Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Воспитательная работа / Другие методич. материалы / Конференция читателей по повести Мустая Карима "Радость нашего дома"

Конференция читателей по повести Мустая Карима "Радость нашего дома"

  • Воспитательная работа

Поделитесь материалом с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ

СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ ШКОЛА 7 СЕЛА МИНДЯК

МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА УЧАЛИНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН










Мостай Кәримдең

Беҙҙең өйҙөң йәме “

повесы буйынса уҡыусылар коференцияһы.















2015 йыл


Маҡсат.


Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы белемде нығытыу . Уҡыусыларҙың фекерләү ҡәүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү. Ил һөйәрлек, халыҡтың үткәненә ихтирам тәрбиәләү.



Йыһазландырыу.


Һуғыш темаһын сағылдырған китап күргәҙмәһе, “ Батырҙарға мәңгелек дан” – фотостенд , фонояҙма.


























(Левитандың Бейөк Ватан һуғышы башланыуы тураһында иғлан итеүе яңғырай).

1-се алып барыусы:

Йәшен булып осто был хәбәр:

Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан!

Гитлер бандалары илгә кергән,

Яна ауыл, ҡала... Түгелә ҡан.

Бер кемгә лә бирмәҫ минең халҡым

Заводтарын, шахта, тау-ерен.

Үлемен һиҙеп ҡоторонған дошман

Ошо ерҙә табыр ҡәберен.


2-се алып барыусы:

Беҙҙең һөйөү көслө.Һәр бер кеше

Подвиг яһар, еңеү килтерер.

Беҙҙең нәфрәт утлы. Һәр нәфрәтле

Дошмандарын ҡырыр, көйҙөрөр.

Намыҫ, азатлыҡ һәм бәхет өсөн

Ватан саҡыра беҙҙе көрәшкә.

Ватан өсөн! Тыуған тупраҡ өсөн!

Алға! Еңеүҙәргә, иптәштәр!


"Башҡорттар китте һуғышҡа" йырын тыңлау.

1-се алып барыусы:

Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Тарих биттәренә ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған 1941 йылдың 22 июне хаҡында һеҙ өлкәндәр һөйләүе буйынса, дәреслек һәм китаптарҙан уҡып беләһегеҙ. Ауыл кешеләре сәскәле болондарҙа бесән сапҡан, баҫыуҙарҙа тир түккән, ҡала халҡы ял иткән ғәҙәти бер көн була.

2-се алып барыусы:

Ҡоторған Гитлер фашистары беҙҙең ана шул күркәм тормошобоҙҙо, тыныс йәшәүебеҙҙе күрә алмай, илебеҙҙе юҡ итергә, барыбыҙҙы ла ҡоллоҡҡа төшөрөргә теләй һәм мәкерле маҡсатын өс-дүрт аҙна эсендә хәл итмәк була.

1-се алып барыусы:

Әммә ләкин был ҡәһәрле һуғыш 4 йылға, 1418 көнгә, 34 мең сәғәткә һуҙыла, 27 миллион кешене ҡорбан итә. Бөтә илебеҙ фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә берҙәм күтәрелә. Беҙҙең дә республикабыҙҙан 700 меңдән ашыу кеше был һуғышта ҡатнаша, уларҙың күбеһе кире әйләнеп ҡайтмай

2-се алып барыусы:

Эйе, күпме әсәләр - улһыҙ, балалар - атайһыҙ, ҡыҙҙар - һөйгән йәрһеҙ, ҡатындар ирһеҙ ҡала...Ҡәҙерле уҡыусылар! Әйҙәгеҙ, бер минутка тын ҡалып, яу яландарында ятып ҡалғандарҙы иҫкә алайыҡ!

1-се алып барыусы:

Һыуыҡ окоптарҙа һаулығын юғалтып, яу яраларынан, ауырыуҙарҙан бөгөнгө көндәргә килеп етә алмаған һуғыш ветерандарын хәтергә алып, тын ҡалайыҡ!

( Барыһы ла аяҡ үрә баҫа. Бер минутлыҡ тынлыҡта сәғәт һуғыуы ишетелә).

2-се алып барыусы:

Дәһшәтле һуғыш йылдары хәҙер күптән инде артта ҡалды. Һәм йыл да күкрәп килгән май айында илебеҙ Еңеү яҙын ҡаршы ала. Ә инде быйыл Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәкбеҙ.

1-се алып барыусы:

Был Оло Еңеү беҙгә еңел бирелмәне. Был ҡаты һуғыштан ситтә берәү ҙә тороп ҡалманы. Илде дошман килеп баҫҡанда, борон-борондан сәсәндәр иң беренселәрҙән булып ир- егеттәрҙе изге яуға саҡырып оран һалған, ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ алып ат менгән,яу батырҙарын данлап ҡобайырҙар,йырҙар, бәйеттәр сығараған.

2-се алып барыусы:


Һуғыштың тәүге көндөрендә үк комсомолец Мостай Кәрим, ир -егеттәрҙең ил һаҡлау бурысын ҡобайырҙағыса иҫкә төшөрөп, тиңдәшәтәрен ил һаҡларға күтәрелергә ашыҡтырҙы .

Илмир М.Кәримдең "Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"шиғырын һөйләй.

1-се алып барыусы:

илебеҙгә немец фашистары ябырылғас, яҙыусыларҙың күбеһе һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙҙәре теләп яуға китте.ҡәләмдәре менән бер рәттән ҡулдарына ҡорал тотоп,дошманға ҡаршы яуға киткән яҙыусылар араһында әҙәбиәттә танылып килгәндәре лә, яңы ғына ҡәләм тирбәтә башлаусылар ҙа булды. һуғыш яланында улар ике миссия үтәне һалдат шинеле кейеп, ҡоралдаштары кисергәнде кисереп, дошманға ҡаршы торҙо һәм, атыш тынып торған арала окоптарҙа йәки госпиталдә ятҡанда яуҙаштары тураһында яҙҙы,хәрби ҡыйыулыҡты, батырлыҡты данланы, һәр осраҡта ла ғәзиз тыуған иленә дан йырланы. уларҙың күпселеге ватаныбыҙ азатлығы өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк булды.

- Ә яуҡырынан әйләнеп ҡайтмаған ниндәй яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы беләһегеҙ?( Али Карнай, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәнов, Мәлих Харис һ.б.)

Хәҙер Мәлих Харистың окопта яҙған шиғырҙарын тыңлап китәйек .

"Хат" шиғырын Ишбердин Аяҙ һөйләй,

"Онотмаһын мине Тыуған ил" шиғырын Илсур һөйләй

2-се алып барыусы:

Бөгөнгө сараға һеҙ барығыҙ ҙа М.Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесын уҡып килергә тейеш инегеҙҡынығыҙмы? Әҫәр оҡшанымы? Кемдәр һәм нимә тураһында һүҙ бара был әҫәрҙә?( яуаптар).

Элина менән Зарина беҙгә әҫәр буйынса сығыштар әҙерләгән, уларҙы тыңлап үтәйек.

1-се алып барыусы:

Ә хәҙер әҫәр буйынса иң иғтибарлы уҡыусыны билдәләйек.

Викторина һорауҙары:

  • Йәмилдең еләсәһе ҡайҙа йәшәй? (Тимертауҙа)

  • Әсәһенән килгән телеграмманы кем уҡып ишеттерә?

  • -Йәмилдең әсәһенен, исеме кем?

  • Оксананың сәсе, күҙҙәре ниндәй төҫтә?

  • Йәмил Оксанаға нимәләр бүләк итә?

  • Нимәләргә Йәмил Оксананың исемен бирә?

  • Өләсәләре Май байрамына Йәмил менән Оксанаға нимәләр бүләккә алып килә?

  • Йәмилдәрҙең ауылы эргәһендә аҡҡан йылғаның исеме нисек?
    -Кем Оксананың башмағын йылғаға бәрә?

-Кем йылғанан Йәмилгә Оксананыңбашмағын алып бирешә?

  • Рушанды нисек язалайҙар?

  • Оксананың атаһының исеме кем?

Һәм һуңғы һорау, уға тулы яуап бирергә кәрәк булыр. Йәмилдең туғанын ныҡ яратканын ниндәй эпизодтарҙан күрә алабыҙ? ( 5-се класс уҡыусылары эпизодтарҙы ҡыҫҡаса һөйләйҙәр).

Афарин, балалар! Барығыҙ ҙа бөгөн матур итеп, әүҙем ҡатнаштығыҙ, рәхмәт. Әҫәр менән барығыҙ ҙа танышҡанһығыҙ, китапты уҡығанһығыҙ. Ә әлегә шундай конкурс иғлан ителә: "Мин Йәмил менән Оксананың киләсәк тормошон нисек күҙ алдыма баҫтырам?" тигән темаға инша яҙырға.

2-се алып барыусы:

Ә хәҙер беҙҙең сарабыҙҙы Айвар менән Дим үҙҙәренең ятлаған шиғырҙары менән тамамлай.

( өт мине" - Дим, "Билдәһеҙ һалдат"- Айвар)

(Левитандың Советтар Союзының фашистарҙы еңеүе тураһында иғлан итеүе)

1-се алып барыусы:

Был һүҙҙәрҙе илебеҙ дүрт йыл буйы ашҡынып көттө. Һәм Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 70 йыл тулған көндәрҙә Еңеүҙе яулаған фронтовиктарыбыҙ ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Үҫмер көйө көн -төн фронт өсөн тырышып эшләгән әбейҙәребеҙ ҙә һирәгәйә. Тик уларҙың батырлығы онотолмай. Киләсәктә лә ергә килгән һәр быуын уларға дан йырлар.

2-се алып барыусы:

Ҡәҙерле уҡыусылар! Тыныс тормоштоң, аяҙ күктәрҙең, бәхетле бала саҡтарҙың ҡәҙерен белеп, белемгә ынтылып йәшәгеҙ. Киләсәккә ҡоролған матур хыялдарығыҙ селпәрәмә килмәһен, өмөттәрегеҙ ҡыйралмаһын!



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 27.01.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров167
Номер материала ДВ-383390
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх