Инфоурок Другое Другие методич. материалыКластан тыш дәрес "Күркәм аралашыу – изге эштең сығанағы"

Кластан тыш дәрес "Күркәм аралашыу – изге эштең сығанағы"

Скачать материал

Күркәм аралашыу – изге эштең  сығанағы

Маҡсат:

Балаларҙы аралашыу мәҙәниәтенә өйрәтеү;төрлө ситуациялар аша аралашыу һәләтен үҫтереү, кешеләргә ҡарата ихтирам, хөрмәт, иғтибарлыҡ тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Экранда тест һорауҙары;аралашыу ҡағиҙәләре яҙылған слайдтар.

Ойоштороу өлөшө:(2- се слайд)

Балалар,ошо матур һүҙҙәр менән дәресебеҙҙе башлап китәйек:

-          Яҡты көндө сәләмләйек!

-         Һаумы, ҡояш!

-         Һаумы, зәңгәр күк!

-         Һаумы, тыуған ерем!

-         Һаумы, яҡын дуҫым!

-         Ә хәҙер бер – берегеҙгә, беҙҙең ҡунаҡтарға матур көн теләп иҫәнләшәйек.

1.    Инеш.

 «Психологик атмосфера» ситуацияһы тыуҙырыу. (Моңло музыка яңғырай.) (Балалар күҙҙәрен йомоп, моң тыңлайҙар.)

 

Уҡытыусы. Тағы ла бер ғәжәп матур, иҫ киткес гүзәл көн тыуҙы.Ошо йәмле көнгә, матур донъяға бағып, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. (Класта тынлыҡ урынлаша,балалар тәҙрә аша тәбиғәтте күҙәтә.)

 

Күк йөҙө ҡәжәп матур.Әйҙәгеҙ, уларҙы күҙәтәйек, һоҡланайыҡ…Күк йөҙөнөң сафлығынан аҡлыҡ, паҡлыҡ алайыҡ; күңел торошобоҙҙо яҡшыға көйләйек; матур итеп һөйләшәйек, аралашайыҡ.

 

                                                                                       

3 - сө слайд

«Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш: кейеме лә, йөҙө лә, күңеле лә, фекере лә».        А.П.Чехов.

2.Төп өлөш.

-Аралашыу нимә ул? Уға ниндәй аңлатма бирербеҙ?(уҡыусыларҙың яуаптары; 2 – се слайдтағы һүҙҙәр буйынса фекер алышыу.)

4 –се слайд

«Этикет» - француз һүҙе; «этикетка», «церемония» тигән мәғәнәне аңлата. Француз королдәре һарайҙарында уҙғарылған байрамдарҙа ҡунаҡтарға үҙ- үҙеңде әҙәпле тотоу ҡағиҙәләре яҙылған карточкалар, йәғни этикеткалар тапшырғандар.

Аралашыу – кешеләр араһында уртаҡ эшмәкәрлек буйынса мәғлүмәт алмашыу, тәҫьир итеү, ҡабул итеү, аңларға ынтылыу, үҙ – ара бәйләнеш булдырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән процесс.

Кеше, тәбиғәте буйынса социаль зат булараҡ, башҡалар менән бәйләнешкә инмәйенсә йәшәй алмай. Ул үҙенең фекерен, хистәрен, теләктәрен, ниәттәрен башҡаларға еткерергә, улар менән кәңәшләшергә ынтыла.

Һәр кеше – шәхес. Уның ының ыңғай йәки башҡалар өнәп бөтмәгән сифаттары була. Дуҫтарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың, уңыштарын күреп, һөйөнәбеҙ; ярамаған эштәренә тәрән борсолоу белдерәбеҙ.

Иптәшеңден, класташыңдын күркәм сифаттарын күреп, үрнәк алыу, уға һоҡландырыңды  белдереү – изге эштең сығанағы.

3.Практик өлөш.

Үҙебеҙҙә матур, өлгөлө сифаттарҙың барлығын белер өсөн уйлап, уйнап алайыҡ. Бының өсөн төркөмдәргә бүленергә кәрәк. Һәр төркөм слайдта күрһәтелгән ситуацияны уйнап күрһәтергә тейеш.

( 5, 6, 7, 8 ,9 – сы  слайдтар)

1- се ситуация (5 – се слайд)

Ололар менән һаулыҡ һорашыу, иҫәнләшеү тәртибе.                 

2- се ситуация (6 – сы слайд)

Тиҫтәрҙәрең менән ғәҙәти булмағанса һаулыҡ һорашыу тәртибе.

3- сө ситуация (7 – се слайд)

Үтенесте, һорауҙы белдереү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. (8 – се слайд)

 

-зинһар

- зинһар өсөн

- үтенеп һорайым …

4- се ситуация (9 – сы слайд)

Рөхсәтһеҙ әйбер алғанда ғәйебеңде танып, ғәфү итенеү өлгөләре.

(Төркөмдәрҙең сығышын баһалау(япраҡтар), һығымта яһау).

-Үҙ үҙеңә тоғро булырға кәрәк, һәр ваҡыт тик дөрөҫөн генә әйтергә, ололарға ҡарата иғтибар һәм ихтирам булырға кәрәк. Мин ышанам, ошо сифаттар һеҙҙең һәр берегеҙҙә лә ғүмер буйына һаҡланыр тип.

 4. Тест

- Һәр кем үҙенең мәҙәниәлеген тикшереп ҡараһын. Бының өсөн тест һорауҙарына яуап бирергә кәрәк.

Тест (10, 11, 12 - се слайдтар)

 «Һинең менән аралашыу еңелме?»

1.     Кешеләрҙән алыҫта япа- яңғыҙ йәшәй алыр инеңме?

                                              Эйе- 0;

                                              Ҡайһы ваҡыт- 1;

                                               Юҡ- 2 мәрәй.

2. Һиңә күберәк кем менән аралашыу оҡшай?

                            урамдағы  иптәштәрем менән- 0;

           класташтарым менән- 1;

          уҡытыусы менән- 2 мәрәй.

 

3.Һинең эргәлә ҡыҙыҡлы аралышҡан , мөләйем, ләкин бөтөнләй таныш түгел кеше. Уның менән еңел аралашаһыңмы?

                 Бының нимәһе бар инде?- 0;

                 Ауыҙымдан бер һүҙ ҙә сыҡмаясаҡ-1

                 Һәр кем менән уртаҡ тел таба алам-2 мәрәй.

 

4. Әгәр әңгәмәләшеүсе һине тыңламаһа, йәнең көйөрмө?

         Йән көйгәнде һиҙҙермәҫкә тырышам – 0;

         Минең өсөн барыбер – 1;

         Мин уның менән башҡаса аралашмаҫҡа тырышым – 2 мәрәй.

 

 5.Бер кем менән дә һөйләшкең килмәгән мәлдәр буламы?  

 

Йыш кына- 0;

Һирәк- 1;

Ундай хәлдең булғаны юҡ – 2 мәрәй

 

Йомғаҡлау:

 

8-ҙән күберәк  булһа, һеҙ тиҙ аралашыусан, алсаҡ, яғымлы, киң күңелле кеше.

 

8-ҙән артмаһа – аралашырға яратмайһығыҙ, кеше менән ауыр аралашаһығыҙ, яңғыҙлыҡты хуп күрәһегеҙ. Яҡын дуҫтарығыҙ, таныштарығыҙ аҙ.

5. Аралашыу ҡағиҙәләрен төҙөү. (13– сө слайд)

 

-Кешеләр менән мәҙәниәтле, күркем аралашыу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотайыҡ.

 

 

Аралашыу ҡағиҙәләре:

 

1.һөйләшеүсегә иғтибарлы бул.

2.Әңгәмәсеңдең һүҙен бүлдермә,аҙағына тиклем тыңла.

 

3.кешеләр тураһында насар һөйләмә, уларҙы ғәйепләргә тырышма.

 

4.Бәхестә еңергә тырышма, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек яҡлы бул.

 

5. Һәр кешенең яҡшы,күркәм сифаттарын күрергә тырыш;үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡара.

 

6.Эш менән мәшғул булғаныңда мөрәжәғәт итһәләр ҙә, кешенең үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырма.

 

-         Дәрес башында күңел торошон яҡшыға көйләү, матурлыҡҡа ынтылыу тураһында һүҙ алып барғайныҡ. Бының өсөн түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итеү мөһим:

 

              Ҡәңәштәрем: (14 – се слайд)

 

*Дуҫтарыңдың күңелен яуларға теләһәң – йылмай!

 

*Кешегә мөрәжәғәт итеп, ыңғай яуап алырға теләһәң - йылмай!

 

*Оҙон ғүмерле, матур  булайым тиһәң - йылмай!

Дәресте йомғаҡлап, беҙ һеҙҙең менән ошо ИЗГЕЛЕК  АҒАСЫНА үҙебеҙҙең теләктәребеҙҙе  яҙып,  уның емештәре итеп ҡуяйыҡ.

 

-         Бына ниндәй ИЗГЕЛЕК АҒАСЫ үҫеп сыҡты! Мин ышанам, һеҙҙең теләктәрегеҙ ысын йөрәктәндер тип, дәрес өсөн рәхмәт, изге эштәрегеҙ көндән көн артып торһон! һау булығыҙ!

 

  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Кластан тыш дәрес "Күркәм аралашыу – изге эштең сығанағы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по связям с общественностью

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 871 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 23.10.2016 1087
    • DOCX 22 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Булякова Альфия Исламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Булякова Альфия Исламовна
    Булякова Альфия Исламовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 3
    • Всего просмотров: 5195
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Эффективное взаимодействие с детьми: стратегии общения и воспитания

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 661 человек из 74 регионов
  • Этот курс уже прошли 554 человека

Мини-курс

Стратегии маркетинга и продаж в B2B

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы финансовой отчетности

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе