Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / КИМы по башкирскому языку

КИМы по башкирскому языку



  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Фонд оценочных материалов по родному языку и литературе.


  1. Контрольное списывание.

А) 28 урок.

Башҡортостан ни ул? – тип һораһаң,

Һин һөйләшкән башҡорт теле, - тим.

Эшкә уңған, моңло һәм түҙемле

Дан халыҡтың изге иле, - тим.

(Р. Йәнбәк)

Б) 44 урок

Бесәйем.

Минең бәләкәй генә бесәйем бар. Ул ап-аҡ, ялбыр йөнлө. Маңлайында ҡара таптары бар. Мин уны Ҡараҡаш тип атаным. Бесәйемдең түңәрәк күҙҙәре ут кеүек янып тора. Ул һөт ярата. Эсеп туйғас, йөнтәҫ тәпәйҙәре менән битен йыуа. Һуңынан йомшаҡ ҡойроғо менән уйнай башлай.

  1. Контрольный диктант.

А)34 урок.

Көндәр һалҡынайҙы. Күк йөҙөн һоро болоттар ҡапланы. Ҡар ҡатыш һалҡын ямғыр яуа башланы. Һыуыҡтан бөжәктәр ҙә, ҡоштар ҙа ҡурҡа. Күбәләктәр ағас ярыҡтарына, ҡайһы бер бөжәктәр ҡойолған япраҡтар аҫтына йәшеренде. Ҡоштар йылы яҡҡа осоп киттеләр. Күп йәнлектәр ҡышҡа йөндәрен алмаштыра. Көҙ аҙағында балыҡтар йылға һәм күлдәрҙең төбөнә төшә.

Б) 65 урок

Көләс булһын әсәйҙәр!

Әсәй! Ниндөй изге һүҙ. Был һүҙҙе ишеткәс тә, һәр кем үҙ әсәһен күҙ алдына килтерә. Беҙҙе кем ҡарай? Кем беҙҙең өсөн ҡайғыра һәми шатлана? Кем иркәләп һөйә? Әлбиттә, әсәй. Һәр кемгә үҙенең әсәһе матур ҙа, аҡыллы ла, эшсөн дә, сабыр ҙа. Гел шат, көләс, тыныс булһын улар.







В) 77 урок.



Батырҙар ниндәй була?

Иртән иртүк Азат, Урал ҡустыһын эйәртеп, һабантуй буласаҡ яланға ашыҡты.

  • Әйҙә, көрәшселәр янына барайыҡ. Күрше Айрат ағай быйыл да батыр исеме алырмы икән? – тине ул.

Малайҙарҙың теләге ҡабул булды. Бик күп баһадирҙар көрәшкәндән һуң, майҙан уртаһында Айрат ағалары ғына ҡалды. Ул еңеүсе булды. Уға ҙур бүләк бирҙеләр.












Автор
Дата добавления 21.09.2015
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров480
Номер материала ДВ-000760
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх