Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Класс сәғәте Иң матур тел - минең телем
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Класс сәғәте Иң матур тел - минең телем

библиотека
материалов

Тема: Иң матур тел – минең телем.

Маҡсат: туған телебеҙ – башҡорт теле икәнен аңлатыу; телебеҙҙең матурлығы, байлығы, яғымлылығы тураһында әңгәмәләшеү, тел тураһында шиғырҙар уҡыу, телгә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: “Туған телем – башҡорт теле” (папка), “Туған телдәр тураһындағы закон”.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу өлөшө.

Ял минуты.

II. Төп өлөш.

  • Уҡыусылар, һеҙгә әсәйҙәрегеҙ тыуған ваҡытығыҙҙы, тәүгә телегеҙ асылған ваҡытты һөйләгәне бармы?

  • Нимә тип әйткәнһегеҙ тәүге тапҡыр?

  • Ә ниндәй телдә әйткәнһегеҙ?

  • Ә ниңә рус телендә, йәки, инглиз телендә әйтмәгәнһегеҙ?

  • Сөнки башҡорт теле – беҙҙең туған телебеҙ.

  • Атай-әсәйебеҙ ҙә башҡорт, үҙебеҙ ҙә башҡорт, туған телебеҙ ҙә – башҡорт теле. Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле.

  • Ниндәй ул беҙҙең телебеҙ?

  • Яғымлы, матур, йомшаҡ, ...

  • Бына З. Биишева нимә тигән:

  • Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин,

Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин,

Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,

Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,

Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,

Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,

Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле – минең телем!



  • Йырсы ла, нәфис тә, наҙлы ла, илһамлы, хөрмәтле, йомарт, олпат, зирәк, һөйөклө, ҡәҙерле, тәрән, гүзәл, бөйөк, хикмәтле, мәрхәмәтле, бәхетле.

  • Шуға күрә башҡорт халҡының йырҙары ла моңло, шиғырҙары ла тапҡыр, әкиәттәре лә фәһемле, мәҡәлдәре лә хикмәтле, ...

  • Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

  • Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел.

Һөйәкһеҙ һүҙ ни һөйләмәҫ.

Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ.

.......

  • Эйе, ҡайһы бер кеше ситкә китһә, телен онота. Ҡыҙҙар икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сығып, сит милләтле балалар үҫтерә. Шулай туған тел юҡҡа сыға. Туған телде – әсә телен оноторға ярамай.

  • Хәҙер телде яҡлау, һаҡлау тураһында закон да бар.

  • Донъя халҡы өс мең телдә һөйләшә. Иң күбе урыҫ һәм инглиз телдәрендә. Шулар араһында башҡорт теле бик бәләкәй. Шуға күрә лә уны һаҡларға, яҡларға кәрәк.

III. Йомғаҡлау.

  • Әйҙәгеҙ дәресте үҙебеҙ белгән матур йыр менән тамамлайыҡ.

Эй, туған тел, эй, матур тел,

Ата-әсәмдең теле.

Донъяла күп нәмә белдем,

Һин туған тел арҡылы.



Автор
Дата добавления 15.02.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров541
Номер материала ДВ-456972
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх