Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Кластан тыш сара "Шәжәрә байрамы"

Кластан тыш сара "Шәжәрә байрамы"



Осталось всего 2 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:


Шәжәрә байрамы


Маҡсат: уҡыусыларҙы шәжәрә һүҙе менән таныштырыу, үҙҙәренең туған-тыумасалары, ата-олатайҙары тураһында, тыуған ауылының килеп сығышы менән таныштырыу.


Йыһазландырыу: зал боронғо башҡорт өйө итеп йыһазландырыла, шәжәрә, плакаттар эленә.

Байрам барышы.


Сәхнәлә - милли кейемдә егет менән ҡыҙ. Ҡурай моңо ағыла.

1-се алып барыусы

һаумыһыгыҙ, ырыуҙаштар,

Ҡан - ҡәрҙәштәр, ерҙәштәр,

Ҡайнар сәләм, (ы)рухташтар,

Фекерҙәштәр, серҙәштәр!


2-се алып барыусы

Сәләм туған-нәҫелдәрен

Ҙурлап килгән дуҫтарға,

Тимәк, изге хәбәр еткән

Алыҫ-яҡын остарға.


1-се алып барыусы

Ата-баба төйәгенә

Хуш киләһегеҙ! - тибеҙ.

Байрамыбыҙ түренә

Рәхим итегеҙ! -тибез.


2-се алып барыусы

Юллап килгәндәргә рәхмәт

Туғанлыҡ тамырҙарын.

Беләбеҙ - бында килгәндәр

Йән дауа табырҙарын.


1-се алып барыусы

һис тап ҡунмаҫ, тоғро булһаҡ,

Шәжәрә байрағына.

Ил-ер һаксыһы, рәхим ит,

Шәжәрә байрамына!


2-се алып барыусы

Йыуанып имен таңдарға,

Туҡ башаҡтар шауына,

Рухланып йәшә Уралда,

Былбылдай һайра ғына!

Икәүһе бергә:

Хуш киләһегеҙ, ҡунаҡтар,

Шәжәрә байрамына!

Шәжәрә байрамына!


1-се алып барыусы

Ауылдашың, дуҫың, танышыңды

Һаумыһығыҙ! тиеп ҡаршыла.

Ошо һүҙҙән кәйеф күтәрелә,

Ошо һүҙҙән ниәт яҡшыра.


2-се алып барыусы

Иҫәнмеһегеҙ тил сәләмлә һин,

Түбәнәйтмәҫ һине илтифат.

Ошо һүҙҙә - йөҙҙәр яҡтырыуы,

Ошо һүҙҙә - ниәт яҡтырыуы,

Ошо һүҙҙә йәнгә мең шифа!

Йыр “Әссәләмәғәләйкүм”

1-се алып барыусы

Башҡортостан илендә

Йылан ырыуы илендә

Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар

Рәхим итегеҙ беҙгә!


2-се алып барыусы

Рәхим итеп инегеҙ,

Гимназиябыҙҙы күрегеҙ.

Беҙҙең менән бергәләп

Үткәндәрҙе гиҙегеҙ.

(Залға ике уҡыусы керә)

Ҡыҙ бала: Беҙ бөгөн класс сәғәтендә шәжәрә тураһында һөйләштек.

Ә һин беләһеңме үҙеңдең шәжәрәңде?

Ир бала: Ю-ю –ҡ, ә һин?

Ҡыҙ бала: Мин өс быуынымды ғына беләм. Ә уҡытыусы апай, кеше, үҙенең ете быуынын белергә һәм һәр ғаилә үҙенең шәжәрәһен быуындан-быуынға һаҡлап килергә тейеш, тине.


(Залда ут һүнә. Музыка яңғырай. Ҡараңғылыҡтан шиғыр ишетелә)

2-се алып барыусы

Ата бабам эҙен юллап

сумам тарихтарға,

Ырыу ҡаны тарта мине

төрлө тарафтарҙан. ( Залда ут яна).

(Балаларҙы сәхнәлә Шәммәт бабай ҡаршылай)

Шәммәт бабай: Әссәләмәғәләйкүм, балалар!

Балалар: Һаумыһығыҙ, олатай!

Шәммәт бабай: Һеҙ кемдәр һәм ҡайҙан булаһығыҙ?

Ҡыҙ бала: Беҙ, Нәзилә менән Заһир, киләсәктән, Йәркәй ауылынан килдек. Ә һеҙ кем булаһығыҙ?

Шәммәт бабай: Мин Шәммәт бабайығыҙ булам! Уландарым, һеҙ минең нәҫелемдән булаһығыҙ икән.

Сөн йылғаһының уң яҡ ярына 1661 йылда, минең атайым Илеш килеп донъя ҡора. Ул мөһабәт кәүҙәле, текә маңлайлы, ҙур ҡолаҡлы, ғорур ҡарашлы, тормош, хеҙмәт, йәшәү һөйөүсе, ер яратыусы бер ир – егет була. Илеш бабайҙың ун улы, биш ҡыҙы була. Улдары, өйләнгәс, берәм-берәм башҡа сыға. Матур-матур, ҙур-ҙур мөһабәт йорттар һалына. Ә инде бөтә Илеш ере аҡ ҡайындар менән уратыл алына. Улар Илеш халҡының аҡ күңелен хәтерләтә.

Был яҡтарҙа йылан, ҡырғыҙ ырыуҙары йәшәй. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы була.

Беҙҙең халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға яратҡан. Элек – электән ҡурайҙа, ҡубыҙҙа уйнағандар.

(Ҡурайҙа, ҡубыҙҙа уйнап күрһәтәләр)


Йыр “Илешем”


Уҡытыусы : Шәжәрә - ғәрәп һүҙе, ул ырыу ағасы тигәнде аңлата. Борон-борондан туған-ҡәрҙәшлек ептәрен ағас олоно һәм уның ботаҡтары, япраҡтары формаһында күрһәткәндәр. Башҡорт шәжәрәһендә тик ирҙәр исеме генә алынған, ә ҡыҙ исемдәре яҙылған осраҡта ла ул таралып китә алмаған. Шәжәрәне тик ырыу ағасы тип кенә ҡарарға ярамай, сөнки бик күп шәжәрәләрҙә илебеҙҙең тарихы ла сағылып ҡала. . Ағас та бит, тамыры ни тиклем төпкәрәк киткән булһа, шул тиклем көслөрәк була, ел-дауылдарға бирешмәй. Кеше лә шулай. Ә тамырһыҙ кеше ерҙә ышаныслы баҫып тора һәм йәшәй алмай. Ундай кеше быуынһыҙ, тамырһыҙ, маҡсатһыҙ була.

1-се алып барыусы

Шәжәрә — ул байрам ғына түгел.

Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше.

Мең ғазаптар аша ҡан тартыуы,

Уттар аша ғүмер киҫеше.

Шәжәрә - ул йәшәу тантанаһы,

Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.


2-се алып барыусы

Шәжәрә – ул бөйөк изге йортоң

Уға тейеш һин бер ҡайтырға!

Унда һине туғаныңа

Ер ҙә, йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә,

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә әле йәшәргә!


Уҡытыусы: Шәжәрә байрамдары онотолоп барған, ләкин сикһеҙ әһәмиәтле сараларҙың береһе. Улар үткәнеңә күҙ һалырға, тарихты аңларға, белергә ярҙам итә. Әле шәжәрә байрамы Башҡортостандың төрлө райондарында үтә, улар матур йола итеп тергеҙелһә, киләсәктә беҙҙең балаларыбыҙ үҙ тамырҙарын белеп үҫер, ырыу ағасының ныҡлы булыуын ҡайғыртыр тип ышанабыз. Изге йолалар һуңғы йылдарҙа бер аҙ онотола төшһә лә, хәҙер халыҡтың милли уҙаны яңынан уяна башланы, бөгөн күп кешеләр ғаиләһенең, иленең, ауылының тарихын белергә ынтыла.

Был аңлашыла ла, сөнки күптән билдәле бер хикмәт бар-тарихҡа күҙ һал да, киләсәгеңде күҙалла. Был күркәм сараның төп ҡаҙанышы – ата-бабаларыбыҙға нәҫелебеҙгә ҙур хөрмәт күрһәтеү ул.


1уҡыусы:

Тыуған өйөн белмәгән

Тыуған ауылын белерме?

2 уҡыусы:

Тыуған ауылын белмәгән

Тыуған илен белерме?

1уҡыусы:

Нәҫел-нәҫебе кемлеге

Уның башына килерме?

Йыр


1-се алып барыусы: Бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Муллағолов Илдар Алфаф улы килде. Ул үҙенең нәҫел ептәрен өйрәнгән, яҙа барған. Балаларына ла нәҫеле, ырыуы, тыуған ере тураһында һәр саҡ аңлатып килгән. Хәҙер ул беҙҙе үҙенең нәҫел шәжәрәһе менән таныштыра.


(Муллағолов Илдар Алфаф улы шәжәрәһен һөйләй)


Илеш иле”, шиғыр.


Йыр “Йырлайым туған яҡта”

1-се алып барыусы

Кем булған олатайың,

Олатайыңдың атаһы?

Уларҙан тыш нәҫелеңдә,

Йә, кемдәр булған тағы?


2-се алып барыусы

Ниндәй һөнәр белгәндәр,

Ниндәй кейем кейгәндәр?

Был яҡҡа, был ауылға

Улар ҡайҙан килгәндәр?


1-се алып барыусы

Шәжәрә ул бөйөк изге йортоң

Унда тейеш һин бер ҡайтырға

Унда һине тыуған ер ҙә,

Йән дә, ҡайын да тейеш тартырға.


2-се алып барыусы

Шәжәрәмдә - сал тарихы бабаларҙың!

Бөгөнөм дә, киләсәгем, балаларым.

Уралымдың яҙыласаҡ, яңырасаҡ

Шәжәрәһе – башҡортомдоң ал ҡанында.



(4А класы уҡыусылары башҡарыуында бейеү)


1-се алып барыусы: Бөгөн беҙҙә - ҡунаҡта ________________________________

Рәхим итегеҙ, һүҙ һеҙгә.


Шәммәт бабай: Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең нәҫел ағасыбыҙ, ауылыбыҙ тарихы менән таныштыҡ. Уҡыусыларға, килгән ҡунаҡтарға кәңәшле ҡоробоҙ бөтәгеҙгә лә оҡшағандыр, ҡунаҡтар менән аралашыу бик фәһемле булды. Был осрашыу менән генә туҡталып ҡалмайыҡ. Үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы юллап табайыҡ, дауам итәйек һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырайыҡ. улар ҙа киләсәктә үҙ тамырҙарын ҡоротмай дауам итһендәр. Үҙҙәренең туғандары күплегенә хайран ҡалһындар, бергә-бергә аралашып йәшәһендәр!

- Был шәжәрәне мин һеҙгә тапшырам, балалар! Һеҙ уны һаҡлағыҙ, дауам итегеҙ!


(Шәммәт бабай Нәзилә менән Заһирға шәжәрә бирә. Ут һүнә.)


Йыр “Туғандарҙың ҡәҙерен бел”


1-се алып барыусы

- Ҡамғаҡ тип аталған үҫемлек бар, ул далала үҫә, тамыры ҡыҫҡа ғына, шуға күрә көслөрәк ел иҫһә, йолҡолоп сыға ла, ел ыңғайына тәгәрәй ҙә китә. Үҙ шәжәрәбеҙҙе, тамырыбыҙҙы тәрән белмәһәк, беҙ ҙә шул ҡамғаҡҡа әйләнәбеҙ. Ә ҡамғаҡҡа әйләнеп һәр яҡтан иҫкән ел ыңғайына тәгәрәп йөрөү – йәшәү түгел.


2-се алып барыусы

- Бер заман беҙ ҙә ҡартайырбыҙ,был донъяла булмабыҙ, ә беҙҙең балаларҙың балалары шәжәрә эҙләрләр. Ә инде ғаилә шәжәрәһе булһа, уны башлаусыға рәхмәт әйтерҙәр. Беҙ ҙә бөгөндән башлап шәжәрә яҙабашлайыҡ.

Шулай булһа, беҙ ҡамғаҡ хәлендә түгел, ә тамыры ныҡ, кеүәтле ҡарағайҙар кеүек бер ниндәй ел-дауылдарға бирешмәй йәшәрбеҙ. Беҙҙең тамырҙарыбыҙҙан йолҡоп аҡтарып ташлай алмаҫтар.


1-се алып барыусы

Заманалар уҙа, заң ҡала,

Заңдары уйға һала.

Һәр дәүерҙән,һәр быуындан

Яман, яҡшы дан ҡала.


Ямандарын ғибрәт итеп,

Яҡшыларын ҡөҙрәт итеп,

Йәшәй алһаҡ донъяла,

Тыуар быуын тарих яҙар,

Беҙҙең хаҡта таң ҡалып.

Үҙгәрәләр илдәр, тәғлимәттәр,

Үҙгәрмәйсә ерҙә кеше ҡала.

Замананы замандарға ялғар,

Рух шишмәһе – сыңлар моң ҡала..

Финал “Күңелдәр ҡанатланһын” йыры башҡарыла





57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 08.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров261
Номер материала ДВ-134562
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх