Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспек урока "Йәнлектәр донъяһында"

Конспек урока "Йәнлектәр донъяһында"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема: Йәнлектәр донъяһында.

Маҡсат: уҡыусыларҙы яңы тема менән таныштырыу,хайуандар тураһында алған белемдәрен киңәйтеү,һүҙ байлығын арттырыу,тасуири һөйләү,дөрөҫ һөйләм төҙөү,грамоталы яҙыу күнекмәһен үҫтереү,тирә-яҡ мөхиткә,хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:китап,һүҙлек,иллюстрациялар.

Дәрес барышы:

Ойоштороу өлөшө.

Башланып китте дәрес

Беҙ матур ултырабыҙ.

Тик дүртле-бишлеләрҙе

Көн һайын арттырабыҙ.

Өйгә эш тикшереү.(уҡыусылар үҙҙәренең ижадиэштәре-хайуандар тураһында мәғлүмәттәре менән таныштыра)

Инеш әңгәмә.-Айыу,бүре,төлкө,ҡуян,мышы,терпе,тейен-Былар барыһы ла ниндәй хайуандар тип атала?(ҡырағай хайуандар).Беҙ бөгөн дәрестә ошо ҡырағай хайуандар хаҡында тағы ла белемебеҙҙе арттырыуыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ.

Яңы тема.

-Кешене тормошта төрлө нәмәләр уратып алған.Уға һауа ла кәрәк,һыу ҙа кәрәк.Кеше үҫемлектән,йәнлектәрҙән башҡа йәшәй алмай.Ҡоштар менән сәскәләр кешенең тормошон биҙәй.Тауҙар,урмандар,йылғалар,күлдәр булмаһа донъя йәмһеҙ булыр ине.Бына шуларҙың бөтәһен бергә тәбиғәт тип атайҙар.Башҡортостан иленең тәбиғәте бик бай.Тәбиғәтте йәшел урманһыҙ(таҡтаға урман һүрәтен элеп ҡуябыҙ)

,ә урманды төрлө хайуандарһыҙ (хайуандар һүрәтен теҙәбеҙ)күҙ алдына килтереп булмай.

-Ә хәҙер таҡтала яҙылған һүҙҙәргә иғтибар итәйек.

А)һүҙлек эше

Хәйләкәр-(хитрый)

Уҫал-(злой)

Ҡурҡаҡ-(трусливый)

Көслө-(сильный)

Йылғыр-(шустрый)

-Һүҙлек дәфтәренә яҙҙыҡ.

Б) иғтибарлылыҡҡа күнегеү.

-Был сифаттар ҡайһы хайуанға хас?Һүрәтте ал да янына ҡуй.

(һүҙлек дәфтәренә яҙып ҡуйҙыҡ)

В)Һөйләм төҙөү.Мәҫәлән:

Уҫал бүре йүгерә.

Ҡурҡаҡ ҡуян һикерә.

Көслө айыу бал ашай.

Ял минуты.

Беҙҙең Башҡортостанда

ошондай киң йылғалар(ҡулдарҙы йәйергә)

Ошолай бейек тауҙар(ҡулдарҙы күтәрергә)

Ошолай бөгөлә талдар(ҡулдарҙы күтәргән килеш бөгөлөргә)

Ошолай осалар ҡоштар(ҡулдарҙы йәйергә)

Нығытыу.

А)Китап менән эш.94-се бит.2-се күнегеү.

Б)Йомаҡтар.

Ҡупшылана-яһана,

Матурлана,һылана.(төлкө)



Ағас башында туп һымаҡ,

Ул һикереп шаяра.

Йә тубырсыҡ эҙләп йыя,

Йә ул сәтләүек яра

Имәнгә ҡара өйөн

Ниндәй кейек ул…..(тейен)



Алғы аяғы ҡыҫҡа

Сабырға ул бик оҫта.

Һоро тунын һала ла,

Аҡ тунын кейә ҡышҡа.(ҡуян)



Йомарланһа- туп кеүек

Энәле күлдәген кейә.

Йомшаҡым тип иркәләп

Әсәһе уны һөйә.(Терпе)

В)Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.

Йомғаҡлау.

Мәҡәл:1.Айырылғанды айыу ашар,бүленгәнде бүре ашар.

-Ни өсөн мәҡәлдә тап шулай тип әйтелә?Һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Дөрөҫ,башҡорт халыҡ мәҡәлендә боронғолар белеп тә дуҫ,берҙәм булырға өндәй.Юҡҡа ғына “Күмәкләгән –яу ҡайтарған”-тиеп һәр ваҡыт ҡабатлайбыҙ.

-Ә ни өсөн ҡайһы бер хайуандар ҡыҙыл китапҡа индерелгән?

-Урман шаулап үҫһен өсөн,хайуандар һирәгәймәһен өсөн беҙ тағы ла нимәләр эшләй алабыҙ?

Өйгә эш.Дәреслектән күнегеү.

Баһалау.





















































































Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.



Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.





Иғтибарлылыҡҡа карточка менән эш:Ниндәй һүҙ артыҡ?

А)Айыу,бесәй,бүре,ҡуян.

Б)Терпе,һыйыр,ат,һарыҡ.

В)Төлкө,тейен,айыу,эт.

Хәйләкәр-(хитрый)

Уҫал-(злой)

Ҡурҡаҡ-(трусливый)

Көслө-(сильный)

Йылғыр-(шустрый)











Автор
Дата добавления 18.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров21
Номер материала ДБ-365472
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх