Инфоурок Другое КонспектыКластан тыш уҡыу.Әсәм теле- сәсән теле.

Кластан тыш уҡыу.Әсәм теле- сәсән теле.

Скачать материал

Тема:             Әсәм теле – сәсән теле.

 

Маҡсат. Балаларҙа туған тел, халыҡ йырҙары аша тыуған еребеҙгә, телебеҙгә, уныӊ гүзәл тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ғорурланыу тойғоһо уятыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

 

Йыһазландырыу: презентация  слайдтар, компьютер,скайб.

 

Дәрес барышы:

 

I.                   Ойоштороу эше.  Сәләмләү

 

                       Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

                       Уяналар ауыл, ҡалалар.

                       Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

                       Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

                       Йылы һүҙҙән тыуған шатлыҡ

                       Көнө буйына етә.

                       Изге көн теләп өндәшәм:

                       Балалар, хәйерле иртә!

 

 

Уҡытыусы  1сл.

 

                Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле ҡунаҡтар!» Әсәм теле — сәсән теле» темаһына арналған  кластан тыш дәресебеҙҙе башлайбыҙ.

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған  кеүек, ғәзиз хазинаһы - әсә теле бар. Был хаҡта халыҡта “Әсә теле бер булыр”  тип әйтелә.

 

                                      Әсәм теле миӊә- сәсән теле,

Унан башҡа минеӊ халҡым юҡ.

Йөрәгендә халҡы бупмағандыӊ

                                      Кеше булырға ла хаҡы юҡ.

          Был шиғырҙы Башҡортостан халыҡ шағиры Рәми Ғарипов яҙган. Телде һөйөүҙе илде, халыҡты һөйөү менән берҙәй күрә, әсә телен сәсән теле тип атай.

  2сл          Кеше тәү мәртәбә туған телдә «әсәй» һәм «атай» һүҙҙәрен әйтә. Әсә теле ярҙамында донъя менән таныша. Туған тел арҡылы ул үҙ халҡыныӊ күӊел хазинаһын, матур йырҙарын, әкиәттәрен, мәҡәл — әйтемдәрен белеү бәхетенә ирешә.

3сл 1999  йылдың   ноябрь  айында  ЮНЕСКО  үткәргән  конференцияла туған телдәр  проблемаһы ҡарала һәм ул  2000  йылдың февраленән  билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы  6700 телдең  яртыһына юғалыу ҡурҡынысы  янай. Шуға  ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында   21 февраль – Халыҡ-ара туған-тел көнө тип иғлан ителә

.

4 сл  ЮНЕСКО  Рәсәйҙә 136 телде юғалыу хәүефе аҫтында тип иғлан итә. Рәсәйҙә 180 милләт йәшәй. Башҡортостанда 120 артыҡ милләт халҡы йәшәй Күп һанлыларына килгәндә

 

рус телендә 200 миллион кеше һөйләшә, 257 млн. кеше инглиз телен белә, ҡытай телендә 754 млн кеше һөйләшә. Татарҙар-5 миллион 300мең,башҡорттар-1 миллион 600 мең самаһы,сыуаш һәм чечендар-1 миллион 400-әр мең самаһы Башҡаларҙың һаны миллиондан кәмерәк.Бер нисә тиҫтә кеше генә һөйләшкән телдәр ҙә бар.

 

5сл-6сл.   Тел – халыҡтың иң ҙур хазинаһы. Бик тә ҡәҙерле  нәмәне хазина  тиҙәр. Ул берәмләп, бөртөкләп йыйыла. Мәҫәлән, алтын, көмөш – ер байлығы. Ә тел – халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.(Х.Назар)

 

             

7 сл.   Туған тел  хаҡында фекер йөрөткәндә, беренсе сиратта шағирҙар ижадына мөрәжәғәт  итергә  кәрәк. Ысынлап та, шағирҙар – улар ысын  поэтик һүҙ оҫталары, һүҙҙең ҡәҙерен белеүселәр, халыҡтың телен һәм рухын һаҡлаусылар. арҙаҡлы әҙиптәребеҙ  М.Аҡмулла, М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Р.Ғарипов, М.Ғафури  һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып  ижад иткәндәр.

 

8 сл. Әйҙәгеҙ ҡайбер шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын иҫкә төшөрөп китәйек.     Уҡыусылар һөйләй.

 

                                  (М.Ғафури)

 Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел,

Үҙ телем – үҙ әйберем булғаны өсөн ярата күңел.

…Һәр ваҡыт шул  тел менән яҙған матур китап уҡыйым,

Һәр ваҡыт шул тел менән тарих уҡыйым, хисап уҡыйым.

 

Һин башҡорт, тип, һин татар, тип,

Әрләшмәйек, туғандар,

Был халыҡтар ғүмер баҡый

Бергә тормош ҡорғандар.

Һин башҡортмо, һин татармы,

Унда түгел мәсьәлә.

Башҡорттан да, татарҙан да

Урыҫ тыуа – үәт бәлә,

Бына ҡайҙа мәсьәлә!

 

      Башҡорт теле ( Рәми Ғәрипов)
Мин хал
ҡымдың сәскә күңеленән 
Бал
ҡортондай ынйы йыямын, 
Йыямын да - йәнле ынйылар
ҙан 
Хуш е
ҫле бер кәрәҙ ҡоямын. 

Шуға ла мин беләм тел
ҡәҙерен: 
Бер телдән дә телем кәм түгел-
 
Көслө лә ул, бай
ҙа, яғымлы ла, 
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
 

 

Башҡорт теле.  (З. Биишева)

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,

Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,

Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,

Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,

Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

 

            Башҡорт телен шағирә йырсы ла, нәфис тә, наҙлы ла, илһамлы, хөрмәтле, йомарт, олпат, зирәк, һөйөклө, ҡәҙерле, тәрән, гүзәл, бөйөк, хикмәтле, мәрхәмәтле, бәхетле  ти.

Шуға күрә башҡорт халҡының йырҙары ла моңло, шиғырҙары ла тапҡыр, әкиәттәре лә фәһемле, мәҡәлдәре лә хикмәтле.

 

9 сл.                Тел тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Тағы ла тел тураһында бер нисә мәғәнәле мәҡәлде уҡып иҫтә ҡалдырайыҡ.

·         «Тел – күңелдең көҙгөһө»,

·         «Татлы тел таш ярыр»,

·         «Һүҙ – бер көнлөк, тел – ғүмерлек»,

·         «Тел яҙмышы – ил яҙмышы»,

·         «Әсә теле бер булыр»,

·          «Иләк һорарға ла тел кәрәк»,

·         «Күңеле буштың теле буш»,

·          «Кеше күрке – йөҙ, йөҙҙөң күрке – күҙ, уйҙың күрке – тел, телдең күрке – һүҙ». 

 

Алфавит тарихы

10 сл.   Башҡорт теле үҙ тарихында 3 яҙма алыштырған.  Борон-борондан ғәрәп графикаһы ҡулланылып килгән.1928-1929 йылда латин алфавиты,ә 1940 йылда рус графикаһына нигеҙләнгән алфавит төҙөлә.

11сл.   Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун, руна) яҙмаһын ҡуллана. Яҙыусы, тарихсы Йыһат Солтанов яҙыуынса, «Ырын» (рун, руна) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа  йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул".

 

12 слX быуат баштарында, Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай

 

13    сл.  Латин алфавитына күсеү өсөн хәрәкәт 1924 йылдан Башҡортостанда башлана.. Уның яңы варианты 1928  йылда  дәүләт алфавиты итеп раҫланыла.  

 

14    сл.  Башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1938 йылда башлана. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы1940 йылда С. Моратов, З. Айыуханов һәм А. Ә. Ғәлләмов авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға.1950алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла.

15 сл.   Сәрүәров Ғәбдулла Сәрүәр улы

       Бик күптәребеҙ белмәйбеҙҙер ҙә Илеш районы Мансар ауылынан сыҡҡан Сәрүәров Ғәбдулла Сәрүәр улының  һуңғы башҡорт алфавиты

 төҙөлүендә үҙ өлөшөн  индергәнен.

16  сл.   Ғәбдулла Сәрүәр улы 1911 йылда тыуа. Үҫеп буй еткәс белем эҙләп Өфө ҡалаһына йәйәүләп сығып китә Уны Илеш Ломоносовы тип тә атайҙар

Скайб аша һөйләшеү.

17 сл.   -Хәҙер беҙ һеҙҙең менән уның ҡыҙы Сәрүәрова Римма  Ғәбдулла ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп уға һүҙ бирербеҙ.

 Һаумыһығыҙ ,Рима апа ,Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Уҡыусыларға атайығыҙҙың уңыштары , ҡаҙаныштары тураһында һөйләп үтһәгеҙ бик рәхмәтле булыр инек.---------------------------------------

---Рима апа атайыгыҙҙың ҡулъяҙмалары һаҡландымы?

Рәхмәт Рима апа. Һеҙҙең атайығыҙҙың уңыштары менән беҙҙә сикһеҙ горурланабыҙ.Ә һеҙгә хоҙай иҫәнлегегеҙҙе биреп киләсәктә атайығыҙҙың эштәрен,ҡаҙаныштарын йыйып уны районда ғына түгел,ә Башҡортостан күләмендә танытырға яҙһын . Рәхмәт һеҙгә беҙгә биргән мәғлүмәттәрегеҙ өсөн. Әлегә һау булығыҙ.

 

 

 Йомғаҡлау

18 сл.   Ысынан да Илеш районынан оло һәм күренекле шәхестәр бик күп сыҡҡан. Уларҙы һанап бөтөргөһөҙ. Һеҙгә лә уҡыусылар тырышып уҡып, киләсәктә ҙур уңыштарға ирешеүегеҙҙе теләйем.

 Дәресте йомғаҡлар алдынан илебеҙгә,еребеҙгә,телебеҙгә рәхмәт һүҙҙәре еткерәйек

Хор менән:

Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең

Улы булып тыуған көнөм,

Рәхмәт һиңә!

Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән

Матур телем, туған телем

Рәхмәт һиңә!

                           (Г.Нәбиуллин)

  • Балалар, телебеҙҙе яҡлағыҙ, илебеҙҙе һаҡлағыҙ. Иле барҙың -теле бар. Ә беҙҙең илебеҙ бар. Тимәк, телебеҙ ҙә йәшәйәсәк һәм үҫәсәк!

Дәресте йомғаҡлау.

19 сл.    Дәресте  ҡунаҡтар менән бергә Ғ.Туҡай шиғырына яҙған Туған тел йыры  менән тамамлайыҡ.

             Эй, туған тел, эй, матур тел

Атам, әсәмдең теле

              Донъяла күп нәмә белдем

       Һин туған тел арҡылы.

-         Дәресебеҙ тамам,иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Кластан тыш уҡыу.Әсәм теле- сәсән теле."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

PR-менеджер

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 047 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.03.2017 1322
    • DOCX 33.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Галлямова Глюса Раиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Галлямова Глюса Раиловна
    Галлямова Глюса Раиловна
    • На сайте: 9 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 11188
    • Всего материалов: 11

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Мини-курс

Информационные технологии в науке и бизнесе: от концепции до реализации

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегия продаж и продуктовая линейка: успех в современном бизнесе

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Интегрированное управление бизнес-процессами

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе