Инфоурок Другое Другие методич. материалыКластан тыш сара. Тәбиғәтте һаҡлау - киләсәкте һаҡлау ул!

Кластан тыш сара. Тәбиғәтте һаҡлау - киләсәкте һаҡлау ул!

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН АСҠЫН РАЙОНЫ

УРМИЯҘ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

 

 

 

 

 

 

“Тәбиғәтте һаҡлау – киләсәкте һаҡлау ул”

 

 

Маҡсаттар:

1.     Фольклор өлгөләре нигеҙендә ерле материалды анализлау, топонимик атамаларҙың килеп сығышын асыҡлау.

2.       Әҙәби телдә матур һәм аңлайышлы һөйләшеү, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү.

3.       Тирә-яҡ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә ярҙам итеү

 

 

 

Төҙөүсе һәм үткәреүсе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әсхәтова Маргарита Ривәл ҡыҙы

 

 

 

 

2017 йыл

әбей  йырлай-йырлай йөн иләп ултыра. ишек ҡағалар.

-         әйҙүк, ишек асыҡ  инегеҙ.

күстәнәстәрен  күтәреп ҡыҙҙар инә. барыһы ла үтеп, әбей менән һаулашалар.

-         һауғынамы инәй, хәлдәрең нисек?

-         аллаға  шөкөр ҡыҙҙар, бына тигән  йәшәп ятам.

-         ә , беҙ  инәй, хэлдәреңде һорашып килгәйнек.

-         бигерәк һәйбәт  булған, бергәләшеп сәй эсербеҙ, һөйләшеп ултырырбыҙ. ҡыҙҙар әбей тирәләй ултырышалар.

1-се ҡыҙ: инәй,  беҙ килгәндә ниндәй йыр йырлап ултыра инең ул?

-   әй, шунда  бер  күңелһеҙ генә  йыр инде ул ҡыҙҙар.

2-се ҡыҙ: һөйлә инде инәй

3-сө ҡыҙ: инәй, һөйлә инде.

Әбей: Оҙаҡ йылдар бабайым менән гөрләшеп йәшәнек. Бына 5 йыл инде, ул мәрхүм булды. Балалар таралышты, көндәр буйы бер үҙем ялҡып тик ятам. Нисек инде моңаймаҫҡа... Шулай моңһоу йырҙар йырлап тик ултырам...

 

1-се ҡыҙ. Бәй, ҡыҙҙар, ниңә шулай моңайышып ултырабыҙ әле? Балтаһы һыуға төшкән кешеләй.

2-се ҡыҙ. Эйе лә баһа. Әйтерһең, донъя бөтөп бара.

3-сө ҡыҙ. Эй, ҡыҙҙар, ысынлап та. Өләсәйем әйтә, донъя  бөтөргә лә мөмкин, ти. Донъя  бөтөп ҡуйһа, ни эшләрбеҙ икән, ҡыҙҙар?

4-се ҡыҙ. Их, ҡыҙҙар, иңдәреңә ҡанаттар үҫһен дә, һауаларға осаһы ла китәһе ине. Ете диңгеҙ аръяғында ла донъя бар, ти бит. Осор инем шул яҡҡа.

5-се ҡыҙ. Ҡафтау артында ла кеше аяғы баҫмаған, кеше күҙе күрмәгән илдәр бар икән. Китер ҙә барыр инем шул тарафтарға.

2-се ҡыҙ. Ә мин ете ят ерҙәрҙә түҙә алмаҫ, һағыныуҙан һарғайыр инем.

3-сө ҡыҙМин дә сит ерҙә йәшәй алмаҫмын ул. Шуға күрә донъя бөтә башлаһа, Шуҙығарҙағы бейек ҡарағайҙар башына менермен дә ултырырмын инде. Үҙ ерең үҙ ерең инде ул.

Инәй: Эйии, ҡыҙҙар! Нисек донъя бөтһөн ти инде? Әкиәт һөйләргә ҡушһаң – һеҙгә генә ҡуш!

4-се ҡыҙ: Инәй, ә Шуҙығар тауының исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан?

1-се ҡыҙ: Эйе шул, инәй, һөйлә әле беҙгә!

Инәй: Боронғо замандарҙа был тау бөгөнгөгә ҡарағанда күпкә текәрәк булған. Бер ҡышҡы көндә тауҙа йыйылып торған ҡар кителеп шыуып төшөп киткән. Кешеләр: “Ҡар шыуҙы! Шыуҙы ҡар!” тип ҡысҡырышҡандар. Тора-бара тауҙы Шуҙығар тип йөрөтә башлағандар.

2-се ҡыҙ: Инәй, ә Ҡаршытау менән Арҡатауҙарҙың исемдәре береһе ауылдың алғы яғында, береһе артында торғанға шулай ҡушылғанмы?

Инәй: Эйе шул, балалар, бик дөрөҫ фекерләйһегеҙ.

4-се: Минең өләсәйем Ғәйнуллуна Зөһрә Физаил ҡыҙы “Ҡаршы тауым” тигән шиғыр ҙа яҙған. Һөйләп күрһәтәйемме?

Бөтәһе бергә: Һөйлә!

3-сө ҡыҙ: Өләсәйем Йылан тауҙа элек йыландар бик күп булған тип һөйләй. Шуға шулай атағандар.

3-сө ҡыҙ: һе, улайһа Баяртауҙа баярҙар күп булғанмы әллә?

Инәй: юҡ, уныһының легендаһы икенсе. Әлеге Көнгәк юл буйында Анастасина тигән тау урынында шундай ауыл булған. Шунда бер баяр йәшәгән. Уның тигермәне булған. Ошо тирәләге халыҡ шунда тигермәнгә йөрөгән. Шул Анастасинаға барғанда тау аша киткәс: “Баярға барған тау” тип һөйләгәндәр. Тора бара Баяртау ғына ҡалған.

1-се ҡыҙ: Эх, ҡыҙҙар, матур беҙҙең Урмияҙ ауылы....

Бергә: Матур, матур.

4-се ҡыҙ: Инәй, ә ауылыбыҙҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Инәй: легенда һөйләй

Инәй һөйләп бөткәс, ҡыҙҙар моңайып ҡала.

Әбей: -Ҡыҙҙар  бигерәк  моңайып  киттегеҙ, йәле  йомаҡтар сисеп алығыҙ.

 

а) Энәһе күп: йөҙләп-меңләп,

Бер ни тегә алмай йүнләп. (Терпе)

 

б) Йәйен урманда батша,

Ҡышын – ҡарҙан да аҫта (айыу)

 

в) Хәйләкәрҙең хәйләкәре

Уның төҫө һап-һары

Ҡуян,сысҡандарҙы аулай (төлкө)

 

г) Һоролор төҫө,

Үткерҙер теше,

Урманда йөрөй,

Быҙауҙар эҙләй. (бүре)

 

д) Ҡош түгел –оса,

Ябалаҡтан ҡурҡа,

Сәтләүек ярата,

Һыҙҙырһа, урманды яңғырата. (тейен)

 

е) Төҫө һоро, ләкин бүре түгел.

Тояғы бар,ат түгел,

Урманда йәшәй, бесән ашай. (мышы)

 

Әбей  йомаҡтар  әйтә , ҡыҙҙар  яуаптарын  табып  ултырғанда , ишек  ҡағалар, гармун  тауышы  ишетелеп  ҡала. 

    Ҡыҙҙар  һиҫкәнеп  киткәндәй  булып, һикерешеп урындарынан торалар. Береһе ипләп кенә  баҫып,  тәҙрә   янына  килеп  ҡарай.  Тышта егеттәр тауышы ишетелә.

Егеттәр:  -Ҡыҙҙар , сығығыҙ әле

Ҡыҙҙар:  - Юҡсы, беҙ инәйҙең хәлен белеп килдек.

-Улайһа, беҙ ҙә инәйек

     Ишек асыла , егеттәр  инә,  һәр  береһе  әбей  янына   үтеп  бик  матур  итеп  күрешәләр. Оялып ултырған ҡыҙҙарға ҡарап:

2 малай: Иҫәнмеһегеҙ, һаумыһығыҙ?

Ниңә кәзә һаумайһығыҙ?

Әтәсегеҙ күкәй һалған,

Ниңә сығып алмайһығыҙ?

1 ҡыҙ: Әй Әпсәләм, Әпсәләм!

Сәләм бирҙем әссәләм!

Һинән беҙгә тейештер бит,

Бергә: Вәғәләйкүмәссәләм!

2 малай: Шунан?

Ҡыҙ: Туғыҙ кәм ундан.

2: малай: Шунан?

2 ҡыҙ Ултырған да шыуған.

1 малай:Шунан?

2: ҡыҙ Кишер менән һуған.

1 малай Шунан?

2: ҡыҙ:  (юғалып ҡала) Ярҙам итегеҙ әле миңә!

Малайҙар:

Беҙ йырлайбыҙ шыян йырҙар

Ә һеҙ тыңлап тороғоҙ

Әнә килә автомобиль

Булыр беҙҙең йырыбыҙ.

Ҡыҙҙар:

-Әнә килә автомобиль

Төйәгәндәр ҡалайҙар

Беҙҙең ауыл малайҙары

Туҡһан йәшлек бабайҙар.

Малайҙар:

-Әнә килә автомобиль

Төйәгәндәр ҡапсыҡтар

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары

Туҡһан йәшлек ҡарсыҡтар.

Ҡыҙҙар:

-Әнә килә автомобиль

Төйәгәндәр бүрәнкә

Беҙҙең ауыл малайҙары

Йыйыныһы бер тәңкә.

Малайҙар:

-Әнә килә автомобиль

Төйәгәндәр гөлйемеш

Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары

Илаҡ- һытыҡтар имеш.

2 ҡыҙ: Ҡыҙҙар, егеттәр, беҙ бирелә бик шаулашабыҙ. Әйҙәгеҙ, шишмәгә һыуға барабыҙ.

Инәй: Эйе, балалар, барығыҙ һыуға барып килегеҙ. Ә мин сәйгә ҡоймаҡтар бешереп алайым.

Шишмә буйы. Балалар һыу һиптерешеп уйнай. Бер яҡта көйәнтә-биҙрәләр күренеп ята)

-Кил әле мынта, кил! Ҡойонторайым әле!

-Ҡурҡа ул, ҡурҡа!

-Минме ҡурҡам?

-Һыу пәрейе итәйем!

-Ниндэй һыу пәрейе,тей. Русалка мин! Һыуһылыу!

-әй, миңә теймәгеҙ әле, инәйем бысранмай ғына йөрө тине...

-һыуҙан кем бысрана инде! Әйҙә, малайлар, таҙартып сығарайыҡ әле, инәһе аптырап торһон! (күмәкләп күтәреп башын “бер, ике, өс!” тип һыуға тығабыҙ тигәндә...

Егет: Муллахан  бабай  киләәәәә!

(Шишмәгә табан оло яугирҙың килгәне күренә, балалар һыу һибешеүҙән туҡтай)

Яугир: Арыуғынамы, балалар!

 - Һаумыһығыҙ, Муллахан бабай!

- Нәмә, ямғыр саҡырып ятағыҙмы?

-Ю-у-уҡ, ямғырҙы ошолай саҡыралармы ней?

(шул арала яугирға урын әҙерләп, уны уратып тыңларға әҙерләнәләр)

Яугир:  Эйе... Бына һуғыштан һуң, 1952 йылда булһа кәрәк, ныҡ ҡоролоҡ булдыШунда ауыл халҡы барыһы һөйләшеп йыйылып, һыу сәсрәтеште.Үҙҙәре теләк теләй:

  - Ямғырым, яу, яу!...

Беҙ булайыҡ һау-һау!

Яу килмәһен иң элек!

Илдә булһын именлек!.(балалар  күмәкләп ҡушылып әйтәләр)

Яугир: мына әлеге һеҙҙең кеүек эй һибешәләр, кем үсегеп өйөнә ҡайта, шуны һөйрәтеп алып сығалар ҙа һыу менән ҡойонторалар..

 - Шунан, ағай, яуҙымы һуң ямғыр?

Яугир: яуҙы! Ике-өс көн үттеме-юҡмы, биҙрәләп ҡойҙо! Шунда ышандым мин теләктең ҡөҙрәтенә... .  Һай-ай, изгелекле кешеләр бар икән был донъяла! Ҡайһылай матур итеп тәрбиәләп ҡуйғандар!   Йыл һайын киләм мин ошо урынға.

Ҡыҙ: Уны, бабай, быйыл сентябрьҙа ауыл советы эшләтеп ҡуйҙы.

Бабайҙың күҙҙәрендә йәштәр.

Ҡыҙ: Олатай, ни булды?  Берәй ярҙам кәрәкме әллә?

егеттәр йүгертеп һыу алып киләләр.

Яугир:

-Ҡайһылай тәмле!

Ҡыҙ: Ысынмы, олатай?

Яугир: Шишмә һыуы тәмле шул! Һәр шишмәнең үҙенең тәме була, балалар.  Ошо шишмәне һағынып, ҡайҙа ғына шишмә һыуы эсеп ҡараманым, юҡ, был шишмәгә етмәй.

Ҡыҙ: Мин ауылыбыҙҙа тыуып үҫкән, ҡулына ҡәләм алып шиғырҙар яҙған бер шағирәбеҙ Әхмәтова Розалия Ҡазихан ҡыҙының “Тыуған яғым шишмәләре” тигән шиғырын беләм. Тыңлағыҙ але...

 Егет: Муллахан бабай, ә был шишмәнең исеме бармы?

Яугир:..............

Ҡыҙ: Өләсәйем әйтә: элек ошонда Көлтөкәй шишмәһе лә бар ине, ти.

Яугир: Эйе шул. Бар ине. Буралап алынған, ағас улаҡлы шишмә ине. Ошо Ҡаршытауҙа карьер асып таш аҡтара башлағас, ҙур таштарҙы төшөрөп, шишмәне баҫтырып киткәндәр. Шишмә ер аҫтына китте...

Ҡыҙ: Бөтә шишмәләрҙе шулай ҡоротоп бөтһәләр Төй йылғабыҙ ҙа һайығып бөтөрмө инде?!

Яугир: Бына, балалар,һүҙем һеҙгә шул: ошо еребеҙ, һыуыбыҙ тип күпме ҡан ҡойолдо. Һеҙҙең ҡулда хәҙер ер-һыуыбыҙҙы һаҡлап, тәрбиәләп тотоу кәрәк.

Бөтәһе лә: Шулай, шулай... Дөрөҫ!

Ҡыҙ: Әйҙәгеҙ, инде ҡайттыҡ, инәй көтәлер. Оҙаҡлап киттек бит. (биҙрәләренә һыу тултырам тигәндә бер егет биҙрәһен  алып ҡаса)

Егет: Эш булмаһа, уйнарға ярай!

 -Ҡыҙ: Бир мынта!

Егет: Бейеһәң  - бирәм.

Ҡыҙ: Ыһы, хәҙер бейергә торам! Бир тим!

Егет: Ботинкаһы әл-лә-лә, ботинкаһы- әл-лә-лә

             Тыпырлатып бейеп килә , эх, үҙебеҙҙең Дилә! (биҙрәгә һуғып һамаҡлай)

Ҡыҙ бейей, шунан:

-         Булдымы? Бир биҙрәмде!

(бүтәндәр мәрәкә күреп, уларҙы уратып алалар, күмәкләп бейей башлайҙар, малайҙар йүгертеп ҡыҙҙарҙың биҙрәләрен килтереп, тыҡылдатып, ҡумыҙ уйнап бейейҙәр).

Шишмә һыуы, шишмә һыуы,

Шишмә һыуҙары тәмле.

Шишмә һыуҙарын тәмләгәс,

Үҙебеҙ шат күңелле.

                   Әйҙә йырла, әйҙә бейе,

                   йырлап, бейеп күңел ас.

                   Ниңә беҙгә шатланмаҫҡа,

                   тормош күңелле булғас.

Ал да булырбыҙ әле

Гөл дә булырбыҙ әле.

Шишмә буйында тағы ла

Ос(о)рашырбыҙ әле.

·         Ҡыҙ:   Бына уйламағанда бейеп тә алдыҡ. Инде ҡайтайыҡ инде, юғалтҡандарҙыр...

Малай: Ҡыҙҙар һүҙе – закон! (свисток) Егетләр, минең арттан (биҙрәләргә ымлай, малайҙар йүгертә һалып һыу алып киләләр, көйәнтәләренә эләләр)

Яугир: Һай, маладис, егетләр! Шулай ҡыҙҙарға ярҙам итеп тороғоҙ!

Һыуһағандың теләгәне һыу була, аҙашҡандың эҙләгәне юл була. Аллаға шөкөр, эсер һыуығыҙ,  тыуған йортоғоҙ бар. Ҡәҙерен белеп,  был гүзәл донъяла аҙашмай, үҙ юлығыҙҙы табып  йәшәгеҙ , балалар. Һеҙ ҡайта тороғоҙ, ә мин артығыҙҙан яйлап ҡына ҡуҙғалырмын.

-ярай, олатай! Ипләп кенә ҡайтығыҙ!

(көйәнтәләрен алып ҡайтып китәләр. Яугир улар менән бергә атлай).

Инәй: Һыуууу.... Балалар ҡайтҡан икән дә.

Ҡыҙ: Оҙаҡланыҡмы, инәй? Муллахан олатайҙы осраттыҡ. Шишмә һыуы эсергә килгән.

Инәй: Эйиии, балалар. Беҙ шул тиклем бай кешеләрбеҙ! Урмияҙ ауылы иҫ киткес бай тәбиғәт ҡосағында йәйелгән. Киләсәк быуын шул байлыҡтың ҡәҙерен белһен ине...

Бөтәһе бергә: Белербеҙ, инәй, белербеҙ!

                 шиғырҙар

Егет: Асыҡтырҙы, инәй. Йорт тәмле еҫтәргә тулған

Ҡыҙ: Эх, шул ..., тик ашау ғына инде уйында! (көлөшәләр)

Инәй: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, ҡоймағым әҙер. Бына парҙары сығып тора. Хәҙер сәй эсербеҙ. Аш бүлмәһенә үтегеҙ!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Кластан тыш сара. Тәбиғәтте һаҡлау - киләсәкте һаҡлау ул!"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 626 933 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 08.03.2018 481
    • DOCX 38 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Асхатова Маргарита Ривалевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Асхатова Маргарита Ривалевна
    Асхатова Маргарита Ривалевна
    • На сайте: 6 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 22480
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 281 человек из 66 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 457 человек из 66 регионов

Мини-курс

Управление личной продуктивностью менеджера

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Фитнес: вопросы здоровья и безопасности во время тренировок

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Технологии и автоматизация в машиностроении

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе