Инфоурок Иностранные языки Другие методич. материалыКӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТЫ ШАРТТАРЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУ

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТЫ ШАРТТАРЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУ

Скачать материал

КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТЫ  ШАРТТАРЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУ

Мәхийәнова Нуриза Нуретдин ҡыҙы,

юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы Ҡарлыхан урта дөйөм белем биреү мәктәбенең муниципаль бюджет урта белем биреү учреждениеһы

 

 Башҡорт теленең көнсығыш диалектына ҡараған  әй һөйләшенең дыуан-мәсетле һөйләшсәһе Балаҡатай районының Айҙаҡай,  Ҡурғаш, Айғыръял, Яңыбай ауылдарын да үҙ эсенә ала. Ошо ауылдарға яҡын урынлашҡан һәм башлыса урыҫ ауылы булған Ҡарлыхан  урта дөйөм белем биреү мәктәбендә балалар башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнә. Туған тел булараҡ өйрәнеүсе башҡорт балалары – Ҡарлыхан ауылының башҡорт ғаиләләрендәге балалар һәм күрше Айҙаҡай ауылынан йөрөп уҡыусылар.  Башҡорт әҙәби теле менән көнсығыш диалект араһында әллә ни ҡырҡа айырмалыҡтар булмаһа ла, уҡыу барышында ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар осрап тора. Шуның өсөн башҡорт теле уҡытыусыһының төп бурысы булып уҡыусыларҙың әҙәби тел мәҙәниәтен үҫтереү, уларҙың әҙәби телдең нормаларына тулыһынса эйә булыуҙарына ирешеү тора. Бының өсөн урындағы халыҡтың йәнле һөйләү телмәренә иғтибарлы булыу, уны яҡшы белеү һәм, диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, уҡытыу процесын ойоштороу талап ителә.

Башҡорт диалектологияһына беҙҙең ғалимдарыбыҙҙың байтаҡ хеҙмәттәре арналған. Шулай уҡ 2012 йылда  Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”  нәшриәте Рәшит Закир улы Шәкүровтың “Башҡорт диалектологияһы” исемле уҡыу ҡулланмаһын баҫтырып сығарҙы. Беҙгә, уҡытыусыларға, был бик кәрәкле, файҙалы  китап. Шулай ҙа 240 биттән торған әсбапҡа, бүтән һөйләштәр менән сағыштырғанда,  беҙҙең көнсығыш һөйләше тураһында ни бары 39 бит кенә арналған.

Ерле һөйләш  һүҙҙәре беҙҙең уҡыусылар телмәрендә ныҡлы урын алған. Әлбиттә, кеше үҙенең туған теленең тамырҙарын оноторға тейеш түгел, сөнки ул уға әсә теле менән бирелгән.  Шуның өсөн   дәрестә,  диалект үҙенсәлектәрен иғтибарға алып, эшләргә тура килә.

Ҡарлыхан, Айҙаҡай ауылы башҡорттарының һөйләү телендәге  үҙенсәлектәр менән таныштырып китәйем:

Фонетик үҙенсәлектәр:

1)       Һуҙынҡы өндәрҙең сиратлашыуы:

 

Башҡорт әҙәби телендә 

Ҡарлыхан,  Айҙаҡай  ауылдары  башҡорттарының һөйләү телендә

Һүҙ башында

и - э

иреү

ишетеү

эреү

 эшетеү

о - у

һорау

һурау

ү – ө

күҙәтеү

йүгереү

көҙәтеү

йөгөрөү

ү – өй

өйрәнеү 

өйрә (аш)

 һөйрәтеү 

үрәнеү

үрә (аш)

һүрәтеү

ә - а

е - ы

сәсеп (түгеп)

әсетке

әсе

сасып (түгеп)

асытҡы

асы

у - ы

буяу

ҡулъяулыҡ

быяу

ҡылъяулыҡ

 

2)    Тартынҡы өндәр сиратлашыуы:

й-ж: йәй –жәй, йыйырға – жыйырға, юйғыс -   жуйғыс,  ел –жил, енләнеү – жендәнеү, ең (кейемдең өлөшө) – жиң;

л өнөнөң төшөп ҡалыуы:       килмәү- кимәү, булмау - бумау, ултырыу – утырыу, ҡалһа          - ҡаһа;

 л өнө урынына т,д,ҙ өндәре ҡулланыу:   ташлыҡ – таштыҡ, бесәнлек – бесәндек, һаҙлыҡ      - һаҙҙыҡ;

һ - ҫ:  бауырһаҡ – бауырҫаҡ, аҡһаҡ – аҡҫаҡ, яһау – яҫау;

м-б:   ҡорман балыҡ - ҡорбан балыҡ;

б-м:   билбау – билмау, байтаҡ – майтаҡ;

к-г:    кәүҙә - гәүҙә;

т-д:  тәрән – дәрән,тән – дән, тары - дары;

б-п:   түбә – түпә;

х-һ:   хәҙер – һәҙер, хата – һата;

ҡ-х:   ҡатын – хатын;

й-г: мөйөш – мөгөш;

й өнөнөң  төшөп ҡалыуы:      бойҙай – боҙай.

Өндәрҙең урыны алмашынған һүҙҙәр: ҡоҙоҡ –ҡойо,аҙбар   - арбаҙ, туҡтау -

туҡрау (олатай-өләсәйҙәре Билән ауылынан булған уҡыусылар телмәрендә), артында - һыртында.

3)    Лексик диалектизмдар ҡулланыу:

Әҙәби телдә

Ҡарлыхан, Айҙаҡай ауылдары халҡы телендә

Сынаяҡ аҫты

Жәйпәк, жәйкә

Сынаяҡ өҫтө

Сөңкә, тәгәс

шырау

шырпы

атай, әсәй, олатай, өләсәй, ағай, ҡустым, һеңлем, бабай

әтей, инәй, ҡарттай, ҡәртнәй, абзый, энем, иркәм, быуай

бәрәс

бәрәкәй

ҡабаҡ (тыква)

ҡауын (тыква)

өйрәк

үрҙәк

энәлек

ҡамырйемеш, энәте

Ер еләге

шарттама

Миндек (мунса миндеге)

япраҡ

һоҫҡо

һоҙғаҡ

Юлдағы соҡор урын

һикертмәк

Оҙон буйлы

һолдор

ултырғыс

Бүкән, утырғыс

Ҡапсыҡ, тоҡ

мишәк

ойоҡбаш

кәктәй

ҡыяр

үгерсә

 

4)    Морфологик үҙенсәлектәр:

Исемдең үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғауҙары: исемлек - исемдек, ашлыҡ – аштыҡ, утынлыҡ    - утындыҡ, һаулыҡ – һауҙыҡ;

Сифаттарҙың  үҙенсәлектәре: бәләкәй - бекес, ҡыҫҡа – ҡыҫҡаҡ; йыуан, ҙур ҡорһаҡлы кеше - күпкәк кеше, уңмаған икмәк -ләс әпәй, сейҙе-беште әпәй; бысраҡ ҡул  -лығыр ҡул;

Алмаштар. Зат, күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәрешендәге үҙенсәлектәр, һорау алмаштары:

ул, уның, уға, уны, унда, унан - ул, аның, аңа, аны, анда, анан;

был, бының, быға, быны, бында, бынан - был, мының, мыңа, мыны, мында, мынан;

шундай – шундый, ундай –андый; нимә? - нәмәкәй? нейәҫтә?, ниндәй? -ниндей?

Ҡылымдарҙан һуң  һорау киҫәксәһен ҡулланыу үҙенсәлектәре:

-       2-се затта ялғауҙағы ң өнө алдынан –мы киҫәксәһенең ҡулланылышы: Уҡырға барҙыңмы? - Уҡырға барҙымың?  Килдеңме? - Килдемең? Алдыңмы? - Алдымың?

-       Һорау киҫәксәһенең –ма, -мә рәүешендә ҡулланылышы: Уҡыныңмы? -    Уҡыныңма?, Киттеңме?  - Киттеңмә?,  Ҡайтаһығыҙмы? - Ҡайтағыҙма?

Ҡылымдарҙың үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғауҙар ҡабул итеүендәге үҙенсәлектәр:

Башланды – башталды, тоҙлайһың – тоҙҙайың, ҡарайһың – ҡарайың, алып барам – апарам, ҡайтты ла китте - ҡайтып тырып китте, йырланы ла бирҙе -йырҙап тырып бирҙе, бөтәрләнеп – бөтәрҙәлеп, эшләп –эштәп, килтерегеҙ –китерең, ятҡырыу –ятҡыҙыу, йәшәгәнмен әле - йәшәгәм әле, уҡығанмын –уҡығам.

Бәйләүестәрҙең үҙенсәлектәре: уның менән - аныңман, аның мынан; саңғы менән - саңғыман, саңғы мынан һ.б.

Әле бирелгән миҫалдарға оҡшаш диалекталь күренештәр, орфоэпик һәм орфографик хаталар беҙҙең уҡыусыларҙың телмәрендә, яҙыуында йыш ҡына осрай.  Уларҙы иҫкәртеү өсөн төрлө эш алымдары ҡулланыла, күнегеүҙәр ярҙамында әҙәби тел нормалары үҙләштерелә, уҡыусыларҙың һүҙлек запасы байытыла. Балалар телмәрендәге хаталарҙы ваҡытында иҫкәртеп бармаһаң, улар яҙыу телмәренә күсә, сөнки һүҙ баланың  аңында нисек урынлашҡан, ул шулай яҙасаҡ. Һүҙлек эше үткәреү, һүҙҙең лексик мәғәнәһен асыҡлау, дөрөҫ әйтелешен булдырыу, яҙылышын өйрәнеү -  дәрестә был эштәр өҙлөкһөҙ алып барыла. Мәҫәлән,

1)  яҙылған һүҙҙәр араһынан диалект һүҙҙәрен таптырыу;

2)  бирелгән һүҙҙәрҙе ике бағанаға айырып яҙыу: әҙәби телдә ҡулланылған һәм ерле һөйләш телендәге һүҙҙәр;

3)  текстан диалект һүҙҙәрен таптырыу, әҙәби телдән синонимдарын, антонимдарын табыу;

4)  лексик берәмектәрҙе диалекттағы варианттары менән сағыштырыу;

5)   тексты ҡыҫҡартып йәки тулы килеш һөйләтеү;

6)  предметлы, сюжетлы һүрәттәр ярҙамында  һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе, эш-хәрәкәттәрҙе атау;

7)   теге йәки был һүҙҙең мәғәнәһен аңлау өсөн һүҙлектәр менән эшләргә өйрәтеү;

8)  текст өҫтөндә эшләгәндә һүҙлек эштәре үткәреү;

9)  һүҙҙәрҙе рус теленә тәржемә юлы менән аңлатыу;

10)       әҙәби телмәр өлгөләрен фонояҙманан  тыңлатыу;

11)       тасуири уҡыу, шиғыр бәйгеләре үткәреү;

12)       лексик викториналар, ребустар сисеү;

13)       төшөп ҡалған ижектәрҙе, хәрефтәрҙе ҡуйып, һүҙҙәр, текстар күсереп  яҙҙырыу;

14)       билдәле бер темаға диалогтар төҙөү, диалогты тамамлау;

15)       һүҙлек диктанттары, диктанттар, изложениелар яҙыу;

16)       тәбиғәт күренештәре тураһында, сюжетлы картиналар буйынса һүрәтләмә, кескәй иншалар яҙҙырыу;

17)       бер төрлө ике текстың  айырмаларын табыу;

18)       текст буйынса план төҙөү һәм һөйләтеү;

19)       төрлө профессияға ҡараған һүҙҙәр менән текстар төҙөтөү;

20)       фонетик, орфоэпик күнегеүҙәр үткәреү;

21)       йә,  йү, йо, йө, йы, йе ҡушымсалары менән һүҙҙәр төҙөтөү;

22)        текстағы диалект һүҙен әҙәби телдәге һүҙе менән алмаштырып яҙҙырыу;

23)        бирелгән һүҙҙәргә ялғауҙар өҫтәп,  сифаттар, рәүештәр яһау;

24)       рәсми эш ҡағыҙҙары яҙырға өйрәтеү;

25)       экранда бирелгән предметтарҙың атамаларын, күренештәрҙе дөрөҫ атау һ.б.

Башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә урыҫ телле балаларға һүҙлек эше үткәргәндә, урындағы башҡорт кешеһе беҙ танышҡан һүҙҙе нисек әйтеүен, әҙәби телдәге һүҙ урынына ниндәй һүҙ ҡулланыуын да әйтһәң, уларҙың башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуы арта төшә. Мәҫәлән, башланғыс класта “Ғаилә” темаһына һүҙлек материалы бирелә: “Атай” – “папа”, ә беҙҙәге башҡорттар “әтей” ти һ.б.

Әҙәби тел хәҙерге заманда башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдар теле аша, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы, интернет селтәрендәге башҡорт сайттары, шулай уҡ иң беренсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре аша диалектҡа үҙ йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Әсә теле менән һеңгән ерле һөйләш аша донъяны таныған, аңы үҫешкән бала әкренләп диалект үҙенсәлектәрен онота бара. Был,әлбиттә, яҡшы күренеш.   Шул уҡ ваҡытта балаларҙы үҙ ерле һөйләшенән көсләп баш тарттырырға ярамай, тип уйлайым, сөнки был тыуған ер, туғандар, яҡташтар, оло быуын кешеләре менән бәйләнеште өҙөү тигән һүҙ. Әгәр бала үҙ ғаиләһендә диалект телендә һөйләшә икән, был бер ҙә насар түгел. Берҙән, ул башҡортса һөйләшә, үҙ телен, башҡортлоғон онотмай; икенсенән, беҙҙең көнсығыш диалектының әҙәби тел менән байтаҡ үҙенсәлектәре уртаҡ. Туған телебеҙҙең милли рухлы һүҙ байлығын юғалтып ҡуймайыҡ.

 

Әҙәбиәт

1.     Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. Өфө, Китап, 2001.

2.     Шәкүров Р.З. Башҡорт диалектологияһы. Контроль эш яҙыу өсөн күрһәтмәләр. – Өфө, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, 2003.

3.     Рәшит Шәкүр. Башҡорт диалектологияһы: уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө: Китап, 2012.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "КӨНСЫҒЫШ ДИАЛЕКТЫ ШАРТТАРЫНДА БАШҠОРТ ТЕЛЕ УҠЫТЫУ"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по кредитованию

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 065 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 11.11.2016 1173
    • DOCX 81 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем МАХИЯНОВА НУРИЗА НУРЕТДИНОВНА. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    МАХИЯНОВА НУРИЗА НУРЕТДИНОВНА
    МАХИЯНОВА НУРИЗА НУРЕТДИНОВНА
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 14312
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Английский язык: теория и методика преподавания в образовательной организации

Учитель английского языка

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 1550 человек из 85 регионов
  • Этот курс уже прошли 4 460 человек

Курс повышения квалификации

Теория и методика билингвального обучения иностранным языкам

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 50 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы преподавания английского языка в условиях реализации ФГОС

72 ч.

2200 руб. 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 350 человек из 75 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 231 человек

Мини-курс

Самосовершенствование: шаги к личному росту и эмоциональному благополучию

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 253 человека из 61 региона
  • Этот курс уже прошли 67 человек

Мини-курс

Финансовые ключи экспертного успеха

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 51 человек из 26 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек