Инфоурок Другое КонспектыКонспект урока на тему "Изучение биографии Рауиля Бикбаева"(11 класс)

Конспект урока на тему "Изучение биографии Рауиля Бикбаева"(11 класс)

Скачать материал

                             Ғүмер йомғағы төйөндәре.

                 (11 класта Рауил Бикбаевтың  тормош юлын  өйрәнеү.)

Ма3сат. Ша1ир2ы4 тормош юлы 89м ижады буйынса белемд9р2е система1а килтере7, байытыу: у3ыусылар2ы4 72 аллы эшм9к9крлеген, тасуири 85йл97 89м фекер й5р5т57 89л9тен 76тере7; ша1ир2ы4 ижадына 3арата 3ы2ы38ыныу уятыу.

Йы8а2ландырыу: Р.Бикбаевты4 портреты, китаптарыны4 к7рг92м98е, интерактив та3та. Та3та1а эпиграф я2ыл1ан.

           «Ғүмер - бер йомғаҡ , нисек һүтһәң, шунса үтә

Д9рес барышы. Ойоштороу.(Эпиграф у3ыла, у3ыусылар мен9н берлект9 д9ресте4 ма3саты билд9л9н9 )

У3ытыусыны4 инеш 872е. Быйыл Баш3ортостанды4 халы3 ша1иры, Салауат Юлаев премия8ы лауреаты, филология ф9нд9ре докторы Рауил Т5хф9т улы Бикбаев 75 й9шен билд9л9й. Б5г5нг5 д9рес уны4 тормош юлын 5йр9не7г9 арнала. Уҡыусылар шағир биографияһының дәреслектә бирелмәгән факттары менән таныштырырҙар. ( У3ыусылар 7229рене4 ижады эшт9рен я3лап сы1ыш я8ай2ар, презентациялар к7р89тел9 )

Беренсе у3ыусы.    3ай8ы йыл1а 8ыуын 8ыулай8ы4.

Рауил Т5хф9т улы Бикбаев 1938 йылды4 12 декабренд9 Ырымбур 5лк98е Покровка районында Соран йыл1а8ы буйында1ы 7рге 3уна3бай ауылында тыу1ан.

Үрге Ҡунаҡбай ауылы ҡыпсаҡ ырыуы нигеҙләгән боронғо ауылдарҙан иҫәпләнә.Тарихтан билдәле булыуынса, ҡыпсаҡтар – ғәйрәтле, яусан, даусан тоҡом. Ҡырыҫ дала тәбиғәте, һалҡын ҡыш шарттары уларҙы түҙем, тилбер итеп сыныҡтырған. Ирекле, ватансыл, ғорур тәбиғәтле итеп тәрбиәләгән.

Рауил Бикбаев бала сағының бик күңелле, ғүмергә онотолмаҫлыҡ алсаҡ, хәтирәле мәлдәрен, дала, йылға буйҙары күркен ғүмере буйы күңел түрендә һаҡлай.

Ауылдарына терәлеп аҡҡан Соран йылғаһының яҙғы, йәйге, көҙгө йәмдәре генә ни тора.(Слайдтар). Яҙын ҡотороп боҙҙар аҡҡаны, Сорандың ярҙарынан ташып сыҡҡаны, йәйен кинәнеп һыу инеүҙәре, әмәлен табып балыҡ тотоуҙары, яр буйындағы балалыҡ уйындары.Ә туғайлыҡтарҙың төрлө сәскәләргә күмелгән саҡтары һуң. Йыуа , ҡуҙғалаҡтар тәмен татыу, бешкән еләк, бөрлөгән емештәрен йыйыу, әлмороно, ҡарағаты,  уңған саҡтар... Ә дала ерҙәре, ҡылғандары елдәр иҫкәндә диңгеҙҙәй тулҡынланып ятыуҙары. Яҙғы ҡош һайрауы, бөркөттәр саңҡыуы. Бесәнгә төшкән мәлдәр, ураҡ саҡтары. Утауға йөрөүҙәр, бесән осорҙары, баҫыу эштәре – үҙҙәре бер эш, күңел күрке. Былар һәммәһе шағир ижадында үҙенсәлекле сағылыш табыр, поэтикаһына яңы биҙәктәр өҫтәр.

Кешене4 рухы, холо3- 3ылы1ы, бар булмышы ата-бабалары, 9с9й-3арт9с9й29ре н96ел- ырыуына, т9рби98ен9 3арай формалаша, сыны1а.

Кемдәр булған Рауил Бикбаевтың ата – бабалары? Йәшәгән мөхите, тәрбиәләре ниндәйерәк? Бер анкетаға биргән яуаптарында Рауил Бикбаев шуларҙы иҫләй һәм нарыҡлай: “ Ҡартатайым менән өләсәйем мин бәләкәй саҡта вафат булған, шуға уларҙы иҫләмәйем. Хәлле, тамырлы булғандар. Ике яҡлы ҙур йортта ике улдары ғаиләләре менән йәшәне. Ҡартатайымдар менән беҙ торған яҡ эре бүрәнәләрҙе уртаға ярып һалынғайны. Киң ихата эре-эре таштарҙан өйөлгән ҡойма менән уратып алынғайны. Ишек алдындағы ҙур таш һарай, таш келәт хәтерҙә ҡалған. Ҡартатайымдың йылҡылары соранға һыу эсергә төшкәндә көтөүҙең башы йылғаға еткән саҡта осо әле һарайҙан сығып бөтмәгән, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем булды. Аҙаҡ ҡартатайым малдарын ҡыҫҡартып, күберәк иген сәскән, хатта заманаһы өсөн яңы техника ла алған. Үҙе мәсеттә мәҙин булып йөрөһә лә, донъялыҡты ҡайғыртҡан, тормош ағышын һиҙгән.”

Рауил Бикбаевтың шәжәрә ете быуыны шундай: Аҫылгәрәй – Бикбай – Ҡотлоәхмәт – Хәсән – Мөхәмәтша – Шәрәфетдин – Төхфәтулла – Рауил...(слайд)

Был тормоштоң ҡапыл йәме бөтһә,

Күңелдәрем китһә һыуынып,

Янып торған ете егет булып

Алға баҫа ете быуыным.

Йөҙҙәренә әле ҡояш ҡарай,

Әле ҡарлы әсе ел бәрә.

Төхфәт –

         Шәрәфи-

                 Мөхәмәтша-

                          Хәсән-

                                Ҡотлоәхмәт-

                                              Бикбай-

                                                    Аҫылгәрәй.

Аҫылгәрәйҙең ике улы Бикбай менән Табылдынан Бикбаевтар менән Табылдиндар фамилияһы таралып киткән.Рауилдың өләсәһе Мәүлитбикә – Табылдиндар ҡыҙы. Тамыр тамырға тарта тиҙәр. Рауилдың өләсәһе сәсән телле зат булған. Ауылдағы төрлө хәлдәр, ҡылымһыр ҡылыҡтар тураһында төртмә таҡмаҡтар сығарырға яратҡан, улар халыҡ теленә күскән. Ҡайғылы хәлдәр хаҡында бәйеттәр көйләгән. Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ булған.

Шағир үҙе һөйләүенсә, ул ысынлап та ижади мөхит эсендә, телгә оҫта, әкиәткә, йырға, таҡмаҡ әйтергә яратҡан ололар араһында үҫә, уларҙың һөйләгәндәрен, көйләгәндәрен йотлоғоп тыңлап, рухын байыта.

Рауил Бикбаев үҙе бына нимәләр һөйләгән: “Ауылыбыҙҙа Нәзифә Байтимерова тигән һуҡыр әбей торғаны менән әкиәт хазинаһы ине. Уны әкиәт һөйләтер өсөн өйҙән өйгә ҡундырып йөрөтөрҙәр ине. Уны ҡундырыр көндө балалар байрам кеүек көтөп ала торғайны. Ҡайһы бер әкиәттәр бер көндә генә бөтмәй, дауамы икенсе көн һөйләнелә ине. Беҙҙең бала саҡтың сериалдары.”

Икенсе уҡыусы.             Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре”.

Шағирлыҡтың тәүге орлоҡтары, әлбиттә, ғаиләлә үк һалынғандыр. Бигерәк тә әсәй кешенең роле ҙур. “Мине кеше итеп аяҡҡа баҫтырған, кешелек сифаттарын зиһенемә һеңдергән, тормошта үҙ урынымды табырға, маҡсатҡа ынтылырға өйрәткәне – әсәйем,- ти Рауил Бикбаев.( Слайдтар).

Әсәһенең булмышы һәм яҙмышы – үҙе бер ғибрәтле һабаҡ. Буласаҡ тарихсы Сәғит Мерәҫевтың һеңлеһе тейеш  әсәһе Рәҡиә Латип ҡыҙы Вахитова етеш тормошло, дини рухлы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Уны үтә йәшләй хәлле кешегә кейәүгә биргәндәр. Ләкин 1930 йылда бик күп уңған крәҫтиәндәрҙе кулак тип йорттарын, мөлкәттәрен тартып алып, илдән һөрөү башланғас, ун һигеҙ йәшлек Рәҡиә лә ҡайны – ҡәйнәләре, ире менән – тотош ғаилә Архангель губернаһындағы Котлас лагерҙарында, нисәмә йылдар буйы күпме нужалар күрә. Ҡараңғы тайга төпкөлләрендә, мәңге туң тундра һаҙлыҡтарында иҫ киткес һыуыҡ, тубыҡтан батҡаҡ эсендә аслы – туҡлы торф сығара, ҙур – ҙур төньяҡ йылғаларында һал ағыҙа, аяҡ- ҡулдары һыҙлауға әйләнә. Шунса ыҙа-яфаларға түҙә алмайынса, ниһәйәт, 1936 йылда был мәхшәрҙән ҡасып ҡотолмаҡ була. Тимер юлына етеп, тауар вагондарының береһенә йәшеренеп, станцияларҙа бер составтан икенсеһенә күсәүсә, тыуған ауылына ҡайтып йығыла. Уны НКВД тынғы бирмәй эҙәрләй башлай. Рауилдың буласаҡ атаһы Төхфәтулла Бикбаев армиянан ҡайтып, Рәҡиәгә өйләнгәс кенә, кире һөрөлөүҙән ҡотолоп ҡала әсәһе.

Бикбаевтар матур ғаилә ҡоралар. Биш бала үҫтерәләр. 1938 йылдың декабрь айында донъяға килгән Рауил шул ишле ғаиләлә, етеш тормош шарттарында иркен үҫә.

Донъялар бер көйгә генә аҡмай шул.Оло һуғыш һәр ауылға, һәр өйгә тиерлек ҡара ҡағыҙ алып килә. Йәтимдәр арта. Рауил Бикбаевтарҙың өйөнә лә әжәл килә1945 йылдың майында атаһы үлеп ҡала. Биш бала менән утыҙ өс йәшлек Рәҡиә Бикбаева атаһы Латип Ваһитовтың ҡәңәше һәм ярҙамы буйынса Ҡунаҡбай ауылындағы ҡуш өйҙөң яртыһын үҙенең тыуған ауылы Ғабдрафиҡҡа күсереп һалдыртырға мәжбүр була.

Тормош ауыр булһа ла, Рәҡиә инәй уҡырға тырыш, зиһенле улын уҡытып  кеше итергә тырыша. Рауил Бикбаев бик күп әҫәрҙәрен әсәһенә арнай.

Әсәләрҙең өмөт – ҡараштарын,

Әсәләрҙең әйткән һүҙҙәрен

Кешеләр һуң бөтәләрме аңлап,

Бала үҫтермәйсә үҙҙәре...

Бер йылмайып, бер моңайып ҡарап,

Йылдар менән донъям үҙгәрер.

Йылдар үткән һайын ҡәҙерлерәк

Әсәйемдең әйткән һүҙҙәре.

Өсөнсө уҡыусы.      “ Ҡайҙа белем алырға?”

Рауилға, һигеҙ йәшлек балаға, тыуған ауылын, уйнаған тиҫтерҙәрен ташлап икенсе ауылға күсеүҙәре еңел булмағандыр. Әммә бала күңеле – дала.Ғабдрафиҡҡа ла яйлап күнегә малай. Өҫтәүенә, башланғыс мәктәпте бөтөүенә ауылда ете йыллыҡ мәктәп асыла. Яңы мәктәптә Рауил тырышып уҡый, йәшеребрәк шиғырҙар ҙа яҙа башлай.1953 йылда етенсе класты бөтөп,”Алда ҡайҙа белем алырға?” тигән һорау тыуа. Уйлап – уйлап, үҙҙәренән урау юлдар менән йөҙ саҡрым ары ҡаҙаҡ далалары яғында ятҡан Аҡбулаҡ педучилищеһына уҡырға инә. Педучилищелар ул ваҡытта – бик престижлы уҡыу йорттары, сөнки уҡытыусыларҙың  абруйы ҙур булған. “Дүрт йылым китап уҡып үтте,- тип хәтерләй Рауил Бикбаев.- Аҡбулаҡта тамаҡ яғы бик таҡыр булһа ла, китап уҡып кинәндек. Асығыуҙы баҫыр сара тапмағас, ял көндәрендә йыш ҡына ваҡытты китап уҡып үткәрә инек.” Педучилищела бигерәк тә рус телен һәм әҙәбиәтен үҙләштереүгә бар күңелен һала.

1957 йылда педучилищены тамамлап, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлай. Рауил Бикбаев – алсаҡ һәм тиҙ аралашыусан егет. Курсташтары менән тиҙ уртаҡ тел таба, күптәре менән дуҫ-иш булып китә. “Ең һыҙғанып” шиғырҙар яҙа башлай. Ошонда ул үҙенең мөхәббәтен таба.(Слайдтар)” Тәүге мөхәббәтем ул минең ҡатыным- Фәриҙә апайығыҙ. Уның менән университетҡа уҡырға инергә имтихандарға әҙерләнгәндә таныштыҡ. Сит ил кешеләре кеүек, ғаилә ҡороу өсөн бөтә шарттар ҙа булырға тейеш, тип торманыҡ, дүртенсе курсҡа еткәс, өйләнешеп ҡуйҙыҡ. Дөйөм ятаҡта стипендияға йәшәп, бергә тормош башланыҡ.” -ти шағир.

  Үҙ хәлемде үҙем белмәй,

   Күҙҙәреңә баҡтым.

   Уйҙарымдың бөтәһен дә

   Күҙҙәреңдә таптым.

   Айырмаһын беҙҙе яҙмыш

   Хатта бик-бик аҙға.

   Күҙһеҙ ҡалған кеүек булам,

   Күҙҙәреңдән яҙһам.

Уҡытыусы. Сығыштарығыҙ өсөн рәхмәт.

Йомғаҡлау. Шағирҙың ғүмер йомғағы шулай әкрен генә һүтелә бара. Ул михнәт- ауырлыҡты ла, рәхәтте лә күргән.Шу1а ла Рауил Бикбаевтың шиғриәте лә күп ҡырлы, төрлө йүнәлешле, тәрән мәғәнәле. Рауил Бикбаев- нескә күңелле шағир –лирик та, киң эрудициялы шағир-философ та, ялҡынлы оран һүҙе менән йөрәктәрҙе елкендерер, халыҡты үҙ артынан әйҙәр шағир-трибун да, новатор-әҙип тә.

Өйгә эш. Дәреслектәге биографияны уҡырға.

Ижады тураһында сығыштар әҙерләргә.

“Ваҡыт менән һөйләшеү” шиғырынан өҙөк ятларға.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Конспект урока на тему "Изучение биографии Рауиля Бикбаева"(11 класс)"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Психолог

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 661 291 материал в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 03.03.2018 410
    • DOCX 63.6 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Распаева Дилбар Валериевна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Распаева Дилбар Валериевна
    Распаева Дилбар Валериевна
    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 3512
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Практические аспекты работы логопеда: методы и приемы в логоритмике

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 14 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Инвестиционные проекты: оценка, эффективность и стратегии

8 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология развития личности: от мотивации к самопониманию

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 84 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 34 человека