Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Кластан тыш сара " Кис ултырыу".

Кластан тыш сара " Кис ултырыу".

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:







Кис ултырыу.

(кластан тыш сара)











Әбей йырлай-йырлай йөн иләп ултыра. Ишек ҡағалар.

  • Әйҙүк, ишек асыҡ инегеҙ.

Ҡул эштәрен, күстәнәстәрен күтәреп ҡыҙҙар инә. Барыһы ла үтеп, әбей менән һаулашалар.

  • Һауғынамы инәй, хәлдәрең нисек?

  • Аллаға шөкөр ҡыҙҙар, бына тигән йәшәп ятам.

  • Ә , беҙ инәй кис ултырырға килгәйнек.

  • Бигерәк һәйбәт булған, бергәләшеп ҡул эштәре эшләрбеҙ һөйләшеп ултырырбыҙ. Ҡыҙҙар ултырышып, ҡул эштәренә тотоналар. “ Кис ултырып ҡыҙҙар,сигеү сигә” йыры яңғырай.

1-се ҡыҙ: Инәй, беҙ килгәндә ниндәй йыр йырлап ултыра инең ул?

  • Әй, ул шунда бер күңелһеҙ генә йыр инде ул ҡыҙҙар.

2-се ҡыҙ: Һөйлә инде инәй

3-сө ҡыҙ: Инәй, һөйлә инде.

Әбей таштуғай легендаһын һөйләй.

4-се ҡыҙ: - Эй меҫкенкәйем, бигерәк харап булған бит.

5-се ҡыҙ: -Атаһын әйтәйем инде, ҡыҙының башына еткән.

Әбей: -Ҡыҙҙар бигерәк моңайып киттегеҙ, йәле йомаҡтар сисеп алығыҙ.

Әбей йомаҡтар әйтә , ҡыҙҙар яуаптарын табып ултырғанда , ишек ҡағалар, гармун тауышы ишетелеп ҡала.

Ҡыҙҙар һиҫкәнеп киткәндәй булып, һикерешеп урындарынан торалар. Береһе ипләп кенә баҫып, тәҙрә янына килеп ҡарай. Тышта егеттәр тауышы ишетелә.

Егеттәр: -Ҡыҙҙар , асығыҙ инде.

Ҡыҙҙар: - Асайыҡмы, икән?

Ҡыҙҙар йүгерешеп өҫ-башын төҙәтә башлай.

Егеттәр: - Ҡыҙҙар, асмаһағыҙ беҙ китәбеҙ!

Ишек асыла , егеттәр инә, һәр береһе әбей янына үтеп бик матур итеп күрешәләр. Араларында ҡунаҡ егете лә бар.

Әбей: - Һеҙ балалар , уйнағыҙ-көлөгөҙ, ә мин ҡоймаҡ бешереп алайым, тип сығып китә.

Егеттәр һәм ҡыҙҙар төрлө уйындар уйнай башлайҙар. “Фантик” уйыны уйнау. Наказдар:

  • Һөйгәненең битенән үпһен.

  • Өс тапҡыр әтәс булып ҡысҡырһын.

  • Йырлаһын.

  • Мәҡәл әйтһен.

  • Бейеһен.

Шулай итеп төрлө наказдар әйтеп уйнайҙар. Ҡоймаө күтәреп әбей инә, бергәләшеп ултырып сәй эсәләр. Таралышыр алдынан күмәкләшеп бейеү.



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 21.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров22
Номер материала ДБ-374327
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх