Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Конкурсное сочинение на башкирском языке " Мой отец- предприниматель"
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Конкурсное сочинение на башкирском языке " Мой отец- предприниматель"

библиотека
материалов

Минең атайым- эшҡыуар.

Бөгөн беҙ- бай һәм уңышлы республика. Беҙҙең өҫтөнлөктәр иҫәбендә тотороҡло иҡтисад, эшҡыуарлыҡ, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт үҫеше нигеҙендә кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыу.

Бына мин дә үҙемдең иншамда ошо һанап үтелгән өҫтөнлөктәрҙең береһе булған эшҡыуарлыҡ тураһында яҙырға булдым.

Нимә һуң ул эшҡыуарлыҡ? Минеңсә, эшҡыуарлыҡ- әйберҙәр һатыу, ниндәйҙер эш башҡарыу, үҙ милкеңде ҡулланыуҙан табыш алыуға йүнәлтелгән, тәүәккәлләп үҙ аллы башҡарылған эшмәкәрлек.

Ауылда нимәлер көтөп ятҡандар, хатта өй янында өйөлөп ятҡан сүп- сарҙы түгергә иренгән кешеләр ҙә күп. Ләкин уларҙан айырмалы булараҡ, тәүәккәлләп эш башлаған, бөгөн иһә эш һөҙөмтәһендә юғары ҡаҙаныштырға ирешкән тырыш кешеләр, эшҡыуарҙар ҙа етерлек.

Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дә һәләт кәрәктер. Сөнки бөтә теләгән кеше лә эшҡыуар булып китә алмай. Шулай булыуына ҡарамаҫтан да үҙ кәсебен башлаусылар йылдан йыл арта ғына бара. Сөнки уларға эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыла.

Ысынлап та, эшҡыуарлыҡ- өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Ил, республика кимәлендә был тармаҡ айырым иғтибар үҙәгендә. Үҙ эшен асырға теләүселәргә дәүләт тарафынан субсидиялар, льготалы кредиттар ҡаралған.

Ә бына минең атайым Фәүил Хәбибрахманов тәүләп үҙаллы эшен асырға тәүәккәлләгәндә, билдәле, әлегеләй мөмкинселектәр булмаған. Бары үҙ көсөнә ышанып, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға таянып ҡына баҙарға юл һалырға тура килә атайыма. Бөгөн инде ул, шәхси крәҫтиән хужалығы булдырыуҙан тыш, Бүздәктә теплица комплексы төҙөү буйынса инвестиция проектын да тормошҡа ашыра. Атайымдың инвестиция проекты “ Рәсәй теплицалары” ассоциацияһы тарафынан яҡлау ҙа, хуплау ҙа табып өлгөрҙө.

Бөгөн атайым, Фәүил Хәбибрахманов, аяғында ныҡ баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе тип танылһа ла, үҙен ышаныслы, булдыҡлы итеп күрһәткәнгә һәм ҙур күләмле эшкә тотонорлоҡ капитал туплағанға ҡәҙәр уға байтаҡ тир түгергә, һәр аҙымын ҡат-ҡат үлсәп баҫырға, күп ҡаршылыҡты еңергә өйрәнергә тура килә.

Атайым, Фәүил Рәйес улы, эшҡыуралыҡҡа үткән быуаттың 90- сы йылдарында тәүәккәлләгән. Артабан тапҡан- йыйған аҡсаһын крәҫтиән хужалығын булдырыуға тотона. Бойҙай һәм ҡарабойҙай сәсеү, бәрәңге үҫтереү менән шөғөлләнә. Шулай итеп, яйлап үҙен дә һынай, эш күләмен дә арттыра бара.

Теплица комплексы булдырып, унда ҡыяр һәм помидор үҫтерә башлауы ла баҙар ҡанундарын һәм заман талабын ныҡлы өйрәнеүҙән тип уйлайым мин. Атайымдың атҡарған эштәренең барыһына ла ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек, сәмселлек кеүек сифаттар кәрәк булғандыр. Хәҙер инде уның ғына йәшелсәһен үҙ иткән ҡулланыусылар байтаҡ, мәҫәлән Екатеринбург, Пермь, Силәбе тарафтарынан, хатта Себер яҡтарынан да килеп алалар.

Фәүил Рәйес улы төҙөлөш менән дә ҡыҙыҡһына- профнасти етештереүҙе лә яйға һалды.Районыбыҙҙа күп кенә йорт ҡыйыҡтары ул етештергән ошо зауыҡлы материал менән ябылған да инде. Атайымдың был эше лә ныҡлап киңәйтелде.

Атайым район үҙәгендә ике ҡатлы сауҙа рәттәре лә төҙөтә. Быны ул һатып алыусыға ла, бәләкәй эшҡыурлыҡ менән шөғөлләнеүсегә лә уңайлы булһын өсөн эшләгән.

Шулай итеп, ҡасандыр тәүәккәлләп үҙаллы эшкә тотонған атайым, Фәүил Хәбибрахманов, бөгөн байтаҡ кешене эш урынлы ла итә, эшҡыуар булараҡ район ҡаҙнаһына лайыҡлы өлөш тә индерә.

Ауыл хужалығы буйынса эшҡыуарлыҡты финанслауға йүнәлтелгән программаларҙы дөрөҫ файҙаланып, эштәрен яйға һалыусылар күберәк булһа, ауылдарыбыҙ ҙа һүнмәҫ, йәштәребеҙ ҙә күберәк тыуған ерендә ҡалыр. Бының өсөн эшә һәләтле, киләсәге өсөн битараф булмаған йәштәрҙең тәүәккәллерәк булып, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуы ла етә.

“Алма беш, ауыҙыма төш” тип, нимәгәлер өмөт итер замандар түгел хәҙер. Етеш йәшәйем, нимә менәндер шөғөлләнәм тигән кешегә бар мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған. Хөкүмәт тә ярҙам итергә әҙер, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты атайым.

Бөгөн Башҡортостан иҡтисады өсөн эшҡыуарлыҡ көндән- көн ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара һәм республиканың көрсөккә ҡаршы көрәш программаһын бойомға ашырыуҙа ҙурыраҡ роль уйнай, шул иҫәптән эшһеҙлектән ҡотолоу сараһы булараҡ та.

Әлеге тормошобоҙҙа шуныһы ҡыуаныслы: халҡыбыҙ, айырыуса йәштәр араһында, заман менән бергә атлаусылар арта, кешеләр яҡшы йәшәргә ынтыла. Быны уҙған быуаттың 90-сы йылдары менән хәҙерге заманды сағыштырып та әйтеп була.

Ғәҙел йәшәргә ынтылыу- граждандарыбыҙҙың ысын ынтылышы ул. Ошо хаҡта онотмаһаҡ, бөтә ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр.

Дөйөмләштереп әйткәндә, эшҡыуарлыҡты үҫтереү берваҡытта ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ тип уйлайым.








Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-053236

Похожие материалы