Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Конспект сценария "Золотая осень" 2 класс

Конспект сценария "Золотая осень" 2 класс

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа с. Ургаза муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан



Рассмотрено и принято

на заседании ШМО учителей

начальных классов

Руководитель

_________/Надршина А.М../

Протокол № 1

от «_ »_августа_2016 г.



«Согласовано»

Заместитель директора по УВР

_________/Минишева З.Х./


«__»____________2016г.

«Утверждено»

Директор школы

_________/Хасьянова Г.М./

Приказ № ___

от «__»__________2016г.





Башкирский язык и литература


Рабочая программа

по башкирскому (родному) языку и литературе для 2а класса.

Уровень изучения предмета начального общего образования (базовый).

Срок реализации программы 2016-2017.

Разработана на основе авторской программы « Башкирский язык» для учащихся башкир 2 класса школ с русским языком обучения, (стандарты второго поколения) Китап, Уфа-2015г. Авт - сост.: Ф.Ф. Муртазина, З.Г. Нафикова

Составитель: Надршина Айсылыу Мухаметовна

учитель начальных классов















2016 г.



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2 – се класы өсөн башҡорт ( туған) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

1.Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләр

Шәхси һөҙөмтәләр

Башҡорт телен 2 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Метапредмет һөҙөмтәләр

Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре

Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

-уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

яҙыу техникаһына эйә булыу;

үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Коммуникатив оҫталыҡтар

Һөйләү телмәре

Диалогик форма:

-типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

-һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

-өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

-башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

-текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре


2. Телмәрҙең тематик йөкмәткеһе


Һөйләү һәм яҙма телмәрҙең йөкмәткеһе белем биреү һәм тәрбиәүи маҡсаттарға , башланғыс класс уҡыусыһының йәш үҙенсәлектәренә тап килә һәм түбәндәге темаларҙы үҙ эсенә ала:

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен һәм өндәрен өйрәнеү.

Танышыу. Һаулыҡ һорашыу.

Мин һәм минең ғаиләм. Минең яратҡан шөғөлөм. Көн тәртибе. Магазин: кейем-һалым, аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек алыу. Яратҡан ризығым. Ғаилә байрамдары: тыуған көн, Яңы йыл. Бүләктәр.

Минең дуҫтарым. Йорт хайуандары.

Минең мәктәбем. Класс бүлмәһе, уҡыу предметтары, уҡыу әсбаптары. Дәрестәр.

Тирә яҡтағы донъя. Минең йортом/ квартирам/ бүлмәм: бүлмәләр, йыһаздар. Тәбиғәт. Йорт хайуандары һәм ҡырағай хайуандар. Яратҡан миҙгелем. Һауа торошо.

Тыуған илем. Башҡортостандың баш ҡалаһы. Әҙәби персонаждар. Балалар фольклоры.

3. Тематик план


Тема


Сәғәт һаны

1

Танышыу


2

2

Минең мәктәбем


9

3

Минең республикам


6

4

Мин һәм минең ғаиләм


26

5

Мин һәм минең дуҫтарым


10

6

Мине уратып алған донъя


15


Бөтәһе

68


Тематик планлаштырыу. (68 с.), 2016-2017 уҡыу йылы


Дәрес

Планлаштырылған

Үткәрел

гән

Тема

Примечание





Танышыу


1

03.09



Һаумыһығыҙ! Хәлдәрең нисек?



2

07.09


Был кем? Был нимә? Яңы уҡыу йылы менән!






Минең мәктәбем


3

10.09



Бөгөн кем дежур? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.



4

14.09


Мәктәптә нимә бар? Яңғыҙлыҡ иседәрҙең яҙылышы



5

17.09


Класта нимә бар? Һөйләм.



6

21.09


Уҡыу кәрәк – яраҡтары. Миңә нимә кәрәк? Һөйләм төрҙәре.



7

24.09


Һанайыҡ әле. Һиңә нисә йәш?

Һандар.


8

28.10


Аҙнала нисә көн? Аҙна көндәре.

Хәбәр һөйләм.


9

01.10


Һорау һөйләм .Өндәү һөйләм.



10

05.10


Дәрестәр теҙмәһе. Өн һәм хәреф



11

08.10


Дәрестә. Тәнәфестә. Ҡалын һуҙынҡылар.






Минең республикам



12

12.10


Мин Башҡортостанда йәшәйем.

Нәҙек һуҙынҡылар



13

15.10


Мин Өфөлә йәшәйем. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



14

19.10


Мин ҡалала йәшәйем.



15

22.10


Мин ауылда йәшәйем.



16

26.10


Өфөлә экскурсияла.



17

29.10


Нимә белдек? Нимәгә ойрәндек?






Мин һәм минең ғаиләм



18

09.11



Беҙ – татыу ғаилә.



19

12.11


Кем булып эшләй? Үҫкәс, кем булаһың?



20

16.11


Тән өлөштәре.



21

19.11


Ҡайһы ерең ауырта?



22

23.11


Дарыухана.



23

26.11


Таҙалыҡ – ҙур байлыҡ.



24

30.12


Минең көн тәртибе. Мин – ярҙамсы.



25

03.12


Аҙыҡ-түлек.



26

07.12


Тәмле-тәмле...



27

10.12


Емеш-еләк.



28

14.12


Йәшелсәләр



29

17.12


Яратам аратмайым...



30

21.12


Иртәнге аш. Төнгө аш.



31

24.12


Баҙарҙа. Аҙыҡ-түлек магазинында.



32

28.12


Һауыт-Һаба.



33

18.01


Сәй табыны янында.


Нимә менән?



34

21.01


Ҡайҙан?



35

25.01


Ҡунаҡҡа килегеҙ!



36

28.02


Күлдәгең матур икән!



37

01.02


Ниндәй туҡынманан?



38

04.02


Магазинда нимәләр һатыла?



39

08.02


Һеҙгә нимәне күрһәтергә?



40

11.02


Үлсәме ниндәй? Хаҡы күпме?



41

15.02


Яңы кейем – яңы шатлыҡ.



42

18.02


Ҡасан кейәм?



43

22.02


Нимә белдек? Нимәгә ойрәндек?






Мин һәм минең дуҫтарым



44

25.02


Минәң әхирәтем. Минең дуҫым.



45

01.03


Дуҫым Аҡтүш. Йорт хайуандары.



46

04.03


Йорт ҡоштары. Минең ҡомағым.



47

11.03


Дуғымдың йәнлектәре.



48

15.03


Зоомагазинда.



49

18.03


Дуҫыма хат. Байрам менән!



50

22.04


Байрамдар. Яңы йыл байрамы.



51

05.04


Әсәләр – нур сәсәләр.



52

08.04


Уйынсыҡтар. Уйынсыктар магазины.



53

12.04


Нимә белдек? Нимәгә ойрәндек?








Мине уратып алған донъя



54

15.04


Беҙҙең фатир. Минең бүлмәм.



55

19.04


Светофор тора юлда.



56

22.04


Ҡала урамында.



57

26.04


Йорт алды. Беҙҙең өй.



58

29.04


Һауа торошо. Көн ниндәй?



59

03.05


Миҙгелдәр. Яратҡан миҙгелем.



60

06.05


Ҡар яуа. Сана шыуабыҙ.



61

10.05


Тылсымлы кәштә.


62

11.05


Яҙ килә. Баҡсалағы эштәр.



63

13.05


Түтәлдә нимә үҫә?


64

17.05


Йәмле йәй. Ағастар. Урманда.



65

20.05


Үҫемлектәр. Ялан үҫемлектәре.


66

24.05


Ҡырағай хайуандар.



67

27.05


Ҡырағай ҡоштар.



68

31.05


Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?



Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 11.11.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров26
Номер материала ДБ-341949
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх