Инфоурок Другое КонспектыКонспект к уроку по родной (башкирской) литературе на тему "Мост Хамита"

Конспект к уроку по родной (башкирской) литературе на тему "Мост Хамита"

Скачать материал

Хеҙмәте барҙың – хөрмәте бар.

Маҡсат: Ф.Иҫәнғолов хикәйәләренең йөкмәткеһенә

           бәйләп, хеҙмәт, уның кеше тормошондағы роле хаҡында

                       әңгәмә ҡороу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу; тәнҡитле

                          фекерләү  аша уҡыусыларҙың телмәрен, ижади һәләтен                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                               үҫтереү; хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә иғтирамлылыҡ тәрбиәләү.

Йыһаҙландырыу: портрет, интерактив таҡта, таратма материал.

Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.   Хәйерле көн, уҡыусылар!

Көндө – сағыу ҡояш, ағасты – япраҡ, кешене – изге эштәре, яҡшы уйҙары биҙәй.

Мин һеҙҙең изгелекле, булдыҡлы, кешеләргә кәрәкле булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Һәм дәресебеҙҙең девизы итеп М.Сөндөклөнөң ошондай һүҙҙәрен һайланым:

Туған халҡыңа хеҙмәт ит,

Көсөң бар саҡта ҡулда,

Был тормоштоң шатлығы ла,

Матурлығы ла шунда!

                           М. Сөйөндөк

-         Шиғыр нимәгә саҡыра?

Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ инде?

-         Һәм был һөйләшеүҙе Фәрит Иҫәнғоловтың хикәйәләренә бәйләп алып барырбыҙ. Ә кем һуң ул Ф.Иҫәнғолов?

Ғәмәли эштәр. “Инсерт”.

Был яҙыусы тураһындағы мәғлүмәтте уҡыйыҡ, иғтибарлы булығыҙ, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар булыр, уларҙы билдәләп барығыҙ. (карточкалар таратыла).  Кем һуң ул Ф.Иҫәнғолов?   ( Яҙыусының портреты таҡтаға эленә.)

Кем ул Фәрит Иҫәнғолов?

Тарихи һәм хәҙерге заман темаларына яҙылған роман, повестар оҫтаһы, балалар тормошон яҡшы һүрәтләүсе яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында тыуған. Ул – Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Яҙыусының балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре бик күп. Мәҫәлән, “Баҫҡыс”, “Хәмит күпере”, “Бөҙрәкәй менән Сыбарҡай”, “Хәлим менән Хәлимә” кеүек китаптары беҙгә яҡшы таныш. Геройҙары төрлө – уңған һәм ялҡау, батыр һәм ҡурҡаҡ малай һәм ҡыҙҙар. Улар кешеләргә, тәбиғәткә,йәнлектәргә, бөжәктәргә изгелек эшләй, ярҙам итә. Әҫәрҙәрендә яҙыусы дуҫлыҡтың көсөн, тоғролоҡто, хеҙмәт һөйөүсәнлекте данлай.

Интерактив таҡталағы таблица тултырыла.

    V (миңә билдәле)

+  (яңылыҡ)

Яҙыусы

“Хәмит күпере”, “Йылмайыу”

Геройҙары уңған - ялҡау

С.Юлаев премияһы лауреаты

Ҡырмыҫҡалы районында тыуған

Дуҫлыҡты, эшһөйәрлекте, изгелекте данлай

-         Экрандағы планға иғтибар итегеҙ. Ошо планды, хикәйәләге хәл-ваҡиға үҫешенә тура килтереп, үҙгәртегеҙ.

1.     Күпергә “Хәмит күпере” тигән исем бөтөнләйгә тағылған.

2.     Бер файҙалы эш эшләйек.

3.     Аталары үлеп киткән.

4.     Вәлит атаһының икенсе васыятын үтәргә була.

5.     Хәмит һәр ваҡыт эшләп йөрөгән.

6.     Хәмитте йылы һүҙ менән телгә алғандар.

7.     Вәлит мәңгегә онотолған.

Йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләү.

Кластер төҙөү.

(уҡыусылар кешенең төрлө сифаттарын белдергән һүҙҙәр менән карточкалар алалар. Һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлайҙар һәм ҡайһы геройға хас сифат булыуынан сығып интерактив таҡтаға яҙа баралар)

Хәмит -   кешелекле, кешелекһеҙ,уңған, насар,     -  Вәлит

                 аҡыллы, байғош,  елғыуар, намыҫһыҙ,

                  шыр тиле, ялҡау, алдаҡсы, эшлекле,

                  намыҫлы, ғәҙел, тырыш.    

Ял минуты.

-         “Хәмит күпере” хикәйәһе нисек башлана?  (яуаптар)

-         Вәлит менән Хәмит аталарын ерләгәс, нимә тип баш ватҡандар? (текстан табып уҡыу)

-         Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ошо һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Проблемалы һорау. Нисек кеше араһында кәм-хур булмаҫҡа?

-         Һорау һеҙгә аңлашыламы? Кәм-хур тигән һүҙҙе нисек аңлайһығыҙ? (һүҙлектәр менән  эш)

ХУР БУЛЫУ – ОЯТҠА ҠАЛЫУ, ҠӘҘЕРҺЕҘ ҠАЛЫУ. Кеше алдында кәм, түбән.

КӘМ – БУЛМЫШЫ, СИФАТЫ ЯҒЫНАН НАСАР; ТҮБӘН

Күреп тораһығыҙ, был ике һүҙҙең мәғәнәләре ниндәй? ( бер-береһенә синоним булып торалар һәм түбәнлеккә төшөүҙе аңлаталар.) Был донъяла  һәр кеше түбәнлеккә төшмәҫ өсөн үҙе юл һайлай, ә беҙҙең геройҙар кәм-хур булмауҙы нимәлә күрҙе һуң?

“ФИШБОУН”.

( проблеманы билдәләү, һәр геройҙың тормоштағы маҡсатын билдәләү, уның маҡсатына ирешеү өсөн нимә эшләгәнен асыҡлап интерактив таҡтаға яҙыу).

Фекер алышыу.

-         Һеҙ тормошта исемегеҙҙе ҡалдырыу өсөн нимә эшләй алаһығыҙ ?

-         Хәмиттең “Исмаһам, бер файҙалы эш эшләйек!” тигән һүҙҙәре менән килешәһеҙеҙме? Ни өсөн?

Әлбиттә, һәр ҡайһыбыҙ көнөнә бер генә файҙалы эш эшләп торһа ла, күпме яҡшылыҡ эшләнер ине.

Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ, тигән беҙҙең ата-бабаларыбыҙ.

Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор – яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

Парҙарҙа эш.    Карточкаларҙа мәҡәлдәр һәм өҫтәмә эш бирелә. Хикәйәнең йөкмәткеһенә тап килгән мәҡәлде һайлап алып аңлат.

*яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер.

*яҡшы кешенең исеме мәңгелек.

*яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай.

*тура әйткән – ҡотолор, алдап әйткән – тотолор.

*ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы – мең алтын.

*әҙәм эше менән, ағас емеше менән.

(Әҫәрҙең йөкмәткеһенә тап килерлек үҙегеҙ мәҡәл уйлап ҡарағыҙ.

Миҫал. Файҙалы эш эшләгән – маҡсатына (бәхетенә) ирешкән.

Рефлекция.

 Дәрестән һеҙ  ҙегеҙгә ниндәй фәһем алдығыҙ? 

Йомғаҡлау.

Дәрестең эпиграфына әйләнеп ҡайтайыҡ.

Туған халҡыңа хеҙмәт ит,

Көсөң бар саҡта ҡулда,

Был тормоштоң шатлығы ла,

Матурлығы ла шунда!

Ысынлап та, уҡыусылар, был тормоштоң бар шатлығы, бар матурлығы – халҡыңа, кешеләргә яҡшылыҡ эшләүҙә. Яҡшылыҡтар эшләп тә исемегеҙ киң билдәле булып китмәҫкә лә  мөмкин, быға бер ҙә хафаланмағыҙ һәм дан-шөһрәтте, билдәлелекте алдығыҙға ҡуйырға тырышмағыҙ. Сөнки Вәлит көнөндә ҡалыуығыҙ бар. Ә иң мөһиме – тормошта кеше булып ҡалыу, хеҙмәттән йәм табып йәшәү.

Өйгә эш.“Йылмайыу” хикәйәһендәге геройҙар тормош йәмен, тәмен нимәлә күрәләр?

Фишбоун төҙөгөҙ.

Борай районы Борай 3-сө һанлы урта  дөйөм белем биреү мәктәбенең туған тел  һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Йәғәфәрова Зимфира Әлфит ҡыҙының 5-се класта өйрәнелгән Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” әҫәре буйынса  дәрес өлгөһө.

Конспект урока  учителя родного языка и литературы

 МОБУ СОШ №3  с. Бураево Ягафаровой З.А.

в 5-ом классе по произведению Ф.Исангулова “Мост Хамита”.

КЕШЕЛЕКЛЕ

КЕШЕЛЕКҺЕҘ

УҢҒАН

НАСАР

АҠЫЛЛЫ

БАЙҒОШ

ЕЛҒЫУАР

НАМЫҪҺЫҘ

ШЫР ТИЛЕ

ЯЛҠАУ

АЛДАҠСЫ

ЭШЛЕКЛЕ

НАМЫҪЛЫ

ҒӘҘЕЛ

ТЫРЫШ

Кем ул Фәрит Иҫәнғолов?

Тарихи һәм хәҙерге заман темаларына яҙылған роман, повестар оҫтаһы, балалар тормошон яҡшы һүрәтләүсе яҙыусы Фәрит Иҫәнғолов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылында тыуған. Ул – Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Яҙыусының балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре бик күп. Мәҫәлән, “Баҫҡыс”, “Хәмит күпере”, “Бөҙрәкәй менән Сыбарҡай”, “Хәлим менән Хәлимә” кеүек китаптары беҙгә яҡшы таныш. Геройҙары төрлө – уңған һәм ялҡау, батыр һәм ҡурҡаҡ малай һәм ҡыҙҙар. Улар кешеләргә, тәбиғәткә,йәнлектәргә, бөжәктәргә изгелек эшләй, ярҙам итә. Әҫәрҙәрендә яҙыусы дуҫлыҡтың көсөн, тоғролоҡто, хеҙмәт һөйөүсәнлекте данлай.

__________________________________________________________________

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект к уроку по родной (башкирской) литературе на тему "Мост Хамита""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Противопожарный инженер

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 844 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.10.2015 1336
    • DOCX 35.4 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ягафарова Зимфира Алфитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4897
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 124 человека из 43 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Управление рисками и финансовое моделирование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Педагогические и психологические основы образования

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 13 человек

Мини-курс

Мозг и психотерапия: влияние, методы и направления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 61 человек из 29 регионов
  • Этот курс уже прошли 27 человек