Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Классный час на башкирском языке по ПДД
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Классный час на башкирском языке по ПДД

библиотека
материалов





Башҡортостан Республиҡаһы Өфө ҡала округы “ Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы”







Тема: “Юл хәүефһеҙлеге

hello_html_m13c8b243.jpg





Башҡарҙы: М.Кәрим исемендәге 158-се гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Мөхәмәтйәнова З.Ю.





Өфө -2016





Максат: 1) юлда йөрөү ҡағиҙәләрен, юл билдәләрен үҙләштереү;

2) урамда йөрөгәндә иғтибарлы булырга, юл ҡағиҙәләренә буй-

һонорга  өйрәтеү;

3) машина йөрөтөүсе һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;

4) фекерләү һәләтен үҫтереү.



Йыһаздар:  юл билдәләре,мультимедия презентацияһы, юл йөрөү ҡағиҙәләренә арналған күргәҙмә материал,карточкалар, хәүефһеҙ юл йөрөү ҡағиҙәләренең картаһы.

Мероприятие  барышы:

I. Ойоштороу өлөшө.

II.  Тема, маҡсат менән танышыу.

  • -  Хәйерле иртә! Уҡыусылар, бөгөн нисәһе?

  • Ә көн ниндәй? Һауа торошо ниндәй?

Бирелгән һүҙҙәр ярҙамында тулы һөйләм төҙөп әйтәйек.

(һыуыҡ, йылы, ямғырлы, ҡарлы, аяҙ, болотло, тайғаҡ, боҙлауыҡ, елле, ҡояшлы) Бөгөн көн һыуыҡ.

  • Афарин!

  • Шундай һыуыҡ, боҙлауыҡ көндө урамда нисек булырға кәрәк?

(иғтибарлы, һаҡ булырға кәрәк)

  • Эйе, дөрөҫ. Әюл йөрөгәндә нимәне белергә кәрәк?

  • Юл йөрөү ҡағиҙәләрен.

  • Юл ҡағиҙәләренең иң төп билдәһе нимә? (сфетофор һүрәте)


  • hello_html_31b62326.jpg

Беҙ бөгөн һеҙҙең менән юл йөрөү ҡағиҙәләрен ниндәй кимәлдә белеүегеҙҙе тикшерербеҙ һәм яңылары менән танышырбыҙ.

III. Презентация.( Балаларға ниндәй юл ҡағиҙәләре билдәләре таныш икәнлеген билдәләү).

IV.Бер нисә баланың алдан әҙерләнгән сығышын ҡарау.

V.Уйын. hello_html_m1fc6dd51.jpg

Нимә  тыйыла,  ә  нимә  рөхсәт  ителә? “эйе”  йәки  “Юҡ”  тип  әйтәбеҙ.



1.         14  йәше  тулмаған  балаларға  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

2.         14  йәше  тулмаған  балаларға  машина  юлынан  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

3.         14  йәше  тулмаған  балаларға  ишек алдында,  паркта,  стадионда  велосипедта  йөрөү  тыйыла.

4.         Кескенә  балаларға  балалар  велосипедында  тротуарҙан  йөрөргә  рөхсәт  ителә.

5.         Велосипедта  рулгә  тотонмайса  йөрөү  рөхсәт  ителә.

6.         Кемде  лә  булһа  велосипед  рамына  йәки  багаж  урынына  ултыртып  йөрөү  тыйыла.



1. Барам,  барам – осо юҡ. (Юл)

2. Ике  аяҡлы  үгеҙ,  маңлайында  ҡуш  мөгөҙ. (Велосипед)

3. Дүрт  тәгәрмәс,  ике  елтыраҡ,  бер  ыжғырыҡ. (Автомобиль)

4. Транспортта  шофёр  янында  ултырып  барыусы  кеше. (Пассажир)

5. Урамда  юлды  арҡыры  сыҡҡанда,  иң  элек  ҡайһы  яҡҡа  ҡарайбыҙ. (һулға)

6. Ат  башында  ҡара  көйәнтә. (Дуға)

7. йәйен,  көҙөн,  яҙ,  кышын,

Иртән,  кисен,  көндөҙөн.

Аса,  йома  өс  күҙен,

Телһеҙ  әйтәҙер  һүзен

Бик  тиҙ  аңлайҙар  үҙен. (Светофор)

8. Ҡош  түгел,  үҙе  оса

Һаүала  эҙе  ҡала. (Самолёт)

9. Дүрт  ҡоҙағый,

Берһен – берһе  ҡыуалай. (Миҙгел)     10.Йәйәүлеләр  йөрөй  торған  урын. (Тротуар)

11. Урам  уртаһында  тора

Өс күҙле  бер  командир.

Үҙе  уҫал,  үҙе  ҡырыҫ,

Үҙе  беҙгә  яҡын  дуҫ. (Светофор)    - Ниндәй һүҙ  килеп  сыҡты?

- Юл  билдәләре.    - Тимәк  беҙ  һеҙҙең  менән    юл  билдәләре тураһында  һөйләшербеҙ.



- Хәҙер  - автомобиль  заманы. Транспорт  күп  булганлыктан,  уларҙың  хәрәкәтен  тәртипкә  һалырға  кәрәк.  1994 йылдан  беҙҙең  илдә  халыҡ ара  юл  йөрөү  ҡағиҙәләре  керетелгән.  Барлыҡ  машина  йөрөтөүселәр  уларҙы  өйрәнәләр  һәм  ҡулланалар.  Был ҡағиҙәләр  боҙолған  осраҡта  төрлө  юл  һәләкәттәре – авариялар  була,  машиналар  ватыла,  иң  аянысы – кешеләр  имгәнә,  үлә.

Юл  йөрөү  ҡағиҙәләрен  машина  йөрөтөүселәр  генә  түгел,  йәйәүлеләр  ҙә  яҡшы  белергә  тейеш,  сөнки  йыш  ҡына  улар  ғәйебе  менән  юлдарҙа  төрлө  фаҗиғәләр  була.  Уларҙа  күбеһенсә  балалар  үлә,  имгәнә,  ғәрип  ҡала.  Был – бик  ҡызғаныс,  ауыр  хәл.  Күп  балалар,  теге  машина  килеп еткәнсе, мин  сығып  етәм  әле,  шәп  йүгерәм  бит,  тип  уйлай.  Ләкин,  нихәтле  яҡшы  сапһаң  да,  машина  барыбер  тиҙерәк  йөрөй.  Ундай  саҡта  шофёр  ҙа  машинаны  туҡтатып  өлгөрә  алмай.

Шуға  күрә  беҙгә, юл  билдәләрен  хәтерҙә ҡалдырырға, юл  кағиҙәләрен үтәргә  кәрәк.

VI.

- Юл  билдәләрен  бер нисә  төркөмгә  бүләләр:

1. Киҫәтеүсе  билдәләр.

Был  билдәләр  машина  йөрөтөүселәрҙе  хәтәр  урынға  яҡынлашыуҙары тураһында  киҫәтә. Улар  ҡыҙыл  ҡырлы  аҡ  өсмөйөш  рәүешендә  була.

2.Тыйыүсы  билдәләр.

Был  билдәләр  машина  йөрөтөүсене  ниҙән  дә  булһа  тыя.  Улар  ҡыҙыл ҡырлы аҡ  йәиһә  зәңгәр  түңәрәк  рәүешендә  була.

3. Күрһәтеүсе  билдәләр.

Был  билдәләр  кемгә  һәм  ҡайҙа,  ҡайһы  яҡҡа  табан  хәрәкәт  итергә  ярағанлығын  күрһәтә.  Улар  аҡ рәсем  менән  күрһәтелгән  зәңгәр  түңәрәк  рәүешендә  була.

4. Информацион – күрһәткес  билдәләр.

Машина  йөрөтөүсегә  һәм  йәйәүлегә  мөһим  мәғлүмәттәр  биреүсе  билдәләр  шулай  атала.

5. Сервис  билдәләре.

Сервис – хеҙмәт  күрһәтеү  тигән  һүҙ.  Сервис  билдәләре  машина  йөрөтөүсегә  ҡайҙа  ашап  алырга  һәм  ял  итергә,  машина  төҙәтергә  мөмкин икәнлеген,  яғыулыҡ һалыу  станцияһының,  ҡунаҡхананың  ҡайҙа  булыуын  һ.б.  белгертә.





1.         Ауылдарҙа  юҡ  ул,  ләкин

һин  ашыҡма,  туҡтап  тор.

Беләйек  әле  нимә  икән

Ул  бит  әйбер  светофор.

Ҡара,  ҡара  яң– яғыңа

Уңға,  һулға,  артыңа.

ана бит  ул  нәҡ  ҡаршыңда

Бағана  алдыңда.

2.Ҡалаларҙа һәр  саҡ һайын

Туктап  хәлдән  таяһың.

Ярай  әле  светофор  бар,

йәшел  янғас сығаһың.

3.Ҡай ваҡытта  машиналар

өйөләләр  бер  ергә.

Ватыҡ  светофор  янынан

Китеп  булмай  кирегә.

VII. Һорауҙарга  яуап.

Юл  билдәләре  ниндәй  төркөмдәргә  бүленә?

Юл  билдәләренең  һәр  төркөмөнә  ниндәй  бурыс  йөкләнә?

Киҫәтеүсе  билдәләр  ниндәй  була?

Тыйыуы  билдәләр?

Күрһәтеүсе  билдәләр?

Информацион – күрһәткес билдәләр?

Сервис  билдәләре?



-Ә  хәҙер  бындағы  юл  билдәләрен  ҡарайыҡ.  Мин  һеҙгә  юл  билдәләренең  берһе  тураһында  шиғыр  уҡыйым.  Һеҙ  ҡайһы  билдә  икәнлеген  күрһәтегеҙ.



- Туҡта!  -тип  әйтә  билдә,                           йәйәүлеләр  юлы  аша

Хәүеф – хәтәрҙәр  юҡмы?                         сығығыҙ  ҡаршы  яҡҡа.

Әгәр  инде  булмаһа,                                 “Зебра” һыҙыктары  кеүек

Газҡа  баҫ та  бар  алға.                            Буялған  ул  юл  аҡҡа.

Был  билдәгә  ҡараһаң                                   Был  билдә шоферҙарға

һөйөнөп  тә  ҡуяһың.                                    Туҡтап  торорға  ҡуша.

Велосипедта  ғына                                      Хәүеф – хәтәр  уҙғастан

Йөрөргә  кәрәк  икән.                                 Әйҙә - шофер  бар  алға.

Был  билдәне  күрһәләр,

Шоферҙар  уйланалар.

тимәк,  яҡында  мәктәп  бар,

Иғтибарга  алалар.



-         Балалар! Һеҙҙең  шофер  булаһығыҙ  киләме?

-          Яҡшы  шофер  булыу  өсөн  нишләргә  кәрәк?

-          Ниндәй кҡағиҙәләрҙе  белергә  кәрәк?

Укыусыларҙың  яуаптарын  тыңлау

1. Юлда  йөрһәң,  бул  өлгөр,

Юл  ҡағиҙәһен  ныҡ  бел.

Светофорҙың  һәр бер  төҫөн

Юлдың  билдәләрен  бел.

2. Нимә  өсөн  светофорҙың

һиңә күҙен  ҡыҫҡанын.

Нимә  өсөн  инспекторҙың

Өҫкә  таяҡ  һуҙғанын.

3. Юл  ситендә  ни  аңлатҡан

Рәсем  баҫып  торғанын –

Барыһын  белергә  тырыш,

Дуҫтарыңдан  һораштыр.

4. Машина  узғанын  көтмәй –

Йүгермә  һин  тиҙерәк.

Быны белеү  һәр  балаға,

Ҡайҙа  йөрһә  лә  кәрәк.

5.Һәләкәттәр  булмаһын  тип

Теләйҙер  һәр бер  йөрәк.

Шуға  күрә   йөрөгәндә

Бик  һаҡ  булырға  кәрәк.



XIII. Йомғаҡлау. Ә хәҙер һәр берегеҙ үҙегеҙҙең хәүефһеҙ (безопасная) юл маршрутын төшөрөгөҙ. Ҡағыҙ битенә төшөрәләр. Бер бала таҡтала һөйләй.

Афарин! Был юл маршрутын һеҙҙең ата-әсәйегеҙ, уҡытыусығыҙ белергә тейеш. Иғтибарлы булығыҙ, юл ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.





Автор
Дата добавления 05.04.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров248
Номер материала ДБ-011609
Получить свидетельство о публикации

Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх