Инфоурок Другое КонспектыКонспект классному часу на башкирском языке для 3 класса на тему”Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Конспект классному часу на башкирском языке для 3 класса на тему”Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

 

Кластан тыш сара

Тема:  ”Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Йомабикә Ильясова ижадына арнала.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 “Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Уҡытыусы:Хәйбулла ере-бәрәкәтле ер.Ҡылғанлы далаларынан күңел киңлеге,мөһабәт тауҙарынан ныҡлыҡ,серле ҡалын  урмандарынан сыҙамлыҡ алып үҫкән  ихлас,эскерһеҙ ,тырыш кешеләре менән данлы был ер.Хәйбулла-күренекле яҙыусылар,шағирҙар,артистар,рәссамдар үҫтергән төбәк ул.

Ҡәҙерле уҡыусылар!Бөгөнгө кисәне беҙ лирик  шағирә булып танылған,башҡорт әҙәбиәте күгендә  яҡты йондоҙ булып балҡыған Йомабикә Ильясоваға бағышлайбыҙ.Уның ижад шишмәһенең татлы тамсыларынан ауыҙ итәйек,уның тормош юлы буйлап шиғриәт ҡанаттарында  еләйек.

1-се алып барыусы.Тауҙарыма ятып һыйынғанда,

Булдың, ерем,һин әсә лә,йәр ҙә.
Бөтә нәмә үткән был донъяла

Бөтмәҫ һөйөү таптым тыуған ерҙә.

-ти шағирә тыуған төйәге хаҡында.Ҡайҙан башлана уның илһам шишмәһенең башы? ”Шағир күңелен аңларға теләһәгеҙ, уның тыуған ерен тәүҙә күрегеҙ”-тигән Гете.

( Экранда тыуған ауылы күренештәре)

2-се алып барыусы Й.Ильясованың тыуған ере-хозур тәбиғәттең бер мөйөшө-Хәйбулла районы Аҡьюл ауылы.

1)Йәнем әрнеп һыҙлағанда

Дауа-Аҡъюл,

Тетрәнеүҙән бөгөлгәндә

Сабыр аҡыл.

Яҡты донъям ҡарайғанда

Изге аҡ нур,

Тормошомдо әйҙәп бара

Аҡ юл,Аҡъюл!

2)Аҡъюл ҡарттың нәҫеленән үҙем,

Бик боронғо ,тиҙәр беҙҙең тамыр,

Бик боронғо минең тамырҙарым,

Тауҙар,һеҙҙә мәңгелеккә ҡалыр,-тип яҙа ул тыуған ауылы,сығышы тураһында.

1-се алып барыусы Гүзәл тәбиғәт  ҡосағында урынлашҡан Аҡъюл ауылында,Сәләхетдин һәм Кәримә Ильясовтар ғаиләһендә донъяға килә.”Әсәйем уҡый-яҙа белмәһә лә,телмәре төҙөк,матур булды.Бер ҡасан да тупаҫ хәбәр һөйләмәне,беҙгә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне.Әсәйем күңеленә бөтә сабырлыҡты йыйғандыр,уның хисе лә сабыр ине.Ә атайым логик фекерле,эске ныҡлылығы менән айырылып торҙо,”-тип хәтерләй Й.Ильясова.Ата-әсәһенә,тыуған йортона,бала сағына булған һөйөүе,һағыныу хистәре аҡ ҡағыҙға шиғыр булып төшә.( уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

”Бәхет”шиғыры-24-се бит,27-се бит,170-171-се биттәр)

2-се алып барыусы Тәүге шиғырын ул бишенсе класта уҡығанда яҙа.Артабан 1-се һанлы интернат- мәктәптәбендә уҡығанда ла,студент йылдарында ла ижад эшен әүҙем алып бара.бишенсе курсты бөткәндә үк ,китап сығарырлыҡ шиғырҙары була, донъяға сығарырға ғына ҡыйыулығы етмәй.Шунан тормошҡа сыға,балалары тыуа,шиғриәттән оҙаҡ ваҡытҡа китеп тора.Әммә бер тапҡыр шиғриәт шишмәһенең саф һыуын татып ҡараған Йомабикә ҡабат һыуһап-сарсап ижад юлына килә.Инде ул был донъяға әсә булып,тормош йәмен эҙләгән,Һөйөү тәментатыған ҡатын-ҡыҙ булып баға,шиғырҙарынан илаһи бер моң яңғырай.(Ҡыҙыма,улыма, был һөйөүме?) уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

Экранда ғаилә фотоһы.

1-се алып барыусы Й.Ильясова хисле шағирә лә,абруйлы етәксе лә,үткер телле журналист булараҡ та билдәле.Байтаҡ йылдар инде ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сығарылған”Башҡортостан ҡыҙы”журналында баш мөхәррир  булып эшләй.Һәр саҡ халыҡ араһында,ҡатын-ҡыҙҙар,ғаилә мәсьәләләрен хәл итеүҙә аҡыллы кәңәштәре,тәрән фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһай.

(Башҡортостан журналдары күргәҙмәһе)

Тәүге китабы 1991 йылда”Яуа,яуа алтын япраҡтар”тигән исем менән донъя күрҙе.

1993 йылда балалар өсөн “Серле төн”,1994 йылда “Һарғайма,йәй!”, 1998-“Ҡабырсаҡта”, 2005-“Бәхет эргәһендә”, 2007-Елгә ҡаршы”тигән шиғыр йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты.

Экранда китаптары.

2-се алып барыусы “Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде,уҡыусы булараҡ,минең күңелемә ҡағылмай үтмәйҙәр.Былай ғына ла түгел.Улар яҡты һағышҡа һабыштыралар,рухты сафлыҡ менән һуғаралар.Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай Ильясова.Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам,”-тип оло баһа бирә халыҡ шағиры Мостай Кәрим.Әҙәбиәт белгесе,яҙыусы Ғайса Хөсәйенов”Йомабикәнең үҙен миниатюр шиғырҙар оҫтаһы итеп “күрһәтте.Ысынлап та,уның шиғырҙарының күпселеге ҡыҫҡа ғына,әммә тос фекерле.

Һүҙҙәр...Һүҙҙәр аға

Шишмә төҫлө сылтыр-сылтыр,

Араларҙы бәйләп,

Ялғаналар сылбыр-сылбыр.

Һүҙҙәр...Елдәр асҡан

Япраҡтарҙай тик бер көйгә

Күңелдәрҙе аса

Бер-беренә көн дә,көн дә...

1-се алып барыусы “Йәшәйештең төрлө миҙгелдәрен татып,түбәндән һәм бейеклектәрҙән бағып,шағирә үҙ-үҙен танырға теләй,кеше булыуҙың асылын юллай.Уй-тойғо тәрәнлектәрен кисеп,космогоник киңлектәр аша үтеп,беҙгә ғәжәйеп бер яңы шиғриәт килә,..Йомабикәнең шиғырҙарын трибунанан уҡып төшөп,ҡапылдан ғына тынып ҡалып булмай...-улар фекер алышырға өндәй,”-тип яҙҙы Муса Ғәли.

Мин кем?

Үҙ күңелем.

Үҙ хәтерем.
Үҙ күргәнем.

Үҙ хәбәрем.

Үҙ ғүмерем.

Үҙ яҙығым.

Үҙ күререм.

Үҙ яҙғаным.

2-се алып барыусы Әҙибә үҙ ижадында Тыуған иленә,еренә, халҡына,теленә һөйөү тойғоларын йыйнаҡ ҡына ,ҡысҡырмай ғына иҫ киткес сағыу итеп әйтеп бирә.”Башҡортостан” уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

 Ул  тормош асылы,йәшәү мәғәнәһе,шағирлыҡ ,бәхет  хаҡында йыш уйлана,үҙенә генә хас һығымталар сығара.( уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү))

Көҙҙөң алтыны ергә ҡунған мәлдә тыуғанғамы шағирә күп кенә шиғырҙарын ошо миҙгелгә арнай,көҙ менән тормоштоң күп күренештәрен бәйләй.Уларҙың яңырашы ла көҙгө илаһи бер моң кеүек.(Көҙгө романс,экранда-көҙ күренештәре)уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

Көҙ.

Ағас япраҡ түгә...                     Көҙҙөң төҫө һары ғына,

Нимә тыуа,үлә,                       көҙҙөң төҫө ниңә берәү?

Нимә яна,һүнә,                         Һорауыма ағастарҙан

Ғүмер үҙе бүлә.                        Өҙөлә япраҡ берәм-берәм.

 Уҡытыусы.Ижад үренең баҫҡыстарын бермә-бер яулап барған,һәр күтәрелештә үҙенең уҡыусыһын тапҡан ихлас күңелле шағирәнең тағы ла яулайһы бейеклектәре күп булһын.Ижад шишмәһе  ҡоромаһын!Беҙ бөгөн Й.Ильясова ижадының бер бәләкәй генә өлөшөнә ҡағылып үттек.Уның шиғырҙары күңелгә һарылып,балдай яғылып тора.Үҙе әйтмешләй,

Шиғырҙарым минең үҙем кеүек:

Сәхнәләргә сыға торған түгел,

Улар ихлас итеп өндәшәләр

Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.

Матур күренергә тырышмайса,

Улар яҙылғандар көндәлектәй,

Улар тыуған тын алышым булып

Минең ябай ғына көндәремдән...

Ысынлап та,ул шиғырҙарҙы үҙаллы уҡыһағыҙ,һеҙҙең алда яҡташ шағирәбеҙҙең иҫ киткес матур күңел донъяһы асылыр,тормошта таяныс булырҙай ҡөҙрәт алырһығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект классному часу на башкирском языке для 3 класса на тему”Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по переработке нефти и газа

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Кластан тыш сара

Тема:”Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Йомабикә Ильясова ижадына арнала.

Шиғырҙарым минең үҙем кеүек...”

Уҡытыусы:Хәйбулла ере-бәрәкәтле ер.Ҡылғанлы далаларынан күңел киңлеге,мөһабәт тауҙарынан ныҡлыҡ,серле ҡалынурмандарынан сыҙамлыҡ алып үҫкәнихлас,эскерһеҙ ,тырыш кешеләре менән данлы был ер.Хәйбулла-күренекле яҙыусылар,шағирҙар,артистар,рәссамдар үҫтергән төбәк ул.

1-се алып барыусы.Тауҙарыма ятып һыйынғанда,

Булдың, ерем,һин әсә лә,йәр ҙә.
Бөтә нәмә үткән был донъяла

Бөтмәҫ һөйөү таптым тыуған ерҙә.

-ти шағирә тыуған төйәге хаҡында.Ҡайҙан башлана уның илһам шишмәһенең башы? ”Шағир күңелен аңларға теләһәгеҙ, уның тыуған ерен тәүҙә күрегеҙ”-тигән Гете.

( Экранда тыуған ауылы күренештәре)

2-се алып барыусы Й.Ильясованың тыуған ере-хозур тәбиғәттең бер мөйөшө-Хәйбулла районы Аҡьюл ауылы.

1)Йәнем әрнеп һыҙлағанда

Дауа-Аҡъюл,

Тетрәнеүҙән бөгөлгәндә

Сабыр аҡыл.

Яҡты донъям ҡарайғанда

Изге аҡ нур,

Тормошомдо әйҙәп бара

Аҡ юл,Аҡъюл!

2)Аҡъюл ҡарттың нәҫеленән үҙем,

Бик боронғо ,тиҙәр беҙҙең тамыр,

Бик боронғо минең тамырҙарым,

Тауҙар,һеҙҙә мәңгелеккә ҡалыр,-тип яҙа ул тыуған ауылы,сығышы тураһында.

1-се алып барыусы Гүзәл тәбиғәтҡосағында урынлашҡан Аҡъюл ауылында,Сәләхетдин һәм Кәримә Ильясовтар ғаиләһендә донъяға килә.”Әсәйем уҡый-яҙа белмәһә лә,телмәре төҙөк,матур булды.Бер ҡасан да тупаҫ хәбәр һөйләмәне,беҙгә яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне.Әсәйем күңеленә бөтә сабырлыҡты йыйғандыр,уның хисе лә сабыр ине.Ә атайым логик фекерле,эске ныҡлылығы менән айырылып торҙо,”-тип хәтерләй Й.Ильясова.Ата-әсәһенә,тыуған йортона,бала сағына булған һөйөүе,һағыныу хистәре аҡ ҡағыҙға шиғыр булып төшә.( уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

”Бәхет”шиғыры-24-се бит,27-се бит,170-171-се биттәр)

2-се алып барыусы Тәүге шиғырын ул бишенсе класта уҡығанда яҙа.Артабан 1-се һанлы интернат- мәктәптәбендә уҡығанда ла,студент йылдарында ла ижад эшен әүҙем алып бара.бишенсе курсты бөткәндә үк ,китап сығарырлыҡ шиғырҙары була, донъяға сығарырға ғына ҡыйыулығы етмәй.Шунан тормошҡа сыға,балалары тыуа,шиғриәттән оҙаҡ ваҡытҡа китеп тора.Әммә бер тапҡыр шиғриәт шишмәһенең саф һыуын татып ҡараған Йомабикә ҡабат һыуһап-сарсап ижад юлына килә.Инде ул был донъяға әсә булып,тормош йәмен эҙләгән,Һөйөү тәментатыған ҡатын-ҡыҙ булып баға,шиғырҙарынан илаһи бер моң яңғырай.(Ҡыҙыма,улыма, был һөйөүме?) уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

Экранда ғаилә фотоһы.

1-се алып барыусы Й.Ильясова хисле шағирә лә,абруйлы етәксе лә,үткер телле журналист булараҡ та билдәле.Байтаҡ йылдар инде ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сығарылған”Башҡортостан ҡыҙы”журналында баш мөхәррирбулып эшләй.Һәр саҡ халыҡ араһында,ҡатын-ҡыҙҙар,ғаилә мәсьәләләрен хәл итеүҙә аҡыллы кәңәштәре,тәрән фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһай.

(Башҡортостан журналдары күргәҙмәһе)

Тәүге китабы 1991 йылда”Яуа,яуа алтын япраҡтар”тигән исем менән донъя күрҙе.

1993 йылда балалар өсөн “Серле төн”,1994 йылда “Һарғайма,йәй!”, 1998-“Ҡабырсаҡта”, 2005-“Бәхет эргәһендә”, 2007-Елгә ҡаршы”тигән шиғыр йыйынтыҡтары баҫылып сыҡты.

Экранда китаптары.

2-се алып барыусы “Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде,уҡыусы булараҡ,минең күңелемә ҡағылмай үтмәйҙәр.Былай ғына ла түгел.Улар яҡты һағышҡа һабыштыралар,рухты сафлыҡ менән һуғаралар.Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай Ильясова.Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам,”-тип оло баһа бирә халыҡ шағиры Мостай Кәрим.Әҙәбиәт белгесе,яҙыусы Ғайса Хөсәйенов”Йомабикәнең үҙен миниатюр шиғырҙар оҫтаһы итеп “күрһәтте.Ысынлап та,уның шиғырҙарының күпселеге ҡыҫҡа ғына,әммә тос фекерле.

Һүҙҙәр...Һүҙҙәр аға

Шишмә төҫлө сылтыр-сылтыр,

Араларҙы бәйләп,

Ялғаналар сылбыр-сылбыр.

Һүҙҙәр...Елдәр асҡан

Япраҡтарҙай тик бер көйгә

Күңелдәрҙе аса

Бер-беренә көн дә,көн дә...

1-се алып барыусы “Йәшәйештең төрлө миҙгелдәрен татып,түбәндән һәм бейеклектәрҙән бағып,шағирә үҙ-үҙен танырға теләй,кеше булыуҙың асылын юллай.Уй-тойғо тәрәнлектәрен кисеп,космогоник киңлектәр аша үтеп,беҙгә ғәжәйеп бер яңы шиғриәт килә,..Йомабикәнең шиғырҙарын трибунанан уҡып төшөп,ҡапылдан ғына тынып ҡалып булмай...-улар фекер алышырға өндәй,”-тип яҙҙы Муса Ғәли.

Мин кем?

Үҙ күңелем.

Үҙ хәтерем.
Үҙ күргәнем.

Үҙ хәбәрем.

Үҙ ғүмерем.

Үҙ яҙығым.

Үҙ күререм.

Үҙ яҙғаным.

2-се алып барыусы Әҙибә үҙ ижадында Тыуған иленә,еренә, халҡына,теленә һөйөү тойғоларын йыйнаҡ ҡына ,ҡысҡырмай ғына иҫ киткес сағыу итеп әйтеп бирә.”Башҡортостан” уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

Ултормош асылы,йәшәү мәғәнәһе,шағирлыҡ ,бәхетхаҡында йыш уйлана,үҙенә генә хас һығымталар сығара.( уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү))

Көҙҙөң алтыны ергә ҡунған мәлдә тыуғанғамы шағирә күп кенә шиғырҙарын ошо миҙгелгә арнай,көҙ менән тормоштоң күп күренештәрен бәйләй.Уларҙың яңырашы ла көҙгө илаһи бер моң кеүек.(Көҙгө романс,экранда-көҙ күренештәре)уҡыусыларҙың сығыштары(тасуири шиғыр һөйләү)

Көҙ.

Ағас япраҡ түгә...Көҙҙөң төҫө һары ғына,

Нимә тыуа,үлә,көҙҙөң төҫө ниңә берәү?

Нимә яна,һүнә,Һорауыма ағастарҙан

Ғүмер үҙе бүлә.Өҙөлә япраҡ берәм-берәм.

Уҡытыусы.Ижад үренең баҫҡыстарын бермә-бер яулап барған,һәр күтәрелештә үҙенең уҡыусыһын тапҡан ихлас күңелле шағирәнең тағы ла яулайһы бейеклектәре күп булһын.Ижад шишмәһеҡоромаһын!Беҙ бөгөн Й.Ильясова ижадының бер бәләкәй генә өлөшөнә ҡағылып үттек.Уның шиғырҙары күңелгә һарылып,балдай яғылып тора.Үҙе әйтмешләй,

Шиғырҙарым минең үҙем кеүек:

Сәхнәләргә сыға торған түгел,

Улар ихлас итеп өндәшәләр

Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.

Матур күренергә тырышмайса,

Улар яҙылғандар көндәлектәй,

Улар тыуған тын алышым булып

Минең ябай ғына көндәремдән...

Ысынлап та,ул шиғырҙарҙы үҙаллы уҡыһағыҙ,һеҙҙең алда яҡташ шағирәбеҙҙең иҫ киткес матур күңел донъяһы асылыр,тормошта таяныс булырҙай ҡөҙрәт алырһығыҙ.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 656 304 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 05.05.2015 1012
    • DOCX 38.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Кужина Гульназ Ахмадьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Кужина Гульназ Ахмадьяновна
    Кужина Гульназ Ахмадьяновна
    • На сайте: 8 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2705
    • Всего материалов: 2

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 477 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Мини-курс

Стратегии маркетинга и продаж в B2B

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Стратегии B2C маркетинга: от анализа до взаимодействия с клиентом

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практика гештальт-терапии: техники и инструменты

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 307 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 63 человека