Инфоурок Родной язык Научные работыКонкурсное сочинение "Пою мою республику" номинация "Мой вклад в сохранение окружающей среды и улучшение экологии моей страны"

Конкурсное сочинение "Пою мою республику" номинация "Мой вклад в сохранение окружающей среды и улучшение экологии моей страны"

Скачать материал

                            Тыуған еремде яҡлайым, һаҡлайым, данлайым!

Инша

19 май 2017 йыл.

    Бөгөн минең иң бәхетле көнөм. Беҙҙе Башҡортостан пионерҙары сафына алдылар. Хәҙер көн дә мәктәпкә республикабыҙҙың флагы төшөрөлгән галстукты тағып йөрөйәсәкбеҙ. “Зәңгәр төҫө- сафлыҡты, аҡ төҫө-именлекте,ә йәшеле-мәңгелек йәшәүҙе аңлата”,- тине уҡытыусым.Уртаһында төшөрөлгән бал ҡорто, пионерҙың эшсәнлеген күрһәтә икән. Ололарҙы ҡәҙерләү, бәләкәйҙәрҙе яҡлашып йөрөү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Тағы ла, тирә-яҡты таҙа тоторға, тәбиғәтте һаҡларға кәрәк тинеләр.

     Йоҡларға ятҡас та, уҡытыусымдың һүҙҙәре ҡолағыма ишетелгәндәй  булды:

-         Тыуған ерҙе яратығыҙ, уға кәрәкле кеше булып үҫегеҙ! Киләсәк һеҙҙең ҡулда!

Башҡортостан –минең ғәзиз илем,

Ҡыуанамын шунда тыуғанға.

Мин бәхетле, бик тә бәхетлемен,

Башҡортостан ҡыҙы булғанға.

20 май, 2017 йыл.

    Иртән ҡыҙыҡ ҡына төш күреп уяндым. Имеш, мин- тылсымсы. Әкиәттәге кеүек тылсымлы таяғым да бар икән тим.Иҫ киткес матур урманда йөрөйөм. Эргәмдәге болан балаһы ла, ағас башындағы ҡупшыҡай тейен дә, ҡоштар ҙа, күбәләктәр ҙә минән ҡурҡмайҙар. Ҡапыл ел күтәрелеп китә. Ҡояшты ҡара болоттар ҡаплай башлай. Шартлап ағастар һына.Тирә-яҡтағы йәнлектәр ҡурҡып төрлөһө төрлө яҡҡа ҡаса. Шул ваҡыт тылсымлы таяғымды һелкеп ебәрәм. Шунда уҡ болоттар таралыша, ҡоштар сырҡылдаша, сәскәләр уяна башлай.

     Өләсәйем төштө нимәгә юрайһың шулай була ти.Миңә бар тәбиғәт нимәнәндер ҡурҡа кеүек. Беҙҙән ярҙам көтәме әллә? Тирә-йүнде өйрәнеү дәресендә төрлө заводтарҙан сыҡҡан сүп-сар йылғаларҙы бысрата, кешеләр күпләп ағастарҙы ҡырҡа, хайуандарҙы атып ала тип һөйләгәйнеләр бит. Эйе,хатта класташым Эльвина ла яңыраҡ “Ағастарҙы ҡырҡмайыҡ!” тигән проект эше яҙғайны. Тимәк, тәбиғәткә ҡурҡыныс янай, беҙ үҙебеҙ уны ҡотҡара алмайбыҙмы ни?

Эх,төшөмдә генә түгел өнөмдә лә тылсымсы булһам икән.

Саҡырам бар халҡымды,

Эшләмәйек яуызлыҡ.

Тирә-яҡты һаҡлайыҡ,

Тәбиғәттең байлығын

Һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ.

 

Пионер булыуым да, күргән төшөм дә тынғы бирмәй.

 

 

27 май 2017 йыл

    Бөгөнгө көн  ныҡ иҫемдә ҡалды. Атайым, әсәйем ағайым менән бергәләп шишмә буйына барҙыҡ.

   Яҙ. Тын алыуы рәхәт.Тыуған яғымдың тәбиғәте иҫ киткес матур!

   Атайым менән шишмә буйына төштөк. Ҡапыл атайым борсолоп китте.

-Ҡыҙым, бар тиҙ генә ағайыңды саҡыр әле, -тине.

Машинан көрәкте лә алып килергә ҡушты. Яҙын ҡар һыуы менән ағып төшкән бөтә сүп-сар шишмәгә ағырға бирмәй икән. Атайым менән ағайым шишмәне таҙартҡас, ул сылтырап аға башланы. Һыуы үтә күренмәле, төбөндәге таштар емелдәшә. Хас та атайымдың, йылмайғанда күренгән, ынйы тештәре. Ә инде шишмәнең сылтырауын, әсәйемдең зыңғырлатып көлөүенә оҡшатам.

    Атайым менән ағайым төшөмдәге тылсымсынан һис кәм түгел. Әйҙә, йырлай-йырлай аҡ, шишмәкәй!

 

24 июнь, 2017 йыл

    Ҡәҙерле көндәлегем, беләһеңме, һинең ап-аҡ  биттәреңә ниндәй шәп эштәребеҙ тураһында яҙырға ултырҙым.

   -Беҙҙең республика буйлап алты йөҙ йылға аға, -ти атайым. Шуларҙың иң ҙуры –һылыуҡай Ағиҙел. Ошо көндәрҙә беҙ Ағиҙел  буйлап сәйәхәт иттек.

Сәйәхәтебеҙ Белорет районынан  Бөрйәнгә тиклем дауам итте. Ниҙәр генә юк минең Башҡортостанымда: ҡалын урмандар, бейек тауҙар,серле мәмерйәләр,икһеҙ-сикһеҙ яландар.

    Кәмәлә ағып барабыҙ ҙа туҡтап ял итәбеҙ. Төнгөлөккә бер йәтеш кенә урын һайланыҡ. Тик бер аҙ кәйефебеҙ боҙолдо. Нимәгә тиһеңме? Башҡа ял итеүселәр бында  күп сүп-сар ҡалдырып киткәндәр. Нимә генә юҡ унда: буш банкалар, пластик һауыттар, ҡағыҙ  һанап бөткөһөҙ.Бергәләшеп сүп-сарҙы йыйып тоҡҡа тултырҙыҡ.Яҡында ғына ниндәйҙер ауыл бар ине, атайымдар сүплеккә алып барып ташланы.Тирә –яҡ рәхмәт әйткәндәй яҡтырып китте. Изгелек эшләйҙәр икән гел рәхмәт әйтергә кәрәк ти өләсәйем. Ана бит, хатта тәбиғәт тә рәхмәтле. “Рәхмәт” бик матур, яғымлы һүҙ. Ҙур көскә эйә үҙе. Тыуған телебеҙ бик бай һәм яғымлы. Ә Тыуған еребеҙ тағы ла байыраҡ та, яғымлыраҡ та. Сөнки унда беҙ йәшәйбеҙ.

 

13 июль 2031 йыл.

    Көндәлегем, алға йүгереп киткәнгә аптырайһыңмы? Әле генә 2017 йыл ине бит. Мине яңылыша тип уйлама.

    Эйе 14 йыл ваҡыт үтте. Теге саҡта күргән төшөм, ысынлап та өнгә әйләнде. Беҙ- хәҙер ысын тылсымсы. Бөгөнгө көндә тәбиғәт менән кешеләр араһында бөтөнләй икенсе бәйләнеш. Ғалимдар күптән һауа, һыу бысранмаһын өсөн төрлө машиналар уйлап сығарҙы. Уларҙы кешеләр бик оҫта ҡулланалар.  Кешеләр үҙ хаталарын аңланы, улар хәҙер тәбиғәт байлыҡтарын сама белеп тотоналар. Закондар үҙгәртелде, бер кем дә сүп-сар ташлап йөрөмәй хәҙер, ағастарҙы ла ҡырҡмай. Шишмәләр ҙә быуылмай, сөнки уларҙы ҡараусы кешеләр бар. Ә мин инде пионер саҡта йөрөткән галстугыма, биргән антыма һаман да тоғрмон.  Тыуған еремде яҡлайым, һаҡлайым, данлайым! Мин был ергә иң кәрәкле кеше!

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конкурсное сочинение "Пою мою республику" номинация "Мой вклад в сохранение окружающей среды и улучшение экологии моей страны""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Менеджер образования

Получите профессию

Фитнес-тренер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Конкурс сочинений "Пою мою Республику" Номинация: "Мой вклад в сохранение окружающей среды и улучшение экологии моей страны".

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 980 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 21.11.2020 320
    • DOCX 19.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Бикметова Расима Ахметзиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Бикметова Расима Ахметзиевна
    Бикметова Расима Ахметзиевна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 4590
    • Всего материалов: 10

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Фитнес-тренер

Фитнес-тренер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Русский язык и культура речи: теория и методика преподавания в дополнительном образовании

Педагог дополнительного образования по русскому языку и культуре речи

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 18 регионов
  • Этот курс уже прошли 46 человек

Курс повышения квалификации

Методика обучения русскому языку в образовательных организациях в условиях реализации ФГОС

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 484 человека из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 5 630 человек

Курс повышения квалификации

Проектирование и проведение современного урока русского языка с учетом реализации ФГОС основного и среднего общего образования нового поколения

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 315 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 367 человек

Мини-курс

Современные подходы к преподаванию географии: нормативно-правовые основы, компетенции и педагогические аспекты

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Hard-skills современного педагога

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 34 регионов
  • Этот курс уже прошли 20 человек

Мини-курс

Организация и планирование воспитательной работы в СПО

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе