Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока "Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем"

Конспект урока "Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем"

Скачать материал

Дәрес пландары - Конспекты уроков

Тема: Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем.

Маҡсат: 1.Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә нығытыу.

2. Һөйләү телмәрен үҫтереү.

3. Ярҙамсыллыҡ, дуҫлыҡ сифаттарын тәрбиәләү

Йыһазландырыу: таблицалар, һүрәттәр, аудиокассета, магнитофон.

Дәрестең барышы:

I . Ойоштороу моменты.

- Һаумыһығыҙ! Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар, һеҙҙең атай- әсәйҙәрегеҙ, улар менән дә иҫәнләшегеҙ.

Ҡояшты сәләмләйек!

Һаумы, ҡояш!

 

Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

 

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ!

Дүртле, бишле билдәләрен,

Көн һайын арттырабыҙ!

- Бөгөн синыфта кем дежур?

- Синыфта кем юҡ?

- Синыф дәрескә әҙерме?

II. Психологик әҙерлек. Дәресте башлар алдынан, тәҙрәгә күҙ һалайыҡ әле, балалар.

- Бөгөн көн ниндәй?

- Һауа температураһы нисә градус?

- Бер – беребеҙгә ҡарап йылмайҙыҡ, кәйефтәребеҙ күтәрелде.

- Һинең кәйефең ниндәй төҫтә?

Темаға кереү: Әле ниндәй миҙгел? Ҡыштың билдәләрен әйтеп китәйек

III. Теманы маҡсатты әйтеү Бөгөнгө дәрестә беҙ ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшәсәкбеҙ, яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөйәсәкбеҙ.

IV . Проблемалы ситуация тыуҙырыу. Что вы чувствуете, когда падает снег?

V . Фонетик күнегеү. “Иң шәп хәтер” конкурсы үҙғарыла.

Тышта ҡар яуа.

Ниндәй саф һауа!

Әйҙә, сығайыҡ.

Саңғы шыуайыҡ.

Уҡытыусы уҡыуы. Үҙ аллы уҡыу. Үҙенсәлекле өндәрҙе бар хор менән уҡыу. Шиғырҙы хор менән уҡыу. Өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтәбеҙ. Кем шиғырҙы яттан һөйләй?

VI.Һүҙлек диктанты.

Күплектә ҡуйып яҙырға. буран- бурандар ҡыш- ҡыштар ҡар- ҡарҙар боҙ- боҙҙар саңғы- саңғылар сана- саналар Дәфтәрҙәрҙе алмашып тикшерәбеҙ.

Кем 5,4,3 алды? Бер-беребеҙҙе маҡтайбыҙ: афарин, маладис! Һүҙҙәр ярҙамында һүҙбәйләнештәр төҙөйбеҙ. (Таҡтала). ҡыш ҡалын ҡар һыуыҡ һауа көслө буран саф көндәр ап-аҡ боҙҙар һалҡын

7. Һүҙлек эше. Һүҙлек дәфтәренә яҙыу, һүҙбәйләнештәр төҙөү.

БӘҪ- ИНЕЙ ЯЛТЫРАЙ- БЛЕСТИТ ҠАР БӘРЕШЕҮ- ИГРАТЬ В СНЕЖКИ ОНОТМАҒЫҘ- НЕ ЗАБУДЬТЕ ТАҒАРАҠТАР ЭШЛӘРГӘ- ДЕЛАТЬ КОРМУШКИ

8. Текст өҫтөндә эш. Уҡытыусының уҡыуы.

Ҡыш

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Ноябрь, декабрь, ғинуар- ҡыш айҙары. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы менән ҡарағайҙар ғына йәп- йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Балалар ҡар бәрешеп уйнайҙар, сана, саңғыларҙа, конькиҙарҙа шыуалар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ағастарҙа бәҫ ялтырай. Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар- беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡышын бик ҡыйын. Уларға ярҙам итергә онотмағыҙ! - Берәр һөйләмләп уҡыусылар уҡый.

- Һүҙлек эше. Ниндәй таныш түгел һүҙҙәр осраны? Һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итеү: ҡыш айҙары, ҡыш башлана, боҙ менән ҡаплана.

- Һөйләмдәрҙе тәржемә итеү: Только ели и сосны очень зеленые. Не забудьте им помочь!

- Берәр һөйләмләп уҡыу, тәржемә итеү. - Һорауҙарға яуап биреү: Башҡортостанда ҡыш ҡасан башлана? Күлдәр, йылғалар нимә менән ҡаплана? Балалар нимә эшләйҙәр? Ҡоштарға нисек ярҙам итергә мөмкин? -

10. Физминутка -

Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ.

Дәрес башында был шиғырҙы беҙ матур итеп уҡығайныҡ, хәҙер уны йырлап та алайыҡ. Парталарҙан сығып баҫтыҡ, ҡулдарыбыҙҙы бөйөргә ҡуйҙыҡ. (Ял итеү) -

- Тышта ҡар яуа, ҡар яуа.

- Ниндәй саф һауа, саф һауа! -

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ.

- Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ.

- Ҡырға барайыҡ, барайыҡ. -

Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ. -

Биттәр ал булыр, ал булыр.

- Күңелле ял булыр, ял булыр.

11. Карточкалар буйынса эш. Беҙҙең ҡуян да ҡыш миҙгелен ярата икән. Мин һеҙгә уның иншаһын таратып бирәм. Ҡабаланып, ул тыныш билдәләре ҡуйырға онотҡан. Әйҙәгеҙ, беҙ төҙәтәйек.

ЕР – ЗЕМЛЯ ҠАПЛАНА – ПОКРЫВАЕТСЯ САФ – СВЕЖИЙ ҺАУА – ВОЗДУХ РӘХӘТЛӘНЕП – С УДОВОЛЬСТВИЕМ ШЫУАМ – КАТАЮСЬ ЙӨРӨЙӨМ – ХОЖУ

Минең яратҡан миҙгелем- ҡыш. Бөтә ер ап- аҡ ҡар менән ҡаплана. Һауа шундай саф! Рәхәтләнеп саңғыла йөрөйөм, сана, коньки шыуам. Ҡыш көнө иң матур байрам – Яңы йыл була. Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы. Үҙ аллы уҡыу. Тыныш билдәләре ҡуйыу, тәржемә. Сылбырлап уҡып, тикшереү. - Ә һеҙ ниндәй миҙгелде яратаһығыҙ? Таблица буйынса эш. Һин ниндәй миҙгелде яратаһың? Минең яратҡан миҙгелем…( ҡыш, йәй, яҙ, көҙ). Ҡыш көнө мин …, … . Уҡытыусы карточкалар тартып бирә Һөйләмдәрҙе тикшереү. Дөрөҫ итеп уҡыу.

12. Таҡтала эш. Һүҙҙәрҙе затта, һанда үҙгәртеү.Белә, йүгерә Мин шыуам Беҙ шыуабыҙ Һин шыуаһың Һеҙ шыуаһығыҙ Ул шыуа Улар шыуалар Күрмә диктант. Ҡыштың тәүге айы – декабрь. Ғинуар – иң һыуыҡ ҡыш айы. Ҡыштың матур байрамы – Яңы йыл. Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү.

XI. Дәресте йомғаҡлау. Ҡыш тураһында ниндәй һөйләмдәр төҙөнөк? Ниндәй миҙгел тураһында һөйләштек ? Ул һеҙгә оҡшаймы? - Балалар ҡыш көнө ни эшләйҙәр? - Ер өҫтө нимә менән ҡапланған? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?

XIII. Баһалау. 1. Һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәренә яҙып алығыҙ. БӘҪ- ИНЕЙ ЯЛТЫРАЙ- БЛЕСТИТ ҠАР БӘРЕШЕҮ- ИГРАТЬ В СНЕЖКИ ОНОТМАҒЫҘ- НЕ ЗАБУДЬТЕ ТАҒАРАҠТАР ЭШЛӘРГӘ- ДЕЛАТЬ КОРМУШКИ

2. Уҡығыҙ һәм тәржемә итегеҙ. Ҡыш Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында башлана. Ноябрь, декабрь, ғинуар- ҡыш айҙары. Күлдәр, йылғалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар ялнғаслана. Тик шыршы менән ҡарағайҙар ғына йәп- йәшел булып ултыралар. Ер аҡ ҡарға күмелә. Балалар ҡар бәрешеп уйнайҙар, сана, саңғыларҙа, конькиҙарҙа шыуалар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн. Ағастарҙа бәҫ ялтырай. Ғинуарҙа яңы йыл башлана. Ғинуар- беҙҙең Башҡортостанда иң һыуыҡ ай. Ыжғыр буранлы көндәр күп була. Ҡоштар һәм йәнлектәргә ҡышын бик ҡыйын. Уларға ярҙам итергә онотмағыҙ! 3. Һорауҙарға яуап бирегеҙ. 1. Башҡортостанда ҡыш ҡасан башлана? 2. Күлдәр, йылғалар нимә менән ҡаплана? 3. Балалар нимә эшләйҙәр? 4. Ҡоштарға нисек ярҙам итергә мөмкин? Минең яратҡан миҙгелем- ҡыш бөтә ер ап- аҡ ҡар менән ҡаплана һауа шундай саф рәхәтләнеп саңғыла йөрөйөм, сана, коньки шыуам ҡыш көнө иң матур байрам – Яңы йыл була.

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока "Ҡыш. Минең яратҡан миҙгелем""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по безопасности

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 625 823 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 24.09.2016 3255
    • DOCX 23.1 кбайт
    • 40 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Вахитова Регина Рафисовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Вахитова Регина Рафисовна
    Вахитова Регина Рафисовна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16181
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 40 человек из 19 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Развитие коммуникации и речи у детей раннего возраста

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 20 регионов

Мини-курс

Методы решения нестандартных математических задач

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Брендинг и архитектура бренда: создание уникальности и цельности в маркетинге

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе