Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока Ете могжизэ

Конспект урока Ете могжизэ

Международный конкурс по математике «Поверь в себя»

для учеников 1-11 классов и дошкольников с ЛЮБЫМ уровнем знаний

Задания конкурса по математике «Поверь в себя» разработаны таким образом, чтобы каждый ученик вне зависимости от уровня подготовки смог проявить себя.

К ОПЛАТЕ ЗА ОДНОГО УЧЕНИКА: ВСЕГО 28 РУБ.

Конкурс проходит полностью дистанционно. Это значит, что ребенок сам решает задания, сидя за своим домашним компьютером (по желанию учителя дети могут решать задания и организованно в компьютерном классе).

Подробнее о конкурсе - https://urokimatematiki.ru/


Идёт приём заявок на самые массовые международные олимпиады проекта "Инфоурок"

Для учителей мы подготовили самые привлекательные условия в русскоязычном интернете:

1. Бесплатные наградные документы с указанием данных образовательной Лицензии и Свидeтельства СМИ;
2. Призовой фонд 1.500.000 рублей для самых активных учителей;
3. До 100 рублей за одного ученика остаётся у учителя (при орг.взносе 150 рублей);
4. Бесплатные путёвки в Турцию (на двоих, всё включено) - розыгрыш среди активных учителей;
5. Бесплатная подписка на месяц на видеоуроки от "Инфоурок" - активным учителям;
6. Благодарность учителю будет выслана на адрес руководителя школы.

Подайте заявку на олимпиаду сейчас - https://infourok.ru/konkurs

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:





Тема : Башҡортостандың ете мөғжизәһе.

Шүлгәнташ мәмерйәһенең рәсемдәре.

Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Хәйерле иртә!

  • Дәрес алды шиғыры. Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн,

Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне

Беҙҙе туйҙырған өсөн,

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

2. Инеш өлөш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар! Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ. Сәйәхәткә аҡбуҙат менән барасаҡбыҙ. Әйҙәгеҙ уны саҡырайыҡ! ( ҡулдары менән атта сабыу хәрәкәтен күрһәтәләр һәм телдәре менән ат сабып килгән тауыш сығаралар). Аҡбуҙат һүрәте.

Бына Аҡбуҙатыбыҙ осоп килеп тә етте. Аҡбуҙат һеҙгә танышмы, уҡыусылар? (уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

Һәр дөрөҫ яуабығыҙ өсөн ошондай жетон бирәм, дәрес аҙағында сутларбыҙ кемдең 5-6 шуға “5”, 4-3 “4”-ле.

Уҡытыусы. Сәйәхәткә юланыр алдынан, әйҙәгеҙ юлда осраясаҡ яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ.

3. Һүҙҙәр өҫтөндә эш: слайд

Мөғжизә, һәйкәл, шифахана, мәмерйә һ.б. һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөп әйтеү.

4. Төп өлөш.

Уҡытыусы. Аҡбуҙатҡа ултырып, Башҡортостандың мөғжизәләрен эҙләп, сәйәхәткә юлланайыҡ.

Уҡыусылар, нимә күренә унда?(алда Салауат Юлаев һәйкәле күренә). Был ни мөғжизә?

  • Уҡыусылар яуап бирә: был Салауат Юлаев һәйкәле.

  • Бер уҡыусы үҙенең белгәндәре тураһында һөйләп бирә.

Уҡытыусы һығымта яһап ҡуя: Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.

Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә 19,8 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.

Бына беренсе мөғжизәне лә таптыҡ. Беренсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле.

Уҡытыусы. Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Сәйәхәтебеҙ республикабыҙҙың төньяҡ – көнсығышына йүнәлә. Алда ниндәйҙер тау күренә. Был ниндәй тау икән? Слайдтар.

Яуап: Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы (картала урыны күрһәтелә).

  • Тауҙың нимәһе мөғжизә булырлыҡ икән?

Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла. Икенсе мөғжизәбеҙ - Янғантау. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу.

Уҡытыусы. Күҙҙәрҙе йомоп Аҡбуҙатта еләбеҙ. Күҙҙәрҙе асайыҡ. Беҙ ҡайҙа килгәнбеҙ?

Аҡбуҙатыбыҙ беҙҙе Ғафури районына алып килгән. Бында ниндәй мөғжизә бар икән? (Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы ишетелә.)

  • Уҡыусылар үҙҙәре аңлап, дөрөҫ яуап бирәләр.

Уҡытыусы. Эйе, был Красноусол минерал һыуҙары. Улар нимә менән дан тота?

  • Уҡыусылар яуап бирә.

Уҡытыусы дөйөмләштереп ҡуя: был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.

Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Өсөнсө мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.


Уҡытыусы. Күҙҙәрҙе йомоп, сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Бөрйән районына килеп еттек. Ниндәй мәмерйә был? Унда нимә бар икән? Әйҙәгеҙ, инеп ҡарайыҡ.

Был ни ғәләмәт? Ниндәй һүрәттәр был?

  • Уҡыусыларҙы тыңлау.

  • Уҡытыусы өҫтәлмә мәғлүмәт бирә: Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.

Был беҙҙең өсөн мөғжизәме , уҡыусылар? Эйе. Шулай булғас, яҙып ҡуяйыҡ.

Уҡытыусы. Балалар, мәмерйәнең исеме һеҙгә берәй нимә тураһында һөйләмәйме? Шүлгән + таш.

  • Уҡыусылар яуап бирә: Шүлгән – ул Урал батырҙың ағаһы.

Уҡытыусы. Ә Урал батырҙы беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Уҡыусылар: Башҡорт халҡының « Урал батыр» тигән бөйөк эпосы барлығы тураһында әйтәләр. Унда Урал батыр бөтә кешелектең, ер йөҙөндәге тереклектең үлемһеҙлеге өсөн көрәшә.

  • Был эпостың әһәмиәте нимәлә?

Уҡыусылар : «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора.

Тағы ла бер мөғжизәбеҙҙе таптыҡ. Ул « Урал батыр» эпосы. Уны яҙып ҡуйҙыҡ.

Уҡытыусы. Балалар, арып та киттек буғай . Аҡбуҙатыбыҙға ла ял кәрәк. Ергә төшәп бер аҙ ял итеп алайыҡ.(физминутка). Уҡыусылар йомоп ҡурай моңона бейейҙәр.

Уҡыусылар : Был – ҡурай моңо.

Уҡытыусы. Нимә ул ҡурай? Тирә - яғығыҙға ҡарағыҙ әле. Ниндәй үҫемлек яныбыҙҙа үҫеп ултыра?

Ҡурай – сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120 -170 см. Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Ҡурай – ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

Уҡыусылар һеҙ уны тағы ла ҡайҙа күргәнегеҙ бар?

Уҡыусылар : Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән.

Алтынсы мөғжизә - ҡурай.

Уҡытыусы.Тирә – яғыбыҙ сәскәләргә күмелгән болон. Болон буйлап атлайыҡ. Бәлки, сәскәләр араһында яталыр беҙҙең мөғжизә?(Бал ҡорттарының гөжләүе ишетелә).

Уҡыусылар, был ниндәй тауыш?

Уҡыусылар: Был бал ҡорттарының гөжләүе.

Уҡытыусы. Улар нимә эшләй? Ни өсөн сәскәләргә ҡунғандар?

Уҡыусылар: Улар сәскәләрҙән бал йыя.

Тимәк , беҙҙең етенсе мөғжизәбеҙ табылды мы инде?

  • Эйе.

  • Нимә инде ул?

  • Башҡорт балы.

  • Нимә ул бал?

  • Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт.

  • Ә балды бал ҡорттары нимәнән йыя?

  • Сәскәләрҙән.

  • Ниндәй балдар була?

  • Йүкә , ҡарабойҙай, сәскә балдары.


5. Ҡабатлау. Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән Башҡортостандың ете мөғжизәһен табып бөттөк. Ҡабатлап үтәйек.


Үлән һабағынан эшләнгән музыка ҡоралы

Шифалы һыу

Боронғо һүрәттәр һаҡланған мәмерйә

Боронғо башҡорттарҙың тормошон сағылдырған эпос

Йылылыҡ сығып торған тау

Ағас оялағы шәрбәт

Батырға һәйкәл

6. Тәрбиәүи момент: Эйе, беҙ Аҡбуҙат ярҙамында Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә таптыҡ, улар менән яҡындан таныштыҡ. Ләкин беҙҙең иң ҙур бурысыбыҙ ҡалған бит. Ул ниндәй бурыс?

Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау һәм һығымта яһау: Иң мөһиме - беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.

    1. Нығытыу. Уҡыусылар беҙ бөгөн күп кенә мәғлүмәттәр менән таныштыҡ, яңы һүҙҙәр үҙләштерҙек. Ә хәҙер уларҙы онотмаҫ өсөн нығытыу күнегеүҙәрҙе эшләп алайыҡ.

1- се күнегеү

Фигураға «башҡорт балы» ниндәй һорауына яуап биргән һүҙҙәр яҙ.

2- се күнегеү. Бирелгән һүҙҙәрҙән дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙө.

1. Урынлашҡан, районында, Янғантау, Салауат, шифаханаһы.

2. Дауалайҙар , Янғантау шифаханаһында, ауырыуҙарын, быуын.

3. Аға , тау, Ҡорғаҙаҡ, янында, йылғаһы.

  • Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау, баһалау.

  • Уҡыусыларҙың бөгөнгө дәрестә нимә эшләүҙәре тураһында һорашыу.

8. Дәресте йомғаҡлау:

Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылар бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.

9. Баһалау.

10. Өй эше: бөгөнгө дәрес буйынса викторина һорауҙары төҙөп килергә. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


Самые низкие цены на курсы профессиональной переподготовки и повышения квалификации!

Предлагаем учителям воспользоваться 50% скидкой при обучении по программам профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок".

Начало обучения ближайших групп: 18 января и 25 января. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (20% в начале обучения и 80% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru/kursy



Автор
Дата добавления 15.09.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров30
Номер материала ДБ-195770
Получить свидетельство о публикации

УЖЕ ЧЕРЕЗ 10 МИНУТ ВЫ МОЖЕТЕ ПОЛУЧИТЬ ДИПЛОМ

от проекта "Инфоурок" с указанием данных образовательной лицензии, что важно при прохождении аттестации.

Если Вы учитель или воспитатель, то можете прямо сейчас получить документ, подтверждающий Ваши профессиональные компетенции. Выдаваемые дипломы и сертификаты помогут Вам наполнить собственное портфолио и успешно пройти аттестацию.

Список всех тестов можно посмотреть тут - https://infourok.ru/tests

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх