Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Рабочие программы / Календарно-тематическое планирование ӘЛИФБА ! класс СЫНБУЛАТОВА
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Календарно-тематическое планирование ӘЛИФБА ! класс СЫНБУЛАТОВА

библиотека
материалов

Тематик план


Тема

Йөкмәткеһе

Уҡыусының эшмәкәрлеге


иҫкәрмә

Дата

Үткәреү

ваҡыты

Фактик

үткәреү ваҡыты

1

Предмет тураһында төшөнсә

Предмет. Уны өйрәнеү ысулдары (ҡул менән тотоп, күҙҙәр менән күреп). Предметтың тормоштағы әһәмиәте, ҡулланышлы

Предметты күҙәтергә, сағыштырырға. Уның тураһында мәғлүмәт алыу ысулдарын асырға. Предметты һүрәтләп һөйләү алгоритмын төҙөргә. Предметты өйрәнеү ысулдарын тикшерергә,үҙләштерергә


01.09


2

Предмет һәм һүҙ

Һүҙ. Предмет. Был ике төшөнсәне сағыштырыу.

Предметты тотабыҙ, күрәбеҙ. Һүҙҙең исем атау функцияһы. Уның телмәрҙәге әһәмиәте. Махсус рәүештә һорау төҙөргә өйрәтеү (өйрәнеү объекты тураһында мәғлүмәт алыу маҡсатында)

Предметты һәм һүҙҙе күҙәтергә, сағыштырырға. Уларҙың айырмалыҡтарын табырға. Һығымта яһарға. Уүыу материалын өйрәнеү процесында диалогта ҡатнашырға. Уүытыусыға һорау бирергә.



02.09


3

Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр

Һүҙҙең исем атау функцияһы. Предмет исемен (атамаһын) белдергән һүҙҙәр. Уларҙың үҙенсәлектәре. Телмәрҙәге әһәмиәте.

Һүҙҙе әйтергә, ишетергә. Уны фәнни тикшереү объекты итеп күҙәтерғә һәм сағыштырырға. Предмет исемен белдергән һүҙҙәр йыйрға. Уларҙы график һыҙма ярҙамында тамғаларға.


03.09


4-5

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Хәрәкәт. Эш. Предмет башҡарған эш-хәрәкәт. Һүҙбәйләнеш (терминды атамайынса) төҙөү. Предмет атамаһы һәм уның эше, хәрәкәте. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы.

Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе тупларға. Предмет атамаһын белдергән һүҙгә ярашлы уның эш-хәрәкәтен белдергән һүҙ табырға. Һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Уларҙың график һыҙмаһын төшөрөргә.


04.09

07.09



6-7

Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр

Предмет һәм уның билдәһе. Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Предмет атамаһын белдергән һүҙгә ярашлы билдә-һүҙҙе табыу. Һүҙбәйләнеш төҙөү. Предмет билдәһен беледргән һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы.

Предметҡа хас билдәлрҙе әйтергә. Уларҙы күҙәтергә, сағыштырырға. Предмет атамаһына ярашлы билдә-һүҙҙәр уйларға. Һүҙбәйләнештәрҙе график һыҙма ярҙамында күрһәтергә.



08.09

09.09


8

Һүҙбәйләнеш

Һүҙбәйләнеш. Предмет атамаһы һәм уның хәрәкәтен аңлатҡан һүҙҙәрҙән һүҙбәйләнештәр төҙөү. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙең билдә-һүҙҙәр менән бәйләнеше (һүҙбәйләнеш). Һүҙбәйләнеште график һыҙмала күрһәтеү

Һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Уларҙы телмәрҙән айырып алырға. Бирелгән һүрәт йөкмәткеһенә нигеҙләнеп һүҙбәйләнештәр төҙөргә. Һүҙбәйләнештәрҙең график һыҙмаһын һыҙырға


10.09


9-10

Һөйләм. Һөйләмгә һүҙ өҫтәү

Һөйләм тураһында төшөнсә. Һөләмдең башы, аҙағы. Уның аҙағында тыныш билдәләре (нөктә, һорау, өндәү)Бәләкәс (йыйынаҡ) һәм ҙур (киңәйтелгән) һөйләмдәр. Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу. Һөйләм һыҙмаһы. Һөйләмгә һүҙ өҫтәү тамғаһы

Һөйләмде күҙәтергә. Өндәшеү маҡсатына ҡарап, һөйләм аҙағында нөктә,һорау, өндәү ҡуйырға. Уларҙы тейешле интонация менән әйтергә. Бирелгән һүҙҙәр йәки һүрәт ярҙамында һөйләмдәр төҙөргә. Уларҙың һыҙмаһын һыҙырға.



11.09

14.09


11-13

Ярҙамсы һүҙҙәр

Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. Уларҙың ҡулланышы. Ғына-генә, ҡыны-кенә ярҙамсы һүҙҙәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы, ярҙамсы һүҙҙәрҙе һөйләм һыҙмаһында график тамғалау

Телмәр ағышынан ярҙамсы һүҙәрҙе бәйләнеп килгән һүҙе менән айырып әйтергә. Уларҙы һөйләм һыҙмаһында тейешле тамға менән тамғаларға


15.09

16.09

17.09


14

Тикшереү эше

Предмет. Һүҙ. Һүҙ төркөмдәре. Һөйләм.

Тыңларға, ишетерғә, айырып билдәләргә, һыҙмаһын һыҙырға


18.09


15-16

Һүҙ. Өн

Һүҙҙе тыңлау. Уның һәр өнөн тауыш (интонация) ярҙамында айырып әйтеү. Өндәрҙең урынын билдәләү. Уның өн моделен төҙөү. Бирелгән график һыҙмаға ярашлы һүҙҙәр уйлау

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙең һәр өнөн тауыш ярҙамында айырып әйтергә һәм моделдә һәр өндө үҙ шаҡмағына ҡуйып уҡырға


21.09

22.09


17

Һуҙынҡы,тартынҡы өндәр. Ижек

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе график тамғалау. Һүҙҙең өн моделен төҙөү. Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдары. Өндө әйткәндә ауыҙ ҡыуышлығынан өрөлгән һауаға ҡаршылыҡ ҡуйыу осраҡтарын күҙәтеү: (ирендәр ҡымтыла, тел аңҡауға йәбешә йәки аҫҡы һәм өҫкө рәт тештәр “тоташа” һ.б.). Өндө тартынҡы һәм һуҙынҡыға айырыу

Өндәрҙе күҙәтергә, тикшереү эше үткәрергә, уларҙы айырыу ысулдарын, юлдарын табырға. Өндө әйткәндә үпкәнән өрөлгән һауаның хәрәкәт итеүен күҙәтергә һәм һауа ауыҙ ҡыуышлығында ниндәй ҡаршылыҡтарға осрауын тойомларға: өндө әйткәндә тел, теш, ирендәр, аңҡау ни хәлдә, ниндәй торошта булыуын тойорға



23.09


18-19

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр. Ярым нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡы өндәр. [ә],[ө], [ү],[и], [э] һәм [у],[ы], [а],[о] өндәре. Һүҙҙә сингармонизм законы. Тартынҡы өндәр нәҙек һуҙынҡылар уратылышында. Тартынҡылар ҡалын һуҙынҡылар уратылышында. Ҡалын һәм нәҙек өндәрҙе график моделдә айырып тамғалау (ҡалын өндәр - зәңгәр, нәҙек өндәр - һары төҫтә). Һүҙҙәрҙе өн моделенә ярашлы уҡыу

Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һуҙынҡыларҙы сағыштырырға. Һүҙҙә [ә],[ө],[ү],[и],[э] һәм [у], [ы],[а],[о] һуҙынҡыларының тартынҡы өндәрҙең әйтелешенә тәьҫирен тойомларға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға


24.09

25.09


20-22

Һаңғырау,яңғырау тартынҡылар

Шау һәм тауыш ярҙамында яһалған тартынҡы өндәр. Тартынҡыларҙы яңғырау һәм һаңғырау өндәрғә төркөмләү. Һанғырау, янғырау тартынҡыларҙы график тамғалау

Тартынҡыларҙы күҙәтергә. Ике тартынҡыны сағыштырырға һәм уларға хас айырмалыҡтарҙы билдәләргә, һығымта яһарға


28.09

29. 09

30.09


23-24

Һүҙҙең өн моделе

Һуҙынҡы, тартынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын тартынҡылар. Яңғырау, һаңғырау тартынҡылар

Һүҙгә өн анализы яһарға, уныү график моделен төҙөргә. Өндәргә тулы характеристика бирергә


01.10

02.10


25

Баҫым

Баҫымдың һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә төшөүе. Башҡорт телмәре музыкаль һәм яғымлы

Һүҙҙә баҫымлы ижекте тауыш менән айырып әйтергә, уны билдәләргә


05.10


26

Тикшереү эше

Һүҙ һәм өн. Һуҙынҡы һм тартынҡы өндәр. Һүҙҙең өн моделе

Тест эштәрен инструкцияға ярашлы үтәргә



06.10


27

[ә] өнө. Уны Әә хәрефе менән тамғалау

[ә] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ә] – нәҙек һуҙынҡы. [ә] өнөн Әә хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф Ә кеше исемдәрендә һәм һөйләм башындағы һүҙҙә. Уның менән һүҙҙәр уйлау. 2-3, 3-4 өндән торған һүҙҙәрҙең өн-хәрефтән торған график һыҙмаһы. Һыҙмала Әә хәрефен үҙ урынына (шаҡмаҡҡа) баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу

[ә] өнөн әйтергә, тыңларға, күҙәтергә. Уға тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Ә хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. Ә хәрефле һүҙҙәрҙең һыҙмаһын һыҙырға, уҡырға


07.10


28

[а] өнө. Уны Аа хәрефе менән тамғалау

[а] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [а] – ҡалын һуҙынҡы. [а] өнөн Аа хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф А кеше исемендә, хайуан ҡушаматында; һөйләм башындағы һүҙҙә.3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һыҙмала Аа хәрефен үҙ шаҡмаҡтарына баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу: ал, ат,аш,ас,аҡ,ай,ала, ата, аша, аса, ға, баш, таш, ҡаш, ҡар, май, шар, зар, тар, атай, ағай, апай, ашай, арый, арыш, алҡа, арпа, алма, арҡа, бара, бала, тала, ҡала һ.б.


[а] өнөн әйтергә, тыңларға, сағыштырырға (а - ә). Уға тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Аа хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. А хәрефле һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға


08.10



29

Әә – Аа хәрефтәре

Әә – Аа хәрефтәре. [ә],[а] өнө булған һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Башҡорт теленең сингармонизм законы. Нәҙек, ҡалын һүҙҙәр. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырыу һәм һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәреүе: әй – ай, әсә – аса, бәрә – бара, бәлә – бала һ.б.

Әә, Аа хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙәр уҡырға. Диктант яҙырға. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға



09.10


30

[ө] өнө. Уны Өө хәрефе менән тамғалау

[ө] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ө] – ярым нәҙек һуҙынҡы.Тартынҡы өн [ө], [ә] һәм [а] өндәре уратылышында. [ө] өнөн Өө хәрефе менән тамғалау. Ҙур хәреф Ө (Ә,А) кеше һәм ҡала исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында, һөйләм башындағы һүҙҙә.3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Өө хәрефен үҙ шаҡмағына баҫмалап яҙыу, һүҙҙе уҡыу: өс, өҫ, өн, өң, өт, өкө, һөй, йөй, сөй, көй, көн, төн, бөрө, көлтә, төйөн, бөйөк, төкө, бөркөт, һөлөк

[ө] өнөн әйтергә, тыңларға, сағыштырырға. Өнгә тулы характеристика бирергә, һығымта яһарға. Өө хәрефен баҫмалап һәм дөрөҫ каллиграфия менән дәфтәргә яҙырға. Өө хәрефле һүҙҙәрҙе уҡырға, яҙырға


12.10


31

[о] өнө. Уны Оо хәрефе менән тамғалау

[о] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [о] – ҡалын һуҙынҡы.Тартынҡылар [о],[ө],[ә],[а] һәм [о] өндәре уратылышында. [о] өнөн хәреф менән тамғалау. Оо хәрефе. Оо хәрефен яҙырға өйрәнеү. Баш хәреф О (Ә, А, Ө) кеше һәм хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Оо (Әә, Аа, Өө) хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[о] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙә [о] өнөн Оо хәрефе менән тамғаларға. Оо хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙе уҡырға. Оо,Өө, Аа, Әә хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)


13.10


32

Өө – Оо хәрефтәре

Өө – Оо хәрефтәре. [ө],[о] өнө булған һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Башҡорт теленең сингармонизм законы. Нәҙек, ҡалын һүҙҙәр. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән сағыштырыу һәм һүҙ мәғәнәһенең үҙгәреүе: өс- ос,өн – он, өт- от, өтә- ота, тор- тар,көн-төн һ.б.

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға. Өө – Оо хәрефтәре булған һүҙҙәр йыйрға. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға. Өө, Оо хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Ул хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡырға


14.10


33

[ү] өнө. Үү хәрефе

[ү] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ү] – нәҙек һуҙынҡы.Тартынҡылар [ү],[ә],[а],[ө] һәм [о] өндәре уратылышында. [ү] өнөн хәреф менән тамғалау. Үү хәрефе. Үү хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф Ү (Ә, А, Ө, О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Үү (Ә, А, Ө, О) хәрефен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[ү] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. [ү] өнөн Үү хәрефе менән тамғаларға. Үү хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Үү хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Үү,Өө, Аа, Әә, Оо хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)




15.10


34

[у] өнө. Уу хәрефе

[у] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [у] – ҡалын һуҙынҡы.Тартынҡылар [у], [ү],[о],[а],[ө] өндәре уратылышында. [у] өнөн хәреф менән тамғалау. Уу хәрефе. Уу хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф У (Ә, А, Ө, О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Уу (Ә, А, Ө, О) хәрефен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[у] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. [у] өнөн Уу хәрефе менән тамғаларға. Уу хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Уу хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға.Уу, Үү,Өө, Аа, Әә, Оо хәрефле һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙырырға (шаҡмаҡлы һыҙмала)




16.10


35

Үү – Уу хәрефтәре

Үү – Уу хәрефтәре. [ү],[у] өнө булған һүҙҙәрҙе сағыштырыу. Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. Башҡорт теленең сингармонизм законы. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән сағыштырыу һәм һүҙ мәғәнәһенең үҙгәреүе

Нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәрҙе күҙҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙең өн моделен һыҙырға. Үү – Уу хәрефтәре булған һүҙҙәр йыйрға. Һүҙҙең бер хәрефен икенсе хәреф менән алмаштырғанда күҙәтелгән үҙгәреште аңлатырға, һығымта яһарға. Уу, Үү хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Ул хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе график һыҙманан уҡырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға


19.10


36-37

[э] өнө. Ээ (е) хәрефе

[э] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [э] – ярым нәҙек һуҙынҡы.Тартынҡылар [э], [у], [ү],[о],[а],[ө] өндәре уратылышында. [э] өнөн хәреф менән тамғалау. Ээ(е) хәрефе. Ээ хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф Э (У, Ә, А, Ө, О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында; һөйләм башындағы һүҙҙә. 2-3,3-4 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Ээ (Ә, А, Ө, О) хәрефен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу: эс, эт, эш, эл, эсә, этә, элә, эшсе, эңер, эйәк, эйәр; бел, бер, беш, кер, тел һ.б.

[э] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һүҙҙә [э] өнөн Ээ (е) хәрефе менән тамғаларға. Ээ(е) хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


20.10

21.10



38-39

[ы] өнө. Ыы хәрефе

[ы] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ы] – ҡалын һуҙынҡы.Тартынҡылар [ы], [э], [ү],[о],[а],[ө] һәм [ә] өндәре уратылышында. [ы] өнөн хәреф менән тамғалау. Ыы хәрефе. Ыы хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф Ы (У, Э, А, Ө, О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Ыы (Э, Ә, А, Ө, О) хәрефен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[ы] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [ы] өнөн Ыы хәрефе менән тамғаларға. Ыы хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


22.10

23.10


40

[и] өнө. Ии хәрефе

[и] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [и] – ярым нәҙек һуҙынҡы.Тартынҡылар [и], [э], [ү],[о],[а],[ө] һәм [ә], [у] өндәре уратылышында. [и] өнөн хәреф менән тамғалау. Ии хәрефе. Ии хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф И (У, Э, А, Ө, О) кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. 3-4,4-5 өн-хәрефтән торған һүҙҙәрҙең график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Ии (, Ә, А, Ө, О) хәрефен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[и] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [и] өнөн Ии хәрефе менән тамғаларға. Ии хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Һүҙҙе уҡырға. Өйрәнелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


26.10


41

[м] өнө. Мм хәрефе

[м] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [м] – тартынҡы өн. [м]өнө [ә], [ө],[ү] һәм [а],[о], [у] һуҙынҡылары уратылышында. [м] өнөн хәреф менән тамғалау. Мм хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф М кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Мм, Уу, Әә, Аа, Өө, Оо, Үү хәрефтәрен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[м] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [м] өнөн Мм хәрефе менән тамғаларға. Мм хәрефтәрен дороҫ каллиграфия менән яҙырға. хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында Мм хәрефтәрен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға, уҡырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға



27. 10


42

Тикшереү эше. Эшкә анализ

Әә, Аа, Өө, Оо, Үү, Уу, Ээ(е), Ыы, Ии, Мм хәрефтәре

Өйрәнелгән хәрефтәрҙе дөрөҫ яҙҙырырға. Һүҙҙәр күсереп яҙырға


30. 10


43-44

[н] өнө. Нн хәрефе

[н] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [н] – тартынҡы өн. Уны хәреф менән тамғалау. Нн хәрефен яҙыу. Ҙур хәреф Нн кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Нн, Мм, Уу, Әә, Аа, Өө, Оо, Үү хәрефтәрен тейешле графикка яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[н] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Нн хәрефен дороҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Нн хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға



28.10

29.10


45

[ң] өнө. ң хәрефе

[ң] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [ң] – тартынҡы өн. Уны хәреф менән тамғалау. ң хәрефен яҙырға өйрәнеү.Һүҙҙең өн моделе һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график (хәрефле) һыҙмаһында ң хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[ң] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. [ң] өнөн ң хәрефе менән тамҡалау. ң хәрефен дороҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы һыҙмаһында ң хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


05.11


46

[л] өнө. Лл хәрефе

[л] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [л] – тартынҡы өн. [л] өнө [ә], [ө],[ү], и һәм [а],[о], [у], ы һуҙынҡылары уратылышында. [л] өнөн хәреф менән тамғалау. Лл хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф Лл кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Лл, Мм, Уу, Әә, Аа, Өө, Оо, Үү хәрефтәрен тейешле шакмаҡҡа баҫмалап яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[л] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [л] өнөн Лл хәрефе менән тамғаларға. Лл хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырғ, бшҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһында Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


06.11


47

[р] өнө. Рр хәрефе

[р] өнө. Уның әйтелеше, артикуляция. [р] – тартынҡы өн. [р] өнө [ә], [ө],[ү], и һәм [а],[о], [у], ы һуҙынҡылары уратылышында. [р] өнөн хәреф менән тамғалау. Рр хәрефен яҙырға өйрәнеү. Ҙур хәреф Рр кеше исемдәрендә, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм хәрефле график һыҙмаһы. Һүҙҙең график һыҙмаһында Рр, Лл, Мм, Уу, Ыы, Әә, Аа, Өө, Оо, Үү, Ии, Ээ(е) хәрефтәрен тейешле шакмаҡҡа баҫмалап яҙыу: һүҙҙе уҡыу

[р] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.Һүҙҙә [л] өнөн Лл хәрефе менән тамғаларға. Лл хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырғ, бшҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһында Лл хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға. Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


09.11


48-49

[й] өнө. Йй хәрефе

[й] өнөн әтеү, тыңлау. [й] – тартынҡы өн. Уны Йй хәрефе менән тамғалау. Йй хәрефен яҙырға өйрәнеү. Йә, йө, йү ҡушымсалары менән һүҙҙәр: йәй, йәш, йән, йәйә, сейә, бейә, йәмле, йәшел; йөй, йөн, йөк, йөҙ, йөрөй, мөйөш; йүн, йүкә, йүрм, йүгән һ.б. Йо, йы ҡушымсалары менән һүҙҙәр: йыл, йыр, йыйын, ҡыйын, быйыл; йома, йоҡа һ.б.

[й] өнөн дөрөҫ әйтергә, ишетергә. Уға характеристик бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Йй хәрефен яҙырға. Йә, йө,йү,йе (һүҙ уртаһы) йо,йы һәм әй, өй, эй,ай, ый ҡушымсалары менән һүҙҙәр күсереп яҙырға һәм уҡырға




10.11

11.11


50-51

[г] өнө. Гг хәрефе

[г] өнөн әйтеү.[г] – янғырау тартынҡы өн.Гг хәрефе. Гг хәрефе менән тамғалау. Гг хәрефен яҙып өйрәнеү. Ҙур хәреф Г кеше исем-фамилияларында, хайуан ҡушаматтарында, һөйләм башында. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

[г] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[г] өнөн Гг хәрефе менән тамғаларға. Гг хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Гг хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


12.11 13. 11


52

[к] өнө. Кк хәрефе

[к] өнөн әйтеү, тыңлау[к] – парлы (г-к) һаңғырау тартынҡы өн.Уны Кк хәрефе менән тамғалау. Кк хәрефен яҙып өйрәнеү. Ҙур хәреф К кеше исем-фамилияларында, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

[к] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[к] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[к] өнөн Кк хәрефе менән тамғаларға. Кк хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Кк хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


16.11


53

[ғ] өнө. Ғғ хәрефе

[ғ] өнөн әйтеү, тыңлау[ҡ] – парлы (ҡ-ғ) һаңғырау тартынҡы өн.Уны Ҡҡ хәрефе менән тамғалау. Ҡҡ хәрефен яҙып өйрәнеү. Ҙур хәреф Ҡ кеше исем-фамилияларында, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башында. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

[ғ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[ғ] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[ғ] өнөн Ғғ хәрефе менән тамғаларға. Ғғ хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Ғғ хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


17.11


54

[ҡ] өнө. Ҡҡ хәрефе

[ҡ] өнөн әйтеү, тыңлау[ҡ] – парлы (ҡ-ғ) һаңғырау тартынҡы өн.Уны Ҡҡ хәрефе менән тамғалау. Ҡҡ хәрефен яҙып өйрәнеү. Ҙур хәреф Ҡ кеше исем-фамилияларында, хайуан ҡушаматтарында: һөйләм башындағы һүҙҙә. Һүҙҙең өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

[ҡ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә.[ҡ] өнөн тартынҡылар таблицаһына урынлаштырырға.[ҡ] өнөн Ҡҡ хәрефе менән тамғаларға. Ҡҡ хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға.Һүҙҙең Ҡҡ хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.Үтелгән хәрефтәрҙе әйтеп яҙҙырырға. 2-3, 3-4 хәрефтән торған һүҙҙәрҙән диктант яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләм күсереп яҙырға


18.11


55

Гг – Кк, Ғғ – Ҡҡ хәрефтәре

[г] - [к], [ғ] - [ҡ] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡылар. Һүҙҙәрҙә г-к, ғ-ҡ хәрефтәренең сиратлашыу үҙенсәлеге: ҡаҡ – ҡаға, таҡ – таға, тек – тегә, бөк – бөгә, ҡалаҡ –ҡалағы, ҡолаҡ – ҡолағы, күнәк – күнәге, көрәк – көрәге һ.б. Гг, Кк, Ғғ, Ҡҡ хәрефтәрен өйрәнелгән һуҙынҡы, тартынҡылар менән дөрөҫ тоташтыоыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Диктант яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һәйләмдәрҙе тейешле интонация менән уҡыу

Парлы яңғырау – һаңғырау тартынҡыларҙы сағыштырырға, һығымта яһарға. Гг – Кк, Ғғ – Ҡҡ хәрефтәрен дөрөҫ тоташтырырға. Кеше исемдәрен,хайуан ҡушаматтарын һәм һөйләм башын ҙур хәрефтән яҙырға. Күсереп яҙған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе тикшерә белергә. Һөйләм, текстарҙы етеҙ уҡырға, мәғәнәһен аңларға




19.11


56

[б] өнө. Бб хәрефе

[б] өнөн әйтеү, тыңлау. [б] – яңғырау тартынҡы өн.Уны Бб хәрефе менән тамғалау. Бб хәрефен яҙыу.Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Һөйләмде ҙур хәрефтән яҙыу. Кеше исеме, хайуан ҡушаматтарында.Бб хәрефе менән һүҙҙәр яҙыу, уҡыу, текст уҡыу. Һөйләм күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

[б] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Бб хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһынды Бб хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.һөйләмдәр күсереп яҙырға. Уның дөрөҫлөгөн тикшерергә. Текст уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.


20.11


57

[п] өнө. Пп хәрефе

[п] өнөн әйтеү, тыңлау [п] – парлы (п-б) һаңғырау тартынҡы өн.Уны Пп хәрефе менән тамғалау. Пп хәрефен яҙыу.Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу. Ҙур хәреф П кеше исеме, хайуан ҡушаматтарында. Һөйләм күсереп яҙыу. Тексты тасуири уҡыу

[п] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Пп хәрефен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һүҙҙең шаҡмаҡлы график һыҙмаһынды Пп хәрефен тейешле шаҡмаҡҡа баҫмалап яҙырға.һөйләмдәр күсереп яҙырға. Уның дөрөҫлөгөн тикшерергә. Текст уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға.


23.11


58

Бб, Пп хәрефтәре

[б] - [п] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡылар.Тартынҡылар таблицаһы. Һүҙҙәрҙә б - п хәрефтәренең сиратлашыу үҙенсәлеге: туп – тубы, төп – төбө, ҡап – ҡабы, китап – китабы һ.б. Бб, Пп хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.

Парлы яңғырау – һаңғырау тартынҡыларҙы күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙәр,һөйләмдәр, текст уҡырға. Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


24.11


60

Тикшереү эше.Күсереп яҙыу.

Һуҙынҡы, тартынҡы өн. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡы. Янғырау – һанғырау тартынҡы. Һүҙҙең өн моделе. Һөйләм моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Юлдан юлға күсереү өсөн ижеккә бүлеү. Хәрефте дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уларҙы башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Диктант яҙыу

Уҡытыусы телдән әйткән эштәрҙе аңлап үтәргә


25. 11


61

[з] өнө. Зз хәрефе

[з] – янғырау тартынҡы өн.Зз хәрефе. Һүҙҙәр, һөйләмдәр текст уҡыу.Зз хәрефен яҙыу. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограммаларҙың аҫтына һыҙыу

[з] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Зз хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


26 .11


62

[с] өнө. Сс хәрефе

[с] – һаңғырау тартынҡы өн.Уны Сс хәрефе менән тамғалау. Сс хәрефен яҙыу. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограммаларҙың аҫтына һыҙыу

[с] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Сс хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға

1

27.11


63

[ҙ] өнө. Ҙҙ хәрефе

[ҙ] – янғырау тартынҡы өн.Ҙҙ хәрефе. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу.Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары орфограммаларҙың аҫтына һыҙыу

[ҙ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Ҙҙ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


30.11


64

[ҫ] өнө. ҫ хәрефе

[ҫ] – һаңғырау тартынҡы өн.Уны ҫ хәрефе менән тамғалау. ҫ хәрефен яҙыу. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу.

[ҫ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. ҫ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


01.12


65

Ҙҙ - ҫ хәрефтәре

[ҙ] - [ҫ] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡы өндәр.Һүҙҙең өн моделе. Ҙҙ, ҫ хәрефтәре. Улар менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары

[ҙ] - [ҫ] өндәрен әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Ҙ, ҫ хәрефтәрен каллиграфия менән яҙырға. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙырға. Һүҙҙә орфограммаларҙы аңлатырға


02.12


66

[д] өнө. Дд хәрефе

[д] – яңғырау тартынҡы өн. Һүҙҙең өн моделе. Дд хәрефе.Уны яҙыу.Дд хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары.

[д] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Дд хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


03.12


67-68

[т] өнө. Тт хәрефе

[т] – яңғырау тартынҡы өн. Һүҙҙең өн моделе.Тт хәрефе.Уны яҙыу.Тт хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары.

[т] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Тт хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


04.12

07.12


69

Дд - Тт хәрефтәре

[д] - [т] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡылар.Тартынҡылар таблицаһы. Дд - Тт хәрефтәрен башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары

Парлы яңғырау – һаңғырау тартынҡыларҙы күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Һүҙҙәр,һөйләмдәр, текст уҡырға. Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


08.12


70

Тикшереү эше (текст йәки диктант)

Һуҙынҡы, тартынҡы өн. Нәҙек, ҡалын һуҙынҡы. Яңғырау-һаңғырау тартынҡы. Һүҙҙең өн моделе. Һөйләм моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү.Хәрефте дөрөҫ каллиграфия менән яҙыу. Уларҙы башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Һүҙҙәр һәм һөйләмдәр күсереп яҙыу.Диктант яҙыу

Тикшереү эштәре йөкмәткеһен уҡытыусы уҡыуынан аңларға. Ул эштәрҙе эҙмә – эҙлекле дөрөҫ башҡарырға


09.12


71

[уы],[ үэ] өндәре

[уы],[үэ] өндәре. Уларҙы хәреф менән тамғалау. Һүҙҙең өн моделе. [уы], [үэ] өндәре һүҙ уртаһында һәм һүҙ аҙағында. Һүҙҙәр уҡыу һәм яҙыу

Һүҙҙәр, һөйләм, текстар уҡыу. Күсереп яҙыу. Диктант


10.12


72

[ж] өнө. Жж хәрефе

[ж] – янғырау тартынҡы өн.Һүҙҙең өн моделе. Жж хәрефе.Уны яҙыу.Жж хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, Һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Кеше исемдәре, хайуан ҡушаматтары

[ж] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Жж хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәр, текстарҙы тейешле интонация менән уҡырға.Текст йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


11.12


73

[ш] өнө. Шш хәрефе

[ш] – парлы һанғырау тартынҡы өн.Һүҙҙең өн моделе. Тартынҡылар таблицаһы. Шш хәрефе.Уны яҙыу.Шш хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант.

[ш] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Шш хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға.Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


14.12


74

Жж – Шш хәрефтәре

[ж] - [ш] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡы өндәр.Һүҙҙең өн моделе. Жж, Шш хәрефтәре. Улар менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Кеше исем- фамилияһы, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары

[ж] – [ш] өндәрен әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Жж, Шш хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һөйләмдәр күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға


15.12


75

[в] өнө. Вв хәрефе

[в] – янғырау тартынҡы өн.Һүҙҙең өн моделе. Тартынҡылар таблицаһы. Вв хәрефе.Уны яҙыу.Вв хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант.

[в] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Вв хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


16.12


76

[ф] өнө. Фф хәрефе

[ф] – һаңғырау тартынҡы өн. Һүҙҙең өн моделе. Тартынҡылар таблицаһы. Фф хәрефе.Уны яҙыу.Фф хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант.

[ф] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Фф хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


17.12


77

Вв, Фф хәрефтәре

[в] - [ф] – парлы яңғырау- һанғырау тартынҡы өндәр.Һүҙҙең өн моделе. Вв, Фф хәрефтәре. Улар менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Орфограмма. Ҙур хәреф. Һөйләм башы. Кеше исем- фамилияһы, ер – һыу атамалары, хайуан ҡушаматтары

[в] – [ф] өндәрен әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Вв, Фф хәрефтәрен дөрөҫ каллиграфия менән яҙырға. Һөйләмдәр күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға


18.12


78

Тикшереү эше.Эшкә анализ (текст йәки диктант)

Өйрәнелгән хәрефтәрҙе тейешле каллиграфик режимда яҙыу. Уларҙы башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Диктант

Эште аңлап, эҙмә- эҙлекле башҡарырға


21.12


79-80

Ике өндө ([йа]) белдергән Яя хәрефе

Яя – ике өндө белдергән хәреф. Я хәрефе һүҙ уртаһында һәм аҙағында. Һүҙҙәң өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йа] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йа] өнөн Яя хәрефе менән тамғаларға. Яя хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға


22.12

23. 12


81-82

Ике өндө ([йэ]) белдергән Ее хәрефе

Ее – ике өндө белдергән хәреф. Ее хәрефе һүҙ башында . е хәрефе һүҙ уртаһында. Һүҙҙәң өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йэ] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йэ] өнөн Ее хәрефе менән тамғаларға. Ее хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға


24.12 25.12


83-84

Ике өндө ([йу]) белдергән Юю хәрефе

Һүҙҙә [йу] өндәрен Юю хәрефе менән тамғалау. Юю хәрефе һүҙ башында . ю хәрефе һүҙ уртаһында. Һүҙҙәң өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [йу] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [йю] өнөн Юю хәрефе менән тамғаларға. Юю хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға


28.12

29.12


85-86

Ике өндө ([й’о]) белдергән Ёё хәрефе

Ёё – ике өндө ([й’о]) белдергән хәреф. Ё хәрефе рус теленән ингән һүҙҙәрҙә. Ё хәрефе һүҙ башында. Һүҙҙәң өн моделе һәм шаҡмаҡлы график (хәрефле) һыҙмаһы. Һүҙҙең транскрипцияла яҙылышы. Һөйләмде, тексты тасуири уҡыу

Һүҙҙе әйтергә, тыңларға. Һүҙҙә [й’о] өнөн тикшерергә, һығымта яһарға. Һүҙҙә [й’о] өнөн Ёё хәрефе менән тамғаларға. Ёё хәрефен тейешле каллиграфия менн яҙырға



19.01

20.01


87

Яя,Ее,Юю,Ёё хәрефтәре

Ике өндө белдергән Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәре. Һүҙҙең өн моделе. Һүҙҙе транскрипцияла яҙыу. Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәре менән һүҙҙәр йыйыу. Тексты аңлы уҡыу. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу

Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу. Һүҙҙең өн моделен транскрипциялы яҙыуҙы – хәрефле яҙыуға әйләндерергә. Яя, Ее, Юю, Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе хатаһыҙ күсереп яҙырға. Тексты аңлы уҡырға. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышырға


21.01


88

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғаһы (ь, ъ)

ь, ъ тамғаларының һүҙҙәге функцияһы. ь – нәҙек айырыу тамғаһы. ъ – ҡалын айырыу тамғаһы. Һүҙҙең өн моделе. Һүҙҙе транскрипцияла яҙыу. Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары менән һүҙҙәр йыйыу. Уларҙ дөрөҫ күсереп яҙыу

Нәҙек, ҡалын айырыу тамғалары булған һүҙҙәрҙең өн моделен төҙөргә, транскрипцияла һәм хәрефтәр менән яҙырға. Күсереп яҙыу. Тексты аңлы уҡырға



22.01


89

[һ] өнө. Һһ хәрефе

[һ] – парһыҙ һаңғырау тартынҡы өн.Һүҙҙең өн моделе.Тартынҡылар таблицаһы. Һһ хәрефе. Уны яҙыу. Һһ хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант

[һ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Һһ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


23.01


90-91

[х] өнө. Хх хәрефе

[х] – парһыҙ һаңғырау тартынҡы өн.Һүҙҙең өн моделе.Тартынҡылар таблицаһы. Хх хәрефе. Уны яҙыу. Хх хәрефе менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы тасуири уҡыу. Диктант

[х] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Фф хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


26.01

27.01


92

Һһ, Хх хәрефтәре

[һ], [х] – парһыҙ һанғырау тартынҡы өндәр.Һүҙҙең өн моделе. Һһ, Хх хәрефтәре. Улар менән һүҙҙәр уҡыу, яҙыу. Һүҙҙәр, һөйләмдәр күсереп яҙыу. Тексты аңлы уҡыу. Уның йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу

[һ], [х] өндәрен сағыштырып күҙәтергә. Һығымта яһарға. Уларҙы тартынҡылар таблицаһынан табырға. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ каллиграфия менән күсереп яҙырға, орфограммаларҙы һыҙырға



28.01


93

[щ] өнө. Щщ хәрефе

[щ]– парһыҙ һанғырау тартынҡы өн.Өндө Щщ хәрефе менән тамғалау. Щщ хәрефенең яҙылышы. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Щщ хәрефе рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә. Щщ хәрефе булған һүҙҙәр йыйыу: щи, борщ, плащ, щетка, Щорс. Уларҙы дөрөҫ яҙыу,уҡыу

[щ] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Щщ хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға




29.01


94

[ч] өнө. Чч хәрефе

[ч]– парһыҙ һанғырау тартынҡы өн.Өндө Чч хәрефе менән тамғалау. Чч хәрефенең яҙылышы. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу.Чч хәрефе булған һүҙҙәр йыйыу: врач, Чапаев, Чайковский. Уларҙы дөрөҫ яҙыу,уҡыу

[ч] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Чч хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


30.01


95-96

Нәҙек айырыу билдәһе (ь)

ь – нәҙек айырыу билдәһе. Уның өндө белдермәүе. Нәҙек айырыу билдәһе (нәҙеклек билдәһе) башҡорт һүҙҙәрендә һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе. Улар менән һүҙҙәр йыйыу: көньяҡ, төньяҡ, бирьяҡ, мәсьәлә, июнь, июль, сентябрь, октябрь, ноябрь, декабрь, нефть, альбом, бинокль, лагерь, мебель, коньки, пальто, фасоль, фонарь, һ.б. Уларҙы дөрөҫ уҡыу һәм күсереп яҙыу

Нәҙек айырыу билдәһе булған һүҙҙе күҙҙәтерг, һығымта яһарға. Һөйләмдәр һәм текстарҙы аңлы уҡырға. Баҫма хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе кегль хәрефтәр менән күсереп яҙырға


2.02

3.02


97-98

Ҡалын айырыу билдәһе (ъ)

ъ – ҡалын айырыу билдәһе. Уның өндө белдермәүе. Ҡалын айырыу билдәһе башҡорт һүҙҙәрендә (ъ-я) һәм сит телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе. Улар менән һүҙҙәр йыйыу: аръяҡ, алъяпҡыс, ашъяулыҡ, ҡулъяулыҡ, Аҡъяр, Ҡыҙылъяр һ.б. Уларҙы дөрөҫ уҡыу һәм күсереп яҙыу

Ҡалын айырыу билдәһе булған һүҙҙе күҙҙәтерг, һығымта яһарға. Һөйләмдәр һәм текстарҙы аңлы уҡырға. Баҫма хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе кегль хәрефтәр менән күсереп яҙырға


4.02

5.02


99

[ц] өнө. Цц хәрефе

[ц]– парһыҙ һанғырау тартынҡы өн.Өндө Цц хәрефе менән тамғалау. Цц хәрефенең яҙылышы. Уны башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырыу. Цц хәрефе сит телдәрҙән ңҙлштерелгән һүҙҙәрҙә. Цц хәрефе булған һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыу һәм яҙыу: цирк, цинк, цифр, циркуль, концерт, мотоцикл. Уларҙы дөрөҫ яҙыу, уҡыу

[ц] өнөн әйтергә, тыңларға,характеристика бирергә. Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Цц хәрефен дөрөҫ яҙырға, башҡа хәрефтәр менән дөрөҫ тоташтырырға. Һөйләмдәрҙе, тексты аңлы, етеҙ уҡырға. Текст күсереп яҙырға


6.02


100-101

Алфавит

Алфавит хәрефтәре, уларҙың әйтелеше

Алфавит хәрефтәренең исемдәрен дөрөҫ әйтергә. Уларҙың тәртибен иҫтә ҡалдырырға. Бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә әйтә белергә. Алфавит тәртибендә исемлек (4-5 кешенең торған төркөм) төҙөргә


9.02

10.02


102

Тикшереү эше.Диктант.

Йыл буйына өйрәнелгән уҡыу материалын үҙләштереү кимәлен асыҡлау, тикшереү

Бирелгән эштәрҙе (текст, эштәр бирелеше һ.б.) аңлап уҡыу, тейешле тәртиптә дөрөҫ итеп башҡарырға. Эште тапшырыр алдынан тикшерергә



11.02



34



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 23.02.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Рабочие программы
Просмотров259
Номер материала ДВ-477789
Получить свидетельство о публикации

Комментарии:

9 месяцев назад
Огромное спасибо!!!Успехов ВАМ!!!
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх