Инфоурок Другое Другие методич. материалыКонкурсная работа. Биогафия и творчество Мухамедьяровой Р.Х.

Конкурсная работа. Биогафия и творчество Мухамедьяровой Р.Х.

Скачать материал



Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы

Рысай ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР





Учалы районының әҙәби картаһы” конкурсына

бағышланған эҙләнеү эше.

Үткән юлдарыма ҡарап ҡыуанам



Эште үтәне:

Рысай урта мәктәбе

педагог-китапханасы

Әминева А.Р.





Рысай - 2015

C:\Users\User\Desktop\89.jpeg



Рәйҙә Хөснөтдин ҡыҙы Мөхәмәтйәрова .





Мөхәмәтйәрова Рәйҙә Хөснөтдин ҡыҙы Учалы районының Рысай ауылында 1942 йылдың 21 июнендә уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын “Башҡортостан” колхозында һауынсы булараҡ башлай. Ул эшләгәндә үк төрлө көнүҙәк темаларға бағышланған карикатуралар төшөрә, стенгазеталар сығара. Бергә эшләгән иптәштәре өсөн был мәғәнәле һәм кинәйәле һүрәттәр уйланырға, фәһем алырға сара булһа, түрәләргә иһә был ижад төрө беҙ кеуек барып ҡаҙала. Хатта Рәйҙә апайҙы етди генә шелтәләп тә алалар. Күңелендә урғыған хистәр йәш, талымһыҙ һауынсыны яңы үрҙәргә этәрә. Ул ваҡытта ике бала әсәһе Рәйҙә Мөхәмәтйәрова шулай итеп Башҡорт дәүләт университетына



C:\Users\User\Desktop\doga-duvar-kagidi-960x640-1217-92fcb7ab.jpg

















ситтән тороп уҡырға инә, хеҙмәт юлын иһә Рысай мәктәбендә дауам итә. Район, республика баҫмаларына яҙышырға ла онотмай. Мәктәп тупһаһын пионервожатый булараҡ асып ингән Рәйҙә апай директорҙың вазифаһына тиклем үрләтелә. “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн” миҙалы, “ Почет билдәһе” ордены,бихисап значоктар менән билдәләнгән уҡытыусыны ҡала – райондың мәғариф бүлегенә методист итеп эшкә саҡыралар. «Яйыҡ» газеты асылғас, районыбыҙҙа осло ҡәләме менән билдәле Рәйҙә Мөхәмәтйәрова хәбәрсе булып эшкә китә. Тәрбиәүи, күңелгә үтеп инерлек очерктары менән үҙ була ул халыҡҡа. Рәйҙә Мөхәмәтйәрованың “Яйыҡ” гәзите биттәрендә донья күргән мәҡәләләре ул эшләгән осор өсөн ысын табыш була. Материалдарҙың йөкмәткеһе, бирелеше, актуаллеге гәзит уҡыусыларҙы бер ваҡытта ла битараф ҡалдырмай. Редакцияға туҡтауһыҙ шылтыратыуҙар, ҡосаҡ – ҡосаҡ хаттар килеүе – барыһы ла тынғыһыҙ хәбәрсенең халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе тураһында һөйләй.

C:\Users\User\Desktop\winter-landscapes-2.jpgСуд залынан репортаждары, эскеселек, менән мауығып, балаларын урам ҡосағына ташлаған ата – әсәләр тураһындағы мәҡәләләре уйланырға, күптәрҙе яҙмыштарын үҙгәртергә мәжбүр итә. Рәйҙә апай өс йыл рәттән «Башҡортостан» гәзите, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарының премиялары лауреаты була. Ә иң мөһиме – Рәйҙә Мөхәмәтйәрова «Яйыҡ» гәзитендә эшләгән дәүерҙә хаттар бүлегенә нигеҙ һалына. Әле лә Рәйҙә апай хәл итеп ҡалдырған эш алымдарын хәбәрселәр үҙҙәренә маяҡ тип һанай. «Мин – бәхетле. Матур, бәхетле хеҙмәт юлын уттем. Һәр ваҡыт яҡшы кешеләр менән эшләргә, аралашырға насип булды», - ти беҙҙең арҙаҡлы ветераныбыҙ. Ысынлап та, һәр ваҡыт янып эшләгәнгә, йәшәгәнгәмелер Рәйҙә апай кеуектәр тормош йәмен, тәмен фиҙаҡәр хеҙмәттә, күңел бөтөнлөгөндә таба шул.

Төн оҙаттым



D:\86.jpegБөгөн төндә минән йоҡо ҡасты... Тау башында төндө оҙаттым. Ҡоштарымды көйләп йоҡлаттым да Ваҡыт еткәс, һөйөп уяттым... Алаҡ – һулаҡ көн яҡтырып килә, Урман өҫтө – алһыу нурҙарҙа. Һандуғастар һайрай, һыу ҡоштары Сутырҙашып төшә һыуҙарға. Ҡыуаныша күлдә пар аҡҡоштар, Тумыртҡа көй тарта бейергә, Торналарым, әйҙә, торайыҡ, тип, Хәбәр ебәрбләр был ергә. Көн яҡтыра, ә мин һаман ятам, Тау башында йондоҙ оҙатып... Бер – бер артлы һүнде уларым да, Килербеҙ, тип, мине йыуатып. Тороп баҫтым. Донъя ниндәй матур! Һулыштарым китте киңәйеп. Һаумы, ҡызым, хәйерле көн, тиеп, Ирәмәлем тора ирәйеп... Әйтерһең дә, өр – яңынан тыуҙым. Йөрәгем дә һуға тып – тыныс... Иртә килгән әрһеҙ сирҙәрем бит Йәндәремә һалмай ҡурҡыныс! Ҡалаларҙың шәфҡәт туташтары

Ҡыуалмаған ине сирҙәрем... Шифаларын һиңә килеп таптым, Тыуған яғым, тыуған ерҙәрем! Хыялыйҙай хыялдарға сумып, Тау башында төндө оҙаттым. Ҡоштарымды көйләп йоҡлаттым да Ваҡыт еткәс, һөйөп уяттым.



Аттам йылға.



ВОЛКОВ Ефим - Пейзаж с прудом. 900 Картин самых известных русских художников













Аттам йылға – кескәй йылға,

Атлап сыҡмалы ғына. Ҡышын туңмай, йәй көнө лә Шул һалҡынында ҡала. Бынан үткән һәр бер юлсы Туҡтап атын эсерә. Йөрәгеңә ял бирә ул Йәйге томра – эҫелә. Бик һыҙланһаң, һыуын кис тә

Тирләп бешкәнсе йүгер.

Ауырыуҙар ҡулың менән

Алып бәргәндәй булыр. Тәңребеҙгә тәҡдир әйтеп, Һыуын ҡойһаң башыңа, Остоҡ та гонаһың ҡалһаҫ – Кисерелер барыһы ла...

Беҙ әйтәбеҙ - “аттам йылға”, Урыҫтар – “Алтын асҡыс”.

Тән таҙарта, йән таҙарта – Ожмахҡа илтер баҫҡыс!



C:\Users\User\Desktop\kids1-1000x600.jpg















Сабыйҙарым. Арып – талып эштән ҡайтып киләм, Моңһоу уйҙар баҫҡан күңелде... Өйгә килеп инеүҙәрем булды Донья ҡапыл нурға күмелде: - Әсәй, әсәй! Тағы «бишле» алдым! - Мин беренсе килдем ярышта! - Ҡара әле, мин яһаным караб! - Өләсәйгә керҙәр йыуыштым. Бер йылмайып ҡына эйелгәйнем, Сабыйҙарым тулды ҡосаҡҡа. Арыу – талыу, күңел болоҡһоуым Юғалды ла ҡуйҙы шул саҡта!

Шаян ай.

v_evpatorii_projdet_konkurs_molodih_poetov_i_pisatelej

















Тып – тыныс төн. Киң урамда – Мин бер уҙем. Күңелем көр, тулған айҙа – Ике күҙем. Йондоҙҙарым ҡуҙҙай яна – Аяҙ һауа! Йөрәгемдән, йондоҙ булып,

Шиғыр яуа... Шул саҡ алғы тыҡрыҡтан бер Шәүлә сыҡты. Юлдарыма ыҫпай һынлы Егет баҫты. -Ҡайҙа, һылыу, шулай һуңлап Юладар тоттоң? – ти, -Мөмкин булһа, урамыңа Оҙатам, - ти... Ни әйтергә белмәйенсә Мин аптырап, Атлай бирәм, оятымдан Дер ҡалтырап. Ах, шаян ай! Йәшергән бит Һырҙарымды! Туҡта, улым, саҡырайым Ҡыҙҙарымды...



Һиңә киләм.



D:\86.jpeg








Күңелкәйем күге тыныс ине, Күкрәп сыҡты сая болоттар: Килде, ҡойҙо, һис тә аяманы, Уйнап торҙо ерҙә мең уттар. Сытырҙатып йомоп күҙҙәремде, Киләм һиңә – йәшен утыма, Йөрәгемдең яра – ялҡындарын Усым аша ҡоям усыңа. Минең ҡулдар – һинең ҡулдарында. Йөрәк менән йөрәк аңлаша. Аҡ бәхеттең көмөш нурҙарында Күңел күҙҙәребеҙ ҡамаша. Мәңгелеккә тиңдәш минуттар, Тирә – яҡта уйнай мең уттар.





D:\82.jpeg















Шифалары тейә гөлдәреңдең. Таң ысығы дымлы үлән Аяҡтарҙы наҙлап иркәләй. Күл өҫтөндә шөгөр емелдәшә, Пар аҡҡоштар серле сөңгөрҙәшә Көмөш тәңкә һипкән иртәлә. Сәрхәт аҡландағы сәскәләрҙә Гәлсәр нурҙар уйнай теҙелеп. Ысыҡ менән йыуһам йөҙҙәремде, Йылы тулҡын һылай йөрәгемде, Уй – һағыштар бөтә түгелеп. Гүзәлдәрзең – гүзәл тыуған яғым, Тәнгенәмә йәнем ҡунған ер. Йөрәгемә бөтмәҫ моңдар өрөп, Телемә – һүҙ, йәнемә – наҙ биреп, Мине кеше итеп алған ер... Яҙмышҡынам айран – байран булып, Мине ҡапыл ситкә ташланы... Башҡынама ситтәр ҡаҙа һалды, Йөрәгемә ҡара ҡандар һауҙы – Үҙ итәлмәм һеҙҙән башҡаны. Өмөттәрем һүнеп, күңел күген Ҡара томан япҡан мәлдәрҙә, Ҡайғы – һағыштарҙан уттай буҙлап, Булмышыма шифалы һут эҙләп,

Киләм һиндә үҫкән гөлдәргә.



Ҡуштүбә.



ВОЛКОВ Ефим - Пейзаж с прудом. 900 Картин самых известных русских художников

Ҡуштүбәнең башындағы Маяғы ята аунап... Утлы йәшен – ел – дауылдар Алған ахыры ялмап. Иҫеңдәме, ошо тауға Бергәләп килә инек... Күктән йондоҙҙар ала ла Маяҡҡа элә инең... Йондоҙ – бишектә, икәүләп Өнһөҙ тирбәлгән саҡта, Сүптекүл томбойоҡтары Күҙ йоммай торҙо һаҡта. Томбойоҡло күл буйының Йондоҙло кистәрендә Мин бер үҙем ярҙа торам, Иҫереп хистәремә. Томбойоҡтар киң асылған - Таждары – ебәк елкән... Шундай төндәрең булыуы, Йөрәкте һағыш телеүе Үҙе бер бәхет икән!









D:\84.jpeg





















Бар доньяны нурланың.

Ни булды? Яҡтырҙы донья, Юғалды һағыштарым. Кешеләр йылмайып уҙа – Нур һибә ҡараштарым. Мин – хыялый. Яңғыҙ үҙем Юл буйлап киләм шашып, Йөрәгемдән нур тугелә, Хистәрем тора ташып. Тайпылыр ҙа хискәйҙәрем Сәйпелеп китер кеүек, Шул урында алһыу гөлдәр Теҙелеп үҫер кеуек. Әллә донъям күҙҙәреңдең Бар нурҙарын урланы – Йылмайыулы бер ҡарашың Тирә – йүнде нурланы.

Мин көтәм.



D:\87.jpeg

















Йөрәгемә баҫып йөрәгеңде, Өнһөҙ генә һине тирбәтәм. Бүлмәм тып – тын Тынған бөтә доньям, Һығылып тын ғына мин көтәм.

Көтәм, балам, ас һин күҙҙәреңде: Донья ана ниндәй гөл генә, Шул доньяла яҡты ҡояшым да, Өмөтөм дә, балам, һин генә. Тәндәрең ут яна, күҙең һүнә, Ирендәрең сатнап кибәләр... Үҙ йәнемде һурып бирер инем, “Дауалары шул бит!” – тиһәләр. Һулҡып – һулҡып һыҙлай йөрәк итем, Һүнмәй бары, һүнмәй өмөтөм. Ҡояш кеүек нурлы күҙең асып, Йылмай, балам, йылмай, мин көтәм.

Әллә ысыҡ, әллә күҙ йәштәре.

КУСТОДИЕВ Борис - На Волге. 1922. 900 Картин самых известных русских художников















Ал таңдарҙа сирен ҡыуағында Һандуғасҡай һайрай, талпанып. Уянам да алыҫ үткәндәр ҙе Уйлап ятам әрнеп, ярһынып. Һаман иҫтә, икәү зәңгәр кистә Һандуғасҡай йырын тыңланыҡ. Тыңланың да, матур көйгә һалып, Уны маҡтап, үзең йырланың. Йырыңа ла, йәнем, үҙеңә лә Ғашиҡ булдым шул саҡ өҙөлөп. Аҙаҡ йылдар буйы, оноталмай, Шул бер кисте уйлап йөрөнөм. Бөгөн тағы таң һарыһы менән Һандуғасҡай һайрай, өҙөлә. Әллә ысыҡ, әллә күҙ йәштәре Тып – тып ҡына ергә түгелә.





D:\85.jpeg











Үткәндәр – үҙәктә. Ташҡын йылға ярһый, ярға һыймай.

Шуға оҡшаш минем куңел дә:

Берсә яна ярһып, шатлыҡ менән,

Һағыш баҫып, берсә бөгөлә.

Яйыҡҡынам - минем тыуған йылғам –

Үткәндәрҙе иҫкә төшөрә,

Үткәндәрҙе күңел түрҙәренән

Юйып булмауын ул төшөнә.









D:\87.jpeg







Йондоҙҙар яуғанда. Йондоҙҙар яуғанда, ай көлөп торғанда, Күҙеңә ҡараным, Әйтмәгәс һүҙеңде, беләлмәй сереңде Уларҙан һораным. Йондоҙҙар яуғанда, ай көлөп торғанда, Талпына йөрәктәр. Ҡараштар осраша, күңелдәр серләшә, Бер мәллә теләктәр? Йондоҙҙар яуғанда, ай көлөп торғанда, Сыҡ, иркәм, баҡсаға. Йөрәктә һин генә, һин бит ул бер генә, Күҙемә баҡһана.









Әсә йөрәге.

C:\Users\User\Desktop\13.jpg...Ҡыҙ бала киҫелгән икмәк, Ҡанат нығытҡан аҡҡош: Бер китһә, тыуған йортона Ҡайталмай улай бик йыш. Шуға ла ҡыҙ балаҡайҙы Ололар ҡунаҡ тигән; Ҡаҙ өлөштәре бүлгәндә, Уға гел ҡанат тейгән. Үҫтең, балам, китәһең дә, Күреп тә туялманым.



Ышаныслы була күрһен “Ишем” тип таянғаның. Таш булып төш яңы йортҡа, Ут өҙмә усағыңдан: Эҫе була төшкән ерҙәр Тыуған яҡ ҡосағындай. Бер йылмайып, бер моңайып, Һағышын ҡыҫып уртҡа, Шулай оҙата әсәләр Ҡыҙҙарын яңы йортҡа. Ҡыҙлы кеше наҙлы кеше. Ғорур әсә йөрәге. Ҡыҙҙар яңы оя ҡора, Һәр оя ил терәге.





Юлға сығам.

D:\86.jpegКүк офоҡҡай буйлап, аҡ юл һуҙып, Самолеттар геүләй һауала Мин һәр ваҡыт, һине һағынғанда Шул юлдарға ҡарап йыуанам: Аҡ юлдарың йөрөп, бер заман Ҡайтырһың бит өйгә һин балам?! Тик ҡайтһаң да инде күпкә түгел, Килерһең дә тағы китерһең. Мин яңынан киткән көндәреңдән Ҡайтыуыңды өҙөлөп көтөрмөн... Күҙәтермен һаман үртәлеп, Хат ташыусы ҡыҙҙың үткәнен. Ҡулың эшкә бармай, күңелеңде





Борсоулы уйҙарың биләһә, Беләгеңә – көс, ә йөрәгеңә, Ҡанатланып, илһам килмәһә, Ҡайтып ет һин, балам, яндарыма: Бер ҡарауым һиңә мең дауа, Һыҡрап ятҡан әрнеү, яралар ҙа Әсә ҡулы тейһә уңала. Бер ҡарауым һиңә мең дауа. Яңғыҙыңа, бәлки, шатлыҡты ла Кисереүе ҡай саҡ ауырҙыр... Тик бер аҙға ғына килеп китһәң, Шатлыҡта ла икәү янырбыҙ. Бына шулай, гел мин уйланам, Ҡарашымды төбәп юлдарға. Әсә күңелдәре һиҙгер, тиҙәр... Бала хәлен алдан һиҙенә... Бөгөн һиңә ниҙер булды кеүек – Юлға сығып киттем тиҙ генә Яҡыная бара юлдарым, Йөрәгемде игәй уйҙарым.

Миләүшәм.

C:\Users\User\Desktop\11862968.jpg









Яҙҙар етһә, күкрәп сәскә ата

Баҡсалағы матур миләшем.

Шул миләштәй ғорур үҫеп килә

Көләс йөҙлө ҡыҙым Миләүшәм.


Миләүшәм дә, һомғол миләш кеүек,

Йәмләп үҫер илем баҡсаһын.

Эҫе саҡта күләгәһен бирер.

Һалҡындарҙа ышыҡ урын бүлер

Шул миләшкә ҡыҙым оҡшаһын.





Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конкурсная работа. Биогафия и творчество Мухамедьяровой Р.Х."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Директор по маркетингу

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 650 659 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.02.2016 702
    • DOCX 3 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Аминева Алсу Равиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Аминева Алсу Равиловна
    Аминева Алсу Равиловна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 61944
    • Всего материалов: 34

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: методика, технологии и практика

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Сенсорная интеграция: типовые и инновационные методы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 75 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 39 человек

Мини-курс

Психологические механизмы и стратегии: сохранения психологического равновесия

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 12 регионов
  • Этот курс уже прошли 11 человек