Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Классному руководителю / Конспекты / Конспект мероприятия на тему "Көҙгө муллыҡ"

Конспект мероприятия на тему "Көҙгө муллыҡ"

  • Классному руководителю

Поделитесь материалом с коллегами:

Көҙгө муллыҡ байрамы”

Маҡсат. Балаларҙы тәбиғәт миҙгелдәре менән таныштырыу. Тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш, ғорурлыҡ хисен тәрбиәләү. Икмәккә, хеҙмәт кешеләренә ихтирам тойғоһон уятыу. Балаларҙың физик, музыкаль һәләтен үҫтереү.

Байрам барышы

Вальс көйөнә бейеп, йәшелсә костюмдарында япраҡ тотҡан балалар инә.

Уҡытыусы

Һаумыһығыҙ, балалар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ. Ә ниндәй байрам икән, кем белә? Дөрөҫ, көҙ байрамы, мул уңыш, йәшелсә байрамы.

Аяз

Моңһоуланды урмандар,
Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.
Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,
Көҙ килде бит, көҙ килде.

Йыр”Листик-листик”

Уҡытыусы. Афарин, балалар, ҡайһылай матур йырлайһығыҙ. Беҙ кемде байрамға саҡырырға онотҡанбыҙ? Эйе, Көҙһылыуҙы. Әйҙәгеҙ уны бергәләшеп саҡырайыҡ.

Балалар. Көҙһылыу, Көҙһылыу!

Көҙһылыу инә.

Көҙһылыу. Һаумыһығыҙ, дуҫтарым! Һаумыһығыҙ, балалар! Мин – уңыш, муллыҡ килтереүсе Көҙһылыу булам.

Һеҙгә ашығып килдем мин,
Һеҙҙе һағынып килдем мин,
Һеҙгә сәләм килтерәм
Йыраҡ-йыраҡ илдәрҙән
Көҙгө әсе елдәрҙән.
«Сулпылар» баҡсаһында
Мине көттөләрме икән?

Балалар. Көттөк, көттөк.

Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, Көҙһылыу, түрҙән үтегеҙ, байрамда бергәләп күœел асайыҡ.


Булат

Баҡсаларға көтмәҫтән,
Ниндәй алтын төҫ керҙе.
Япраҡтар яуҙы юлға,
Көҙ килде бит, көҙ килде.

Наҙгөл

Бөгөн беҙҙең баҡсабыҙҙа
Йәшелсәләр ҡунаҡта.
Шуға күрә һөйләшәбеҙ
Тик ошо ғына хаҡта.

Һуған.

Мин – йәшел һуған
Йыл әйләнәһе тыуған.
Тәмгә әсе булһам да,
Витаминдарға тулам.

Һарымһаҡ.

Мин – һарымһаҡ
Бүлкәт-бүлкәт,
Бик батыр мин,
Бик көслө.

Кишер.

Мин – һарғылт кишер,
Буйы ҙур тип һоҡланһаң,
Ҙур булып үҫәм тиһәң,
Ашыңа һалып бешер.

Сөгөлдөр.

Мин бит – ҡыҙыл сөгөлдөр,
Үҙем шәп, үҙем өлгөр.

Шалҡан.

Ә мин – шалҡан,
Бар ауырыуға – ҡалҡан.

Ҡабаҡ.

Мин – ҡабаҡ,
Минән һеҙгә шул һабаҡ –
Орлоҡтарымды алып
Сәсегеҙ ҡабат-ҡабат.

Помидор.

Мин үҙем – помидор,
Үҙем кескәй,  үҙем ҙур.
Ҡыҙыл булам йә һары,
Витаминдарҙан торам бары.

Көҙһылыу. Афарин, балалар. Көҙ көнө баҡсанан мул йәшелсә-емеш йыйып алалар. Балалар, ошо йомаҡты сисһәгеҙ,  тағы ниндәй үҫемлек хаҡында һөйләргә онотҡаныбыҙҙы белерһегеҙ.

Яҙын сәсәләр,
Көҙөн уралар,
Тирмәндә тарталар.
Нимә ул?

Дөрөҫ, икмәк.  Икмәк – беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ.  Кем икмәк тураһында мәҡәлдәр белә?

-Икмәк – ил байлығы.

-Икмәктән оло аш юҡ.

-Ерҙе һөйгән ас булмаҫ.

- Икмәкте ер уңдырмай, тир уңдыра.

Көҙһылыу. Мәҡәлдәрҙе ҡайһылай күп беләһегеҙ, афарин!

Ҡапма-ҡаршы әйтешеү.

Көҙһылыу. Мин һеҙгә «Кем тиҙерәк япраҡ йыя?» уйынын алып килдем. (Уйнайҙар.)

Уҡытыусы

Афарин, балалар. Ә хәҙер йомаҡ ҡойоп алайыҡ.

1. Алма тиһәң, алма түгел, ҡыяр тиһәң – түңәрәк. (Помидор.)

2. Ҡыҙыл төймә таптым, ауыҙыма ҡаптым. (Еләк.)

3. Осо нәҙек, төбө йыуан, ярата уны ҡуян. (Кишер.)  

4. Башы юҡ – эшләпәле, аяғы бар – итекһеҙ. (Бәшмәк.)

5. Илай ҙа илай, бала-сағаны өйгә ҡыуалай. (Көҙ.)

«Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштереү.

Инсценировка стихотворения « Спор овощей».


Хозяйка однажды с базара пришла,

Хозяйка с базара домой принесла:

Картошку,

Капусту,

Морковку,

Горох,

Петрушку и свеклу.

Ох!


Вот овощи спор завели на столе-

Кто лучше, вкусней и нужней на земле:


Перец : Кто из нас, из овощей,

И вкуснее, и нужней

Кто при всех болезнях

Будет всех полезней?


Горох: Я такой хорошенький

Зелененький мальчишка,

Если только захочу,

Всех горошком угощу!


Свекла: Дай сказать хоть слово мне,

Выслушай сначала.

Свеклу надо для борща

И для винегрета.

Кушай сам и угощай-

Лучше свеклы нету!


Капуста: Ты уж, свекла, помолчи!

Из капусты варят щи.

А какие вкусные пироги капустные!


Редиска: Я- румяная редиска,

Поклонюсь вам низко – низко.

А хвалить себя зачем?

Я и так известна всем!


Огурец: Очень будете довольны,

Съев огурчик малосольный.

А уж свежий огуречик

Всем понравится, конечно!

: Про меня рассказ недлинный:

Морковь

Кто не знает витамины?

Пей всегда морковный сок

И грызи морковку-

Будешь ты тогда, дружок,

Крепким, сильным. ловким.


Помидор: Не болтай, морковка, вздор,

Помолчи немного.

Самый вкусный и приятный

Уж, конечно, сок томатный.


Лук: Я - приправа в каждом блюде

И всегда полезен людям.

Угадали? Я – ваш друг,

Я простой зеленый лук!


Картошка: Я, картошка, так скромна-

Слова не сказала…

Но картошка так нужна

И большим, и малым!


Осень: Спор давно кончать пора!


Овощи: Спорить бесполезно.


Овощи: Кто-то, кажется, стучит…


Все: Это доктор Айболит!


Айболит: Ну, конечно, это я!

О чем спорите, друзья?


Репа: Кто из нас, из овощей,

Всех важней и всех вкусней?

Кто при всех болезнях

Будет всем полезней?

Айболит:Чтоб здоровым, сильным быть,

Надо овощи любить,

Все без исключения,

В этом нет сомненья!

В каждом польза есть и вкус.

И решить я не берусь:

Кто из вас вкуснее.

Кто из вас нужнее!

Күҙ бәйләп һүрәт төшөрөү

А.Имаева көйөнә «Уңыш байрамы»  йыры яңғырай.

Көҙһылыу. Рәхмәт, балалар. Байрамығыҙ бик оҡшаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә китергә лә ваҡыт етте. Икенсе йылға тиклем һау булығыҙ.

Сценарийҙа Г. Юнысова һәм Ф. Ғөбәйҙуллина шиғырҙары файҙаланылды.













Көҙгө муллыҡ байрамы”



Үткәрҙе

Ильясова Г.Р




Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 25.01.2016
Раздел Классному руководителю
Подраздел Конспекты
Просмотров306
Номер материала ДВ-378202
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх