Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Рабочие программыКалендарно-тематическое планирование (1 класс)

Календарно-тематическое планирование (1 класс)

Скачать материал
библиотека
материалов

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Эш программаһы 66 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 2 сәғәт ҡарала.

Төҙөүсеһе: Шәрипова Айгөл Миңлевәсил ҡыҙы

Башҡорт теле: Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 1-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: Мортазина Ф.Ф., Нафиҡова З. Ғ. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 1-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2014.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан раҫланған Рус мәктәптәренең 1-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә программа нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре:Ф.Ф.Мортпзина, З.Ғ.Нафиҡова.- Өфө: Китап, 2014.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Балаҡатай районы Урғалы ауылы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федеральһәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1897 бойороғо менән 17.12.2010 йыл раҫланған төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттары.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ. (редакция 23.07.2013).п.5 ст. 14 һәм п. 7 ст.32

3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Һылтанма: эш программаһы ММБ ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә туған(башҡорт) тел һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып төҙөлдө (Протокол №1, 2017 йыл.)

Программаның төп маҡсаты булып, башҡорт телен балаларға уларҙың туған теле булараҡ өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен тәрәнәйтеү, киңәйтеү, балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, халҡын яратҡан, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына, халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләү тора.

Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн түбәндәге бурыстарҙы үтәү фарыз:

  • балаларға башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды телмәр ағышынан айыыра белергә, мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтеү (слушание);

  • өндәрҙе ишетә һәм айыра, үҙ-ара ололар менән аралашҡанда уларҙы дөрөҫ әйтеп, тәҡдим ителгән темалар буйынса тулы һөйләмдәр менән эҙмә-эҙлекле һөйләй белергә өйрәтеү (говорение);

  • башҡортса дөрөҫ итеп яҙырға һәм аңлап уҡырға өйрәтеү;

  • башҡорт теле системаһына (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) ҡағылышлы ябай ғына төшөнсәләрҙең айышына төшөндөрөү;

  • уҡыу эшмәкәрлегенең төп өлөштәрен – уҡыу мәсьәләһен ҡуйып, уны сисеү эшен планлаштыра, ул эште башҡарыуҙы ойоштора һәм үтәй, аҙаҡ – үҙ эшен баһалай белеү һәләтен формалаштырыу;

  • телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнергә теләк уятыу, тел аша халыҡтың үткәне, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу программаһы нигеҙҙәре

  • Тел ғилеменең һәр өлкәһенә ҡағылған төшөнсәләрҙе (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) фәнни нигеҙҙәге асыыштарға таянып өйрәтеү һәм улар аша баланың фекерләү ҡеүәһен, аң-белем даирәһен үҫтереү.

  • Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы рус теленә таянып, ике телдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын сағыштырып уҡытыу.

  • Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу баланың туған телендә үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә нигеҙ һалыу сараһы итеп күҙаллана. Шуға ла төрлө мөнәсәбәт юҫығында үҙ-ара аңлы рәүештә һөйләшеү, аңлашыу, килешеү осраҡтарын тыуҙырып уҡытыу мотлаҡ һанала.

  • Балала аң-белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү, уҡыу эшмәкәрлеге барышында үҙаллылыҡ, алдан план ҡороп эш итергә, башҡарған эшен баһаларға, алған белемен ғәмәли яҡтан көндәлек йәшәйештә ҡуллана белерге күнектереү.

Программаның йөкмәткеһен үҙләштереүгә талаптар

Башланғыс дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса (2009 й.) башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, беренсе класты тамамлаған балалар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейеш.

Шәхси һөҙөмтәләр:

  • башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү;

  • башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

  • яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телнедә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;

  • туған телдә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһлай белә башлауы.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

  • уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табып, ҡуллана белеү;

  • маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;

  • аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләм итеп төҙөй, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;

  • үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы.

Предмет һөҙөмтәләр:

  • әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

  • аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

  • үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

  • орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен, дөрөҫ үҙләштереү (программаға ярашлы);

  • төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, уҡыу, һөйләү, яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.

Телмәр эшмәкәрлеге

Башҡорт теле – бай тарихлы, юғары мәҙәниәтле башҡорт халҡының теле. Ул кешеләр араһында аралашыу сараһы, донъяны танып белеү асҡысы ролен үтәй. Дәүләт теле булараҡ та уның даирәһе киң. Һәр бер кеше ата-бабаһы мираҫ итеп ҡалдырған туған телен үҙ-ара аралашыу кимәлендә булһа ла өйрәнергә бурыслы.

Тыңлау. Телмәрҙе тыңлау, ишетеү, аңлау. Үҙенә ҡарата башҡорт телендә әйтелгән һүҙҙе, һүҙбәйләнеште, һөйләмде ишетеү, айышына төшөнөү, мәғәнәһенә ярашлы яуап бирә белеү.

Һөйләү. Аралашыу маҡсатына ярашлы итеп тел сараларын, формаларын (диалог, монолог) һайлау. Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу һәләтен үҫтереү.

Уҡыу. Аңлы уҡыу. Уҡығандың мәғәнәһенә төшөнөп, бирелгән һорауға яуап биреү. Баланың үҙенең дә һәр төрлө ситуатив осраҡтан сығып, һорау бирә белеүе.

Һөйләү телмәре. Башҡортса бирелгән һорауға яуап бирә белеү. Ябай ғына диалог һәм монолог ҡора белеү. Әңгәмәсегә еткерергә теләгән һүҙҙе, һөйләмде тейешле интонация менән әйтә белеү (хәбәр итеү, һорау, шатлыҡ-ҡыуаныс белдереү).

Яҙыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙырға өйрәнеү. Уларҙы һүҙ эсендә башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтыра белеү. Яҙғанды уҡыып, мәғәнәһенә төшөнөү, телдән уны башҡортса йәки тәржемә ярҙамында аңлата белеү.

Тел ғилеме.

Программа башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙа тел ғилеменең түбәндәге йүнәәлештәре буйынса ябай ғына төшөнсәләрҙең үҙләштерелеүен күҙаллай:

  • лингвистика бүлеге буйынса (фонетика, орфоэпия), һүҙ составы (морфемика), лексика, грамматика (морфология һәм пунктуация);

  • графика, орфография һәм пунктуация;

  • бәйләнешле телмәр.

Программала бирелгән лингвистик материалдар башҡорт теле системаһы тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе формалаштырыуҙы, был төшөнсәләрҙе йәшәйештә практик рәүештә ҡулланырға өйрәтеүҙе, әҙәби тел нормаларын үҙләштереүҙе тәьмин итеү маҡсатын тормошҡа ашыра.

Тел ғилеме балала орфография һәм пунктуация ғилемен үҫтерә, тел сараларын аңлы рәүештә ҡуллана белеү һәләтен тәрбиәләй. Ғөмүмән, яңы стандартта ҡуйылған талаптарға тап килгән мәҙәни шәхес итеп тәрбиәләү бурысын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Программаның йөкмәткеһе

Һүҙ

Һүҙҙең предметты һәм затты атау функцияһы. Кеше исемен, фамилияһын, хайуан ҡушаматтарын, ер-һыу атамаларын белдергән һүҙҙәрҙең ҙур хәрефтән яҙылыуы. Мәғәнәһе буйынса яҡын һәм ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр. Предметтың хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр.

Һүҙ төҙөүсе өндәр. Һүҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡы өндәр. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәр. Һүҙҙең модель схемаһын төҙөй белеү. Башҡорт һүҙҙәрендә баҫым. Юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәһе.

Хәреф - өндөң тамғаһы. Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре. Башҡорт теленең алфавиты. Яҙыуҙа өндәрҙең төрлө ысул менән билдәләнеүе. Йомшаҡ тартынҡыларҙы ә, и, ү, ө, э хәрефтәре аша билдәләү. Й өнөнөң билдәләнеше. Орфограмманың һүҙҙә хаталы яҙыу ҡурҡынысы булған урынды күрһәтеүе. Һүҙҙәрҙә ҙур хәрефтең яҙылыу ҡағиҙәләре. Һүҙҙең өн-модель схемаһы.

Телмәрҙә һүҙҙең роле. Һүҙҙең предметты, хәрәкәтте, сифатты, һанды аңлатыуы. Был һүҙҙәр аңлатҡан мәғәнәне һорау аша билдәләү.

Әҙәплелекте белдереүсе һүҙҙәр һәәм уларҙың мәғәнәһе. Рәхмәтле булыуҙы, һорау биреүҙе, ғәфү үтенеүҙе аңлатҡан һүҙҙәрҙе үҙләштереү һәи йәшәйештә ҡуллана белергә өйрәтеү. Һаубуллашҡанда һәм күрешкәндә әйтелә торған һүҙҙәр.

Һөйләм.

Һүҙҙәр – һөйләм төҙөү материалдары. Һүрәткә ҡарап,терәк схема буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең бер-береһе менән бәйләнеше һәм

үҙгәреше.

Һүҙ төркөмдәре һәм ярҙамсы һүҙҙәр. Диалог ҡороу: һорау биреп, әйтер теләгеңде һөйләмдәге һүҙҙәр аша әңгәмәсегә еткереү, унан тейешле яуап алыу күнекмәләрен күҙәтеү. Телмәрҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен ҡушып аралашырға өйрәтеү.

Әйтелеү маҡсаты буйынса айырылып торған һөйләмдәр: хәбәр, һорау, өндәү. Был һөйләмдәрҙе тауыш менән белдереү.

Һөйләмде тасуири уҡырғадәрҙе һәм әйтергә өйрәтеү.

Һөйләмдәрҙе һәм кескәй күләмле тексты күсереп яҙыу йәки уҡытыусы әйтеүе буйынса яҙыу.

Текст

Бәйләнешле текстың үҙенсәлеге. Текстың темаһы һәм төп мәғәнәһе. Текстың исеме һәм уның башҡарған роле. Тексҡа исемабыу ҡушыу өсөн бирелгән терәк һүҙҙәрҙе табыу һәм улар аша тексты исемләү.

Мәғәнәһе боҙолған тексты яңынан төҙөү. Терәк һүҙҙәр табыуға сюжетлы һүрәттәр, шәхси күҙәтеүҙәр ҡулланыу.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү

Текста мәғәнәһе ҡапма-ҡаршы йәки яҡын булған һүҙҙәрҙе табыу. Һүҙҙәргә синонимдар, антонимдар табыу (терминды ҡулланмайынса). Йомаҡтар, ребустар, башватҡыстар сисеү.

Телмәрҙә әйтелеү маҡсаты төрлө булған һөйләмдәр ҡулланыу, уларҙы тауыш аша бирә белеү. Бирелгән темаға терәк һүҙҙәр менән, схема йәкиһүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү.

Диалог йәки монолог рәүешендә бирелгән тексты тыңлап, уның темаһын, йөкмәткеһен һиҙемләү, төп мәғәнәһенә төшөнөү.

Текстарға исем ҡушыу. Үҙе уҡыған йәки башҡа кеше уҡып ишеттергән бәләкәй генә күләмле текстың эстәлеге буйынса һорау биреү һәм яуап алыу.

Уҡытыусы йәки тиңдәше менән аралашыу маҡсатында диалог ҡороу.Һөйләшеүҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен төрлөсә ҡуллана белеү.

Диалогты ролдәргә бүлеп уҡыу (автор һүҙенән башҡа).

Яттан шиғыр һөйләү, тиҙәйткестәр әйтеү,. Кескәй күләмле текстың эстәлеген терәк һүҙҙәргә таянып һөйләү.

Сюжетлы һүрәт йәки терәк һүҙҙәр буйынса, йә үҙенең күҙәтеү тәжрибәһенә таянып, бәйләнешле телмәр өлгөһө төҙөү.

Матур яҙыу (һәр дәрестә 5-6 минут).

Ҙур һәм юл хәрефтәрен дөрөҫ тоташтырып яҙыу. Яҙма текстан һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу. Айырым һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе уҡытыусы әйтеүе буйынса яҙыу.





























Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән календарь-тематик план

п/п

Тема

Сәғ

Дата

Үтк.

датаһы

Тема


Сәғ.

дата

Үткәр.

датаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

1

Танышыу

1

7.09


Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр.

1

3.09


-өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләр ярҙамында хәреф элементтарын тоташтырырға өйрәнеү; уҡытыусыны тыңлау, уның әйткәнен ишетеү; Һин кем? Һинең исемең нисек? Был кем? һорауҙарына яуап биреү, сәләмләү, хушлашыу, рөхсәт һорау; диалог төҙөү.

2

Беҙҙең мәктәп

1

14.09


Кем? Ҡайҙа? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәр.

1

10.09


Был кем? Был нимә? Уҡыусы ҡайҙа бара? Һорауҙарына яуап биреү; яуап биргәндә эйе, юҡ һүҙҙәрен ҡулланыу; мәктәп тур-да ябай һөйләмдәр ярҙамынды диалог төҙөү; ҡ, ы, э, у өндәренең дөрөҫ әйтелешен нығытыу, яңы һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеү, иҫтә ҡалдырыу, һүрәт менән эшләү, схемалар буйынса һөйләмдәр төҙөү, һамаҡ ятлау. Яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

3

Беҙҙең класс.

1

21.09


Предметты белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау.

1

17.09


-мы, -ме, -мө, -мо һорау киҫәксәләре менән барлыҡҡа килгән һорауҙарға яуап биреү,ябай бойороҡтарҙы үтәү; дежур бурыстары т-да һөйләү, икешәрләп йәки төркөмләп эшләү; ҙ, ҫ, ғ, ө башҡорт өндәрен нығытыу, улар ишетелгән һүҙҙәрҙе айыра белеү; һөйләмдең һыҙмаһын төҙөү һәм уҡыу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

4

Уҡыу кәрәк-яраҡтары.

1

28.09


Һүҙҙәге ижектәр. Нимә? Ҡайҙа? Ни эшләй? Һорауҙары. Һүҙ. Һүҙ моделе.

1

24.09


Ҡайҙа? Нимә эшләй? һорауҙарына яуап биреү; бойороҡ ҡылымдарын урынлы ҡулланырға өйрәнеү; уҡыу кәрәк –яраҡтары тураһында ябай һөйләмдәр төҙөү, диалогта ҡатнашыу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

5

Уйынсыҡтар

1

5.10


Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Өс ижекле һүҙҙәр.

1

1.10


Уйынсыҡтарҙың формаһы тур-да һөйләү; балалар баҡсаһы т-да һөйләмдәр, кескәй текст төҙөгәндә былар алмашын, менән бәйләүесен ҡулланыу, һорауҙарға яуап биреү, диалог төҙөргә өйрәнеү, үҙ-ара һөйләшеү; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә осраған башҡорт өндәрен тыңлау, дөрөҫ әйтеү.

6

Һандар

1

12.10


Нисә? Күпме? Һорауҙары. 1-10-ға тиклем һандар.

1

8.10


Нисә? Һорауына яуап биреү, класташтарға һорау биреү, предметтарҙы һанау, һанын дөрөҫ әйтеү; һандарҙы ҡулланып, диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашыу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу

7

Төҫтәр

1

19.10


Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр.

1

15.10


Ниндәй? һорауына яуап биреү, предметтарҙың төҫөн дөрөҫ әйтеү, айырыу; төҫтәр ҡулланып, ябай һөйләмдәр, диалог төҙөү; яҙыуға әҙерлек күнекмәлә- рен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу

8

Беҙҙең баҡса

Емештәр


1

26.10


Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

1

22.10


Ниндәй? һорауына яуап биреү, предметтарҙың төҫөн, тәмен,формаһын дөрөҫ әйтеү; йәшелсә-емештәр, еләктәр, көҙгө эштәр т-да һөйләү, кескәй текст, диалог төҙөү, үҙ-ара һөйләшеү ҡороу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

9

Йәшелсәләр. Көҙгө эштәр.

1

9.11


Ниндәй? Нимә эшләй? һорауҙарын ҡулла- ныу.

1

5.11


10

Йыл миҙгелдәре.Көҙ.

1

16.11.


Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу.

1

12.11


Ниндәй? Нимә эшләй? һорауҙарына яуап биреү; көҙгө тәбиғәтте күҙәтеү, көҙ т-да һөйләү; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу,хәреф элементтарын яҙыу

11

Аҙыҡ-түлек

Эсемлектәр


1

23.11


Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу.

1

19.11


Нимә яратаһың? Нимә оҡшай? һорауҙарына яуап биреү; аҙыҡ-түлек- тәрҙең төрҙәрен айыра белергә, ниндәй һауыт-һаба ҡулланырға өйрәнеү, милли ризыҡтар менән танышыу; ризыҡҡа ихтирамлы һәм һаҡсыл булыу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

12

Милли аштар

Һауыт-һаба

1

30.11


Нимә яратаһың? һорауын ҡулланыу.

1

26.11


13

Ғаилә

1

7.12


Беҙҙең, һеҙҙең алмаштары. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

3.12


Кем нимә эшләй? Был кем? Был нимә? һорауҙарына яуап биреү; беҙҙең, һеҙҙең алмаштарын әңгәмәләшеү барышында ҡулланыу; үҙ ғаиләләре т-да һөйләү, дәреслектәге ғаилә менән сағыштырыу, ғаилә ағзаларына ҡарата ихтирамлы булырға тырышыу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

14

Кейемдәр

Баш кейемдәре

Өҫ кейемдәре

1

14.12


Нимә эшләй? һорауын ҡулланыу.

1

10.12


Кем нимә эшләй? һорауына яуап биреү; ябына, кейенә, сисә һүҙҙәрен телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү; дуҫыңды, класташыңды яңы әйбер менән ҡотлау, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы

15

Аяҡ кейемдәре

Милли кейемдәр

1

21.12


Нимә эшләй? һорауын ҡулланыу.

1

17.12


руссанан башҡортсаға һәм киреһенсә тәржемә итә белеү. Схема буйынса һөйләмдәр төҙөү; баш, өҫ, аяҡ кейемдәре т-да һөйләү, кейемгә ҡарата бөхтә, һаҡсыл булырға өйәрнеү; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

16

Йорт хайуандары Ҡ.Даян. Бесәйем.

1

28.12


Һорау һәм өндәү һөйләмдәр.

1

24.12


Темаға ярашлы нимә эшләй? ниндәй? ҡайҙа? Һорауҙарына яуап биреү, сүпләй, ташый һүҙҙәрен телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; йорт хайуандары, ҡоштары, ҡырағай хайуандар тураһында ябай һөйләмдәр, диалог төҙөргә өйрәнеү, үҙ-ара һөйләшеү ҡороу һәләтен камиллаштырыу; үҙеңдәә ҡоштарға, хайуандарға ҡарата һаҡсыллыҡ тәрбиәләү; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

17

Ҡырағай хайуандар

Зоопаркта

1

18.01


Хәбәр һөйләмдәр.

1

14.01


18

Яңы йыл.

1

25.01


Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

1

21.01


Темаға ярашлы нимә эшләй? ниндәй? ҡайҙа? һорауҙарына яуап биреү, уҡытыусыны, дуҫтарҙы байрам менән ҡотлау; байрам т-да һөйләү, диалог ойоштороу; яҙыуға әҙерлек күнекмәләрен башҡарыу, хәреф элементтарын яҙыу.

19

Яланда. Урманда. Тегенсе.

1

1.02


Оо, Ыы, Ээ өн-хәрефтәре

1

28.01


О, э, ы өндәрен күҙәтеү, уларҙы айырыу ысулдарын, юлдарын табыу, өндәргә тулы характеристика бирә белеү; рус һәм башҡорт телендә өндәрҙе һәм һүҙҙәрҙе сағыштырыу; һүҙгә өн анализы яһау, уның график модель-схемаһын төҙөү, характеристика биреү; баҫымлы ижекте тауыш менән айырып әйтеп билдәләү. Текст буйынса нимә эшләй? ниндәй? ҡайҙа? һорауҙарына яуап биреү, урман, кейемдәр т-да һөйләү, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен иғтибар итеү. О Оо, Ыы, Ээ хәрефтәрен,шул хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәрҙе яҙма хәрефтәр һәм дөрөҫ каллигра- фия менән яҙыу, һүҙ схемаларын төшөрөү.

20

М.Хисмәтуллина. “Бесәй китте еләк- кә” Бөрлөгән.

1

8.02


Әә, Өө, Үү өн-хәрефтәре

1

4.02


ә, ө, ү, ҡ, ғ, һ, ҙ, ҫ, ң өндәрен күҙәтеү, уларҙы айырыу ысулдарын, юлдарын табыу, өндәргә тулы характе- ристика бирә белеү: ҡалын, нәҙек һуҙынҡы, һаңғырау, яңғырау тартынҡы; һүҙҙәрҙең өн моделен һыҙыу; Лексик темалар буйынса бирелгән һорауҙарға яуап биреү; яуа, килә ҡылымдарын, минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу; яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айырыу, улар- ҙың ҙур хәреф менән яҙылыуына төшөнөү; аралаш- аҡанда хәбәр, һорау, өндәү интонацияларын, баҫымды дөрөҫ ҡуя белеү; башҡорт өндәрен айырыу, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡушып уҡыу, ҡыҫҡа текстар менән танышыу, эстәлеген аңлау, фольклор үрнәктәре менән танышыу; Әә, Өө, Үү, Ҡҡ, Ғғ, Һһ, Ҙҙ, ҫ, ң хәрефтәрен,шул хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәрҙе яҙма хәрефтәр һәм дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу, һүҙ схемаларын төшөрөү, өс-биш хәрефтән торған һүҙҙәрҙе яттан яҙырға өйрәнеү, шул хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөү.

21

Ҡыш”. “Йылғала”.

1

15.02


Ҡҡ, Ғғ, Һһ өн-хәрефтәре

1

4.02


22

Егәрле ҡыҙҙар”. Г.Ситдиҡова. “Түңәрәк”.

1

22.02


Ҙҙ, ҫ, ң өн-хәрефтәре

1

11.02


23

Ә.Таһирова. “Вертолет”.

1

1.03


Вв, Ее-Юю-Яя, Йй өн-хәрефтәре

1

18.02


Телмәрҙә Вв хәрефенең өс төрлө өндә белдереүен асыҡлау, дөрөҫ ҡулланыу, лексик тема буйынса бирелгән һорауҙарға яуап биреү; яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айырыу, ҙур хәреф менән яҙылыуына төшөнөү; Вв, Ее, Юю, Яя хәрефтәре менән һүҙҙәр, шиғыр, текст уҡыу, эстәлеген аңлау; шул хәрефтәр менән бирелгән һүҙҙәрҙе яҙма хәрефтәр һәм дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу, һүҙ схемаларын төшөрөү, өс-биш хәрефтән торған һүҙҙәрҙе яттан яҙырға өйрәнеү, шул хәрефтәр менән һүҙҙәр төҙөү. [йэ], [йу], [йа] өндәрен тикшереү, һығымта яһау; уларҙы Ее, Юю, Яя хәрефтәре менән тамғалау; лексик тема буйынса бирелгән һорауҙарға яуап бирә белеү, яңғыҙлыҡ исемдәрҙе айырыу.

24

Уралда”.

1

15.03


У-Ү, К-Ҡ, З-Ҙ өн-хәрефтәре

1

25.02


у – ү, ә - е, о - ө, к – ҡ, х – һ, з – ҙ, г – ғ, н – ң, с – ҫ өндәрен сағыштырып күҙәтеү, һығымта яһау, телмәрҙә айырыу; лексик тема буйынса бирелгән һорауҙарға яуап бирә белеү, тәржемә итеү, зат ялғауҙарын, бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарын дөрөҫ ҡулланыу, лексик темалар буйынса ябай һөйләмдәр, диалогтар, текстар төҙөү. Уу – Үү, Әә - Ее, Оо - Өө, Кк – Ҡҡ, Хх – Һһ, Зз – Ҙҙ, Гг – Ғғ, Нн – ң, Сс – ҫ өн-хәрефтәрен айырыу, шул хәрефтәр булған ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе ҡушып аңлы, шыма уҡый белеү, ҡыҫҡа текстар менән танышыу, шиғырҙарҙы уҡыу, ятлау, фольклор үрнәк- тәре менән танышыу. Уу – Үү, Әә - Ее, Оо - Өө, Кк – Ҡҡ, Хх – Һһ, Зз – Ҙҙ, Гг – Ғғ, Нн – ң, Сс – ҫ хәрефтәрен яҙма телмәрҙә айырыу, шул хәреф булған һүҙҙәрҙе яҙырға өйрәнеү, өс-биш хәрефтән торған һүҙҙәрҙе уҡытыусы әйтеүе аҫтында яҙыу, баш һәәм бәләкәй хәрефтәрҙе айыра белеү тейешле һүҙҙәрҙе һайлап алыу, хаталарын төҙәтеү, кроссвод сисеү.

25

Көн режимы

1

22.03


Х-Һ, Е-Ә өн-хәрефтәре

1

4.03


26

Ф.Туғыҙбаева. “Әсәй”

1

4.04


С-ҫ, Г-Ғ, О-Ө өн-хәрефтәре

1

11.03


27

Ф.Рәхимғолова. “ Гөльямал инәйгә”...

1

12.04


Н-ң,ъ-ь, алфавит.

1

18.03


ъ-ь хәрефтәре булған һүҙҙәрҙе күҙәтеү, телмәрҙә айырыу, һығымта яһау; тема буйынса бирелгән һорау- ҙарға яуап бирә белеү, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тәржемә итеү; яңы һүҙҙәр менән ябай һөйләмдәр, текстар төҙөү, диалогта ҡатнашыу; ъ – ь хәрефтәрен яҙма телмәрҙә айырыу, шул хәәреф булған һүҙҙәрҙе яҙырға өйрәнеү; алфавит хәрефтәәренең атамаларын дәрәҫ әйтеү, уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырыу, һүҙҙәәрҙе алфавит тәртибендә әйтә белеү.

28

Ф.Туғыҙбаева. “8 Март.”

1

19.04


Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау.

1

1.04


Тема буйынса бирелгән сюжетлы һүрәттәр ярҙамында һорауҙарға яуаптар биреү, айырым һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү; һүҙҙең, һөйләмдең схемаһын төҙөү, йәки схемаға ярашлы һүҙҙе, һөйләмде табыу; шиғырҙарҙы, диалогтарҙы, текстарҙы, аңлы һәм тасуири уҡыу, эстәлеге буйынса һорауҙарға яуап биреүһәм һорай белеү; текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып күсереп яҙыу, артыҡ һүҙҙе төркөм эсенән табыу, кәрәкле һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе табып күсерп яҙыу.

29

Х.Кәрим. “Минең илемдә”.

1

26.04


Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

8.04


30

Н.Сәлимов. “Китап”.

1

3.05


Һүҙҙәрҙе юлдан -юлға күсереү.

1

15.04


31

З.Шәйхетдинов. “Беҙҙең баҡса”.

1

10.05


Контроль күсереү. “Концерт”.

1

22.04


32

Р.Тимершин. ”Кәзә”. Һорауҙарға яуап биреү

1

17.05


Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

29.04


33

М.Ғафури. “Йәй”. Йомғаҡлау.

1

24.05


Йомғаҡлау.

1

6.05




1-се класты тамамлаған уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  • башҡортса иҫәнләшә, хушлаша, рөхсәт һорай, рәхмәт әйтә, байрам менән ҡотлай белеү;

  • кешенең һорауын, әйткән һүҙен аңлай алыу, уға яуап биреү;

  • башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дәрәҫ әйтә белеү;

  • ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айыра белеү;

  • актив үҙләштереү өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе һөйләшеү барышында ҡуллана белеү;

  • таныш темалар буйынса һөйләмдәр, кескәй текстар төҙөү;

  • ижектәрҙе ҡушып уҡыу:

  • башҡортса һүҙҙәрҙе баҫма һәм яҙма хәрефтәр менән яҙа белеү;

  • 8-10 шиғырҙы яттан һөйләй белеү;

  • 3-4 йыр белеү.

Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге.

1-се класс

1.Ғ.Ғүмәр “Ал сәскә лә бал бирә”.

2.Ф.Рәхимғолова “Өләсәйем һабағы”.

3.А.Йәғәфрова “Һыйырҙың быҙауы бар”.

4.С.Әлибаев “Ҡаҙҙар ни ти?”

5.Ф.Туғыҙбаева “Һигеҙенсе март”.

6.К.Мәжит “Ҡаймаҡ менән ҡоймаҡ”.

7.Ғ.Ғәлиәскәрова “Бөтәбеҙ бер туған”.

Башланғыс дөйөм белеү биреү ойошмаларында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын туған тел булараҡ уҡытыуҙа матди һәм техник саралар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заман талаптарына ярашлы уҡытыу – кабинетты тейешле мультимедия техник һәм уҡыу әсбаптары менән йыһазландырыуҙы талап итә:

1.Ноутбук

2.Мультимедиапроектор

3.Экран

4.Рус мәктәптәрендә 1-4 –се кластарҙа башҡорт (туған) телен уҡытыу өсөн төҙөлгән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” уҡыу-методик комплекты (дәреслек, уҡытыусы өсөн методик ҡулланма, өлгө программа, эш дәфтәре).

5.Алфавит

  • Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. -Өфө:Китап, 1996.

  • Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  • Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыуметодика үҙәге, 2008.

  • Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.

  • «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.



















2018 -2019 уҡыу йылына 1-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы



Башҡорт теле

Авторҙары: Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафиҡова Өфө: Китап, 2014





Күсереп яҙыу – 1

Һорауҙарға яуап биреү - 1













  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Краткое описание документа:

Рабочая программа разработана на основе рекомендованной Министерством образования Республики Башкортостан "Примерные образовательные программы по предмету "Родной (башкирский) язык и литература" для 1-4 классов общеобразовательных организаций с русским языком обучения". Составитель: Нафикова З.Г. - Уфа: Китап, 2017 г.

Разработала Шарипова А.М. учитель башкирского языка и литературы МБОУ СОШ с.Ургала РБ.

Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал
Похожие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Методика написания учебной и научно-исследовательской работы в школе (доклад, реферат, эссе, статья) в процессе реализации метапредметных задач ФГОС ОО»
Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС технических направлений подготовки»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности по подбору и оценке персонала (рекрутинг)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация менеджмента в туризме»
Курс повышения квалификации «Организация маркетинга в туризме»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»
Курс профессиональной переподготовки «Методика организации, руководства и координации музейной деятельности»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»
Курс повышения квалификации «Информационная этика и право»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.