Конкурс чтецов «Минең ғаиләм- минең ҡәлғәм»
Предпросмотр материала:
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика
гимназия-интернаты
«Минең ғаиләм- минең ҡәлғәм» исемле
шиғыр конкурсы сценарийы
Юғары квалификациялы тәрбиәсе
Исмәғилева Флүзә Ишбулды ҡыҙы
1-се алып барыусы.
Хәйерле кис, хөрмәтле уҡыусылар, ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, килгән ҡунаҡтар. Хәйерле кис, шиғриәт һөйөүселәр...
2-се алып барыусы.
Элек-электән халҡыбыҙ сәсәндәрҙе, ҡобайырсы, бәйет һөйләүселәрҙе һанлаған, хөрмәт иткән. Нәфис һүҙ оҫталарына һәр ҡайҙа ла айырыуса мәртәбә күрһәтелгән. Ошо һөйөү шиғриәткә лә күскән.
1-се алып барыусы.
Күңелдәрендә йөрөткән тойғоларҙы шиғри юлдарға һалған шағирҙарҙың ижадын кешеләр күңеленә үтеп инерлек, тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеү ул үҙе маһирлыҡ.
2-се алып барыусы
Шиғриәт – ул серле, мөғжизәле бер донъя. Берсә ул һине күктәргә күтәрә, йондоҙҙар менән серләштерә, йыһан киңлегендә сәйәхәт ҡылдыра, берсә ергә алып төшә, тормоштоң аҡ һәм ҡара яҡтарына иғтибар иттерә, һоҡландыра, яраттыра, борсолдора, янып-көйҙөрә, бөтә булмышыңды биләп ала
1-се алып барыусы.
Бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаты – Башҡортостандың үткән тарихын һәм бөгөнгөһөн тәрәнерәк өйрәнеү, телгә, ғаиләгә һөйөү тәрбиәләү, ватансылыҡ тойғоларын үҫтереү һәм үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә.
Шуға күрә лә бөгөнгө сарабыҙ «Минең ғаиләм- минең ҡәлғәм» тип атала.
2-се алып барыусы
Ә хәҙер сарабыҙҙы асыр өсөн һүҙ гимназиябыҙ директоры Ильнур Рифат улы Сәлиховҡа бирелә
музыка
1-се алып барыусы
Бәйге булғас, уның бәйгеселәре , баһалаусылары ла булырға тейештер бит. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле баһалама ағзалары менән танышып китәйек:
Ҡунағыбыҙ-кинорежиссер, сценарийҙар авторы Дилә Ринат ҡыҙы Мөхәмәтйәрова бөгөнгө сарабыҙҙың жюри рәйесе, шулай уҡ жюри ағзалары: гимназиябыҙҙың башҡорт теле уҡытыусыһы республикабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡлысова һәм тәрбиәсе республикабыҙҙың мәғариф отличнигы Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева
Хөрмәтле жюри! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.
2-се алып барыусы: Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.
1-се алып барыусы:
Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле. Ошо турала шиғырҙар тыңлап үтәйек.
2-се алып барыусы:
Беҙҙән һеҙгә ҙур теләк:
Ғәҙел баһа бирәйек
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы
Алҡыштарға күмәйек!
1 Юмадилов Данил- 11В «Салауат батыр” шиғыры
2 Гильмутдинова Миләүшә -8Д “Ҡайын япрағы тураһында”
3 Билалова Мәликә – 7А “Билдәһеҙ һалдат”
4 Зайнагабдинов – 7Б “Мин әсәйҙе күккә тиңләр инем”
1-се алып барыусы
Сәрмән буйҙарына сыҡҡан саҡта
Һандуғастар һайрай тирәктә.
Тыңлаһаң йыр, тыңла моңлоларҙан
Моңло йырҙар ҡала йөрәктә.
Ә хәҙер сәхнәгә Хәсәнова Нүрзилә һәм Ҡолмөхәмәтов Динисламды саҡырабыҙ
5 Байгильдина Асия – 7В “Мәңге балҡый Башҡортостан”
6- Сафина Диниә -11В “ Апайыма”
2-се алып барыусы
Баҫ, баҫ, баҫ әлә
Һығылһын иҙәндәре
Һеҙҙең кеүек бейеүсене
Юҡ әле күргәндәре
Бөрйән ҡыҙҙары бейеүе менән 10 класс ҡыҙҙары
7 Туйсин Буранбай- 10Е “ Буранбай”
8 Буранова Розалия – 8Б “ Һуғыш”
1-се алып барыусы
Ҡаршы алығыҙ, һеҙҙең алда Гәлсәр вокаль ансамбле.
Етәксеһе Светлана Радик ҡыҙы Хисаметдинова
9 Сафина Сулпан -8Д “Халҡыма хат”
10 Шарафутдинова Дана -9А “Башҡортостан бында башлана”
11 Садыков Эрик -9Д “ Әсәйемә”
12 Мухаметдинова Валисә – 8Е “Ғаиләм-ҡәлғәм”
2-се алып барыусы
Ниһәйәт сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты, еңеүселәрҙе билдәләр һәм
ғәҙел баһа биреү өсөн, жюри ағзаларын кәңәшләшергә оҙатабыҙ
Жюри ағзалары кәңәшләшкәнсе, музыкаль пауза тәҡдим итәбеҙ
Бейеү: Азаматова Алтынай
Йыр ; Сынбулатова Фатима
Йыр : Кабиров Тимерхан
Жюри өсөн еңеүсене һайлап алыу бик ауыр булғандыр...
Сөнки, нәфис һүҙ, шиғыр һөйләгәндә йөкмәткене тамашасыға еткерә белеү, артислыҡ, сәхнәлә үҙеңде иркен тойоу кеүек сифаттарға эйә булғандар ғына еңеүгә килеп етте.
1-се алып барыусы
Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек. Рәхим итегеҙ!
Номинацияларҙы тапшырыу өсөн сәхнәгә жюри ағзаһы Рима Фәйез ҡыҙын саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.
Музыка.туш
Номинация: (5 уҡыусы) --------------------------------------------------------------------
Рәхмәт!
Артабан еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн һүҙ Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына бирелә
3 урын (3 уҡыусы)--------------------------------------------------------------------------
2 урын (2 уҡыусы)-------------------------------------------------------------------------
Ә хәҙер һүҙҙе ҡунағыбыҙ Дилә Ринат ҡыҙына бирәбеҙ
1 урын (1 уҡыусы)-------------------------------------------------------------------------
Ниһәйәт, шиғриәт еңеүсеһен билдәләү минуттары етте...һәм һүҙҙе Азамат Зәкир улына бирәбеҙ
Гран-При ------------------------------------------------------------------------------------
2-се алып барыусы
Афарин, еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, алҡыштар һеҙгә!
Хөрмәтле жюри комиссияһы
Дилә Ринат ҡыҙы, Римма Фәйез ҡыҙы һәм Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы бөгөнгө сарабыҙҙы ғәҙел баһа биреп, ярҙам иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт хаттары тапшырып үтергә һүҙҙе Азамат Зәкир улына бирәбеҙ!
(жюриға, ойоштороусыларға)
1-се алып барыусы
Шулай уҡ ошо бай йөкмәткеле сараны ойоштороусы һәм уҡыусыларҙы әҙерләүсе тәрбиәселәребеҙ Илүзә Нуриман ҡыҙына һәм Флүзә Ишбулды ҡыҙына ҙур рәхмәт!
музыка
1-се алып барыусы
Шулай уҡ бөгөнгө ошондай матур сараны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн спонсорҙарыбыҙ
Гимназияның 1997-се йылғы сығарылыш уҡыусыларына шулай уҡ
Ғарипов Ильнур Рәсүл улы һәм Зөлфиә Роберт ҡыҙына һәм 2006-сы йылғы сығарылыш уҡыусылары Зарипов Илшат , Исмәғилева Розалия, Ғәйнуллин Рушанға тик рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Шиғыр һөйләүселәргә, тамашасыларға, баһалама ағзаларына рәхмәт.
2-се алып барыусы
Яҙ, һин, ҡәләм, һүҙкәйҙәрем
Ағылһын шиғыр булып.
Шиғырҙарым үҙ халҡыма
Йырланһындар йыр булып, - тигән шиғри һүҙҙәре менән шиғри бәйгебеҙҙе тамамлайбыҙ.
Что Вы хотите изменить?
Например: обновить оформление, добавить задания, изменить класс, сократить текст или адаптировать материал.
Что Вы хотите изменить?
Например: обновить оформление, добавить задания, изменить класс, сократить текст или адаптировать материал.
В каталоге 7 827 курсов по разным направлениям