Инфоурок Другое КонспектыКонспект, презентация, видео по творчеству М.Карима

Конспект, презентация, видео по творчеству М.Карима

Скачать материал

                                                                                                                Салауат ҡалаһы

                                                                                                     2 – се кадет мәктәбенең

                                                                                                     башҡорт теле уҡытыусыһы

                                                                                                            Хәйретдинова Ф.М.

 

Мостай Кәрим «Үлмәҫбай»

(Дәрес-лекция)

 

Дәреслек :  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте,  8-се класс

Дәреслектең авторҙары: Тикеев Д.С., Гафаров Б.Б.

Маҡсат: 1. М.Кәрим хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;                    

                 2. Уҡыусыларҙың телмәрен, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

                 3. Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә,  тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: китап, портрет, компьютер.

Дәрес планы:

  • Ойоштороу моменты
  • Маҡсатҡа сығыу
  • Яңы тема
  • Йомғаҡлау
  • Өй эше биреү
  • Баһалау

 

Дәрес барышы

 

l. Ойоштороу моменты.

-          Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-           

ll. Инеш әңгәмә.

(2 слайд) Башҡорт яҙыусылары Бөйөк Ватан һуғышың тәүге көндәренән үк илебеҙҙең азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелде. 50 башҡорт яҙыусыһы үҙҙәре теләп хәрби  хеҙмәткә китте. С.Мифтахов һәм Х.Кәрим иң беренсе булып киттеләр, бер аҙ һуңыраҡ Ҡ.Даян, Ә.Вәли, М.Хәй, С.Кулибай, Ғ.Әмири, Х.Ҡунаҡбай, М. Кәрим, М.Абдуллин, М.Харис, А.Карнай, Н.Нәжми, Ш.Биҡҡол, Ғ.Рамазанов, Х.Ғиләжев. Ғ.Әхмәтшин, һ.б. яҙыусылар уларҙың сафын тулыландырған.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, фашизмға ҡаршы илебеҙҙең бәхете, кешелектең артабанғы юлы хәл ителгән аяуһыҙ көрәш ҡырында Али Карнай, Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис, Ғайса  Йосопов кеүек билдәле яҙыусылар үҙҙәренең ғүмерен ҡорбан итте.

(3 слайд) Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә. (4 слайд)

(5 слайд) Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһы «Минең атым», «Ҡара һыуҙар», «Декабрь йыры», «Днестрҙа май» һәм һ.б. әҫәрҙәрендә сағыла. Һуғыштың баштарынан алып аҙаҡтарына саҡлы тиерлек фронттар кискән, яу юлдарын үткән яугир шағир, хәрби журналист күпте күргән, күпте кисергән. Ул һалдат кешенең уй-тойғоларын тәрәнерәк аңлап һүрәтләй башлай.

lll. Яңы тема

 

            Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең  Бөйөк Ватан һуғышына  арналған тағы ла бер әҫәре менән танышабыҙ. М.Кәримдең ижадында «Үлмәҫбай» поэмаһы айырыуса бер урын алып тора. I, II бүлеген   1942  йылда госпиталдә ятҡанда  тамамлай, III  бүлеген  1944  йылда Украинала яҙыла. (6 слайд)

«Үлмәҫбай» поэмаһы тотошлай ярым әкиәт формаһында. Поэманың уйын ҡатыш етди йөкмәткеһе, әкиәткә тартым жанр үҙенсәлеге йор һүҙле геройы менән генә түгел, әҫәрҙең бөтә оптимистик рухы һәм хәтәр яу яланында һалдат күңеленә ял булырлыҡ, рәхәтләнеп бер көлөп зауыҡланырлыҡ эстетик яҡтары менән дә бәйле.

(7 слайд) «Үлмәҫбай» поэмаһы түбәндәге бүлектәрҙән тора:

1.      Тәүге һунар;

2.      Үлмәҫбай туйға бара;

3.      Алмалар бешкән ине.

Әҫәрҙе уҡыр алдынан, поэма төшөнсәһен иҫкә төшөрөп, уның ниндәй төрҙәре барлығын асыҡлап үтәйек.

(8 слайд) Поэма-тарихи, героик йәки лирик темаға шиғыр менән яҙылған күләмле әҙәби әҫәр. Поэзияла лирик, эпик, лиро-эпик поэмалар йыш осрай. Шулар араһында иң киң таралғаны – лиро-эпик поэмалар.  Бына М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһы менән танышып үткәс, был поэма ниндәй төрөнә ҡарай икәнен асыҡлап үтербеҙ.

Әҫәр буйынса эш.

1.      (9 слайд) Беренсе  бүлеген уҡыусылар сылбырлап уҡып ишеттерә.

 

Беҙ был бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ?

Ул беҙҙең  күҙ алдыбыҙға  ниндәй  кеше булып килеп баҫа?

(Был бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, тәүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуғыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап эш итә белеүен күрәбеҙ).

   

2.      (10 слайд) Икенсе  бүлеген уҡыусылар үҙ аллы уҡый.

Был бүлектә Үлмәҫбай менән Теребайҙың ниндәй  батырлыҡтары тасуирлана? (Был бүлектә Үлмәҫбай менән Теребайҙың яңы батырлыҡтары тасуирлана. Үлмәҫбайҙың үҙе биш ҡарыш самаһы, һаҡалы етмеш ҡарыш ҡарт менән осрашыуы, уның мир башы ҡыҙының немецҡа кейәүгә сығыуы тураһындағы хәбәре, Теребай менән Үлмәҫбайҙың икәүләшеп туйға барыу ваҡиғалары комментарийҙар биреү юлы менән уҡыла).

lY. Йомғаҡлау.

- Поэманың төп геройҙары кемдәр?

(Үлмәҫбай менән Теребай - һалдаттар, разведчиктар).

- Уларға ниндәй сифаттар хас?

(Улар үҙҙәрендә халыҡҡа хас ҡыйыулыҡты, батырлыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллелекте, таҫыллыҡты, тапҡыр аҡыллылыҡты һәм юморҙы кәүҙәләндерәләр. Уларҙың исемдәре үк халыҡгың үлемһеҙлеген, халыҡтың мәңгелек булыуын раҫлай).

 

Y.  Өй эше. (11 слайд) Өсөнсө бүлеген уҡырға, әҫәрҙән мәҡәл-әйтемдәрҙе яҙып алырға һәм ошо һорауға яуап бирергә: «Үлмәҫбай менән Теребай ниндәй пландар ҡоралар һәм уларҙы тормошҡа нисек ашыралар? »

     Yl.Баһалау

 

     VII.  (12 слайд)  М.Кәрим тураһында фильм ҡарау.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект, презентация, видео по творчеству М.Карима"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Садовод-декоратор

Получите профессию

Секретарь-администратор

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 407 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 26.04.2016 641
    • DOCX 24.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Хайретдинова Флюра Мусиевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Хайретдинова Флюра Мусиевна
    Хайретдинова Флюра Мусиевна
    • На сайте: 7 лет и 11 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 2903
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Мини-курс

Национальная система учительского роста: путь к эффективности

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Дизайн и визуальная коммуникация

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 26 человек из 14 регионов

Мини-курс

Основы классической механики

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе