Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Классный час на тему "Человек и Природа"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Классный час на тему "Человек и Природа"

библиотека
материалов

Кеше һәм Тәбиғәт” темаһына класс сәғәте

Әҙерләнеү өлөшө.

Стенала стендтар “Тәбиғәт-беҙ йәшәгән йорт”, “Быларҙы беләһеңме?”, мәҡәлдәр яҙылған плакаттар, фотостенд.

Дәрес барышы:

1-се уҡыусы. Дуҫтар, бөгөн беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшәсәкбеҙ, фекер алышасаҡбыҙ, уйланасаҡбыҙ һәм һығымталар яһайасаҡбыҙ.

Уҡытыусы. Илдус һеҙгә бер әкиәт уҡый, ә һеҙ уйлап ултырығыҙ; был әкиәт беҙҙе нимәгә саҡыра икән.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти ике дуҫ – Тәбиғәт һәм Кеше. Бик татыу йәшәгәндәр улар. Тәбиғәт кешене ашатҡан, эсергән, кейендергән, дошмандарҙан һаҡлаған. Дуҫы ауырыһа уны шифалы үләндәр һәм емеш-еләк менән дауалаған. Кеше саф һыулы йылғаларҙа һыу ингән, сәскәле болондарҙа уйнаған.

Шулай итеп, Кеше баһадир булып еткән. Көндәрҙән бер көндө кешене был рәхәт тормош туйҙыра башлаған. Һәм ул тәбиғәткә ҡаршы баш күтәргән. Уның болондарын тапаған, ағастарын ҡырҡҡан, урмандарын яндырған, йылғаларын бысратҡан.

Донъяға хәҙер мин хужа!” – тип ҡысҡырған Кеше. Тәбиғәт, был яуызлыҡты күреп, артҡа сигенгән.

Мин тәбиғәтте еңдем, хәҙер бөтә донъя миңә буйһона” – тип маҡтанған Кеше.

Тәбиғәттең Кешегә бик асыуы килгән. Кешегә биргән байлығын тартып алған, эсә торған һыуын киптергән. Ул Кешене буш яланда торғоҙоп ҡалдырған.

Кеше өсөн донъя йәмһеҙләнгән. Һәм ул бик ныҡ илаған, Тәбиғәтһеҙ йәшәп булмаған ын аңлаған. Кеше Тәбиғәтте эҙләп киткән көн барған, төн барған. Ниһәйәт, эҙләп тапҡан. Ул Тәбиғәттән ғәфү үтенгән.

Уҡытыусы. Был әкиәттән үҙегеҙгә ниндәй һығымта яһанығыҙ? Нимә ул Тәбиғәт? (Балаларҙың яуаптары)

2-се уҡыусы.

Тәбиғәт ул – тауҙар, һыуҙар.

Тәбиғәт ул – йылға, күлдәр.

Тәбиғәт ул – Ҡояш һәм Ай.

Тәбиғәт ул – сәскә-гөлдәр.

3-сө уҡыусы.

Тәбиғәт ул – яҙҙар, көҙҙәр.

Тәбиғәт ул – йәй һәм ҡыштар.

Тәбиғәт ул – ағас, кейек.

Тәбиғәт ул – осар ҡоштар.

Уҡытыусы. Эйе, ошо һыуҙар, һауа, йылға, күл, ағастар, үләндәр, сәскәләр, йәнлектәр, ҡоштар һ.б. булған өсөн кешелек донъяһы бар булған, беҙ бар булғанбыҙ һәм йәшәйбеҙ. Кешелек донъяһы артабанда йәшәүен дауам итһен өсөн беҙ ни эшләргә тейешбеҙ?

(Балаларҙың яуаптары)

4-се уҡыусы.

Тәбиғәтте һаҡлайыҡсы, дуҫтар,

Һаҡлайыҡсы таҙа һыуҙарҙы.

Хуш еҫ бөрккән нәфис гөлдәрҙе,

Урмандарҙы, сикһеҙ ҡырҙарҙы.

5-се уҡыусы.

Бөтәһендә һаҡлайыҡсы, дуҫтар,

Ҡарап ҡына ситтән уҙмайыҡ.

Беҙҙең иң ҙур байлыҡ – тәбиғәткә,

Ярҙам ҡулыбыҙҙы һуҙайыҡ.

Уҡытыусы. Ошоға тиклем ғалимдар беҙҙең Еребеҙ кеүек башҡа планета барлығын белмәйҙәр әле. Тимәк, Йыһанда кеше йәшәй торған планета берәү генә. Шуның өсөн ошо Еребеҙҙе һаҡлау, бысратмау – беҙҙең бурысыбыҙ.

Халҡыбыҙҙың матур әйтеме бар: “Бер ағас ҡырҡһаң, икене ултырт”. Һәр кеше үҙ ғүмерендә кәм тигәндә ике ағас ултыртырға тейеш. Ағас ултыртҡан кеше изге кеше тигәндәр.

Бөгөнгө һүҙебеҙ – урман тураһында.

Урман ...

Нимә һуң ул урман ?

4-се уҡыусы. Урман ул – матурлыҡ, саф, таҙа һауа, эсер һыу.

5-се уҡыусы. Ағастарҙың йәшел япраҡтары беҙҙең һулай торған һауабыҙҙы күбәйтеп , таҙартып тора.

6-сы уҡыусы. Ә тамырҙары аша һыу сығанаҡтары барлыҡҡа килә.

7-се уҡыусы. Ағастарҙың булыуы, уларҙың матурлығы кешеләргә шатлыҡ килтерә.

Уҡытыусы. Бына беҙҙә ҡунаҡта урмансы Салауат ағайығыҙ. Ул һеҙгә урман, уны һаҡлау тураһында һөйләп китер.

(Урмансының һөйләүе)

Уҡытыусы. Урмансы ағайығыҙҙың һөйләгәненән ниндәй һығымта яһанығыҙ?

(Балаларҙың яуаптары)

Уҡытыусы. Эйе, Тәбиғәтебеҙ һаҡлауға, яҡлауға мохтаж. “Тәбиғәтте һаҡлау Тыуған илде һаҡлау” тип бушҡа әйтелмәгән бит. Уларҙы беҙ һаҡларға тейешбеҙ.

Уҡыусы.

Туғайҙағы матур гөл-сәскәләр,

Беҙгә рәхмәт йырын йырлаһын.

Яраланмай үҫкән ағастарҙа

Ҡоштар моңо һис тә тынмаһын!

Уҡытыусы.

Уйланһындар кешеләр,

Аңлаһындар кешеләр,

Меңәрләгән планета араһында

Булмаҫ бындай аҫылы,

Булмаҫ бындай йәшеле!

Бөгөнгө һөйләшеүҙән һеҙ ниндәй һығымталар яһанығыҙ?

Урманды, ағастарҙы әрәм-шәрәм итеүселәргә, тәбиғәт дошмандарына һеҙ нимәләр әйтер инегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуабы)

Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 01.04.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров441
Номер материала ДБ-001421
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх