҙәре, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына нигеҙләнә. Төп маҡсат булып, балаларҙа башҡортса үҙ-ара аралашыу күнекмәләрен формалаштырыу һәм үҫтереү тора. Шуның өсөн, уҡығанда, яҙғанда, грамматик ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, һөйләмдәр, бәйләнешле текстар төҙөү буйынса күнегеүҙәр башҡарғанда уҡыусылар һөйләү телмаре аша аралашып эш итергә тейештәр, һорауҙар биреү, уларға яуаптар ҡайтарыу; үҙе, яҡындары, класташтары, дуҫтары тураһында һөйләү, диалогтар, монологтар ҡороу, текст буйынса төрлө күнегеүҙәр башҡарыу.

Һүҙ, уның мәғәнәһе, әйтелеше, яҙылышы өҫтөндәге эш уҡыусылар менән системалы рәүештә алып барыла. Балаларҙы хәбәр, һорау, өндәү һөйләм төҙөргә,бирелгән өлгө буйынса, һуңынан үҙ аллы диалогтар, монологтар ҡорорға; уҡылған әҫәр, ҡаралған видеофильм, күҙәтелгән тәбиғәт күренеше тураһында текстар төҙөргә өйрәтеү системалы рәүештә алып барылырға тейеш.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” уҡыу предметының базис уҡыу планында билдәләнгән урыны

Программа федераль дәүләт башланғыс дөйөм белем биреү стандартында раҫланған базис уҡыу пландарының икенсе төрөнә яраҡлы төҙөлгән. Был базис уҡыу планында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметы уҡыу планының мотлаҡ уҡытыла торған (инвариант) өлөшөнә инә һәм уны уҡытыу аҙнаһына 3 сәғәт иҫәбенән ҡаралған. Башҡорт телен уҡытыуға 1-4-се кластарҙа 372 сәғәт ҡарала. 1-се класта – 66 сәғәт, 2-се класта – 102 сәғәт, 3-сө класта – 102 сәғәт, 4-се класта – 102 сәғәт бүленгән.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметының материалдары түбәндәге йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала:

  • лингвистик белем нигеҙҙәре: фонетика һәм орфоэпия, һүҙьяһалыш, лексика, грамматика (морфология һәм синтаксис);

  • графика, орфография һәм пунктуация;

  • бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын (күнекмәләрен) башҡарыуҙы формалаштырыу

Программала башланғыс класс уҡыусыларында уҡыу эшмәкәрлеге барышында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге ысулдарын һәм күнекмәләрен үтәй белеү компетенцияларын маҡсатлы рәүештә фформалаштырыу һәм үҫтереү ҡарала:

  • аҡыл, зиһен үҫеше буйынса – башҡортса тыңларға, уҡырға, яҙырға, һөйләргә өйрәнеү, анализлау, дөйөмләштереү, сағыштырыу, классификациялау, һығымталар яһай белеү;

  • аң-белем үҫеше буйынса – уҡып белергә, өйрәнергә ынтылыу теләге, туған телдә белем алыуҙа үҙаллылыҡ күрһәтеү, ижади эш итергә тырышыу, шулай уҡ уҡыу эшмәкәрлегендә маҡсаттарҙы ҡуя, уларҙы эҙмә-эҙлекле башҡара, уның нигеҙендә яңы мәсьәләләрҡуйып эшләй белеү һәләтен үҫтереү;

  • ойоштороу буйынса – коллектив эсендә эште үҙ-ара бүлешеп башҡара белеү, башҡалар фекерен тыңлап, иң уңайлы һәм дөрөҫ ысулды һайлап, үҙ эшен планлаштырып эшләй алыу һыҙаттарын тәрбиәләү.

Программа йөкмәткеһен үҙләштереүҙең планлаштырылған һөҙөмтәләре

Рәсәй Федерацияһының мағариф тураһында”ғы законда һәм башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, дүртенсе класты тамамлаған уҡыусылар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейештәр:

Шәхси һөҙөмтәләр:

  • бала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бер вәкиле итеп күҙаллай, уларҙың тарихына, мәҙәниәтенә битараф булмаған шәхес булып үҫергә тырыша;

  • телде халыҡтарҙың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итә;

  • башҡорт теленең рус теле менән бер рәттән республиканың дәүләт теле һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнә;

  • туған телдә яҙа һәм һөйләй белеү кешене мәҙәни яҡтан билдәләүсе күрһәткес икәнлеген аңлай;

  • рус телендә алған белемдәренбашҡорт телен өйрәнгәндәуларҙы сағыштырыу нигеҙендә ҡуллана белә башлай;

  • программала ҡаралған башҡорт әҙәби теленең нормаларын (орфоэпия, лексика, грамматика) һәм үҙ-ара аралашыу этикетын үҙләштереүгә теләге барлыҡҡа килә;

  • төрлө аралашыу осраҡтарында ололар һәм тиҫтерҙәре менән тейешле этикет ҡағиҙәләрен һаҡлап, ыңғай мөнәсәбәттә эш итә белә башлай;

  • башҡорт телендә һөйләшеү һәм аралашыу кимәле буйынса үҙ-үҙенә баһа бирергә өйрәнә.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт телендә яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың, тиҫтерҙәренең һөйләүе, балалар өсөн радио һәм телевизион тапшырыуҙар, компьютер саралары аша бирелгән текстарҙы) таный, аңлай, тейешенсә ҡабул итә белә;

  • программа сиктәрендә башҡортса яҙылған һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе, өндәр теҙмәһен дөрөҫ әйтә, уҡый, улар менән һөйләмдәр төҙөй ала;

  • бирелгән темаға диалог ҡора ала, һорауҙарға ҡыҫҡа йәки тулыһынса асыҡлап яуап ҡайтара белә. Диалогты башлай йәки дауам иетп алып китә ала;

  • алдан әҙерләнеп йәки әҙерлекһеҙ тексты етеҙ, аңлы рәүештәһәм тасуири уҡый ала. Текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса йәки ентекләп, йәиһә һайлап алыпһөйләп бирә ала;

  • үтелгән орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен һаҡлап, үҙ аллы йәки уҡытыусы ярҙамында өйрәнеү һәм тикшереү характерындағы яҙма эштәрҙе башҡара;

  • уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдән төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, тейешенсә ҡуллана ала;

  • бер нисә предметты йәки күренештеябай ғына рәүештә сағыштырып, телдән йә яҙып һүрәтләй ала;

  • телдән йәки яҙма рәүештә ҡотлау, саҡырыу ҡағыҙы, хат төҙөй белә;

  • эшен үҙе тикшереп, баһалай белеү һәләтенә эйә була;

  • кроссвордтар, ребустар, йомаҡтар сисә белә.

Предмет һөҙөмтәләре:

  • башҡорт телендә әйтелгәнде тыңлап аңлай;

  • башҡорт теленең фонетик системаһының төп берәмектәрен белә: һуҙынҡы өндәрҙе тартынҡыларҙан, өндәрҙе тартынҡыларҙан, өндәрҙе хәрефтәрҙәнайыра, һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлә, баҫым ҡуя;

  • башҡорт теленең өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә, аралашҡанда дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белә;

  • өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра, анализлай белә;

  • һөйләү һәм яҙма телмәрҙең айырмаларын белә;

  • телмәр этикетын һаҡлап һаулыҡ һораша, хушлаша, ғәфү үтенә, рәхмәт әйтә, ниндәйҙер үтенес менән мөрәжәғәт итә белә;

  • тамыр һүҙҙе билдәләй белә. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр төҙөй белә;

  • һүҙ төркөмдәренә һорау ҡуя, уларҙың грамматик билдәләре тураһында ябай ғына төшөнсәләргә эйә була;

  • исемгә, сифатҡа, алмашҡа, ҡылымға, һанға программала бирелгән кимәлдә грамматик анализ эшләй белә;

  • һөйләмдә эйә менән хәбәрҙе таба белә;

  • һөйләмдә эйәрсән киҫәктәрҙе таба, уларҙың ниндәй һүҙ төркөмдәренән килеүен асыҡлай, һыҙыҡтар менән билдәләй белә;

  • тексты төрҙәре буйынса (уҡып-өйрәнеү, фәнни-популяр, әҙәби текстар) айыра белә;

  • тексты өлөштәргә бүлеү, уларҙы исемләү өҫтөндә үҙ аллы эшләй белә;

  • тексҡа план төҙөп, план буйынса уның йөкмәткеһен һөйләй белә;

  • төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (уҡыу, тыңлау, һөйләү, яҙыу) үҙ эшен баһалау, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтеү буйынса эштәрҙе эшләй ала;

  • аңлатма, орфографик һүҙлектәр ҡуллана белә;

  • яҙыу барышында хәрефтәрҙең, һүҙҙәрҙеңдөрөҫ яҙылышын тикшереп, хатаны төҙәтә белә;

  • хәрефтәрҙе автоматик рәүештә матур һәм дөрөҫ яҙырға тырыша, үҙенең, иптәшенең яҙма эшен дөрөҫ баһалай белә;

  • проект эштәрен башҡарғанда мәғлүмәтте үҙгәртә, сағыштыра, һуңынан һығымта яһай белә.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметы буйынса дөйөм башланғыс белем биреүҙең йөкмәткеһе

2-4-се кластарҙа башҡорт телен системалы өйрәтеү курсы башлана, башҡорт теле грамматикаһын һәм орфограияһын үҙләштереү өҫтөндә эш алып барыла.

Икенсе класта телмәр үҫтереү эше дауам ителә: бирелгән өлгө буйынса диалогтар ҡороп һөйләшергә, һорауҙар биреп уларға яуап ҡайтарырға өйрәтеү, уҡыу техникаһы һәм матур яҙыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Лексик темалар ҡабатланып, киңәйтеп бирелә. Һүҙ байлығын үҫтереүгә күп көс һалына.

Өсөнсө класта тәүге ике йылда үтелгән материалдар ҡабатланып, тәрәнәйтеп өйрәнелә. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығы әүҙем генә үҫешкәнлектән, лексик темаларҙың йөкмәткеһе аша уҡыусыларға башҡорт теленең лексикаһы, грамматикаһы тураһында ябай ғына кимәлдә фәнни мәғлүмәттәр бирелә

башлай һәм улар ғәмәли кимәлдә күнегеүҙәр аша үҙләштерелә. Был класта уҡыусыларҙа лингвистик, телмәр һәм мәҙәни компетенцияларҙы үҫтереү эше алғы планға сыға.

Дүртенсе класта тирә-йүнде башҡорт телндә тәрәнерәк өйрәнеү нигеҙендә уҡысыларҙың телмәр компетенциялары үҫешә. Рус һәм башҡорт телдәрендәге тел күренештәрен сағыштырып, анализлап, айырып, дөйөмләштереп, балалар башҡорт теленең нормаларын программаға ярашлы үҙләштерә.

Дүртенсе кластың аҙағында уҡыусыларҙың башҡорт телендә телмәр үҫеше түбәндәгеләрҙе ирешеүҙе күҙаллай:

  • тыңлай, уҡый, һөйләй, яҙа белеү күнекмәләренә эйә булыу;

  • иркен аралаша лаыу өсөн тейешле һүҙ байлығы булыу;

  • аралашыуҙың диалог (әңгәмә, бәхәс) формаларын практик яҡтан үҙләштереү;

  • көнкүрештә аралашыу, һөйләшеү ҡағиҙәләрен үтәй белеү (һаулыҡ һорашыу, хушлашыу һ.б.);

  • башҡорт телндә аралаша белеү, артабан был телдә уҡыуҙы дауам итерлек булыу;

  • башҡорт теленң рус теле менән бер рәттән белем сығанағы һәм кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнен аңлау.

Башҡортса һөйләргә һәм уҡырға өйрәнеү эшмәкәрлеге дөрөҫ һәм матур яҙыу күнекмәләренең дә формалашыуын талап итә:

  • башҡорт телендә бирелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу;

  • өйрәнелгән орфограмималарҙы, пунктуация ҡағиҙәләрен ҡулланып, телдән әйтелгән тексты ишетеп, дөрөҫ яҙыу;

  • үҙ аллы бәйләнешле яҙма телмәр төҙөп яҙыу ( һорауҙарға яуаптар, инша, изложение).

Күнегеҙәр башҡарғанда каллиграфия талаптарын үтәү мөһим: хәрефтәрҙең ауышлығы, һәр береһенең бейеклеге, киңлеге буйынса тигеҙ килеүе, юлдан ситкә китмәй, тигеҙ итеп, хәрефтең формаһын боҙмай яҙыу.

Беренсе класта һәр уҡыусының, 2-4-се кластарҙа һайланма рәүештә кемгә кәрәк – шуның дәфтәренә хәрефтәрҙе яҙыу, уларҙы бер-береһе менән тоташтырыу өлгөләрен яҙып күрһәтеү бирелә. Матур яҙыуҙың күләме 1-се класта бер юлдан да кәм булмаҫҡа, 2-се класта - өс юл, 3-4-се кластарҙа – дүрт юл булыуы талап ителә.

1-4-се кластарҙа башҡорт теленән контроль диктант йәки өйрәнеү иншаһын, изложениеһын яҙғанда һүҙҙәр һаны яҡынса түбәндәгесә тәҡдим ителә:

Эш төрө

1-се класс

2-се класс

3-сө класс

4-се класс

Диктант

5 – 25

25-30

35-40

60-65

Изложение

-

25-30

55-65

80-90

Инша

-

20-30

40-50

70-80

Башланғыс дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт стандарты талаптарына ярашлы, уҡыусыларға башҡорт теле системаһын өйрәтеү һөҙөмтәләре ике төрлө блокта бирелә. Беренсеһе – “Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк” тип атала һәм унда программаның һәр бер бүлеге буйынса мотлаҡ үҙләштеререгә тейешле булғантөп белем күрһәткестәре билдәләнә.

Икеснеһе – “Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ” тигән исем аҫтында бирелә һәм был блок төп белемде тәрәнәйтеп, киңәйтеп өйрәнеүҙе, йәғни материалды итеп өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Был белем күрһәткестәре бөтә уҡыусылар өсөн дә мотлаҡ түгел тип һанала, был өлкәләге тел материалдары менән ҡыҙыҡһынған һәм һәләтле балаларға ғына тәғәйенләнә.

Программала был күрһәткестәр һәр бер бүлектә курсив менән бирелә.

Фонетика һәм орфоэпия. Һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Һүҙҙә баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе таба белеү, рус теле менән сағыштырыу. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ тартынҡыларҙы айыра белеү. Һөйләмдә мәғәнә буйынса (логик баҫым) баҫым төшкән һүҙҙәрҙе таба белеү. Башҡорт өндәрен, өндәр теҙмәһен әҙәби тел нормаларына ярашлы әйтә белеү. Бирелгән алгоритм буйынса һүҙгә фонетик анализ яһау.

Графика. Өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу. Яҙыуҙа ъ, ь айырыу билдәләрен ҡулланыу. Көньяҡ, бесәй тибындағы һәм е, ё, ю, я хәрефтәре булған һүҙҙәрҙә өндәрҙең һәм хәрефтәрҙең һанын сағыштырып билдәләү. Хәреф булмаған график сараларҙы – һүҙҙәр араһындағы буш урын, юлдан юлға күсереү билдәһе, ҡыҙыл юлды дөрөҫ ҡулланыу. Башҡорт алфавитындағы хәрефтәрҙең исемен, уларҙың бер-бер артлы килеү тәртибен белеү. Алфавитты һүҙлектәр, белешмә йыйынтыҡтар, каталогтар менән эш иткәндә ҡуллана белеү.

Лексика. (курстың бөтә бүлектәрендә лә өйрәнелә). Һүҙҙең яңғырашы менән мәғәнәһенең бер бөтөн икәнлеген аңлау. Һүҙлектән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен табыу. Текста һүҙҙең мәғәнәһен аңлатыу. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу. Һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһен айыра белеү: текста бирелгән өлгөләрҙе ҡулланып аңлатыу. Синоним һәм антонимдарҙы айыра белеү, өйрәнелгән текстарҙа уларҙы таба, арлашҡанда ҡуллана белеү.

Һүҙьяһалыш (морфемика). Тамырҙаш һүҙҙәр тигән төшөнсәнең мәғәнәһен аңлау. Бер тамырҙан яһалған һүҙҙәрҙе һәм синонимдарҙы айыра белеү. Тамырҙаш һүҙҙәрҙең яһаусы ялғауҙар ярҙамында барлыҡҡа килеүе. Һүҙ составы буйынса тикшереү.

Морфология. Һүҙ төркөмдәәре: һүҙ төркөмдәренең үҙ аллы һәм ярҙамсы төркөмдәргә бүленеүе. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе айыра һәм таный белеү. Исемдәргә кем? нимә? һорауҙарын ҡуя белеү. Исемдәрҙең һан һәм килеш менән үҙгәреүе. Килеш атамалырын белеү һәм килеш һорауҙарын айырыу. Исемдәрҙең эйәлек заты категорияһы. Исемде морфологик яҡтан тикшереү.

Ҡылым тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы. Ҡылымдарҙың һан, заман категорияһы. Хәҙерге заман ҡылымдарҙың һан, зат, барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Ҡылымды морфологик яҡтан тикшереү.

Сифат тураһында төшөнсә. Мәғәнәһе һәм телмәрҙә ҡулланылышы. Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифаттарҙы морфологик яҡтан тикшереү.

Алмаш тураһында төшөнсә. Алмаш төркөмсәләре. Зат алмаштарының берлек-күплек формалары, килеш менән үҙгәреше. Һорау, күрһәтеү алмаштары. Алмаштарҙы морфологик яҡтан тикшереү.

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре: төп, рәт. Һанға морфологик анализ яһау. Һандарҙың килеш менән үҙгәреүе.

Синтаксис. Һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде айыра белеү. Уларҙың айырмаһын һәм оҡшаш яҡтарын билдәләү. Әйтелеү маҡсаты буйынса ябай һөйләм төрҙәре: хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Һөйләмдең баш киҫәктәрен таба белеү. Эйә менән хәбәрҙе билдәләү, уларҙы һөйләмдә айырыу. Үҙ аллы тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табып билдәләй йәки үҙ аллы төҙөй белеү. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә һанау интонацияһын ҡулланыу. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе айырыу.

Орфография һәм пунктуация. Орфографик яҡтан һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеүҙе формалаштырыу. Орфограммаларҙың дөрөҫлөгөн тикшереү ысулдарын белеү. Орфографик үҙлекте ҡуллана белеү. Түбәндәге яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланыу:

  • һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү;

  • һөйләм башында һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙә ҙур хәрефтәрҙең яҙылыуы;

  • һөйләм аҙағында тыныш билдәләре: һорау, өндәү, нөктә;

  • тиң киҫәктәр араһында өтөр ҡуйыу;

  • һүҙ аҙағында һаңғырау ҡ, к, п өндәренә һуҙынҡынан башланған ялғау ҡушылғанда улар яңғырау г, ғ, б өндәренә әйләнә: ҡалаҡ – ҡалағы;

  • -мы, -ме, -мо, -мө һорау ялғауҙарының яҙылышы;

  • э өнө башҡорт телендә тик һүҙ башында ғына яҙыла; һүҙ уртаһында э өнө е хәрефе менән яҙыла;

  • е хәрефе һүҙ башында йэ тип ишетелгән урында яҙыла;

  • ҡалын а, у, о, ы һуҙынҡыларынан килгән ҡылымдарға – ма юҡлыҡ ялғауы ҡушыла: бар – ма, ҡайт –ма;

  • я хәрефе башҡорт телндә һүҙ башында йа ишетелгән һүҙҙәәрҙә яҙыла;

  • ҡайҙа? һорауына яуап биргәндә ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәргә - ла, -да, -та, -ҙа, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә - лә, -дә, -тә, - ҙә ялғауҙары ҡушыла;

  • ҡайҙан? һорауына яуап биргәндә ҡалын һуҙынҡылы һүҙҙәргә - нан, -дан, -тан, -ҙан, нәҙек һуҙынҡылы һүҙҙәргә - нән, -дән, -тән, - ҙән ялғауҙары ҡушыла;

  • төп башҡорт һүҙҙәрендә ь һәм ъ билдәләре өн белдермәй. Әгәр һүҙҙең беренсе өлөшө ҡалын булһа – ъ билдәһе, нәҙек булһа – ь билдәһе яҙыла;

  • һүҙҙең нигеҙе ҙ хәрефенә бөткән исемдәргә -ҙар, -ҙәр, т хәрефенә бөткән исемдәргә -тар, -тәр ялғауҙары ҡушыла. Ҡуш тартынҡы барлыҡҡа килә;

  • һүҙ –ль, -нь, -брь хәрефтәренә бөтһә - нәҙек, -рь хәәрефенә бөтһә - ҡалын ялғау ҡушыла, нәҙеклек билдәһе төшөп ҡала.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Аралашыу осрағының ҡайҙа, кем менән, ниндәй маҡсатта булыуын аңлау. Диалог формаһында аралашыуҙы практик рәүештә үҙләштереү. Үҙ фекерен әйтә, дәлилләй белеү. Һөйләшеүҙе башлай, дауам итә, тамамлай белеү, аралашыу барышында үҙеңә иғтибар йәлеп иттерә белеү. Аралашыу мәҙәниәте талаптарын һаҡлап аралаша белеү.

Текст. Текстың билдәләре. Текст эсендәге һөйләмдәрҙең бер-береһе менән мәғәнә яғынан бәйле булыуы, текстың исеме. Текста төп фекерҙе аңлатҡан һәм уның тамамланыуын билдәләгән һүҙҙәрҙе табып, йәки үҙ һүҙҙәре менән әйтә белеү. Текста һөйләмдәрҙең бер-бер артлы мәғәнәүи яҡтан теҙелеп килеүе. Текст өлөштәренең бер-бер артлы мәғәнәүи яҡтан теҙелеп килеүе.

Текст өҫтөндә комплекслы эш башҡарыу: исемләү, һөйләмдәрҙе, текст өлөштәрен мәғәнә буйынса дөрөҫләп төҙөү. Текстың планы. Бирелгән текстың планын төҙөү. Тәҡдим ителгән план буйынса үҙ аллы текст төҙөү. Текст төрҙәре: һүрәтләү, хикәйәләү, фекерләү һәм уларҙың7 үҙенсәәлектәре.

Инша һәм изложение яҙыуҙың төрҙәре менәнтаныштырып, уларҙы яҙырға өйрәтеү.

Башланғыс класты тамамлағас, программаны үҙләштергән уҡыусылар тейешле лингвистик белемгә һәм телмәр үҫешенә эйә булып, башҡорт телен өйрәнеүҙе артабан өлкән кластарҙа уңышлы дауам итә ала.

Программаны үҙләштереү кимәлен баһалау күрһәткестәре

1.“Башҡорт теле системаһы” йөкмәткеһен баһалау күрһәткестәре түбәндәгесә бирелә:

Фонетика һәм графика” бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырырға; өндәрҙе яҙма телмәрҙә хәрефтәр менән билдәләргә;

  • ҡалын һәм нәәҙек һуҙынҡы өндәрҙе һәм уларҙың хәрефтәрен, ике өн белдергән е, ё, ю, я һуҙынҡыларын һәм уларҙың хәрефтәрен айырырға. У, хәрефтәренең тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе белдереп килеүен айырырға;

  • яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе, уларҙың хәрефтәрен, парлы-парһыҙ тартынҡыларҙы айырырға һәм яҙырға. Ҡ-к, ғ-г, п-б тартынҡыларының сиратлашыуын белергә;

  • һүҙҙәрҙе ижеккә бүлергә. Асыҡ һәм ябыҡ ижекте айырырға, һүҙҙе юлдан юлға күсерергә. Һүҙҙәргә баҫым ҡуйырға;

  • башҡорт алфавитын белергә, һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә урынлаштыра белергә.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

- дәреслектә бирелгән алгоритм буйынса һүҙгә үҙ аллы фонетик һәи график (өн-хәреф) анализы эшләргә, тикшерергә, үҙ эшен баһалай белергә.

“Орфоэпия”бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • башҡорт әҙәби тел нормаларын үҙенең һөйләшеүендә ҡуллана белергә һәм башҡалар һөйләшеүендә баһалай алырға (программа сиктәрендә);

  • һүҙҙәрҙең әйтелешендә йәки баҫым ҡуйыуҙа ҡыйынһынһа, үҙ аллы яуап табыу маҡсатында дәреслектәге һүҙлекте ҡуллана белергә йәки ололарға мөрәжәғәт итә белергә.

Һүҙьяһалыш” бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • һүҙ составын, тамыр һүҙҙе, яһалма һүҙҙе табырға, уларҙың өлөштәрен әйтә белергә;

  • һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра, уларҙы яҙа белергә, ялғауҙарҙың ҡалын йә нәҙек икәнен билдәләргә;

  • тамырҙаш һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса табырға, уларҙы табыуҙа аңлатмалы һүҙлек ҡулланырға.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • ҡушма һүҙҙәрҙең яһалышын, яҙылышын белергә (программа кимәлендә)

  • дәреслектә бирелгән алгоритм буйынса һүҙгә составы буйынса үҙ аллы анализ эшләргә; анализдың дөрөҫлөгөн тикшерергә, үҙ эшен баһалай белергә.

Лексика” бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • һүҙҙе рус телендәге варианты менән сағыштырырға, тәржемә итеп мәғәнәһенә төшөнөргә;

  • мәғәнәһе аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табырға, уларҙың мәғәнәһен “Башҡорт теленең һүҙлеге” ярҙамында эҙләргә.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • текста ҡабатланыу булмаһын өсөн, һүҙҙәргә синонимдар табырға;

  • предметтарҙы бер-береһе менән тулыраҡ итеп сағыштырыу өсөн һүҙҙәргә антонимдар табырға;

  • өйрәнелгән һүҙҙәрҙең – омонимдарҙың мәғәнәһен аңлатырға;

  • текста һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә мәғәнәлә килеүен айырырға;

  • теге йәки был һүҙҙең текста ҡулланылыуы дөрөҫмө, юҡмы икәнлеген айырырға;

  • темаға бәйле бирелгән һүҙҙәр араһынан тейешлеһен диалог маҡсатына ярашлы һайлап ҡулланырға.

Морфология” бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • текста һан, алмаш һүҙ төркөмдәрен таба белергә;

  • юҡлыҡты белдергән – ма, -мә киҫәксәләрен ҡуллана белергә.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • исем, сифат, ҡылым һүҙ төркөмдәренең грамматик билдәләрен белергә;

  • дәреслектә бирелгән алгоритм буйынса исемгә, сифатҡа, ҡылымға, алмашҡа морфологик анализ эшләргә, анализдың дөрөҫлөгөн тикшереп, үҙ эшен баһалай белергә.

Синтаксис” бүлеге.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде айыра белеү;

  • әйтелеү маҡсаты буйынса хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе айырырға;

  • һөйләмдә баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе табырға;

  • тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе айыр белергә.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре булған аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәрҙе айыра белергә;

  • дәреслектә бирелгән алгоритм буйынса ябай һөйләмг синтаксик анализ эшләргә, анализдың дөрөҫлөгөн тикшереп, үҙ эшен баһалай белергә.

2.”Орфография һәм пунктуация” өлкәһендәге белемдәрҙе баһалау күрһәткестәре

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • программаға ярашлы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен ҡулланырға;

  • һүҙҙең яҙылышын дәреслектә бирелгән, йәки орфограик һүҙлеккә ҡарап тикшерергә, төҙәтергә;

  • 50- 60 һүҙҙән торған тексты хзатаһыҙ күсереп яҙырға;

  • уҡытыусы әйтеүе аҫтында өйрәнелгән орфограммаларҙы үҙ эсенә алған йәки 60-70 һүҙҙән торған тексты дөрөҫ яҙырға;

  • үҙ яҙған йәки тәҡдим ителгән тексты тикшерергә, орфография һәм пунктуация хаталарын төҙәтергә.

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • орфографик хатаның ҡайһы урында ебәрелеү ҡурҡынысы барлығын һиҙемләргә;

  • билдәләнгән орфограммаларға миҫалдар табып әйтергә;

  • үҙ аллы текстар төҙөгәндә орфографик хатаһыҙ яҙыр өсөн һүҙҙәрҙе алмаштырып, үҙгәртеп яҙырға;

  • хаталар өҫтөндә эш башҡарғанда уларҙың ни сәбәптән барлыҡҡа килеүен һәм икенсе тапҡыр бындай хаталар ҡабатланмаһын өсөн нимә эшләргә кәрәклекте билдәләргә.

3.”Бәйләнешле телмәр үҫтереү” бүлеге

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнәсәк:

  • дәрестә, мәктәптә, көкүрештә, таныш һәм таныш булмаған кешелә, яҡындары, тиҫтерҙәре менән һөйләшеп аралашыу өсөн телмәр сараларын дөрөҫ һәм урынлы ҡуллана белергә;

  • көндәлек тормошта һөйләшеү ҡағиҙәләрен һәм нормаларын һаҡлап аралашырға ;

  • үҙ фекерен тел сараларын дөрөҫ ҡулланып еткерә белергә, дәлилдәр килтереп, аңлата белергә;

  • үҙ аллы тексҡа исем бирергә;

  • текстың планын төҙөргә;

Сығарылыш уҡыусыһы өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ:

  • бирелгән тема буйынса текстар төҙөй белергә;

  • текст йөкмәткеһен ентекле, тулыһынса йәки һайланма рәүештә һөйләй белергә;

  • текст йөкмәткеһен икенсе кеше исеменән һөйләп бирергә;

  • бирелгән тема буйынса хикәйәләү, һүрәтләү, фекерләү төрөндәге телдән хикәйә төҙөп һөйләргә;

  • мәғәнәһе буйынса теҙелеп килеү тәртибе боҙолған һөйләмдәрҙе тикшереп, бәйләнешле текст итеп ҡороп, текста төп мәғәнәне аңлатҡан һөйләмдәрҙе билдәләргә.



Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән календарь-тематик план

Уҡыусы үҙе менән таныштыра, иптәштәре менән таныштырыу. Һин кем? Был нимә? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? кеүек һорауҙарға яуап биреү.

Һаулыҡ һорашыу, телмәр төрҙәрен өйрәнеү, уны телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеү

3



1

Хәйерле көн!

1

5.09


2

Яҡшы һүҙ матурлай донъяны.

1

8.09


3

Татлы һүҙ – йән аҙығы. Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек.

1

12.09


II

Минең мәктәбем-

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе.. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Текст төрҙәрен билдәү, телмәрҙә ҡулланыу. Тулы һәм дөрөҫ яуап бирергә өйрәтеү. Сәғәткә ҡарап ваҡытты билдәләргә өйрәнеү һәм уны телмәрҙә ҡулланыуҙы камиллаштырыу.

10



4

Мәктәпкә тәү барған көн. Мәктәп – белем усағы.

1

15.09


5


Белем-хазина. Китапхана.

1

19.09


6

Мәктәп ашханаһы

1

22.09


7

Сәғәт нисә?

1

26.09


8

Мәктәп алды майҙансығы.

1

29.09


9

Мәктәп баҡсаһы.

1

3.10


10

Т.Ү. Инша “Минең мәктәбем”.

1

6.10


11

Ялғанлыҡ алға алып бармай

1

10.10


12

Ялҡауҙың зиһене лә тарҡау.

1

13.10


13

Нимә белдек? Нимә өйрәндек?

1

17.10


III

Минең республикам-

Башҡортостан республикаһын, башҡалаһын иҫтә ҡалдырыу, ҡайҙа йәшәгәндәрен аңлата белеү. Балаларҙы үҙебеҙҙең республикабыҙ тураһында һәм унда йәшәгән халыҡтар менән таныштырыу. Башҡортостандағы йырсылар, бейеүселәр тураһында тулы мәғлүмәт биреү. Башҡорт аҙыҡ-түлектәре менән таныштырыу. Ҡалалар, тауҙар, йылғалар, яҙыусылар, мәмерйәләр,сәсәндәр, эпостар, рәссамдар тураһында белемдәрен тулылындырыу. Башҡортостан ҡалаларының атамаларын хәтерҙә ҡалдырыу . Эпос тураһында төшөнсә биреү.

20



14

Нимә ул Ватан? Беҙ үҙебеҙ башҡорттар.

1

20.10


15

Башҡорт йыры. Башҡорт бейеүе.

1

24.10


16

Башҡорт балы.

1

27.10


17

Эх, ҡымыҙы, ҡымыҙы!


1

7.11


18

Моңло ҡурай, серле ҡурай. Телең барҙа – илең бар.

1

10.11


19

Йәмле Ағиҙел буйҙары. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

1

14.11


20

Асылыкүл – Башҡортостан ынйыһы. Талҡаҫ күле.

1

17.11


21

Аҡкүл.

1

21.11


22

Гүзәл Дим йылғаһы. Ирәндек.

1

24.11


23

Шихандар – тәбиғәт һәйкәлдәре. Янғантау – шифалы тау.

1

28.11


24

Уралып ятҡан Уралда. “Урал батыр” эпосы.

1

1.12


25

Башҡортомдоң улы.

1

5.12


26

Башҡортостан рәссамдары.

1

8.12


27

Утта янмай, һыуҙа батмай

1

12.12


28

Стәрлетамаҡ. Ишембай-нефетселәр ҡалаһы.

1

15.12


29

Белорет – металлургтар ҡалаһы.

1

19.12


30

Минең ҡалам” проект эше.

1

22.12


31

Үҙ илең – алтын бишек.

1

26.12


32

Башҡортостан буйлап сәйәхәт.

1

29.12


33

Нимә белдек? Нимә өйрәндек? Контроль эш.

1

16.01


IV

Мин һәм минең ғаиләм-

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү.

Исемеңдең мәғәнәһен беләһеңме?

һорауҙарға яуап биреү, үҙ- аллы диалог төҙөү. Исем серҙәрен асыу. Шәжәрә төҙөргә өйрәтеү. Сынығыу, спрот менән дуҫ булыу, гигиена, көн режимын төҙөп ҡарау, минең хобби тураһында һөйләргә өйрәтеү

12



34

Үҙем тураһында. Исемең матур, кем ҡушҡан?

1

19.01


35

Исем серҙәре . Һинең туғандарың кем? Шәжәрәңде беләһеңме? Олатайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.

1

23.01


36

Һиңә ниндәй сифаттар хас? Яҡшы эшкә ярыш юҡ.

1

26.01


37

Тештәреңде бәләкәстән һаҡла. Сынығыу.

1

30.01


38

Спорт яратаһыңмы?

1

2.02


39

Алдашыу-насар ғәҙәт.

1

6.02


40

Минең аҙнылҡ планым. Минең ялым.

1

9.02


41

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Яратҡан шөғөлөм. Минең буласаҡ һөнәрем.

1

13.02


42

Яратҡан яҙыусым.

1

16.02


43

Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

1

20.02


V

Мин һәм минең дуҫтарым

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын мәҡәленә таянып дуҫтар ҡәҙерен аңлатыу. Һәр дуҫыңа тоғро ҡалыу,”егет һүҙе бер була” тигәнде аңлатыу.

Һәр кешенең тыуған көнө бар. Кешенең ғүмерендә нисә туй була?

Телефон бөнгө көндә бик кәрәкме?- тигән һорауға яуап биреү. Музейҙар, театрҙар хаҡында әңгәмә ҡороу.

10



44

Тыуған көнөң менән!

1

27.02


45

Батырҙар ниндәй була?

1

2.03


46

Егет һүҙе.

1

6.03


47

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

1

9.03


48

Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә.

1

13.03


49

Телефондан кемгә шылтыратаһың?

1

16.03


50

Ниндәй музыка тыңлайһың?

1

20.03


51

Ниндәй театрҙа булдың? Кино яратаһыңмы?

1

23.03


52

Музейҙа булғаның бармы?

1

3.04


53

Нимә белдек, нимәгә өйрәндек? Контроль эш

1

6.04


VI

Мине уратып алған донъя

Быйылғы йыл “экология” йылы тип иғлан ителгән. Тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау, һаҡсыл ҡарашта ҡалырға өйрәтеү. Тәбиғәттең һәр миҙгелендә үткәрелә торған байрамдар тураһында тулы мәғлүмәт биреү.

БСТ каналы тур-да әңгәмәләшеү. Почтала, поликлиникала кеүек бирелгән темаларға диалог төҙөү.

15



54

Тәбиғәт-үҙ йортобоҙ

1

10.04


55

Алтын көҙҙө яратам.

1

13.04


56

Ҡар шығырлай табанда.

1

17.04


57

Ҡарҙар ирей, һыу таша.

1

20.04


58

Онотмаһын мине Тыуған ил.

1

24.04


59

Гүзәл ваҡыттар етте. Ямғыр яу, яу, яу!

1

27.04


60

Был ҡай саҡ була? Ауылда һабантуй.

1

4.05


61-62

Ниндәй газета- журналдар уҡыйһың?

2

8.05 11.05


63

Телевидение программаһы

1

15.05


64

Минең тормошта компьютер.

1

18.05


65

Почтала

1

22.05


66

Поликлиникала

1

25.05


67

Нимәгә өйрәндек? Нимә белдек?

1

29.05


68

Йомғаҡлау

1











Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телмәр һәм тел. Текст һәм уның планы. Һөйләм. һөйләм төрҙәре. Өндәш һүҙ. Һөйләм нигеҙе. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Контроль диктант. Каникулда. Диктант яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү.

Аныҡлаусы. Һөйләмдә аныҡлаусыға һорау бирергә өйрәтеү. Һөйләмдә уны табып аҫтына һыҙыу. Һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнеш, уларҙан һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү

Тултырыусы . Тултырыусы тураһында мәғлүмәт биреү. Һөйләмдәге ролен белеү.

Хәл. Һөйләмдәге роле. Һорауын билдәләү.

Һүҙбәйләнеш .

Башҡорт теленең һүҙлек составы . Башҡорт теленең һүҙлек составына аңлатма биреү. Үҙләштерелгән һүҙҙәр (заимственные слова) .

Сит телдән инеп, башҡорт телендә үҙләштереп килгән һүҙҙәр тураһында тулы мәғлүмәт биреү.

Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙ составы. Тамырҙаш һүҙҙәр. Һүҙ яһаусы һәм һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡушма һүҙҙәр. Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу ысулы.

Өндәр һәм хәрефтәр. Я, е, ё, ю хәрефтәренең һүҙҙәрҙә яҙылышы. Ярҙамсы һүҙҙәр . Ярҙамсы һүҙҙәр айырым яҙыла, уларға һорау биреп булмай. Уларҙы ялғауҙар менән бутарға ярамай.

Һүҙ төркөмдәре . Һүҙ төркөмдәре үҙ аллы һәм ярҙамсы була. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре : исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш.

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр . Яңғыҙлыҡ исемдәргә кеше исемдәре, фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу, район, ҡала атамалары, газета-журнал исемдәре һәм башҡалар инә. Уртаҡлыҡ исемдәргә бер төрлө предметтарҙың, күренештәрҙең, йән эйәләренең дөйөмләштерелгән атамаһы инә.

Исемдәрҙең эйәлек заты, килеш, һан менән үҙгәреше.

Сифат. Сифаттарҙың яһалышы. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре .

Һан. Һандар ябай һәм ҡушма була. Һан төркөмсәләре.

Алмаш. Алмаш төркөмсәләре. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше.

Ҡылым. Яһалышы. Ҡылымдың заман, барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары . Һан, зат менән үҙгәреше.












Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән календарь-тематик план

Телмәр төрҙәре тураһында төшөнсәләр алыу. Уларҙы бер-береһенән айырырға өйрәнеү. Бирелгән текстарҙа телмәр төрҙәрен билдәләү. Ябай ғына кимәлдә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, тейешле темаға диалог, монолог ҡорорға өйрәнеү, уларҙы телдән һөйләй йәки яҙма телмәрҙә башҡара белеү. Текстың төҙөлөшөн билдәләргә өйрәнеү: башын, төп өлөшөн, аҙағын табырға өйрәнеү. Текстың төп мәғәнәһен һорауҙар ярҙамында тойомларға өйрәнеү. Тексҡа исем бирергә, абзацтың ҡасан ҡуйылыуын, ни өсөн ҡулланылыуын аңлата белеү.

Диктант яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү.

Һөйләмдең төҙөлөшөн ябай ғына кимәлдә анализлай белеү; уның баш киҫәктәрен табып, аҫтарына һыҙа белеү; һөйләм нигеҙен билдәләү; йыйнаҡ һөйләмдәрҙе тулыландырырға өйрәнеү

1

3.09


2

Һөйләм. һөйләм төрҙәре.

1

10.09


3

Өндәш һүҙ. Һөйләм нигеҙе. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр.

1

17.09


4

Контроль диктант. “Каникулда”

1

24.09


5

Х.ө.э.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Аныҡлаусы.

1

1.10


6

Тултырыусы. Хәл.

1

8.10


7

Тиң киҫәктәр. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

15.10


8

Һүҙбәйләнеш. Төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр.

Тамырҙаш, яһалма, интерноциональ һүҙҙәрҙе бер-береһенән айыра белеү; ялғау ярҙамында яһалған яңы һүҙҙәр – яһалма һүҙҙәр менән танышып, уларҙың тамырын, ялғауын билдәләй белеү; һүҙҙәрҙең төрлө мәғәнә аңлатыу осраҡтарын һәм уларҙы айыра белергә өйрәнеү; синонимдарҙың, антонимдарҙың, аңлатҡан мәғәнәһенә төшөнөп, уларҙы бер-береһенән айырып билдәләргә өйрәнеү; һүҙҙәрҙең өндәрҙән тороуын, хәреф менән өн араһындағы айырмаларҙы иҫкә төшөрөп әйтә белеү, күнегеүҙәр аша нығытыу; ике өндән торған хәрефтәр, уларҙың һүҙҙәрҙә яҙылыу үҙенсәлектәрен ҡабатлау һәм нығытыу.

Ниндәй ҡушма һүҙҙәр булыуы тураһында тулы мәғлүмәт биреү. Ҡушма һүҙҙәрҙе яҙыуҙа дөрөҫ итеп яҙа белергә өйрәтеү. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе үҙ аллы һүҙҙәрҙән айыра белергә өйрәтеү; уларҙың яҙылышын үҙләштереү; уларҙы ялғауҙарҙан айыра белергә өйрәтеү.

1

22.10


9

Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр.

1

5.11


10

Һүҙ составы.Тамырҙаш һүҙҙәр.

1

12.11


11

Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар.

1

19.11


12

Ҡушма һүҙҙәр.

1

26.11


13

Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу ысыулы.

1

3.12


14

Өн һәм хәреф.

1

10.12


15

Я, е, ё, ю хәрефтәренең һүҙҙәрҙә яҙылышы.

1

17.12


16

Ярҙамсы һүҙҙәр

1

24.12

-

17

Т.Ү. Инша. Беҙҙең ғаилә.

1

14.01


18

Һүҙ төркөмдәре.

Исем, уның грамматик мәғәнәһен билдәләү, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе табып, һорауҙар ҡуйып, һөйләмдә , текста уларҙы айырыу. Исемдәрҙең күплектә үҙгәрешен айыра һәм күплек ялғауҙарына һорауҙар ҡуя белеү. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреүен иҫкә төшөрөп, уларҙы нығытыуға күнегеү-ҙәр башҡара алыу; исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүен, рус телендәге килеш һорауҙары менән сағыштырып, уларҙың атамаһын әйтә белеү; Ҡуш тартынҡыларға һәм нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәргә күплек ялғауҙарын ҡуя белеү.

1

21.01

-

19

Исем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

28.01


20

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше.


1

4.02


21

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

11.02


22

Сифат. Сифаттарҙың яһалышы.

Сифат предметтың төрлө билдәләрен белдереүен практик күнегеүҙәр башҡарыу аша төшөнөү. Сифатты һөйләмдә һорауҙар аша табырға өйрәнеү. Сифат дәрәжәләре тур-да ҡыҫҡаса төшөнсәләрҙе үҙләштереү һәм уларҙы айыра белеүгә күнегеүҙәр башҡа-рыу. Ябай һәм ҡушма һандарҙы рус телендәге һан төркөмсәләре менән сағыштырып, аңларға тырышыу. Рәт һәм төп һандарҙың айырмаһын билдәләй белеү. Алмаш, уның төркөмсәләре, алмаштың килеш менән үҙгәреүе хаҡында ябай ғына кимәлдә мәғлүмәт алыу. Алмаштың исемдәрҙе, сифаттарҙы алмаштырыуы тур-да мәғлүмәт алыу. Уҡытыусы ярҙамында уларҙы табырға өйрәнеү.

1

18.02


23

Сифат дәрәжәләре.

1

25.02


24

Һан. Ябай һәм ҡушма һандар.

1

4.03


25

Һан төркөмсәләре.

1

11.03


26

Алмаш. Алмаш төркөмсәләре.

1

18.03


27

Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше.

1

1.04


28

Ҡылым. Яһалышы.

Ҡылымдың үҙ аллы һүҙ төркөмө булып ни эшләй? һорауына яуап биреүен белеү. Ҡылымдың аңлатҡан мәғәнәһе, заман формалары тур-да белеү. Хәҙерге заман ҡылымдарының барлыҡ-юҡлыҡ формалары һәм уларҙың берлектә һәм күплектә, затта үҙгәреүен белеү, өлгө буйынса үҙгәртә алыу. Үткән заман ҡылымдарының затта үҙгәреү формалары менән танышып, өлгө буйынса үҙгәртә белеү. Киләсәк заман ҡылымдарының затта үҙгәреү формалары менән танышып, һөйләмдә билдәләй белеү.

Диктант яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү.

1

8.04


29

Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары

1

15.04


30

Ҡылымдың заман менән үҙгәреше

1

22.04


31

Контроль диктант. Яңғыҙ ҡайын.

1

29.04


32-33

Х.ө.э. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Үтелгәнде ҡабатлау, нығытыу.

Йыл буйы алған белемдәренә баһа ҡуйып, йомғаҡлау.

2

6.05 13.05


34

Йомғаҡлау

1

20.05









Ятлау өсөн шиғырҙар:

1.З.Биишева.”Хәйерле көн”

2. Р.Ниғмәти. “Ватан”

3. Р.Ғарипов. “Туған тел”

4. Ҡобайыр “Уралып ятҡан Уралда”

5.С.Юлаев “Тыуған илем”

6. Ҡ.Даян “Шайморатов генерал”

7. Г.Юнысова “Башҡортостан”


Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек.

Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В.

Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

/Толомбаев Х.А., Әбуталипова Р.Ә, Дәүләтшина М.С./ - Өфө, 1993.

Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.

Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005.

Материаль-техник ҡулланмалар:

телевизор;

видеоплеер

магнитофон;

компьютер

Ҡулланылған әҙәбиәт

З.Ғ. Нафиҡова, Ф.Ф.Мортазина Башҡорт теле: уҡытыу рус тклкндә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн дәреслек / Өфө: Китап, 2016 й.

Салихова М.Т., Шафикова С. Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы (1-4-се кластар өсөн) - Өфө: Китап, 1997.

Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө, 2009.

Аслаева Р.Ғ. Телмәр һәм зиһен. – Өфө, 2005.

Шарапов И.Ә. Йомаҡлы әлифба: Башҡорт телен өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн. – Өфө, 1996.

Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы:

Уҡытыусы өсөн ҡулланма.

1.Аҙнабаева Ф.Г., Тнафиҡова З.Г. Тылсымлы өндәр: Методик ҡулланма. – Өфө: БМКИ, 2004.

2. Сынбулактова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

Өҫтәлмә әҙәбиәт 1. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

2. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым. – Өфө: Китап, 2007. 3. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

4. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.

5. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 – се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө 6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө, 2008.

7. Жемчужины детской башкирской литературы. /Составитель – В.С.Мавлетов/ – Уфа, 2005.

8. Туғыҙбаева Ф.Х. Беҙ уҡырға өйрәнәбеҙ: Мәктәпкәсә һәм кесе йәштәге уҡыусы балалар өсөн уҡыу китабы. – Өфө, 2008.

9. Раҡаева Ә.С. Уйнайыҡ уйлап ҡына. – Өфө, 2008.

10. Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс: Шиғырҙар, йола-уйын күренештәре. – Өфө, 1996.

11. Юнысова Г.А. Йәйғор: Балалар өсөн шиғырҙар. – Өфө, 2003.

12. Хисаметдинова Ф.Г. Кескәйҙәр өсөн башҡорт теле. – Өфө: Башҡортостан энциклопедияһы, 2002.






















Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың яҙма эштәренә, дәфтәр тотоуҙарына һәм яҙма эштәр үткәреүгә, уларҙы баһалауға берҙәм талаптар

I. Башҡорт теле буйынса яҙма эш төрҙәре.

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндгеләр инә: башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр, тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә)

дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү, һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар, тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, таблицалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Был иһә уҡыусыларға артыҡ йөкләмә булдырмау күҙлегенән сығып эшләнә. Көнөнә бер генә контроль эш бирелә, ә аҙнаһына улар икенән артыҡ үткәрелмәй. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, байрамдан һуң тәүге уҡыу көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

II. Контроль эштәрҙең иҫәбе.

Программа материалының үҙләштерелеү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр синыфта түбәндәге күләмдә контроль эштәр үткәреү ҡарала:

Дәрестәрҙәге ғәҙәти яҙма күнегеүҙәр, һүҙлек диктанттары был таблицалағы һандарға инмәй. Уларҙың йышлығын билдәләү уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла.

Күсереп яҙыу өсөн тәҡдим ителә торған текстар, ғөмүмән , һәр дәрестәге яҙыу эштәренең күләме сама менән контроль диктанттар күләменә тап килергә тейеш.

Контроль диктанттары күләме түбәндәгесә билдәләнә

III. Дәфтәрҙәрҙең һаны, тәғәйенләнеше һәм уларҙы тотоу.

1. Бөтә төр яҙма эштәр өсөн уҡыусылар түбәндәге һанда дәфтәр тоторға тейеш:

- 1-4 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәрҙә эшләү өсөн икешәр дәфтәр;

- берәр һүҙлек дәфтәре;

- контроль эштәр өсөн (диктант, изложение, инша өсөн) бер дәфтәр.

2. Дәфтәргә асыҡ, тигеҙ, аңлайышлы почерк менән яҙырға кәрәк.

3. Дәфтәр тышына башҡорт телендә бер төрлө формала яҙыла: район исеме, мәктәптең һаны йәки исеме, нисәнсе синыф уҡыусыһы икәнлеге, уҡыусының исеме һәм фамилияһы тулыһынса яҙыла, дәфтәрҙең ниндәй маҡсатҡа тәғәйенләнеүе күрһәтелә.

4. Дәфтәрҙең һәр битенең ситке яғында 2,5 см. буш урын (поля) ҡалдырыла.

5. Дәрестең темаһы, яҙма эштең төрө (изложение, инша, диктант һ.б.) айырым юлда бирелә, киләһе юлға яҙма эштең исеме яҙыла.

Яҙма эштәрҙе тикшереү тәртибе

1. Класс һәм өй эштәре 1-4-се кластарҙа һәр дәрес аҙағында.

2. Тикшерелгән һәм ҡыҙыл ҡәләм менән төҙәтелгән бөтә эштәр тейешенсә баһалана һәм билдәләр класс журналына теркәлә.

3. Яҙма эштәр тикшерелгәс, хаталарҙы төҙәтеү буйынса эш үткәрелә, шуға оҡшаш хаталарҙы иҫкәртеү күнегеүҙәре башҡарыла. Хаталар өҫтөндә эштәр ошо уҡ контроль эштәр дәфтәренә яҙыла.

4. Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте буйынса эштәр, ғәҙәти дәрестәрҙәге кеүек, бер үк дәфтәрҙә үтәлә.

5. Хаталарҙы тикшергәндә, уҡытыусы түбәндәгеләргә иғтибар итә:

I-IV кластарҙа изложениеларҙы һәм иншаларҙы тикшергәндә, орфографик һәм пунктуацион хаталар шулай уҡ төҙәтелә, эштәге фактик, логик, телмәр һәм грамматик хаталар төҙәтелә һәм шартлы рәүештә билдәләнә (фактик хата – Ф., логик – Л., телмәр – Т., грамматик - Г., һ.б.);

I-IV кластарҙа хаталар уҡытыусы тарафынан һыҙыла, дәфтәр бите ситенә билдәләнә. Уҡыусылар был хаталарҙы үҙҙәре төҙәтә.

Эш аҙағында кәсер һандары менән орфографик (числитель) һәм пунктуацион (знаменатель) хаталар күрһәтелә, уҡытыусы теләге менән фактик, стилистик һ.б. хаталар ҙа сағылыш таба. Аҙаҡтан баһа ҡуйыла. I-IV кластарҙа ике баһа ҡуйырға мөмкин. Баһалар синыф журналына нормаларға ярашлы ҡуйыла.

V. Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

1. Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙаллы һәм ярҙамсыл һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгән осраҡта диктант тексы, класына ҡарап, 5-15 һүҙгә ҡыҫҡартыла.

Башҡорт орфографияһының фонетик принципҡа нигеҙләнгән булыуына таянып, текстарҙа әйтелеше һәм яҙылышы тап килгән һүҙҙәрҙең булыуы мотлаҡ. Теге йәки был тема буйынса уҡыусыларҙың белемен тикшереү өсөн диктанттар тексында шул темаға ҡараған иң мөһим орфограммалар һәм пунктограммалар була.

Диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай: 1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар; 2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар; 3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацион хаталар; 4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Диктантты баһалағанда, тупаҫ һәм тупаҫ булмаған хаталарға иғтибар ителә. Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә: 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар; 2)бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар; 3) бер тыныш билдәһе өсөн икенсеһен ҡуйыу; 4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе хатаһыҙ йә иһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.

«3» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла.

I-IV кластарҙа 5/4 хаталары булған эштәргә лә ыңғай баһа ҡуйырға мөмкин. (әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «3» билдәһен ҡуйып була. һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эштәр ыңғай баһалана алмай)

2. Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә изложение һәм иншалар алдан ныҡлы әҙерлек менән үткәрелә. Изложение һәм иншалар ярҙамында уҡыусыларҙың йөкмәткене аса, кәрәкле тел сараларын темаға ярашлы һайлай һәм, шулай уҡ, уларҙың грамматик нормаларҙы һаҡлап, орфографик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡуллана белеү һәләтлеге тикшерелә. Шуға күрә изложение һәм инша ике билдә менән баһалана. Билдәләрҙең тәүгеһе - эштең йөкмәткеһе һәм теле өсөн ҡуйылһа, икенсеһе грамоталылыҡ кимәлен билдәләй.

Эштәрҙе баһалауҙың төп критерийҙары

1. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштарбулыуы мөмкин). 2.Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы берфактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә өс кәмселек булыуы мөмкин

2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1орфографик һәм 3 пунктуацион ; йәки 4пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.

3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. 4.Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин.

4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин

2”

1. Эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Улбер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп

5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолғ ан. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә – 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән.

7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.

Уҡыусының үҙаллығы, инша фекеренең оригиналлеге, композицион һәм телмәр төҙөлөшө эште баһалағанда иҫәпкә алына. Оригиналь фекерҙең булыуы инша өсөн баһаны бер балға күтәрергә мөмкинлек бирә.

Башҡа күрһәткестәре буйынса ярайһы уҡ юғары булған инша, әгәр темаһы асылмаған булһа, ыңғай баһалана алмай. Инша һәм изложениеларҙа осраған бер типтағы хаталар, шулай уҡ төҙәтеүҙәр диктанттарға булған күрһәтмәләргә таянып баһалана.

3. Өйрәтеү характерындағы эштәрҙе баһалау.

Өйрәтеүсе эштәр (төрлө типтағы күнегеүҙәр, өйрәтеү диктанттары һ.б.) контроль эштәргә ҡарағанда ҡатыраҡ баһалана һәм түбәндәге талаптар иҫәпкә алына:

1) уҡыусыларҙың үҙаллылыҡ кимәле; 2) уҡытыу (өйрәтеү) этабы; 3) эштең күләме.

Тотошлай үҙаллы үтәлгән эштәр контроль эштәр нормаларына ярашлы баһалана. Башҡорт теле тәү башлап индерелгән V- IX кластарҙа яҙма эштәрҙең күләме, уларҙы баһалау нормалары ниндәй класс программаһын өйрәнеп бөтөүгә бәйле билдәләнә.

4. Йомғаҡлау билдәләрен сығарыу.

Сирек, ярты йыллыҡ һәм уҡыу йылы өсөн дөйөм йомғаҡлау билдәһе сығарыла. Был билдә дөйөмләштерелгән рәүештә уҡыусының башҡорт теленән бөтә яҡлап белем һәм күнекмәләре кимәленән сығып билдәләнә.

Уҡыусының был билдә сығарылған ваҡыттағы фактик әҙерлеге хәл иткес роль уйнай. Шулай ҙа уҡыусының уҡыу йылы буйына башҡорт телен өйрәнеүгә етди мөнәсәбәтен стимуллаштырыу өсөн, йомғаҡлау билдәһен сығарғанда, уның ағымдағы өлгәшеү һөҙөмтәләрен дә (телдән яуаптар, өйрәнеү эштәре, контроль эштәрҙе үтәү кимәле һ.б.) иҫәпкә алырға кәрәк.

Күнекмәләрҙең (орфографик, пунктуацион, телмәр) кимәлен күрһәтеүсе билдәләргә йомғаҡлау билд9һәе сығарғанда төп әһәмиәт бирелә. Шуға күрә контроль диктант, изложение һәм иншаларҙың күбеһе уҡыу йылыбуйына насар билдәгә эшләнгән булһа, уҡыусы йыллыҡҡа ыңғай билдәгә лайыҡлы була алмай.

Рус мәктәптәрендә уҡыусыларҙың белемдәрен тест ярҙамында баһалау отошло.

Хатаһыҙ йәки 1 ҙур булмаған хатаға “5”билдәһе, 2 йәки бер типтағы 3 хатаға “4” билдәһе ҡуйыла. 3 йәки бер типтағы 4 хатаға “3” билдәһе ҡуйыла. 5 хатанан да артһа “2”билдәһе ҡуйыла.

Уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

60-70 һүҙ 230-250 билдә 95-110 һүҙ-эстән уҡыу.

Алда ҡуйылған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уҡытыуҙың түбәндәге методтарын һәм формаларын ҡулланырға кәрәк:

- информацион технологиялар; - уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы; - проблемалы уҡытыу; - проекттарҙы һәм ижади эштәрҙе презентациялау;
























Ҡушымта № 2

Каникулда

Йәйҙе мин быйыл ауылда үткәрҙем. Мин унда үҙемә яҡшы дуҫтар таптым. Уларҙың исеме: Марат, Руслан, Азат, Салауат. Мин улар менән бергә күлгә, урманға йөрөнөм. Еләк-емеш, бәшмәк йыйҙыҡ, күлдә балыҡ тоттоҡ. Күлдә кәмәлә йөрөүе бик күңелле икән! Ата-әсәйемә лә баҡса эштәрендә ярҙам иттем.


Яңғыҙ ҡайын.

Бына, көтә торғас, көндәр ҙә йылына башланы. Ҡарҙар иреп, һыуҙар ташты. Ҡайынға ла йән инде. Тамырҙан күтәрелгән татлы һуттан һәр бөрө хәрәкәткә килде. Ҡайын бер кемдән дә бөрөһөн йәлләмәне: улар бик файҙалы бит. Көндәр үтә торҙо. Ҡайын аҡ зифа буйлы, йәшел күлдәкле матур ағасҡа әйләнде.



















  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Краткое описание документа:

Рабочая программа разработана на основе рекомендованной Министерством образования Республики Башкортостан "Примерные образовательные программы по предмету "Родной (башкирский) язык и литература" для 1-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения". Составитель: Нафикова З.Г. - Уфа: Китап, 2017 г.

Разработала шарипова А.М. учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ с.Ургала РБ.

Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал
Похожие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Основы религиозных культур и светской этики: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Правовое обеспечение деятельности коммерческой организации и индивидуальных предпринимателей»
Курс повышения квалификации «Основы местного самоуправления и муниципальной службы»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и предоставление туристских услуг»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «История и философия науки в условиях реализации ФГОС ВО»
Курс повышения квалификации «Управление финансами: как уйти от банкротства»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС юридических направлений подготовки»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация менеджмента в туризме»
Курс повышения квалификации «Организация маркетинга в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Риск-менеджмент организации: организация эффективной работы системы управления рисками»
Курс профессиональной переподготовки «Уголовно-правовые дисциплины: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Методика организации, руководства и координации музейной деятельности»
Курс профессиональной переподготовки «Технический контроль и техническая подготовка сварочного процесса»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.