Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Классный час "Семь чудес Башкортостана"
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ)" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 216 курсов со скидкой 40%

Классный час "Семь чудес Башкортостана"

библиотека
материалов

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА №7 СЕЛА МИНДЯК

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА УЧАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН













Класс сәғәте



Тема:

Башҡортостандың ете мөғжизәһе.





Әҙерләне: Халиуллина Р.А.





2014 йыл



Маҡсат:

  1. Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары, билдәле урындары менән таныштырыу.



  1. Башҡоторстандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ, һаҡсыллыҡ хистәре тәрбиәләү.



Йыһазландырыу:

Компьютер,интерактив таҡта, проектр, китаптар күргәҙмәһе, фотостенд.



Сара барышы:

Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар,уҡытыусылар!

Бөгөн беҙ Респуликабыҙ Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығабыҙ.

Шиғыр. Ҡайын япрағы М.Кәрим.

Ысынлап та ,уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Урал тауҙарының көньяғында урынлашҡан бәрәкәтле һәм күркәм төбәктә – Башҡотостанда йәшәйбеҙ. Күккә олғашҡан ҡаялы тауҙары,сылтырап аҡҡан шишмәләре, көмөш һыулы йылғалары Башҡортостанды ҡабатланмаҫ бер төбәк итә. Тәбиғәте менән генә түгел - данлы тарихы, күп төрлө мәҙәниәте һәм тырыш,уңған халҡы менән киң билдәле беҙҙең тыуған илебеҙ. Һәм был ғына ла түгел, мөғжизәләргә лә бай икән беҙҙең Башҡортостан.

2009 йылда Башҡортостан телевидениеһы Башҡортостандың ете мөғжизәһе тигән проект иғлан итә. Республикабыҙҙың тәбиғәт мөғжизәләрен билдәләүҙә бик күп халыҡ ҡатнашып,үҙ тауыштарын белдерә. Исемлеккә 200-ләп исем тәҡдим ителә. Шуларҙың тик етәүһе генә еңеп сыға. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән шул мөғжизәләргә байҡау яһап китәйек.

  1. Салауат Юлаев һәйкәле.

Башҡортостандың символына әйләнгән был һәйкәл хәҙер ҡырҡ йылдан ашыу инде ҡаланың иң матур төбәген – хозур Ағиҙел буйҙарын йәмләп тора. Уның ғорур һыны республика гербында ҡалҡып килгән ҡояш нурҙары сағылышында бирелгән. Салауат Юлаевтың һәйкәлендә башҡотр халҡының азатлыҡ һөйөүсән ҡаҡшамаҫ һәм батыр рухы һынлындырылған. Ауырлығы 40 тоннаға еткән был мөһабәт монумент Рәсәйҙә суйындан ҡойолған иң ҙур һәйкәл булып тора. Уның бейеклеге 9,8 метр. Был монументты ижад итеү Сосланбәк Тавасиевтың тормошонда иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Уның 25 йыл буйына үҙенең бөтә һөйөүен, ижад ҡәүәһен, оҫталығын һалып башҡарған был хеҙмәте уңышлы тамамлана. Батырлыҡ һәм рух ныҡлығы,азатлыҡ һәм тәүәкәллек хаҡындаҡы уй-хыялдарын ул Салауат Юлаевтың мөһабәт образы аша сағылдырған. Батырҙың һынында, төҫ-ҡиәфәтендә еңеүгә табан ҡаҡшамаҫ ынтылыш кәүҙәләндергән. Әйтерһең дә батырыбыҙ өҙәңгегә ҡаты баҫып,ҡалҡынып, елеп килгән атын туҡтатҡан, ә уныһы, үрәпсеп, артҡа сигенгән. Ҡаһарман рухлы йәш башҡорт уҙаманының ғәйрәтле буй –һыны, атының ашҡыныуҙан,көсөргәнеп алға ынтылыуҙан бүртеп сыҡҡан ҡан тамырҙары тәбиғи ысынбарлыҡҡа еткерелгән.Быға инде скульптура оҫтаһының ғәйәт ҙур тырышлығы менән өлгәшелгән. Һәйкәл 1964 йылдың 17 ноябрендә асылған.

  1. Урал Батыр эпосы

Урал Батыр эпосы – башҡорт халҡының борон-борондан телдән-телгә күсеп һаҡланып килгән ғәжәйеп һоҡланғыс эпосы- 4576 шиғри юлдан тора. Һеҙ бит эпослы халыҡ –тип әйтәләр беҙгә тарих ҡәҙерен белгән башҡа милләт кешеләре. Эйе, Урал батыр эпосының бик бороңғо икәнен хәҙер барыһы ла таный. Был беҙгә һис шикһеҙ ғорурлыҡ өҫтәй. Мәктәп балалары араһында эпосты ятҡа һөйләү конкурсы бер нисә йыл рәттән үткәрелә.Былтырғы уҡыу йылында республикабыҙҙа үткәрелгән флешмобта үҙебеҙ ҙә ҡатанашҡан инек, хәтерләйһегеҙҙер. Әҫәрҙе руссаға ла, төрөксәгә лә һәм башҡа телдәргә лә тәржемә итеүселәр табылған.

Йөкмәткеһен иҫегеҙгә төшөрөп китәйем. Тәүҙә бөтөн донъяны һыу баҫа, иң беренсе кешеләр – Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ, уларҙың улдары Урал һәм Шүлгән донъяға килә. Урал менән Шүлгән тыуған йорттан үлемһеҙлек эҙләп сығып китә. Юлда Урал батыр яуыз баҫҡынсы Ҡатил ханды һәм йыландар батшаһы Ҡәһҡәһәнең батшалығын ҡыйрата. Ер аҫты һәм Һыу аҫты батшаһы Әзрәҡәне үлтерә. Яуызлыҡ юлына баҫҡан туғаны Шүлгән менән алыша, тереһыу һирпеп башҡорттар йәшәгән ергә үлемһеҙлек килтерә. Артабан Урал менән Шүлгәндең улдары тыуа. Улар дейеүҙәр менән алышып Йәншишмәне эҙләп табалар. Урал батыр һәләк була. Үлгәндән һуң батырҙың кәүҙәһе башҡорттарҙың төйәген кәүҙәләндереүсе Урал тауға әүерелә.

Йәшәйешебеҙҙең, ғүмер итмешебеҙҙең нигеҙе ул – Урал батыр эпосы.

Хәҙер һеҙгә 7-се синыф уҡыусыһы Аллаярова Гөлназ Урал батыр эпосынан өҙөк уҡып ишеттерә.



  1. Башҡорт балы. Солоҡсолоҡ.

Кеше ҡасан ҡырағай бал ҡорттары табышы булған балға һунар башлағандыр,эйтеүе ҡыйын.Әммә үҙе солоҡ яһап,бал ҡорттарын эйәләштерә башлауы ағасты тишә алырлыҡ ҡорамалдар яһай алғас уҡ булғандыр,моғайын. Солоҡ – бейек һәм йыуан ҡарағай йә ҡарағаста ҡырағай ҡорттар оялаһын өсөн уйылған яһалма ҡыуыш. Ул 4-6 метр бейеклектә көньяҡҡа ҡаратып яһала. Бер-ике йыл асыҡ тотоп киптергәндән һуң, ҡыуыш ҡапҡас менән ябыла. Айырылып осоп киткән күстәр шулай әҙерләнгән солоҡҡа ҡуна. Көҙөн солоҡто асып, балын алалар.

Артабан Башҡортостанда солоҡсолоҡто түмәр умартасылыҡ алыштыра. Түмәр умарта ул – ергә төшөрөп ултыртылған солоҡ, тиергә лә мөмкин. Рәсәй батшаһына башҡорттар түләгән яһаҡтың күпселеген ана шул солоҡ балы тәшкил иткән дә инде. Әлеге ваҡытта исеме бар донъяға билдәле башҡорт балы даны тап шул солоҡсолоҡтан башланған. Башҡорт балы- донъяла иң шифалы иң файҙалы бал иҫәпләнә. Сит яҡтарҙа башҡорт балы- Башҡортостандың визит карточкаһы булып тора.

Ә башҡорт балының космонавтар рационына индерелгәнен һеҙ беләһегеҙме. Эйе осошҡа әҙерләнгәндә ҡулланалар. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек Юрий Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгендә башҡорт балын тикшереп ҡарарға булалар. Унан алдараҡ башҡа төбәктә алынған балдар ҙа тикшерелә, тик яҡшы һөҙөмтө булмағас, башҡорт балын һынап ҡарарға булалар. Бал өлгөләрен ентекле тикшергәс, үҙәк белгестәре аптырашта ҡала – баҡһаң, башҡорт балында йыһанда оҙаҡ ваҡыт була торған кеше организмына кәрәкле матдәләр бар икән. Тәүҙә әле осмаған косманавтарға ашатып ҡарайҙар. Туғыҙ баллы шкала тәртибендә беҙҙең бал иң юғары баһа ала. Шунан йыһанға бер нисә банка ебәрелә. Унда ла һигеҙ-туғыҙ балл менән билдәләйҙәр. Шулай итеп, космонавт һәм астронавтарҙың менюһына инә беҙҙең башҡорт балы. Бөгөн «Башҡортостан апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы тарафынан балға ентекле тикшереү уҙғарылған. Республиканың 54 районынан 300 бал өлгөһө алынып , Рәсәй ,Европа илдәре, АҠШ нормаларына ярашлы 65 күрһәткес буйынса тикшерелгән. Анализдарҙың күбеһе башҡорт балының юғары сифатын асыҡлаған һәм аналогы булмауын күрһәткән.



  1. Шүлгәнташ мәмерйәһе.

Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан. Палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеләре беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тураһында һөйләй. Ер йөҙөндә икәү генә иҫәпләнгән һәм бик һирәк осрай торған мөғжизә.

Был тәбиғәт мөғжизәләре тураһында һеҙгә Бөрйән районы ҡыҙы- апайығыҙ Клара Әхтәр ҡыҙы һөйләп китә.

  1. Янғантау.

Был тау Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан. Тау битләүенең төрлө урындарынан дымлы эҫе һауа сыға. Белгестәр был феномен тураһында бик күп гипотезалар килтергәндәр: йәнәһе, йәшен тәьҫирендә ер аҫтында тоҡанған янғын, тимер закисы тоҙҙарының окись тоҙҙарына әүерелеү реакцияһы, радиоактив йылылыҡ, тау тоҡомдарының бер-береһе менән ышҡылыуы һәм башҡа төрлө фараздар килтерелгән.

Легенда буйынса бынан бер нисә йөҙ йылдар элек,тауҙан йылы сығып ятыуын бер көтөүсе белеп ҡалған. Бер ямғырлы һыуыҡ көҙгө көндә көтөүсе һыу булып өшөп, арып ял итмәк була. Бының өсөн ул тау битендә өлкән ағас төбөндә, соҡор ҡаҙып, шунда төшөп ята һәм йоҡлап китә. Уянһа, ул аптырап китә, соҡор төбөнән йылы пар килә. Көтөүсе үҙенең аяҡ-ҡулдарының,быуындарының һыҙлауы баҫылыуын тойоп шатлана. Был шатлыҡты кешеләр кешеләр менән уртаҡлаша. Кешеләр ҙә бында дауаланырға йөрөй башлайҙар. Бынан һуң был Ҡараҡош- тауҙы Янғантау тип атай башлайҙар икән. Бөтә донъяға билдәле Янғантау шифаханаһы ла нәҡ ошонда урынлашҡан. Был көтөүсегә шифаханала һәйкәл дә ҡуйылған икән.

  1. Башҡортостан ере үҙенең минераль сығанаҡтары менән дан тота. Һәм тағы ла бер мөғжизә - ул Гафури районында урынлашҡан Красноусол минераль сығанаҡтары.

Красноусол минераль сығанаҡтарының шифалы үҙәнселектәре 16 быуаттан билдәле булған. Кем беренсе булып был сығанаҡтарҙың шифалы булыуын асыҡлаған хәҙер инде әйтеүе лә ҡыйын. Бәлки ул яугир булғадыр, яуҙа алған яраларын ошондағы һыу менән йыуып тиҙ генә бөтәшеүен һиҙгәндер. Әллә ул һунарсы булғандыр, был тирәләге шимәләрҙең һыуын эсеп, көсө үҙенә кире ҡайтҡандыр. Бәлки ул ошо тоҙло ҡаласыҡта эшләгән кеше - тоҙ эшкәртеүсе булғандыр. Бөгөнгө көндә Красноусол минераль сығанаҡтарының шифалы үҙенсәлектәре тураһында беҙҙең республикала ғына түгел, унан алыҫта ла яҡшы беләлр. Красноусол шифахинаһында һаулыҡтарын нығытырға теләүселәр һаны йылдан йыл арта бара.

  1. Етенсе мөғжизә ул- ҡурай .

Курай – башҡорт халҡының бик борондан, быуындан быуынға аманат итеп тапшырылып килгән музыка ҡоралы. Башҡорт халҡы өсөн сал Урал –изге тыуған ер, Тыуған ил символы,Салауат Юлаев –талант һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булһа, ҡурай – хистәр ташҡыны, моңдар дарьяһы ул. Башҡорттоң ҡурайҙан айырылғыһыҙ булыуы Урал батыр эпосында ла сағылыш тапҡан. Батырыбыҙ Салауат Юлаев та оҫта ҡурайсы булыуын әйтеп үттек инде. Ҡурай тарихы алыҫ мең йыллыҡтарға барып тоташа. Был музыка ҡоралының борон-борондан йәшәп килгән төрө – үлән ҡурай. Халыҡ уны таҡыя башлы ҡурай тип атай. Ниндәй генә ябай булып күренмәһен,ҡурай үҙендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ серҙәр һаҡлай. Ҡурай моңо кешеләрҙе үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған, ҡайғылының ҡайғыһын баҫҡан, күңелһеҙҙең күңелен күтәргән. Ҡурайға ҡағылышлы бик күп кенә тарихи ваҡиғалар ҙа бар. Мәҫәлән 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәре француздарҙы ҡурайҙа уйнап иҫтәрен китергән. Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград фронтында Мөхәмәт Ҡәҙерғолов тигән башҡорт ағайы яугирҙәрҙең рухын күтәреү өсөн радио аша ҡурайҙа һыҙҙырған һәм был, ысынлап та, яугирҙәргә дәрт,көс өҫтәгән. Ул йунаған ҡурай бөгөнгө көндә Мәскәүҙә, Совет Армияһы музейында һаҡлана. Тимәк ҡурай ҙа ил азатлығы өсөн көрәшкән.

Республикабыҙ байрағында һәм гербында ҡурай һүрәтенең урын алыуы уға ҡарата халыҡ хөрмөтенең,ҙурлауының кәүҙәләнеше булып тора.

Хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа Гайнетдинов Азамат сығыш яһай.

Хөрмәтле уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһе менән танышып үттек. Һеҙ быға тиклем дә,бәлки был турала ишетеп белгәнһегеҙҙер. Ләкин бөгөнгө осрашыу ҙа һеҙгә ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәгәндер тип ышанғы килә. Башҡортостаныбыҙҙың был мөғжизәле урындарын киләсәктә һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, яҡындан танышырһығыҙ, әлбиттә. Тәбиғәт ҡомартҡыларын күреү, таныу ғына түгел, һаҡлау,ҡурсалау,киләсәк быуынға уларҙы төҙөк,матур итеп ҡалдырыу – беҙҙең һәр беребеҙҙең бурысы булып тора. Тыуған илебеҙҙең күркәм тәбиғәтен,данлы тарихын , мәҙәниәтен, башҡорт телебеҙҙе өйрәнәйек, һаҡлайыҡ. Яратығыҙ,ғорурланығыҙ үҙегеҙҙең тыуған илегеҙ – Башҡортостан менән !



Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-383394

Похожие материалы

2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"