Инфоурок Другое КонспектыКластан тыш сара "Хазиналар һандығы"

Кластан тыш сара "Хазиналар һандығы"

Скачать материал

 

Хазиналар һандығы

(Кластан тыш сара)

 

Маҡсат: уҡыусыларҙы халык ижады –рухи байлығыбыҙ менән таныштырыу, халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ихтирам тәрбиәләү. Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә күнектереү.

 

-Әссәләмәғәләйкүм! Хәйерле көн уҡыусылар!

Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙХазиналар һандығы” тип атала.

-Нимә ул –хазина?

Хазина- йыйылған, тупланған баһалы йәки йәшереп һаҡланған аҫыл нәмә, байлыҡ.

Һандыҡ- нәмәләрҙе һаҡлай торған ҡапҡаслы  ҙур ҡумта.

 

-Бөгөн беҙ материаль байлыҡ тураһында түгел, ә рухи байлыҡ тураһында һөйләшербеҙ.

-Һәр  халыҡтың  үҙ тарихы, үҙ яҙмышы, үҙ булмышы. Уның тәбиғәтен, тормошон һыҙатлаған үҙенә генә хас матди һәм рухи ҡиммәттәре бар. Улар быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға тапшырыла килә.Айырыуса башҡорт халҡына хас  булғандары милли байлыҡ та, ғорурлыҡ та ул беҙҙең өсөн.

 

Хазиналар һандығын асабыҙ, иң беренсе–------------тел

 

Һорау: Нимә һуң ул –тел?

 (укыусылар яуабы)

 

-Тел – кешеләрҙең аралашыуы өсөн иң әһәмиәтле сараһы ул.

Халыҡтың тарихи үҫеш юлы телдә сағыла, шунлыҡтан ижтимағи ҡоролош тамырынан үҙгәреш кисерһә лә, тел алмашынмай, ул һис үҙгәрешһеҙ аралашыу  сараһы булып хеҙмәт итеүен дауам итә.

-Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иң даһи асыш, бер мөгжизә ул тел. Тел халыҡтың үҙе менән бергә яралып, үҙе менән бергә үҫә. Шуның өсөн ул халыҡтың бөтә яҙмышын, бөтә булмышын сағылдыра.

-«Ерҙә һәр тел- ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың»,- ти Мәүлит Ямалетдин.

-Башҡорт теле- моңло, яғымлы тел. Һуҙыбыраҡ, көйләнеберәк, йомшаҡ итеп һөйләнелә.Башҡорттар киң далаларҙа, иркен ҡырҙарҙа, мөһабәт тауҙарҙа йәшәгәнгә шулайҙыр.Телебеҙҙең бай, музыкаль булыуы башҡорттоң тәбиғәткә яҡынлығы хаҡында һөйләй. Һүҙҙәребеҙ, өндәребеҙ тәбиғәт моңона яҡын.

-Татар теле- Өлгөр, дәртле халыҡтар йәшәй татар илендә. Татар теленең тәбиғәте  лә асыҡ, яңғырауыҡлы.

-Халыҡтың рухи  донъяһында тел кешенең аңын, рухи культураһын сағылдырыусы, үҫтереүсе иң мөһим һәм универсаль сара булып тора.Шуның өсөн Тел, Ил, Тыуған ер кеүек үк, бөйөк төшөнсәләр рәтенә ҡуйыла.Һуңғы ваҡытта йәнле тәбиғәт, боронғо ҡомартҡылар менән бергә  телдәрҙе һаҡлау мәсьәләһе лә алға ҡуйыла. Туған телгә булған мөнәсәбәт Ватанға мөнәсәбәт менән тиң ҡарала, кешенең намыҫы шуның менән үлсәнә.

 

Уҡыусылар сығышы:

-Баязит Бикбай «Туған тел»

Зәйнәб Биишева «Башҡорт теле»

Рәми Гарипов «Туған тел»

 Габдулла Тукай «Туган тел» (татарча)

 

-Тел кешене дуҫ итә,

 Бер –береһенә беркетә,

Беләйексе рус телен

Һәм онотмайыҡ үҙ телде.

Һөйләшегеҙ туған телдә,

Туйғансы һөйләшегеҙ!

Тел тыуҙырған шатлыҡтарҙы

Кешегә өләшегеҙ!

Туған тедә һуҡалама,

Һөйөү менән уҡала.

Уның менән йөрәктәр ҙә

Йөрәктәрҙән ут ала.

                                                         К. Бакиров

 

Хазиналар  һандығының эсендә икенсе нимә ята икән?--------Эпос

-Нимә ул –Эпос?

ҡыусылар яуабы)

-Эпос(грекса epos-һүҙ, хикәйәләү, эпик йыр)- әҙәбиәттең төп төрҙәренең береһе: хикәйәләү характерындағы әҫәрҙәрҙең дөйөм атамаһы. Эпос төрөнә роман, повесть, хикәйә , поэма һ.б.жанрҙар ҡарай.

Башҡорт халҡының «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Заятүләк менән Һыуһылыу» һ.б. ҡобайырҙары ла шундай героик эпостар.

 

Уҡыусылар сығышы:

«Урал батыр» -өҙөктәр һөйләйҙәр.

 

Хазиналар һандығын алға таба ҡарайыҡ------Әкиәт

-Нимә ул әкиәт?

ҡыусылар яуабы)

 

-Әкиәт- халыҡ ижадындағы проза жанры: башлыса мажаралы, фантастик ваҡиғалар тураһындағы сәсмә әҫәр.

Әкиәттәр халыҡтың боронғо уй- хыялдарын, фантазияһын сағылдыра. Унда, ғәҙәттә, аждаһа, ен- пәрей, мәскәй ише яуыз заттар, уларға ҡаршы көрәшкән барырҙар хаҡында хикәйә ителә. Батырҙар батырҙарса көрәшеп, төрлө мажаралар кисереп еңеп сығалар.

Әкиәттәрҙе йөкмәткеһенә, һүрәтләнгән заттарына ҡарап, төрлө төркөмгә бүлергә мөкин: тылсымлы әкиәттәр,  батырҙар тураһындағы әкиәттәр, тормош- көнкүреш әкиәттәре, хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Әкиәттәрҙә , нигеҙҙә, ғәҙәттән тыш фантастик хәлдәрҙе хикәйәләү хас. Хикәйәләүҙә гиперболизм, шаштырыу бик көслө. Ә тормош-көнкүреш әкиәттәрендә иһә реалистик хәл- ваҡиғалар күберәк, улар тормошсаныраҡ. Һәр төркөм әкиәттәрҙә лә халыҡтың фантазияһы , тапҡырлығы, аҡыллылығы, төрлө ситуацияларҙа ла еңеп сыға алыуы сағыла.

Уҡыусылар сығышы: әкиәт сәхнәләштерәләр

 

Һандыҡтың тағы ла бер хазинаһы__________Йыр

Нимә ул –йыр?

ҡыусылар сығышы)

Ҡурай тауышы яңғырай-Йыр-халыҡ ижадында иң киң таралған лирик жанр; йырлау өсөн сығарылған бәләкәй шиғыр.

Халыҡ йырҙары моң, образлылыҡ яғынан ғәжәп бай. Улар ғәйәт ҙур эмоциональ көс, эстетик тойғо менән һуғарылған булалар. Шуға ла халыҡ йырҙары бер ҡасан да иҫкермәй, ҡартаймай, һәр быуындың үҙ йөрәк тибеше булып яңғырай, быуаттарҙан быуаттарға күсә баралар.

          -Кешене ғүмере буйына йыр оҙата барған. Сабый саҡтан уҡ һеҙ ҙә әсәй- өләсәйҙәрегеҙҙең бишек йырҙарын тыңлап үҫкәнһегеҙҙер, моғайын. Йыр күңеллегә - ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс булған.

Һандыктың алдағы хазинаһы________Мәҡәл

Нимә ул -мәҡәл?

ҡыусылар яуабы)

Мәҡәл- халыҡ ижадының бер жанры: халыҡтың тормош тәжрибәһен, философик һәм әхлаҡ ҡараштарын йыйнаҡ һәм мәғәнәле итеп әйткән тапҡыр һүҙҙәре.Мәҡәлдәрҙе борондан килгән һүҙҙәр булғаны өсөн боронғолар һүҙе, ата-бабалар һүҙе тип тә әйткәләйҙәр.

Мәҡәлдәр өсөн өгөт-нәсихәт, кәңәш һүҙҙәрен дә образлы биреү хас.

Мәҡәлдәрҙең башы бар ,аҙағын әйтегеҙ.

-Йөҙ күрке –һаҡал, һүҙ  күрке-мәҡәл

Яҡшы һүҙ- йән аҙығы, яман һүҙ- баш ҡаҙығы

Татлы тел-таш яра

Һөйҙөрғән дә тел, көйҙөргән дә тел

Ике уйла, бер һөйлә

Белем –нур, белмәү –хур

Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә

Үҙ илең- алтын бишек.

Эш бөткәс , уйнарға ярай.               Һ.б.

Бөгөнгө дәрестә һандыҡтың һуңғы хазинаһы_____Йомаҡ

Нимә ул-йомаҡ?

ҡыусылар яуабы)

-Йомаҡ- халыҡ ижадында ситләтеп йә образлы әйтелгән күсмә мәғәнәләге поэтик жанр. Йомаҡ яуабы табылаһы әйберҙең йәки күренештең ниндәй ҙә булһа бер сифатынан, билдәһенән йә образлы оҡшашлығынан сығып эҙләнә. Йомаҡтар төҙөлөштәре яғынан мәҡәл менән әйтемдәргә яҡын.

-Бер ағас,

Был ағаста ун ике ботаҡ,

Һәр ботаҡта утыҙ япраҡ,

Һәр япраҡтың бер яғы ҡара,

Бер яғы аҡ.

                                                                    (Йыл, ай, тәүлек, кән, төн.)

-Айбикәнен кәртәһе

Шатыр –шотор итәлер;

Ҡолағында алҡаһы

Ялтыр –йолтор итәлер.

                                      (Йәшен, күк күкрәү)

-Йәшереп ҡуйҙым ергә,

Балаларын эйәртеп,

Килеп сыҡты илгә.      (Орлоҡ).

 -Сәсмәй – нитмәй нимә үҫә донъяла?                                                (Үлән).

- Йәй көнө табаҡ менән,

Ҡыш көнө ҡалаҡ менә.                      (Һөт-ҡатыҡ). 

-Йомро башлы түрәләр

Түр башына менәләр. ( Икмәк).      һ.б                                                                         

Йомғаҡлау

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Кластан тыш сара "Хазиналар һандығы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Копирайтер

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 916 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 01.09.2015 4755
    • DOCX 21.5 кбайт
    • 10 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы
    Лотфуллина Ризида Фаил ҡыҙы
    • На сайте: 8 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 33911
    • Всего материалов: 16

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Основы теоретической механики

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Эффективное продвижение и организация проектов в сфере искусства

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Педагогические идеи выдающихся педагогов, критиков и общественных деятелей

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе