Инфоурок Другое КонспектыКлассный час Моя малая Родина

Классный час Моя малая Родина

Скачать материал

Минең кескәй Ватаным.               (асыҡ класс сәғәте. 7-8кл.өсөн)

Маҡсат. Тыуған ил тураһында алған белемде системаға һалыу һәм нығытыу, Ватан төшөнсәһен аңлы күҙ алдына килтереү, уның менән ғорурланыу һәм ысын күңелдән һөйә белеү тойғоһо уятыу, тыуған ауылдың хөрмәтле кешеләренә иғтибарҙарын арттырыу, ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһаз. Техник саралар, “Тыуған яҡты өйрәнеүселәр”, “Хоҙай үҙе ҡыҙығыр ер” күргәҙмәләре , тыуған ер тураһында яҙыуҙар.

Дәрес  барышы. Уҡыусылар сиратлап шиғыр һөйләй.

1-се уҡыусы.  Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,

                           Бына беҙ торған урын.

                           Был ерҙә ғүмер кисергән

                           Атай-бабайҙар борон.

2-се уҡыусы. Йырсылар торған был ерҙә,

                          Сәсәндәр булған элек.

                          Ватандың нимә икәнен

                          Әйткәндәр былай тиеп:

3-сө уҡыусы.  Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

                           Тыуған ил ул-тыуған ер,

                           Атай кейәү булған ер,

                           Әсәй килен булған ер.

4-се уҡыусы.  Тыуған ил ул-

                           Эленгән бишек.

                           Тәү тапҡыр асып

                           Беҙ сыҡҡан ишек.

5-се уҡыусы.  Тыуған ил ул-

                           Уҡыған мәктәп

                           Тир түгеп, 

                            Үҫтергән икмәк.

 

1-се уҡытыусы.  Эйе, һәр кемдең, ҙурмы ул, бәләкәйме, тыуған өйө була.Ниндәй генә булһа ла  һәр кешегә ул яҡын. Иң беренсе өндө лә, тәүге ата-әсә иркәләүен дә беҙ ошо йортта тоябыҙ. Кешегә иң ғәзизе-туған әсә, иң ҡәҙерлеһе-тыуған тупраҡ, иң татлыһы-тәү эскән һыуың, иң йылыһы-һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме-тыуған өйөң, иң йәмлеһе-тыуған тәбиғәтең. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше генә яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белер, уны яратыр.

 

2-се уҡытыусы. Балалар, әйҙәгеҙ фекер алышып алайыҡ.Сабый тәүҙә өйө , ишек алды менән таныша. Ҡапҡанан сығыу менән артабан нимә менән таныша икән? Эйе, урамды, ауылды күрә.

Тимәк, Тыуған ер ҡайҙан башлана икән? Беҙ бөгөнгө дәрестә ошо һорауға яуап эҙләйәсәкбеҙ.

 

1-се уҡытыусы. Офоҡтар киңәйгән һайын, тыуған ил дә ҙурая бара. Беҙ йәшәгән район, республика, Бөйөк Рәсәй…Беҙ хозур тәбиғәтле Учалы районында йәшәйбеҙ. Беҙҙең район үҙенең талантлы йырсылары, яҙыусылары,хеҙмәт алдынғылары менән билдәле.

 

(Дежнюк Алина “Учалым” йырын башҡара.)

 

2-се уҡытыусы. Беҙҙең төбәктә лә, ауылыбыҙҙа үҙ ауылын ихлас яратҡан, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, тәртипле, тәрбиәле балалар үҫтергән, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған хөрмәтле  кешеләр йәшәй. Бына шуларҙың береһен , Кирәйев Рәжәп бабайҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Әйҙәгеҙ уға һүҙ бирәйек. Тыуған ер, тыуған ауыл төшөнсәһен һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Беҙҙең уҡыусыларға  ауыл тарихын, үҙегеҙҙең  бала сағығыҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.

 

(Рәжәп бабайға һүҙ бирелә, бер нисә уҡыусы һорау бирә).

 

1-се уҡытыусы. (Йомғаҡлап.) Беҙҙең илебеҙ, уҡыусылар, бик ҙур.Бөгөнгө һөйләшкәндәр буйынса, Тыуған ил нимә булды инде?

(Уҡыусыларҙың яуабы).

 

Эйе, дөрөҫ.Тыуған ил ул-тыуған йорт, атай-әсәй, тыуған ауыл, эскән һыу, һулаған һауа, тыуған район, республика, Бөйөк Рәсәй.

 

2-се уҡытыусы. Уҡыусылар, китап күргәҙмәһенә иғтибар итәйек. Ни өсөн был китаптар һайланған тип уйлайһығыҙ? Сөнки был китаптарҙың авторы тыуған илен, ерен, районын  яратҡан, уның тарихын өйрәнеп, киләсәк быуындарға мираҫ итеп ҡалдырырға тырышҡан шәхес. Һеҙ  был китаптарҙы уҡығыҙ, өйрәнегеҙ.

 

1-се уҡытыусы. Тыуған илде һөйөү-һәр кемдең мөҡәддәс тойғоһо. Балалар, киләсәктә ер шарын, тыуған еребеҙҙе, ауылыбыҙҙы, йортобоҙҙо, тәбиғәтебеҙҙе, һулар һауабыҙҙы һаҡлайыҡ, бысратмайыҡ, тип өндәшке килә.

 

2-се уҡытыусы. Бөгөнгө дәрестә ҡатнашҡанығыҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт. Һау булығыҙ!

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Классный час Моя малая Родина"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по экологии

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 684 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.01.2016 517
    • DOCX 17.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ситдикова Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ситдикова Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы
    Ситдикова Рәмилә Рәфҡәт ҡыҙы
    • На сайте: 8 лет и 3 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 76109
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой