Инфоурок / Классному руководителю / Конспекты / Конспект мероприятия на тему "Атай"

Конспект мероприятия на тему "Атай"



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов

Атай… Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы, тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет. Ниһәйәт-ил ағаһы.

Үҙ көсөндә ҡалһын, үҙгәрмәһен

Боронғонан ҡалған бер өмөт.

Ил ағаһы булып, атай булып,

Ғорур булып ҡалһын ир-егет.

Хөрмәтле атайҙар, һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙә, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар, ғаилә именлеге һәм сәләмәтлек теләйбеҙ.


Сәләм һеҙгә иҫкән таң еленән,

Сәләм һеҙгә роза гөлөнән,

Сәләм һеҙгә барлыҡ балаларҙан,

Сәләм һеҙгә моңдар иленән.


Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Атай һәм әсәй кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Беҙ йәшәгән өй кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Беҙ һөйләшкән тел кәрәк.

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

Тыуған –үҫкән ер кәрәк,

Мәңге тыныс ил кәрәк!


Уҡыусылар башҡарыуында *Башҡортостан - илгенәм* йыры башҡарыла.

Минең атайым-малсы

Наргизәнең-уҡытыусы.

Атайҙарыбыҙ һөнәрле,

Ауылға йәм өҫтәүсе.


Атайымды көн дә эштән

Һағынып көтөп алам.

Һабын менән таҫтамал

Элеп әҙерләп ҡуям.

Рәхмәт, ҡыҙым, һиңә, ти ҙә

Атай ҡарай йылмайып.

Һин дә шулай хеҙмәт һөйһәң,

Йәшәрмен мин ҡыуанып.


Бер минут та тик ултырмай

Минең атайым өйҙә.

Һыу килтерә, малды ҡарай,

Ярҙамлаша әсәйгә.


Атай- әсәй менән бергә,

Гөлдәй гөрләп үҫәбеҙ.

Уҡыйбыҙ ҙа, эшләйбеҙ ҙә,

Күңелле ял итәбеҙ.


Уҡыусылар башҡарыуында *Бөрлөгән* бейеүе


Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын

Килә һеҙгә бүләк итәһе.

Донъялағы матур һүҙҙәрҙең дә

Иң йылыһын килә әйтәһе.


Кешелекле бит һин, изге йәнле,

Ярҙамсыл һин дуҫҡа-туғанға.

Һинән ғәзиз кеше бармы икән,

Беҙ бәхетле тик һин булғанға.


Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,

Уйландың да ғүмер эсендә,

Онотмаҫбыҙ, атай, һис бер ваҡыт

Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.


Аяҙ булһын тыуыр таңдарың

Шатлыҡ нуры сәсһен күҙҙәрең.

Күкрәмәһен аяҙ күңелең

Бойоҡмаһын һис тә йөҙҙәрең.


Һеҙгә һис тә еңел булмағандыр

Үтеүҙәре тормош юлдарын.

Оҙон ғүмер, һаулыҡ, шатлыҡ

Теләй һеҙгә ҡыҙ һәм улдарың.



Тыуғанбыҙ бөтәбеҙ ҙә

Башҡортостан ерендә.

Рәхмәт, тибеҙ Ватанға,

Рәхмәт, тибеҙ илемә.


Уҡыусылар башҡарыуында * Ватан* йыры


Керпек ҡаҡмай поста тора

Илдең ҙур өмөттәре.

Типкән саҡта тимер өҙә

Ҡеүәтле егеттәре.


Армиябыҙ илде һаҡлай

Ҡыҙғанмай йәнен-көсөн.

Бөйөк подвигтарға әҙер

Үҙ туған халҡы өсөн.


Атайым да һалдат булған

Хәҙер һалдат ағайым.

Үҫеп еткәс, мин дә шулай

Тыуған илде һаҡлайым.


Уҡыусылар башҡарыуында *Батырҙар* бейеүе


Атайҙарҙы ҙурламайса,

Байрам-байрам буламы?

Атай юҡта донъя һанһыҙ,

Мәңге йәшә, атайым,

Мин терәгең булырмын.


Ҡотло булһын, атай, байрам көнөң,

Беҙ барыбыҙ ошо теләктә.

Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң

Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.

Тормошта һин ныҡлы терәкһең-

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәкһең.


Уҡыусылар башҡарыуында * Атай* йыры


Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДВ-378193

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>