Для всех учителей из 37 347 образовательных учреждений по всей стране

Скидка до 75% на все 778 курсов

Выбрать курс
Получите деньги за публикацию своих
разработок в библиотеке «Инфоурок»
Добавить авторскую разработку
и получить бесплатное свидетельство о размещении материала на сайте infourok.ru
Инфоурок Другое Другие методич. материалыКИМы по башкирскому языку для 8 класса

КИМы по башкирскому языку для 8 класса

библиотека
материалов

Приложение 2

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение Озеркинская средняя общеобразовательная школа муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан













Контрольно-измерительные материалы

по башкирскому языку для 8 класса




Составитель: Учитель башкирского языка

Давлятшина Айгуль Финатовна

Первая квалификационная категория

















2018



8-се класстар өсөн диктант текстары


Диктант№1.

Ысын дуҫлыҡ.

Ҡоштар ҙа оҙон ҡышҡа ныҡлап әҙерләнә. Бүрекле беснәкте генә алайыҡ. Ҡуңыҙ, үрмәксе, бойҙай, еләк – бөтәһен дә йыя. Тик уның аҙыҡ-түлек туплау өсөн махсус һаҡлағысы юҡ. Ләкин ҡош аптырап ҡалмай. Һәр ағас һайын ярыҡ – бына һиңә меңәрләгән “келәт”. Бүрекле беснәк тапҡан һәр нәмәһен шунда йәшерә бара.

Бүрекле беснәктәр бер-береһе менән бик дуҫ. Йыйған ризыҡтарын бергәләп ашай улар. Аҙыҡ туплаған ағасты билдәләп тормайҙар. Кемдекен табып ашаһаң да ярай, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Берәү бөтәһе өсөн тырыша, бөтәһе берәү өсөн көс түгә. (80 һүҙ.)






Диктант№2.

Балет.

Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө – балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ ҙә аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстер бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа.

Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер-бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай. (80 һүҙ.)




Контроль диктант №3.

Ҡош юлы.

Бик борон булған был хәл. Ул саҡта әле йондоҙҙар ҙа, Ҡош юлы ла яралмаған, ти. Ҡайҙандыр алыҫтан, көньяҡтан, Урал тауы, Һаҡмар, Ағиҙел йылғалары буйҙарына торналар килеп йәйләр булған.

Бер йылды торналар йылы яҡҡа осҡан ваҡытта, ел-дауыл ҡупҡан. Бала торналар аҙаша, ҡайһылары арып, ергә төшә башлаған. Шул саҡ оло торналар, ҡалғандарына юл күрһәтең өсөн, ҡауырһындарын күк йөҙөнә сәскән. Улар йондоҙға әйләнгән. Торналар осҡан юлда ана шулай йондоҙҙар барлыҡҡа килгән. Ҡош юлы исеме шунан ҡалған. Рустар Ҡош юлын Млечный путь тип исемләгән. Уға хикәйәт тә сығарған. (85 һүҙ.)






Контроль диктант №4.

Ай Уралым, Уралым.

Ғәжәп таҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: “Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда”. Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далалары һәм Ҡаҙағстанға барып сыға.

Мәғрүр Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул “Урал батыр”,”Аҡбуҙат” эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр ижад иткән.

Урал” атамаһы башҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала. (84 һүҙ.)





Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары:


Яҙма эштәрҙең киң ҡулланыла торған түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

-һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

-һүҙлек диктанты;

-ғәҙәти диктанттар;

-һорауҙарға яуаптар яҙыу;

-изложениелар;

-иншалар;

Диктанттар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана. “5” билдәһе – тупаҫ булмаған 3 орфографик,2 пунктуацион хата булған эшкә, “4” билдәһе 5 орфографик, 3 пунктуацион йә 2 орфографик, 6 пунктуацион, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 6 орфографик хатаһы булған эшкә лә “4” билдәһе ҡуйырға мөмкин. “3” билдәһе 8 орфографик, 6 пунктуацион йә 5 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла.

Изложениелар.

Изложение текстары һәр класҡа айырым бирелә. Текстар балаларҙың йәшенән, белем кимәленән сығып уҡытыусы тарафынан һайлап алына. Рус телендә тәҡдим ителгән текстарҙы уҡыусы башҡорт телендә яҙырға тейеш була.

Изложение планын уҡыусы уҡытыусы ярҙамында төҙөй. Шул уҡ ваҡытта ул текст менән тағы ла бер тапҡыр таныша һәм хәтерендә нығыта.

Инша.

Һәр класҡа инша темалары тәҡдим ителә. Бирелгән темаларҙың барыһына ла инша яҙырға тип, талап ҡуйылмай. Программала йыл барышында нисә инша яҙырға ҡаралған, шул күләмдә инша яҙылырға тейеш.

Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау:

Уҡыусыларҙың башҡортса уҡыу оҫталығын, телдән яуаптарын баһалағанда, уларға тәҡдим ителгән текстың(ғәҙәттә, хикәйәләү характерындағы проза әҫәре) йөкмәткеһен аңлап, тейешле тиҙлектә тасуири уҡыуы, һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡыуы, интонацияны бирә белеүе, башҡалар ишетерлек һәм аңларлыҡ кимәлдә тыныс, шыма уҡыуы иҫәпкә алына.

Уҡыу йылы уртаһында һәм аҙағында(цифрҙар шуны күрһәтә) балаларҙың уҡыу тиҙлеге минутына түбәндәгесә билдәләнә:

Һүҙ – 120-140

Билдә – 320-350

Эстән уҡыу – 180-200

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:


карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм.


Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе»
Курс профессиональной переподготовки «Маркетинг: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Организация научно-исследовательской работы студентов в соответствии с требованиями ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Экскурсоведение: основы организации экскурсионной деятельности»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания конституционного права с учетом реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинга в туризме»
Курс повышения квалификации «Использование активных методов обучения в ВУЗе в условиях реализации ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Управление сервисами информационных технологий»
Курс профессиональной переподготовки «Организация технической поддержки клиентов при установке и эксплуатации информационно-коммуникационных систем»
Курс профессиональной переподготовки «Корпоративная культура как фактор эффективности современной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика музейного дела и охраны исторических памятников»
Курс профессиональной переподготовки «Осуществление и координация продаж»
Курс профессиональной переподготовки «Организация маркетинговой деятельности»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Репетиторы онлайн

✅ Подготовка к ЕГЭ/ГИА
✅ По школьным предметам

✅ На балансе занятий — 1

Подробнее