Башҡортостан Республикаһының мәғариф
министрлығы
Йылайыр районы муниципаль районы
хакимиәтенең мәғариф бүлеге
Йылайыр районы муниципаль районының “Н.Р.Ириков
исемендәге Йылайыр ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”
муниципаль мәғариф автономиялы
учреждениеһы
“Дан йырлайым һиңә, республикам!”
Башҡортостан Республикаһының
тыуған
көнөнә
арналған
район иншалар конкурсына
Тыуған
илем - Башҡортостан
Башҡарҙы: Йәнгилдина Гүзәл,
7б класы уҡыусыһы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Мәмбәтова Рәмилә Зөфәр ҡыҙы
2018
йыл
Тирә – яғын мәғрур тауҙар уратҡан,
күҙҙең яуын алырҙай мең төрлө сәскәләргә күмелгән ҡуйы урман... Моңло тауыштар
сығарып ҡоштар һайрай... «Без - без» килгән төрлө бөжәктәре, «был сәхрәнең
хужаһы - мин» тигәндәй үҙ яйын белеп кенә йөрөгән айыуҙары, йылтыр күҙ
бүреләре, хәйләкәр төлкөләре, шеш ҡолаҡ ҡуяндары үҙ тормошонда ҡайнай... Тау
битләүенән, селтер – селтер генә килеп, үҙ көйөн көйләй - көйләй кескәй шишмә
юл башлаған...Тыныс иртәлә, яҡты нурҙарын һирпеп, ҡояш ҡалҡа.
Был минең тыуған ерем – Башҡортостан.
Башҡорт иле, башҡорт ере, башҡорт рухы...
Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәген
алып ҡарама – һәр береһенең үҙ биҙәге, матурлығы, байлығы. Хәйбулла икһеҙ –
сикһеҙ далалары менән дан тотһа, Бөрйәндә – ҡуйы урмандар, Баймаҡтың –
Ирәндеге, Салауаттың – батыр улы Салауат, Учалының йәшмәләре... Һәр бер ҡала,
район, ауыл – республикамдың сағыу йондоҙо ул. Шул йондоҙҙар араһында, минең
өсөн, мең төрлө төҫтә балҡығаны – Йылайырым- йылы ерем, йырлы ерем.
Йылайыр – йөҙ йыллығын билдәләгән
Башҡоростан тарихында үҙенең шанлы үткәне, яҡты киләсәккә өмөтлө бөгөнгөһө,
намыҫлы һәм эшһөйәр халҡының тырыш хеҙмәте менән онотолмаҫ эҙ ҡалдырған ер ул.
Ҡайһы өлкәгә ҡағылма – арҙаҡлы шәхестәрҙең хеҙмәт емештәрен күрергә мөмкин.
Ҡурай моңо – күңелдәрҙә -
Урай барлыҡ ҡитғаны.
Башҡорт иле тигән ерҙең
Мин – бәхетле ҡылғаны –
тип
яҙа «Башҡортостан» исемле шиғырында Нияз Сәлимов.
Эйе, мин – башҡорт ҡыҙы. Башҡорт илендә тыуып
– үҫкәнем, уңдырышлы Йылайыр ерендә йәшәүем, саф башҡорт телендә аралаша алыуым
менән сикһеҙ бәхетлемен. «Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул» тигән
боронғолар һүҙенә таянып, шуны әйтергә мөмкин: тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен
беләйек, үҙ илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып йәшәйек, милләттәштәр!
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.