Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Кластан тыш сара Башҡорттарҙа ете һаны.

Кластан тыш сара Башҡорттарҙа ете һаны.

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡорттарҙа ете һаны

Маҡсат: Халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашында ете һанының мәғәнә

биҙәктәрен асыу, быуындар бәйләнеше, исем- фамилияләр,

уларҙың килеп сығышы, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырыу, телмәр үҫтереү, халҡыбыҙҙың үткәне менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.


Йыһазландырыу : Уҡыусыларҙың шәжәрәләре, Башҡортостан Республиҡаһының дәүләт атрибуттары, мәҡәлдәр, чайнворд.


Барышы: I. Ойоштороу


-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, уҡытыусылар. Бер беребеҙгә күҙ ҡараштарыбыҙ менән яҡшы уйҙар, теләктәр ебәрәйек. Һеҙҙең ниндәй теләктәреғеҙ бар?

( сәләмәтлек, яҡшылык, бәхет, яҡшы билдәләр).

-Донъяла ғәжәп нәмәләр һәм төшөнсәләр бик күп. Шулар араһында һан, иҫәп-хисап төшөнсәһе әйтеп бөткөһөҙ мөһим урын тота. Өҫтәүенә һандар иҫ киткес матур,төҙөк , гармониялы системаны барлыҡҡа килтерә. Был система үҙенең камиллығы менән ысын мәғәнәһендәге юғары сәнғәткә яҡын тора.

Бер ҙә, Ике лә ғәжәп һандар иҫәбендә. Сөнки бөтә нәмә ерҙә берҙәмлектән башлана. Беҙ иң элек берҙең ҡәҙерен белергә тейешбеҙ. Бер-ул һин дә, мин дә, ул да; бер- Ҡояш, Ер, Илебеҙ. Атай,Әсәй.

Ете лә- ғәжәйеп хикмәтле һан.

Әҙәмде донъяла шул етелек уратып тора кеүек: өҫтә ете ҡат күк, аҫта-ете ҡат ер. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Аҙнаның ете көнө,йәйғорҙоң ете төҫө. Моңдоң ете өнө. Ете мөғжизә.

Ни мөғжизә: ожмахы ла ете ҡатлы, таму ғы ла.

Әҙәмде ҡотҡармаҡ булып ете ясин сығалар, үлгәс етеһен уҡыталар.

Етелә етегәнгә табынғандар, етегән шишмәне маҡтағандар.Ете быуын ата-бабаны белеү фарыз һаналған.

Әкиәт батырҙары ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында шашынған ен- пәрейҙәрҙе ҡыйратҡан. Сер булһа, уны ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Ете ятты ятҡа иҫәпләгәндәр. Иң ҡаты яҙа итеп ете ҡат тиреһен тунағандар. Зирәктәр ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткәндәр.Батырҙар ете диңгеҙ, ете тау гиҙгәндәр. Теүәлдәр ете ҡат үлсәп,бер ҡат киҫер булғандар. Бәхетлеләр ете йәннәт ишеген асып ингәндәр. Еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар.

Кешелә ете һиҙемләү һәләте бар. Кешенең тирә- йүне , ғүмере серле ете менән тулы кеүек. Ғәжәп хикмәтле лә, серле лә ул.

-Тимәк , бөгөнгө дәрестең темаһын нисек тип атайбыҙ? (Башҡорттарҙа ете һаны)

II .Төп өлөш

-Бөгөнгө дәрестә ете һаны булған материалдарҙан журнал төҙөп ҡарарбыҙ.

1-се бит. Хәтерләүҙән ҡурҡма һин

Үткәнеңде онотма һин! – тип атайыҡ.


-Бала тыуа. Донъяга яңы Кеше килә. Ғаиләлә шатлыҡ, ҡыуаныс арта. Атай, Әсәй исем эҙләй. Беҙҙең халыҡ элек – электән исем ҡушыуға ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған. Матур, мәғнәле исемдәр бирергә тырышҡан.

-Уҡыусылар һеҙ үҙҙегеҙҙең исемдәрегеҙ нимә аңлатҡанын беләһегеҙме?

(Уҡыусылар һөйләй).

-Эйе, беҙҙең фамилияларыбыҙ бабаларыбыҙ исеменән яһалған.

«Илен белмәгән- игелекһеҙ, халҡын белмәгән- холоҡһоҙ, нәселен белмәгән- нәсәпһеҙ»,- тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәғән.

Әҙәм балаһына үҙенең 7 быуын бабаһын белеү фарыз, тигәндәр боронғолар. Шул ваҡытта ғына Кеше тыуған иленен,тыуған йортоноң, үҙ халҡының сығышын белә.

-Һеҙ, уҡыусылар, үҙегеҙҙең шәжәрәләрегеҙҙе беләһеғеҙме?.(Һөйләйҙәр).

-Уҡыусылар, һеҙҙең 7 быуын бабаларығыҙҙы эҙләп табыу бик игелекле эш булды. Ваҡыт саба. Яңынан – яны быуындар барлыҡҡа килә. Быуындарҙы онотмайык,һәр ваҡыт иҫтә тотайык, улар менән ғорурланайыҡ.

- Шәжәрә ағастары төҙөйбөҙ, шәжәрә,шәжәрә-тибеҙ. Ә нимә һуң ул шәжәрә?


-Шәжәрә – ырыу тарихының йылъяҙмаһы. Башҡорттарҙа борон-борондан үҙенең ырыу шәжәрәһен яҙыу һәм уны һаҡлау йолаһы йәшәғән. Шәжәрәгә ырыуҙың ирҙәр һаны ғына индерелгән һәм шәжәрәне белеү талап ителгән. Нәҫел-ырыу тураһындағы мәғлүмәттәр ныҡлы һаҡланылған , быуындан быуынға аманат рәүешендә ҡалдырыла килгән. Үҙеңдең шәжәрәңде белеү ғәҙәте башҡорттарҙа бик оҙаҡ ваҡыт һаҡланып килгән , үҙенең нәҫелен 7 быуынға тиклем белеү ғәҙәти хәл булған, хатта ата-бабаларын 10-12 быуынға тиклем белеүселәр күп осраған.

Бөгөнгө көндә 25 башҡорт шәжәрәһе ташка баҫылған. Улар араһында йөкмәткеләренең бай һәм тарихи факттар менән нығытылғандары яғынан юрматы, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ,меңле ырыуҙарының шәжәрәләрен билдәләргә мөмкин.

Халык тарихын өйрәнеүҙә шәжәрәләрҙең әһәмиәте ҙур. Ырыу тарихының нигезендә шәжәрә ята.Ә инде ырыу тарихы халыҡ тарихын тәшкил итә. Тимәк, башҡорт халҡының тарихын белеү өсөн уның ырыуҙар тарихын өйрәнергә кәрәк.


Ҡ. Аралбай «Шәжәрә» шиғыры яттан һөйләнә.


2 –се бит. Суверенлы Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһында ете һаны.

«Урал» көйө яңғырай. « Ете ырыу» шиғыры уҡыла.

Күгәреп лә ятҡан Урал тауы-

Ете лә ырыу – илдең төйәге.

Ирек яулап үлгән иркәйҙәрҙең

Шунда ята изге һөйәге.

Атам да һин,Урал, әсәм дә һин.

Урал тиермен гүргә ингәндә

Аткайзарҙы менеп, яу сабырмын,

Ил өстөнә дошман килгәндә.

-Әле һеҙ «Ете ырыу» шиғырын тыңланығыҙ . Килеп сығышы тураһында ниндәй әҫәр менән танышҡан инек?. (Ғ. Хөсәйеновтың «Ете ырыу»)-өҙөҡ уҡыла

Көньяҡ Башкортостанда боронғо Ете ырыу берләшмәһе һәм хәҙерге Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең берҙәмлек билдәһе буларак, республикабыҙҙың Дәүләт флағындағы ак һыҙыҡтың уртаһында алтынһыу төҫтә эмблема-түңәрәк эсендә ете таҗ япрағынан торған ҡурай сәскәһе эшләнгән.

-Бына ошо ете ырыу-дуҫлыҡ символы, аҡ һыҙыҡ уртаһында урынлашҡан ете таж япрағы Башҡортостан территорияһында уның халыктарының тупланыуына һәм берләшеүенә башланғыс һалган ете ырыуҙы кәүҙәләндерә.

-Ете ырыуҙың атамаларын хәтерге төшөрө п үтәйек: Юрматы,Үҫәргән,Бөрйән, Табын,Мең,Тамъян,Түңгәүер.- дәфтәрҙәрҙә яҙып ҡуялар.

-Ә үҙебеҙ йәшәгән төйәк ниндәй ырыуға ҡарай?

-Беҙҙең ауыл Ҡыр-Йылан ырыуына ҡарай. Беренсе булып килеп ултырған Кеше-Рәтамаҡ ауылынан Азналы Көҫөғолов-Ҡыр-Йылан ырыуынан булған,- тиҙәр.(История сел и деревень Башҡортостана,том3,стр.202.)

-Тимәк, беҙ үҙебеҙҙең ырыуыбыҙҙы,унын шәжәрәһен, ауылыбыҙҙың тарихын белергә тейешбеҙ.

3-сө бит Ял минуты

-« Ете ҡыҙ» бейеү көйөнә күнегеүҙәр яһау.


4-се бит Дини ғөрөф –ғәҙәттәрҙә ете һаны

Элек йондоҙҙарға ҡарап төрлө

ырым- юрауҙар йәшәгәнлеге билдәле.

-Фонетик зарядка: «Етегән йондоҙҙо ете ҡат һанаһаң сауап була»-ошо юрауҙы бер тында әйтеп, ете ҡат һанап сығыу йолаһын йондоҙҙарға табыныуҙан ҡалған бер күренеш итеп ҡабул итергә мөмкин.

- Тағы ла ниндәй йолаларҙы ишеткәнегеҙ бар? «Ете» һаны беҙҙең дини йолаларыбыҙҙа ниндәй сағылыш таба? ( уҡыусылар һөйләй)


5-се бит.Халыҡ ижадында ете һаны


-Беҙҙең халыҡтың иң бай хазинаһы- быуаттарҙан быуаттарға күсә килгән халык ижады ынйылары. Ә уларҙы барлап тикшерә башлаһаң, һәр береһендә ете һанын осратырға мөмкин. Бына халыҡ мәҡәлдәрен генә алайыҡ:

-Ете ауылда ете ҡәрҙәшең булһын.

-Ете ҡат үлсә,бер ҡат киҫ.

-Егәрленең ҡулы ете.

Атайыңдан алып, ете быуыныңды бел.

-Ете атаһын белмәгән мөртәт.

-Етеҙ бала етегә еткәнсе тешәй.

Ете ул өйләндергән – бай булған ,ете ҡыҙ бирғән – бөлгән.

-Уҡыған ете ҡат ер аҫтындағыны күрә, уҡымаған өҫтөндәген дә күрмәй.

(Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләре аңлатыла, Уҡыусылар үҙҙәренең мәҡәлдәрен уҡыйҙар, дәфтәргә яҙа баралар)


- Ә хәҙер йомаҡтарҙы ҡарайыҡ:


Икеһе баҫып тора, Икеһе ятып тора,

Бишенсеһе йөрөй, Алтынсыһы йөрөтә,

Етенсеһе йыр йырлай.(Ишек)

- Бер имән үҫә: ун ике сатлы, илле ботаҡлы,һәр ботағында етешәр япраҡ(Йыл, 12 ай, 52 аҙна, аҙнала 7 көн) һ.б.


Халҡым теле- ниндәй бай ул!

Күпме йомаҡ, әйтеме бар!

Әкиәте , легендаһы.

Йыр, тапҡыр мәҡәле бар.


6-сы бит Ете һаны уйындарҙа

«Ете» чайнворды

-Балалар өсөн сыға торған журнал( Аҡбуҙат)

-Торжество һүҙенең тәржемәһе( Тантана)

-Башкортостандағы ҙур күлдәрҙең береһе( Аслыкүл)

-1812 йылғы һуғышҡа арнап яҙылған йыр(Любизар) һ.б.


Һорау: Был донъяла ете юҡ, Йә кем әйтер тиҙерәк?( Атта көйөш юҡ, һыйырҙа аунау юҡ, күккә менер арҡан юҡ, ергә төшөр баҫкыс юҡ, ташта тамыр юҡ, йомортҡала йөй юҡ, күгәрсендә һөт юҡ)



7-се бит Донъялағы ете мөғжизә, Башҡортостандағы ете мөғжизә

(Һүрәттәрен ҡарап аңлатыу)


8-се бит Йомғаҡлау

-Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барҙы. 7 һаны менән бәйле нимәләрҙе белдегеҙ?

-Булған материалдарҙан журнал сығарып булыр инеме? Тағы ла нимәләр язып булыр ине?

- 7 һанын хикмәтле тип әйтеп буламы?

Автор
Дата добавления 21.08.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров593
Номер материала ДA-010407
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх