Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Опубликуйте свой материал в официальном Печатном сборнике методических разработок проекта «Инфоурок»

(с присвоением ISBN)

Выберите любой материал на Вашем учительском сайте или загрузите новый

Оформите заявку на публикацию в сборник(займет не более 3 минут)

+

Получите свой экземпляр сборника и свидетельство о публикации в нем

Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока на тему "Ҡылымдың үткән заманы. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар."
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Конспект урока на тему "Ҡылымдың үткән заманы. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар."

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы





Тема: Ҡылымдың үткән заманы.

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.

( VI синыф )


Маҡсат. Ҡылымдың үткән заман формаһының яһалыу юлдарын өйрәнеү, яңы һүҙҙәр үҙләштереү; уҡыусыларҙың бәйләнешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү; ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Башҡортостан картаһы, ҡоштар төшөрөлгән һүрәттәр, таблица, флажок, сана һәм тау һүрәттәре, ребустар.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: ҡышлаусы ҡоштар, тағараҡ, ярҙамға мохтаж.






Дәресте үткәрҙе: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәлимова Г.Д.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

1. Инеш әңгәмә. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

2. Артикуляцион күнегеү.

Дә-дә-дә - һөйләшәм башҡорт телендә.

Дә-дә-дә - яҙам башҡорт телендә.

Ға-ға-ға – ҡаҙҙар китте йылғаға.

  • Ҡаҙҙар ни тиҙәр?

  • Ҡаҙҙар ға-ға-ға, тиҙәр

  • Гә-гә-гә - беҙ китәбеҙ Өфөгә.

II. Өй эшен тикшереү.

  1. Матур Өфө ҡалаһы” йырының бер куплетын йырлау.

  2. Өфө тураһында һөйләмдәр төҙөп, ҡылымдарҙы билдәләү.

III. Яңы теманы үҙләштереү.

  1. Таблицаға таянып теманы аңлатыу.

  • Һеҙ ҡылымдың үткән, хәҙерге һәм киләсәк заман барлығын беләһегеҙ. Бөгөн дәрестә ҡылымдың үткән заман формаһына ныҡлабыраҡ туҡталырбыҙ.

  • Башҡорт телендә үткән заман ҡылымы ике төр ялғауҙар ҡабул итә. –ҡан, -кән; -ған, -гән ялғауҙары һөйләүсе шаһит булмаған, ҡайҙандыр ишеткәнен һөйләгән осраҡта ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡайта-ҡайтҡан, бара-барған. Ә -ны,-не; -ты,-те; -ды,-де ялғауҙары һөйләүсе үҙе шаһит булған осраҡта ҡуйыла: килә-килде һ.б.

  1. Схема ярҙамында һығымта яһау.

  2. Үтелгән теманы нығытыу өҫтөндә эш.

  1. Бирелгән һөйләмдәге ҡылымдарҙы үткән заманға ҡуйып яҙырға. (һөйләмдәрҙе ике вариантта ла уҡып, сағыштырып, һығымта яһала.)

А) Тышта ҡар яуа (-ған; -ҙы)

Б) Айгөл уйында ҡатнаша (-ҡан; -ты)

В) Марат кейенә (-гән; -де)

Г) Ҡоштар йылы яҡҡа китә (-кән; -те).

4. Һүҙлек эше.

Һүҙҙәрҙе уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу, һүҙбәйләнештә һәм һөйләмдәр төҙөү.

  • ярҙамға мохтаж – нуждается в помощи;

  • көнбағыш – семечки;

  • икмәк валсығы – корочка хлеба;

  • тағараҡ – кормушка;

  • аслыҡ – голод;

  • ҡышлаусы ҡоштар – зимующие птицы.

  1. Телмәр үҫтереү күнекмәләре.

  1. Тексты сылбыр буйынса уҡып, тәржемә итеү.

  2. Һорауҙарға яуап биреү.

  1. Уйын-ярыш.

Класс төркөмдәргә бүленә.

  1. 1-се төркөм йылы яҡҡа китеүсе ҡоштар, 2-се төркөм ҡышлаусы ҡоштарҙы “ағас”ҡа урынлаштыра.

  2. 1-се төркөм “Ҡышын ҡоштарға ни өсөн ауыр?”, 2-се төркөм “Уларға нисек ярҙам итеп була?” һорауҙарына яуап әҙерләй.

  1. Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән ҡоштар (аҡҡош, торна, бөркөт, аҡ өкө һ.б.) хаҡында әңгәмә.

  • Ниндәй ҡоштар бөгөндән “Ҡыҙыл китап”ҡа индереүгә мохтаж?

  1. Ял минуты.

Ҡаҙҙар остолар, остолар,

Остолар ҙа ергә төштөләр.

Ял иттеләр, тағы остолар,

Күл өҫтөнә килеп төштөләр.

IV. Теманы үҙләштереү кимәлен тикшереү.

  • Беҙҙең алда мәғрур, бейек “тау” тора. Уға менгән саҡта ҡаршылыҡтар ҙа күп буласаҡ. Иң иғтибарлы һәм зирәктәр генә был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алыр.

  1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.

  2. Ребусты сисһәгеҙ, ҡылым уҡырһығыҙ.

100 + ә (-гән, -ҙө); ҡаҙ + а (-ған, -ҙы); өйрәт + ә (-кән, -те).

3) Мәҡәлдәрҙән үткән замандағы ҡылымдарҙы табып уҡырға, ялғауҙарын билдәләргә. Эшләгән – тешләгән. Тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Һ.б.

- Тау башына юғалтыуһыҙ менеп еттек. Хәҙер санаға ултырып тауҙан елдәй осоп, шыуып төшөп китәбеҙ. (Карточкалар таратыла). Тауҙан шыуып төшкәндә ел һүҙҙәрҙең хәрефтәрен осорған, уларҙы урынына ҡуяйыҡ әле. (Карточкалар йыйып алына).

V. Йомғаҡлау.

  • Ҡоштар тураһында нимәләр белдегеҙ?

  • Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар. Уларҙы һаҡлағыҙ, ҡыш көнө ағастарға тағараҡтар элеп, көн һайын ем һалырға онотмағыҙ.

VI. Өйгә эш.

Ҡылымдың үткән заманын ҡулланып, ҡышлаусы ҡоштар тураһында дүрт һөйләм яҙып килергә.

VII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.

Автор
Дата добавления 22.04.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров160
Номер материала ДБ-047649
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх