Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / КИМы по башкирскому языку (4,7 классы)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

КИМы по башкирскому языку (4,7 классы)

библиотека
материалов

4 класс дәүләт теленән ҡушымталар

Ҡабатлау өсөн һорауҙар

  1. Һеҙҙең ғаиләлә кемдәр бар?

  2. Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?

  3. Ғаиләлә кем ҡайҙа эшләй?

  4. Һинең төп эшең нимә?

  5. Икмәк - байлыҡ” (Хлеб - богатство) тигән мәҡәлде нисек аңлайһың?

  6. Эшҡыуарҙар хикәйәһендә ниндәй һөнәр тураһында әйтелә?

  7. Диктор ниндәй эш башҡара?





Күсереп яҙыу өсөн текстар

Башҡортостан

Беҙ Башҡортостан тураһында кино ҡараныҡ. Республикабыҙҙың киң ҡырҙарын, ҡалын урмандарын, бейек тауҙарын күрҙек. Һыҙылып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Һаҡмар, Дим йылғаларына һоҡландыҡ.

Бына Өфө ҡалаһы. Уның киң урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар, машиналар йөрөй. Халыҡ та бик күп. Туғыҙ һәм ун ике этажлы өйҙәр, театрҙар, музейҙар, төрлө һәйкәлдәр, фабрикалар, нефть эшкәртеү заводтары Өфөлә бик күп. Картина беҙгә бик оҡшаны.

Әсә йыры

Минең донъяла башлап күргән нәмәм, башлап тойған нәмәм – әсәйемдеү йөҙө, уның йыры.

Әсә йыры – донъялағы иң бөйөк йыр. Ҡалған башҡа йырҙар ҙа шул йырҙан башлана. Әгәр ҙә сәңгелдәк йыры булмаһа, моғайын, башҡа йырҙар ҙа булмаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә, шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Ул ваҡытта донъялағы бәхетте лә. Шатлыҡты ла кеше тулыһынса аңламаҫ ине. Беҙ әсә йырын оҙаҡ йылдар үткәс тә иҫкә төшөрәбеҙ. Тормошобоҙҙоң ауыр һәм бәхетле көндәрендә лә әсәй йыры беҙҙең менән. ( Ғ. Рамазановтан.)





Диктанттар

Декабрҙә

Декабрь – ҡыштың тәүге айы. Декабрҙә йыш ҡына ҡар яуа. Ҡаты һыуыҡтар башлана. Йәнлектәр һәм ҡоштар ҙур ҡыйынлыҡ кисерә. Мышылар мөгөҙҙәрен ташлай. Төлкөләр ҡуян эҙенән ҡыҙыралар һәм сысҡан эҙләйҙәр. Декабрҙә көндәрҙең иң ҡыҫҡа һәм төндәрҙең иң оҙон ваҡыты. (37 һүҙ).

Яҙ килә

Яҙ килә. Көндәр йылына башланы. Ҡояш йылмая. Ҡар ирей. Ул көндән-көн йоҡара бара. Ҡыйыҡтан тамсылар тама. Шулай ҙа кискә ҡарай көн һыуыта. Тамсылар ҙа таммай башлай. Иртән тағы ҡояш сығыр, матур яҙғы көн ҡабатланыр. Тиҙҙән йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр. (40 һүҙ).

Баш ҡала

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.Эргәһендә генә Ағиҙел йылғаһы аға. Уға Дим һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушыла. Ҡаланың киңматур урамдарында трамвайҙар, автобустар һәм троллейбустар йөрөй.

Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурлана һәм йәмләнә бара.

























7 класс дәүләт теленән ҡушымталар

Диктанттар

Ҡара алтын

Нефтте халыҡ ҡара алтын менән сағыштыра. Был юҡҡа ғына түгел. Нефттән төрлө нәмәләр эшләнә. Бензин, кәрәсин, мазут кеүек яғыулыҡ майҙарынан тыш, унан ер ашлау өсөн химикаттар ҙа алына. Беҙҙең күлдәк, костюм, кофта һәм ойоҡбаштарға ла нефттән алынған ептәр ҡушыла.

Башҡортостандың көнбайыш һәм төньяҡ райондарында нефть ятҡылыҡтары табылды. Ҡаланың тирә-яғында нефть вышкалары һәм газ факелдары күп. Был ҡаланы, нефть һәм Кама йылғаһына арнап, Нефтекама тип атанылар. (75 һүҙ) (“Аманат” журналынан.)

Янғантау

Республикабыҙҙың Салауат районында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.

Янғантау шифаханаһында быуын ауырыуҙарын дауалайҙар. Тау янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл әйләнәһенә 16-18 градус була. Һыуы шифалы: ашҡаҙан-эсәк һәм бөйөр ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланыла. (66 һүҙ) (Мәктәп календарынан.)

Шәжәрә

Шәжәрә – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәгән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр исеме генә индерелгән һәм уларҙы иҫтә тотоу талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған, быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән.

Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик борондан һаҡланып килгән, элек 7 быуыныңды белеү ғәҙәти хәл булған. Хатта ата-бабаларын 10-12 быуынға тиклем белеүселәр бар.

Халыҡ тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте бик ҙур. (68 һүҙ.) (Мәктәп календарынан. )

Ағиҙел

Ағиҙел – республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Урал тауы итәгенән башланып, ул Башҡортостан аша 1400 километр самаһы ер үтә һәм бик күп йылғаларҙыңһыуын үҙенә йыя. Ағиҙел буйында Белорет, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Бөрө ҡалалары теҙелгән. Колхоз, совхоз баҫыуҙары йәйелеп ята.

Ағиҙелдә иген, ағас, нефть һәм пассажирҙар тейәгән ҙур пароходтар, теплоходтарбаржалар, катерҙар йөрөй. Йылғаның аҡ тулҡындарына, бейек ҡаяларына, унда үҫкән ҡалын урмандарына, йәшел туғайҙарына һоҡланмаған кеше юҡ. Бына ниндәй ул йылғалар әсәһе Ағиҙел! (76 һүҙ.) (Башҡортостан календарынан.)

Халыҡ хаҡ һөйләй

Аҙ һөйлә, күп тыңла. Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ. Һүҙҙебирә лә бел, үтәй ҙә бел. Ике уйла, бер һөйлә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ. Балтаһыҙ урманға барма. Батырлыҡ яуҙа беленер, мәргәнлек ауҙа беленер. Үҙеңде ҙурлама, кешене хурлама. Һүҙеңдең башынан элек төбөн уйла. Башлай белһәң, бөтөрә бел, ала белһәң, килтерә бел. Кисеү күрмәй, итек сисмә. Ҡулың күтәрә алмаҫлыҡ суҡмарҙы билеңә бәйләмә. Ялған һөйләһәң - тотолорһоң, дөрөҫ һөйләһәң – ҡотолорһоң. (69 һүҙ.)

  1. Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.

  2. Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.

Изложениелар

Икмәк тураһында уйҙар

Беҙҙең илебеҙ икмәккә бай. Магазиндарҙа төрлө печенье, булка, бойҙай һәм арыш икмәктәре тулып ята. Икмәк – ул йәшәү көсө, бөйөк бәхет!

Ләкин игенде үҙе үҫтермәгән, аслыҡты бер ҙә күрмәгәнҡайһы берәүҙәр икмәктең ҡәҙерен белмәй. Урамдарҙа икмәк һыныҡтарын типкеләгәнде күрергә мөмкин. Шуға беҙҙең, оло быуын кешеләренең, эсе боша, күңеле әрней.

Икмәк – бөтә халыҡ байлығы.Уны ҡәҙерләргә, хөрмәтләргә, һаҡларға кәрәк! (61 һүҙ.) (А. Гиталовтан.)

Таштау

Тауҙар... Ниндәй генә серҙәр, ниндәй генә легендалар ятмай икән һеҙҙең ҡуйынығыҙҙа? Ә йөрәгегеҙҙә борондан ҡалған сихри моң һайлайһығыҙ.

Миңә беҙҙең Таштау ҙа бик серле тойола. Уны икенсе төрлө ултырғыслы тау тип йөрөтәләр. Эйе, ундағы бәләкәйерәк таштар, ысынлап та, ултырғысҡа, ә ҙурыраҡтары өҫтәлгә оҡшаған. Шул таштарға ултырып, һалдаттар ял иткәндәр. Тауҙың теге яғы шундай текә, хатта атлап төшөп тә булмай, тәгәрәп түбәнләйһең. Уның ауылға ҡараған яғында бер генә ағас та юҡ, ә икенсе яғы – урманлыҡ. Әгәр Таштауҙың иң бейек урынына менһәң, бөтә тирә-яҡтағы ауылдар күренә. (“Йәншишмә” гәзитенән.)

Инша темалары

  1. Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

  2. Урман – ҙур байлыҡ.







7 класс туған теле һәм әҙәбиәтенән ҡушымталар































Краткое описание документа:

4 класс дәүләт теленән  ҡушымталар

1. Ҡабатлау өсөн һорауҙар

1.     Һеҙҙең ғаиләлә кемдәр бар?

2.     Һеҙ ҡайҙа йәшәйһегеҙ?

3.     Ғаиләлә кем ҡайҙа эшләй?

4.     Һинең төп эшең нимә?

5.      “Икмәк - байлыҡ” (Хлеб - богатство) тигән мәҡәлде нисек аңлайһың?

6.     Эшҡыуарҙар хикәйәһендә ниндәй һөнәр тураһында әйтелә?

7.     Диктор ниндәй эш башҡара?

 

1.  

 2. Күсереп яҙыу өсөн текстар

- Башҡортостан

- Әсә

 

 

 

 

Диктанттар

Декабрҙә

Яҙ килә

Баш ҡала

7 класс дәүләт теленән  ҡушымталар

Диктанттар

Ҡара алтын

Янғантау

Шәжәрә

Ағиҙел

Халыҡ хаҡ һөйләй

1.       Үҙегеҙ белгән бер мәҡәл өҫтәп яҙығыҙ.

2.       Мөнәсәбәт һүҙҙәр, ымлыҡтар ҡулланып 3 һөйләм яҙығыҙ.

 

Изложениелар

Икмәк тураһында уйҙар

Таштау

Инша темалары

1.     Донъяла иң ҡәҙерле кеше.

2.     Урман – ҙур байлыҡ.

 

 

Автор
Дата добавления 12.01.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров3022
Номер материала 288033
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх