Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока Алмаш,уларҙың килеш менән төрләнеше.

Конспект урока Алмаш,уларҙың килеш менән төрләнеше.

Скачать материал

Дәрестең авторы – Гималетдинова Гөлназ Заһит ҡыҙы

Предмет – Башҡорт теле

Класс: 5

Тема: Алмаш. Уларҙың килеш менән үҙгәреше.

Маҡсат: 1)Алмаш темаһы буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү Яңы һүҙҙәр менән таныштырып, актив һүҙлеккә индереү;2) Зат алмаштарының килеш менән үҙгәрешен өйрәнеү, бәйләнешле ҡыҫҡа текст төҙөү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, 3) Дуҫлыҡ, тоғролоҡ тураһында һөйләшеү.

Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, экран, һүрәттәр, таблицалар.

Дәрес барышы:

ІI. Ойоштороу мәле. Сәләмләү.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!

1-се слайд:

(Психологик комфорт ойоштороу. Яҡшы кәйефле битлек. Уҡыусылар шиғырҙы йылмайып, күтәренке тауыш менән һөйләйҙәр)

2 – се слайд

–​ Яҡшы беҙҙең хәлдәребеҙ,

Бик яҡшы кәйефебеҙ.

Башҡорт телен – дәүләт телен

Өйрәнергә килгәнбеҙ.

- Тимәк, кәйефегеҙ күтәренке. Бик яҡшы! Дәресте башлайыҡ.

ІII. І Артикуляцион күнегеүҙәр.

- Ә хәҙер, уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ. Нимә эшләргә кәрәк? (Әөҡғҫҙһүң) башҡорт теленең специфик хәрефтәре менән һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.

3-сө слайд:

- Дәрес темаһын белер алдынан, өй эшен тикшереп үтәйек.

III. Өй эшен тикшереү. 29-сы бит уҡырға

IV. Яңы лексик тема өҫтөндә эш.

1. Маҡсатты билдәләү:

- Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Моғайын, ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.

4-се слайд: Уҡырбыҙ, яҙарбыҙ, уйнарбыҙ






ҡыусыларҙың яуаптарын тыңлап ҡарау)

- Дәрестә беҙ яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, яҙасаҡбыҙ, уҡырға ла, уйнарға ла өлгөрәсәкбеҙ.

2. Теманы билдәләү:

5-се слайд:

Ребусты сисһәгеҙ теманы белербеҙ АЛМА +ш

- Уҡыусылар, ниндәй һүҙ килеп сыҡты инде? (Алмаш)

- Был һүҙ рус теленә нисек тәржемә ителә икән? (Местоимение)

өрөҫ. Беҙҙең бөгөнгө грамматик тема “Алмаш” тип атала. Алмаш, русса әйткәндә, местоимение тип тәржемә ителә. Алмаш – ул һүҙ төркөмө.

- Экрандағы алмаштарҙы тәржемә итәйек

Я Мы

Ты Вы

он(она) они

- Алмаштар ни өсөн кәрәк?

3. Китаптың 45-се битен асығыҙ. 99-сы күнегеүҙе табығыҙ. Уҡығыҙ. Тәржемә итәбеҙ. Һеҙгә һөйләмдәр оҡшаймы? Ни эшләргә кәрәк? (әсәй һүҙен алмаш менән алыштырырға)

- 1уҡыусы алмаштырып уҡый.

- Уҡыусылар, арып киткәнһегеҙҙер. Ял итеп алайыҡ.

V. Ял итеү минуты.

7-се слайд:

Баҫтыҡ, (Уҡыусылар баҫа)

Күҙҙәрҙе йомдоҡ, (Күҙҙәрҙе йомоу)

Тынысландыҡ,

Ҡулдарҙы һуҙҙыҡ, (Ҡулдарҙы алға һуҙыу)

Аҫҡа төшөрҙөк, (Ҡулдарҙы аҫҡа төшөрөү)

Беҙҙең ҡулдар ял итә,

ял итә,ял итә, (Ҡулдарҙы һелкетеү)

Күҙҙәрҙе астыҡ, (Күҙҙәрҙе асыу)

Ултырҙыҡ. (Ултырыу)

VI. Яңы грамматик тема өҫтөндә эште дауам итеү.

-Уҡыусылар, экранда нимәләр бирелгән? (килештәр)

- Таблицаны ҡарағыҙ, тимәк зат алмаштарын килеш менән үҙгәртеп була. Китаптың 46-сы битен асығыҙ. Таблицаларҙы ҡарағыҙ.

Таблицалар баҫылған ҡағыҙ таратып бирелә.

Килештәр

Берлек

Төп килеш

Эйәлек килеш

Төбәү килеш

Төшөм килеш

Урын-ваҡыт килеш

Сығанаҡ килеш

мин – я

минең – у меня

миңә – мне

мине – меня

миндә – у меня

минән – от меня

һин – ты

һинең – у тебя

һиңә – тебе

һине – тебя

һиндә – у тебя

һинән – от тебя

ул – он

уның – у него

уға – ему

уны – его

унда – у него

унан – от него


Килештәр


Төп килеш

Эйәлек килеш

Төбәү килеш

Төшөм килеш

Урын-ваҡыт килеш

Сығанаҡ килеш

беҙ – мы

беҙҙең – у нас

беҙгә – к нам

беҙҙе – нас

беҙҙә – у нас

беҙҙән – от нас

һеҙ – вы

һеҙҙең – у вас

һеҙгә – к вам

һеҙҙе – вас

һеҙҙә – у вас

һеҙҙән – от вас

улар – они

уларҙың – у них

уларға – им

уларҙы – их

уларҙа – у них

уларҙан – от них

- Уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ. Бында “Минең дуҫым” исемле текст бирелгән. Йәйә эсендәге алмаштарҙы башҡортсаға тәржемә итеп яҙырға кәрәк. Был күнегеүҙе дәфтәргә эшләйһегеҙ. Унан дәфтәрҙәрҙе алышып тикшерәләр.

9-сы слайд:

Минең дуҫым.

(Мой) дуҫымдың исеме Рөстәм. (Ему) ун бер йәш. (Он) бишенсе синыфта уҡый. (Он) (мне) гел ярҙам итә. (У него) Алия исемле һеңлеһе бар. (Мы) бергә уйнайбыҙ. (Я) (его) ысын дуҫым тип һанайым.

- Уҡыусылар, бында алмаштар нимә урынына киләләр? (Исем урынына, дуҫым һүҙе урынына)

- Тимәк, ниндәй һығымта яһайбыҙ инде? (Яуаптарын тыңлау)

10-сы слайд:

Минең дуҫым.

Минең дуҫымдың исеме Рөстәм. Уға ун бер йәш. Ул бишенсе синыфта уҡый. Ул миңә гел ярҙам итә. Уның Алия исемле һеңлеһе бар. Беҙ бергә уйнайбыҙ. Мин уны ысын дуҫым тип һанайым.

-Ә һеҙҙең дуҫығыҙ бармы? Уның исеме нисек?

- Дустарығыҙ күпме, әллә берәү генәме?

- 118-се күнегеүҙе телдән эшләйбеҙ.

VII. Рефлексия.

- нисек уйлайһығыҙ дәрес башында ҡуйған проблеманы хәл иттекме? Маҡсатҡа ирештекме? Алмаш нимә ул? Ул нимәне алмаштырып килә?

- Үҙеңә ниндәй баһа ҡуяр инең?

Баһалау.

- Дәрестә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!

11-се слайд:

VIII. Өй эше.

46 –сы күнегеү алмаштарҙы ятл.



Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока Алмаш,уларҙың килеш менән төрләнеше."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Инженер по автоматизации производства

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 515 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 29.02.2016 3317
    • DOCX 25.3 кбайт
    • 67 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гималетдинова Гульназ Загитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 1 месяц
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 8979
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Инклюзивное образование: нормативное регулирование

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология детства и подросткового возраста

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 107 человек из 49 регионов
  • Этот курс уже прошли 63 человека

Мини-курс

Психология расстройств пищевого поведения

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 158 человек из 51 региона
  • Этот курс уже прошли 93 человека