Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Конспекты / Конспект урока на тему "“З.Биишева. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте”
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Конспект урока на тему "“З.Биишева. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте”

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы











Тема: “З.Биишева “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте”




Маҡсат:-әҫәр йөкмәткеһен үҙләштереү, балаларҙың фекерләү

ҡеүәһен үҫтереү, ижади үҙенсәлектәрен үҫтереүгә йүнәлеш биреү,

яҙыусының сифаттары нигеҙендә йәшәйештең асылын аңларға өйрәтеү,хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү



Йыһазландырыу:З. Биишеваның портреты, уның әҫәрҙәренән күргәҙмә, ижады буйынса буйынса схемалар, тест һорауҙары,яҙыусының үҙ тауышы менән фонояҙма, магнитофон, компьютер, мультимедия проекторы,уҡыусылар яһаған көршәк һүрәттәре.










Төҙөнө: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәлимова Г.Д.



Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле:

Уҡытыусы: -Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы:”З.Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен өйрәнеү”,

Маҡсаты:әҫәр йөкмәткеһен үҙләштереү,фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, дәрестә һеҙҙең ижади үҙенсәлектәрегеҙҙе үҫтерергә йүнәлеш биреү, яҙыусының шәхси сифаттары нигеҙендә йәшәйештең асылын

аңларға өйрәнеү, хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү


-Дәресебеҙҙең девизы:”Эҙең ҡалһын доньяла ,

Эпиграфы:”Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ,хаҡлыҡта,

Йәшәү бәхете- илең, халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта”

2.Үтелгәнде ҡабатлау:

Уҡытыусы: -Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ яҙыусының тормош юлы менән танышҡайныҡ.Хәҙер биография буйынса тест һорауҙарына яуап бирәйек. Күреүегеҙсә тест һорауҙары экранда: (Ҡушымта 1)

(Уҡыусылар эштәрен төйөндәр системаһы буйынса тикшерә: Ҡушымта 2)

-Уҡытыусы:-Эйе, З.Биишеваның ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә.Схема буйынса күрһәтеп,(Ҡушымта 3)

Уның ижады күп яҡлы.Ул яҙыусыла, шағир ҙа даматург та, тәнҡитсе лә.Түбән класта һеҙ уның”Дуҫ булайыҡ” повесын өйрәндегеҙ. Юғары класта “Яҡтыға” трилогияһы менән танышырһығыҙ.Республикабыҙ йәмәғәтселеге уның хеҙмәтен юғары баһаланы:ул- Салауат Юлаев примеяһы лауреаты Һәм Башҡорт халыҡ яҙыусыһы.

Ошо урында фонояҙманан яҙыусының үҙ тауышы тыңланыла.




3.Яңы тема өҫтөндә эш:

Уҡытыусы:-Уҡыусылар,яҙыусының “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса фекер алышайыҡ.Бының өсөн һеҙгә хикәйәттең йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап бирергә, әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы эҙмә- эҙлекле күҙәтергә,геройҙарға дөрөҫ баһа бирергә, хикәйәттең тәрбиәүи әһәмиәтен асыҡларға тура киләсәк.

-Өйҙә әҫәрҙе тулыһынса уҡып килдегеҙ.

-Ул һеҙгә оҡшанымы?

-Ни өсөн?


-Әҫәр кем исеменән һөйләнелә?

-Кем ул Хасбулат олатай?Ул ниндәй шәхестәрҙе телгә ала? Ошо турала ентекләп һөйләгеҙ.

-Әҫәр ни өсөн хикәйәт тип атала? Хикәйәттәге тәбиғәт тәбиғәт күренештәре тасуирланған урынды хикәйәттә бирелгәнгә яҡын килтереп һөйләгеҙ. Унда ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланылған?

-Әҫәрҙә һеҙҙе көршәктәр генә ҡыҙыҡһындырҙымы?

-Юҡ, әлбиттә, ошо көршәктәрҙе яһаусы Һөнәрсе менәнӨйрәнсектең

үҙ-ара мөнәсәбәтен, халыҡ араһында тотҡан урынын, тормошта нимәгә өлгәшеүен күҙәтәсәкбеҙ.

-Кем ул Һөнәрсе?

-Кем ул Өйрәнсек?

-Был исемдәрҙе уларға кем биргән?

-Уларға һеҙ өйҙә эшләп килгән терәк-схемалар буйынса ҡылыҡһырлама бирәйек.

1-се уҡыусы:

-Һөнәрсе -эшһөйөүсән,намыҫлы,кешлекле,ижад менән яныусы,матурлыҡ яратыусы,бер ҡатлы,үҙ эшенән йәм табыусы,ғүмерен халыҡҡа бағышлаусы.

2-се уҡыусы:

-Өйрәнсек- тупаҫ,ике йөҙлө, алдаҡсы, кеше иҫәбенә йәшәүсе, дан

һөйөүсе, булдыҡһыҙ.

Уҡытыусы:

-Улар ни ваҡытта бергә хеҙмәттәшлек итә башлайҙар?

-Ни өсөн?

-Ошо урынды китаптан табып, ролләп уҡып китәйек.(Уҡыусылар Һөнәрсе менән Өйрәнсектең һөйләшеүен табып уҡыйҙар)

-Ошо һөйләшеүҙән һуң улар араһында ниндәй мөнәсәбәт урынлаша?

-Һөнәрсенең Өйрәнсек менән хеҙмәттәшлек иткән дәүерендә ни өсөн йөрәге әрней?Өйрәнсек уның көршәктәрен һатып байығаны өсөнмө? Үҙе ер иҙәнле өйҙә ярым ас көйө бөкөрәйеп көнө-төнө эшләгәне өсөнмө?

-Юҡ, әлбиттә.Дөрөҫ, ижад ҡыуанысы булмағанға.

-Һөнәрсенең вафатынан һуң Өйрәнсектең тормошон һөйләгеҙ.

( Уҡыусылар һөйләйҙәр)

- Әҫәргә бергәләп план төҙөйөк.

1. Ҡомартҡылар.

2. Көршәк менән танышыу.

3. Өйрәнсек һәм Һөнәрсе:

а. Өйрәнсек ниндәй белгес?

б. Һөнәрсе ниндәй белгес?

в. Улар араһындағы бәхәс?

г. Уртаҡ тел.

д. Һөнәрсенеӈ һуӈғы көндәре.

е. Өйрәнсектеӈ даны.

ж. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуӈ да беленә.


-Ялғандың юлы ҡыҫҡа тигән һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? Ысын хеҙмәт,ҡырын эш тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Уҡыусылар:

1Хеҙмәтенә күрә-хөрмәте.

2Яҡшылыҡ эшлә лә һыуға һал- халыҡ аңлар,халыҡ аңламаһа, балыҡ аңлар.

3Бурҙың бүреге яна.

-Хеҙмәт тураһында шиғыр яҙып ҡарарға ҡушҡайным. Кемегеҙ яҙҙы?(Абыҙгилдина Азалия үҙенең шиғырын уҡып ишеттерә)

Уҡытыусы:-Әҫәр буйынса иллюстрацияларығыҙ таҡтала.Иғтибар итәйек,һеҙ яһаған һүрәттәр араһында ҡайһы көршәктәр Һөнәрсенеке, ҡайһылары- Өйрәнсектеке?

(Уҡыусылар аранан матур көршәктәрҙе -Һөнәрсенеке,насар яһалғандарын -Өйрәнсектеке тип атайҙар)

Уҡытыусы:-Эштәрҙән күреүебеҙсә,балалар, ҡайһығыҙ һүрәтте бөтә күңелен биреп башҡарған, ҡайһығыҙ исем өсөн генә.Ошонда һеҙҙең хеҙмәткә мөнәсәбәтегеҙ сағыла ла инде.


4.Йомғаҡлау.


Уҡытыусы:-Был әҫәр һеҙҙә ниндәй тойғолар уятты?

-Әҫәрҙән үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?

-Әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

- Дөрөҫ, уҡыусылар, кеше был доньяла үҙенең намыҫлы хеҙмәте , эш һөйөүсәнлеге, яҡшы ғәҙәттәре менән генә яҡлау таба.Һәр кем тик яҡшы эштәр генә эшләргә тейеш.Һеҙ, уҡыусылар,матулыҡҡа ынтылып,яҡшыны ямандан айырып, изге күңелле,эш һөйөүсән булып үҫһәгеҙ , һеҙҙе бар ерҙә лә яратырҙар.Бөгөнгө дәресебеҙҙең девизы:”Эҙең ҡалһын доньяла!” Ә эпиграфы:

-“Йәшәү бәхете- күңел сафлыҡта,

Йәшәү бәхете- дуҫлыҡ, хаҡлыҡта,

Йәшәү бәхете-илең,халҡың өсөн

Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта”,- тип ҡабатлау һис артыҡ булмаҫ, моғайын,балалар.

Яҙыусының был һүҙҙәре үҙе өсөн йәшәү девизы булғандыр, моғайын. Юғиһә, ижады шул тиклем күп яҡлы булмаҫ ине. Һәм хеҙмәте лә халҡыбыҙ тарафынан шулай юғары баһаланмаҫ ине.

З. Биишева – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев премияһы лауреаты.


5. Баһалау. Өй эше “Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ” тигән темаға инша яҙып килергә.



Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 22.04.2016
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров380
Номер материала ДБ-047691
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх